Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышыбыҙ — үҙ ҡулыбыҙҙа
Быны мин 1965 – 1969 йылдарҙа Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор, шулай уҡ 1969 – 1977 йылдарҙа 2-се Этҡол мәктәбендә директор вазифаларын башҡарғанда яҡшы төшөндөм. Был осорҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙе дөйөм урта белем биреүгә күсереү, уларҙың матди-техник базаһын нығытыу, уҡыу кабинеттарын булдырыу, унда техник сараларҙы киң ҡулланыу, хәрби дан һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын төҙөү, хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойоштороу, иң мөһиме – милли кадрҙар әҙерләү, бының өсөн ауыл мәктәптәрен заманса үҙгәртеп ҡороу кеүек эштәр мәғариф министры иңенә төштө.
Мин директор булып килгән мәктәп – ХХ быуаттың 30-сы йылдарында ауыл мәсеттәрен, кулак йорттарын һүтеп, һипләп ҡоролған бина – ҡотһоҙ, заман талаптарына яуап бирмәй ине. Шуға күрә 1969 йылда район һәм колхоз етәкселәре менән кәңәшләшеп, типовой мәктәп бинаһы төҙөргә тотондоҡ. Әммә финанс мәсьәләләре буйынса мәғариф министры менән бер нисә тапҡыр күҙмә-күҙ осрашырға, унан кәңәштәр, төҙөләсәк мәктәп өсөн матди ярҙам алырға кәрәк булды. Тәүге күреүҙә үк мине танып:
— Азамат, теге ваҡытта "Совет Башҡортостаны" гәзите аша яҙған рәхмәт хатыңды уҡып шатландым, — тине. (Әйткәндәй, ҡулға диплом алғас, республика гәзитендәге "Күрше хәлен күрше белһен" тигән мәҡәләм аша уға рәхмәт һүҙҙәрен еткергәйнем). Ҡайҙарҙа эшләүем менән ҡыҙыҡһынды. Ил инәһенә бынан ун йыл элек үҙе биргән визит карточкаһын күрһәтеп:
— Һеҙ миңә уҡырға инергә ярҙам иттегеҙ. Бының өсөн Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм, — тинем.
Йөҙөндә ихлас йылмайыу сатҡылары күрҙем. Финанс мәсьәләләрен хәл иткәс, Мәғариф министрлығының тәьминәт бүлеге начальнигы И.В. Кашканов исеменә рөхсәт ҡағыҙы яҙып бирҙе.
— Бына хәҙер шуға ин, шылтыратып иҫкәрттем. Мәктәп өсөн мебель, күргәҙмә әсбаптар, техник саралар һәм башҡаһы күп кәрәк. Яҙҙыртып ал, — тине.
Мин килеүемдең бушҡа булмауына сикһеҙ ҡыуанып, рәхмәттәр уҡып хушлаштым.
Уның туранан-тура ярҙамы арҡаһында ата-әсәләрҙе, балаларҙы шатландырып, өр-яңы бина 1974 йылда сафҡа инде һәм шул йылда уҡ урта мәктәпкә әйләнде.
"Дан терегә генә ҡәҙерле, ул йылытмай һалҡын ҡәберҙе", ти халҡыбыҙ. Ф. Мостафина иҫән саҡта фиҙакәр хеҙмәтен юғары органдар, Хөкүмәтебеҙ күрә белде һәм юғары баһаланы. Ул Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, Н.К. Крупская миҙалы менән бүләкләнде, "СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы" һәм "РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исемдәренә лайыҡ булды. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә күренекле шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген үҙе иҫән саҡта баһалай алмайбыҙ, был донъянан киткәс кенә улар тураһында иҫкә төшөрәбеҙ, һуң булһа ла һәр төрлө юғары исем бирергә тырышабыҙ). Фатима апай үҙенең бөтә ғүмерен башҡорт мәғарифына, милли кадрҙар үҫтереүгә бағышланы, белем биреү өлкәһен юлға һалыуға баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе, шуға күрә яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса бурыстарҙы ғәмәлгә ашыраһы бар әле. Уның уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булыуын иҫәпкә алып, иң һәләтле мәктәп етәкселәренә һәм педагогтарға Фатима Мостафина исемендәге премия булдырырға кәрәк.
Боронғо гректар талантлы шәхестәрҙе илаһи йән тип иҫәпләгән. Имеш, аллалар бындай әҙәм балаһының йәненә изге ут өрә, ә ул ошо уттың яҡтыһын, йылыһын тирә-йүндәге ябай халыҡҡа тарата. Фатима апай ҙа, күкрәгендә һәр саҡ изге ут йөрөтөп, милләте алдында үҙ бурысын намыҫ менән башҡарҙы. Урал батыр һымаҡ, тере һыуҙы тирә-яҡҡа бөркөп, "Әйҙә, халҡым йәшәһен" тип, үҙен халҡы менән бер рәткә ҡуйып йәшәне. Уның изге эштәре киләсәк быуындар хәтерендә лә оҙаҡ һаҡланыр.
Уҡырға инеп киткәс, миңә теге саҡта ярҙам ҡулы һуҙған ағайҙы эҙләп таптым, уның кем икәнлеген асыҡланым. Хызыр Ильяс тигәнем Көйөргәҙе районының Урта Мотал ауылында тыуып үҫкән Мөхәммәтғәли Ғәли улы Исҡужин булып сыҡты. Ул артабан мәғариф өлкәһендә ҙур хеҙмәттәре менән билдәлелек яуланы. Туған халҡы, иле, теле өсөн янып йәшәгән шул заман мәғрифәтсеһе — Аҡмуллаһы — Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт мәктәптәре асыуға өлгәште.
Ул, шул осор етәкселәренең ҡаршылығына, кәмһетеүҙәренә ҡарамаҫтан, өйҙән-өйгә, ата-әсәләр араһында йөрөп, өгөтләп, ғаризалар йыя. Мөхәммәт ағайҙың изге теләге тормошҡа аша: ҡалаларҙа башҡорт мәктәптәре асыла, унда уҡып сыҡҡандар башҡорт, инглиз, урыҫ телдәрендә төплө белем алып, юғары уҡыу йорттарына инә һәм, милли кадрҙар булып, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләй. Мин "Ғүмер ағыштары — ғаилә яҙмыштары" тигән китабымда уларҙы яҡшы яҡтан иҫкә алдым.
Мөхәммәт ағай Исҡужин һымаҡ илһөйәр, телһөйәр, халҡының киләсәге өсөн ысын йөрәктән борсолған көслө рухлы шәхестәребеҙ булды һәм бөгөн дә бар. Иҙел Агишев, Нәғим Ишбулатов, Булат Рафиҡов, Әнүр Вахитов, Ким Әхмәтйәнов, Жәлил Кейекбаев, Рәми Ғарипов, Нияз Мәжитов, Рәшит Солтангәрәев, Зиннур Ураҡсин, Рауил Бикбаев, Ринат Камал һәм башҡорт интеллигенцияһының башҡа вәкилдәре милли аңды, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙергә ваҡыт еткәнен аңлап, үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәне – үҙе бер ҡаһарманлыҡ был. Шундайҙар күберәк булһын ине.
...Һәр мәктәптең абруйы уҡыусылары һанына түгел, ә унда белем һәм тәрбиә алып сыҡҡан күренекле шәхестәргә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, беҙҙең 2-се Этҡол мәктәбе төрлө йылдарҙа уҡыған бик күп арҙаҡлылар менән дан тота. ХХ быуаттың 50-се йылдарында ошонда уҡып, һуңынан доктор, профессор, академик дәрәжәһенә еткән, юғары исемдәргә лайыҡ булған Мазһар Насип улы Иҫәнбаев 2001 йылда ауыл халҡының бер йыйылышында мәктәпте шефлыҡҡа алыуы, ошо белем усағын гел яҡшы билдәләргә тамамлаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға сығарылыш тантанаһында үҙенең махсус премияһын тапшырасағы тураһында сығыш яһаны. Был ата-әсәләр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ә уҡыусыларға белем үрҙәренә ынтылырға көс-ҡеүәт өҫтәне. Академик уҡыусылар менән һәр саҡ осрашып, кәңәшләшеп торҙо. "Әйткән һүҙ – атҡан уҡ", ти халыҡ. Шул йылдан башлап ун бер йыл инде М.Н. Иҫәнбаев үҙенең академик премияларын тапшырыу өсөн туған мәктәбенә ҡайта. Тиҫтәләгән уҡыусы ошо ҡиммәтле бүләкте алды һәм уның фатихаһында барыһы ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Бөгөн иһә халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Һуңғы лауреаттар ҙа әле юғары белем ала. Уларҙың нисек өлгәшеүе менән академик һәр саҡ ҡыҙыҡһына, кәрәк саҡта матди ярҙам да күрһәтә. Әгәр ҙә күренекле шәхестәребеҙҙең күпселеге Мазһар Иҫәнбаевтың өлгөһөнә эйәрһә, милләтебеҙҙең абруйы тағы ла күтәрелер ине. Шуны онотмайыҡ: милли кадрҙар башлыса ауыл мәктәптәрендә әҙерләнә.
Эрудициялы, киң ҡарашлы, туған халҡының киләсәген ҡайғыртҡан ошондай күренекле шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Дөрөҫ, Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы – Фатима Мостафина, 136-сы башҡорт лицейы – Мөхәммәт Исҡужин, ә Белорет ҡалаһының 22-се гимназияһы Яныбай Хамматов исемдәрен йөрөтә. Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим исемендәге гимназиялар ҙа бар. Халыҡ арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарын үҙе күтәрергә тейеш. Ата-бабабыҙ данлы ла, ҡанлы ла, шанлы ла тарихи юл үткән, шуға ла арҙаҡлыларыбыҙ ифрат күп. Оноторға ярамай уларҙың исемдәрен.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Ринат Камалдың "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым..." тигән мәҡәләһендә ("Башҡортостан", 2014 йыл, 31 ғинуар) әйтелгән фекерҙәргә тулыһынса ҡушылам.
Күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтовҡа филармония бинаһы алдына һәйкәл ҡуйыу, донъя мәҙәниәтенең аҫыл ҡомартҡыһы булған "Урал батыр" эпосына арнап мемориаль һәйкәл-ҡаласыҡ төҙөү тураһында күптән һүҙ барһа ла, әле булһа йөк урынынан ҡуҙғалмай. Быйыл, Мәҙәниәт йылында, был мәсьәләләр ыңғай хәл ителер, тип ышанғы килә.
Күренекле урыҫ ғалимы Вахтеров: "Теге йәки был халыҡ яҙмышын үҙ ҡулына ала алмаһа, уға ситтән бер кем дә килеп ярҙам итмәйәсәк", — тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Үҙ яҙмышыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа.
Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Баймаҡ районы.

(Аҙағы. Башы 59-сы һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506