Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Гонаһ шомлоғо Кисә генә күршеләренә инеп:
— Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек итеп ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй бит, тәтәй! Теләһә кем улай булдыра алмай, – тип һыу тейҙермәй маҡтаған ирен Мәмдүҙә бөгөн өҙгөсләп ташларҙай хәлдә ине.
– Кит, гонаһ шомлоғо, тағы аҡса һорайһыңмы ул? – Мәмдүҙә иренә осҡон сәсеп торған күҙҙәренең ағы менән зәһәр сәнсеп ҡараны. Тегеһе нимәлер аңлатырға тип ауыҙын ғына асҡайны, йәнә шул килеш өнө тығылды. – Нимә аҡшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә? Ана ашарыңа һалдым, аҡса бөтөрөп әбидкә йөрөйһө түгел. Һаҫыҡ-һоҫоҡ ысталауай ашын ашамаһын тип торам үҙеңде. Бензинға кәрәк тиһеңме? Ай, Аллам. Әллә шул нәмәне үҙең эсәһеңме? Запчаст тиһеңме? Йә, Хоҙай! Былтыр ғына әллә күпме запчаст алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә!
Ҡатын урынында түҙмәй, еңмешлеген күрһәтеп, аяҡтары менән тыпырсынып-тыпырсынып алды. Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды:
— Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, ә? Бер аҙна элек заправить иттем бит, әллә үҙең эсәһеңме? Былай булһа, донъя көтөрһөң һинең менән. Бына минең өҫкә алмаш күлдәгем юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың. Нимә, нимә, кисә генә 30 мең аҡса апҡайттым, тиһеңме?! Ай, Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа бисәләрҙең ирҙәре кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле. Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалманы. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау! Өй һалам тиһеңме? Нимә, нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүемде теләр инеңме? Ана, егәрлене алаһың уны. Мин һиңә йәбешеп сыҡманым!
Ир машинаһының асҡысын күтәреп бәрҙе лә йәйәү атланы – эшенә барыуын-барып етер ҙә ул, ҡайтҡанда бензины бөтөп ултырһа, машинаһын ҡала урамында ҡалдырып китһенме ни...
— Абау, шайлы кеше ни, ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын күҙҙән юғалғансы ирен йыуан беләктәре менән болғай-болғай әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы.
— Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмәгеҙ. Аҡса тиһәң, йәнен бирергә әҙер. Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған, кәпичник. Таңдан бөтә кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп алып ҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш, берәү инженер, имеш. Аҡсаһын муйынына баулап йөрөтһөн. Ҡәбәхәт!
Бите ҡып-ҡыҙыл булып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды.
— Анауҙы әйтәм, асҡысын бәреп сығып киткән булды. Шайлы кеше ни. Гонаһ шомлоғо! Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын. Шашып китте! Бынан һуң ашатырмын әле мин һиңә. Әтеү кеше танымай башланы.
Бер нисә сәғәттән Мәмдүҙә баҙарҙа шәшке тундарының әле береһен кейә, әле икенсеһен сисә ине...


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә