Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡ артты, әммә айырылмайыҡ
Хаҡ артты, әммә айырылмайыҡ
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе гәзиткә 1 апрелгә тиклем яҙылып ҡалырға саҡырыуыбыҙ, “почта бүлексәһенә барыуҙы кисектермәгеҙ” тип ҡат-ҡат иҫегеҙгә төшөрөп тороуыбыҙ, ысынлап та, юҡҡа булмай сыҡты. Беҙҙең өгөтләүҙе тыңлап, баҫмаға көнэлгәре яҙылып ҡалғандар, һис шикһеҙ, отто. Яңыраҡ “Рәсәй почтаһы” икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғат баҫмаларына яҙылыу хаҡтарын билдәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарифтарҙың артыуы был юлы һеҙҙе генә түгел, беҙҙе лә шаҡ ҡатырҙы.


Гәзит һәр ғаиләнең ҡото булһын

Быға тиклем дә халыҡ менән осрашыуҙарҙа: “Башҡортостан”ды алдырып уҡыр инек тә, ҡиммәт шул, арзаныраҡ итеп булмаймы ни?” — тигәндәрен йыш ишетә инек. Хәҙер, моғайын, яңы хаҡтар менән танышҡас: “Ни өсөн милли баҫмаларҙың хаҡы шул тиклем юғары?”— тип ғәжәпләнеүселәр ҙә, ҡыҙыҡһыныусылар ҙа артыр.
Үкенескә ҡаршы, гәзиткә хаҡтың артыуы редакцияға бәйле түгел. Белеүебеҙсә, “Рәсәй почтаһы”на матбуғат баҫмаларын таратыуға дәүләттән субсидия биреү туҡтатылған, шул арҡала тарифтар артҡан.
Матбуғат баҫмаларын таратыусылар ассоциацияһының идара рәйесе Александр Оськин әйтеүенсә, “Рәсәй почтаһы” сығымдарын ҡаплатыу өсөн ошондай аҙымға барырға мәжбүр икән. Әле ул күләм 6 миллиард һум, тиҙәр.
Рәсәйҙең элемтә министры Н. Никифоров белдереүенсә, матбуғатҡа яҙылыу хаҡы ил буйынса уртаса 25 процентҡа арта. Шулай итеп, министр һәммәбеҙҙе “һөйөндөрҙө”. Милли гәзит-журналдарҙы ниндәй хәлгә ҡуйыуҙарын етәкселәр әлегә аңлап етмәйҙер, күрәһең. Хәйер, беҙҙә иң элек булғанды юҡҡа сығарыуҙары, аҙаҡ уны тергеҙеү өсөн йәнә аҡса түгеүҙәре — ғәҙәти хәл.
Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусылар, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы рәсми рәүештә башланды. Һеҙгә үтенесебеҙ шул: гәзиттең ҡиммәтләнеүен сәбәп итеп, республиканың төп милли баҫмаһынан айырылырға ашыҡмаһағыҙ ине. Өс индекстың (50600; 31805; 99802) үҙегеҙгә ҡулайлыһын һайлағыҙ. Матди ҡыйынлыҡ кисергән хәлдә ике-өс айға яҙылып торорға ла мөмкин.
Ошо урында халҡыбыҙҙың “Хаҡына ҡарама, затына ҡара” тигән бик тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр.
Ҡәҙерле дуҫтар! Ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы һылтау итеп “Башҡортостан”дан айырылмаһағыҙ ине. Рухи хазинаға бәрәбәр “Башҡортостан” гәзите һәр ғаиләнең ҡото булһын!

Отошло ла, юғалмай ҙа

Өфө ҡалаһында йәшәүселәр редакцияла ла, йәшәгән урынына яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киоскында ла яҙыла ала. Ул сағында баҫманың хаҡы, почта аша яҙылғанға ҡарағанда, һиҙелерлек арзан килеп сыға. Бынан тыш, үҙегеҙ теләгән ваҡытта барып ала алаһығыҙ, тимәк, юғалмай ҙа.
Үҙең барып алһаң, осһоҙораҡ
Гәзиттең хаҡы артыуын иҫәпкә алып, яҙылыуҙың йәнә бер отошло юлын тәҡдим итәбеҙ. Баҫманы почта бүлексәһенән үҙегеҙ барып алһағыҙ, хаҡы күпкә түбәнерәк буласаҡ. Тик почтала яҙылғанда уҡ гәзитте үҙегеҙ өсөн ҡулай ваҡытта килеп аласағығыҙҙы әйтегеҙ. Ошондай юл менән ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә йәшәүселәр ҙә “Башҡортостан”ға яҙыла ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә