Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер хата мең бәләгә килтерә
Рамаҙан Үтәғоловтың “Дандарына саң ҡунмаҫ” мәҡәләһенә ҡарата
Быйыл 12 июндә 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы башланып китеүгә, ә йыл аҙағында илде Наполеон ғәскәренән азат итеүгә 200 йыл тула. Ватан һуғышы 1812 йылдың аҙағында ғына тамамланмай, ә Наполеондың яңынан аяҡҡа баҫтырылған ғәскәренә ҡаршы тағы бер йыл да өс ай дауам итеп, 1814 йылдың 19 мартында Рәсәйҙең һәм уның союздаштары — Англия, Австрия һәм Пруссия ғәскәрҙәре менән берлектә Францияның баш ҡалаһы Парижды яулап алыуы менән ослана. Наполеон ғәскәрен тар-мар итеүҙә 28 башҡорт, Парижды яулап алыуҙа туғыҙ башҡорт алайы (полкы. — Ә.Й.) ҡатнашҡан.
Әлеге Ватан һуғышы халҡыбыҙҙың тарихында, милли үҙаңында, рухи донъяһында тәрән эҙ ҡалдырған, йырҙарында, легендаларында сағылыш тапҡан. Шуның өсөн матбуғатта ошо ваҡиғаға арналған мәҡәләләрҙең күренә башлауы тәбиғи. Миҫал өсөн, тарихсы Рамаҙан Үтәғоловтың “Башҡортостан” гәзитенең 255-се һанында донъя күргән мәҡәләһен алайыҡ. Ул “Дандарына саң ҡунмаҫ” тип атала. Мәҡәләлә автор 14-се һәм 15-се башҡорт алайҙарында хеҙмәт итеп һуғышта батырлыҡ күрһәткән яҡташтары тураһында бәйән итә.
Тик ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәгән фекерҙәр әйткән, хаталар ебәргән. Мәҫәлән, “1811 йылдың апрелендә Ырымбур губернаторы Волконский ике даими ғәскәр һәм кантон берәмектәрендә ярҙамсы полктар төҙөү тураһында ҡарар сығара” тип яҙған. Беренсенән, Григорий Волконский Ырымбур губернаторы булмаған, ә Ырымбур губернаһының хәрби губернаторы. Икенсенән, 1-се һәм 2-се башҡорт алайҙары һәм 1-се ҡалмыҡ алайы уның ҡарары буйынса түгел, ә батша Александр I-нең 1811 йылдың 7 апрелендә ҡул ҡуйған махсус указына ярашлы төҙөлгән.
Автор “1812 йылдың 12 (24) июнендә Наполеон аңғармаҫтан Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай” тип яҙған. Был фекер ҙә тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки ике дәүләт араһында һуғыш 1805 —1807 йылдарҙа уҡ барған һәм Наполеон файҙаһына тамамланған. 1807 йылдың 25 июнендә Тильзит ҡалаһында (Пруссия) Александр I Франция менән солох төҙөргә мәжбүр булған. Әммә ул Рәсәй менән Франция араһындағы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрә алмаған. Ике дәүләт тә 1810 йылдың яҙынан яңы һуғышҡа әҙерләнә башлай, һәм 1812 йылдың яҙында улар әҙерлекте теүәлләп ҡуя.
Автор артабан “Көстәр тигеҙ булмай. Француз армияһы 640 мең кешенән торһа, Рәсәй ғәскәрендә ни бары 240 мең була” тип яҙған. Был һандар ҙа тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. Яңы һуғышҡа Наполеон айырыуса төплө әҙерләнгән. Үҙ ғәскәренең һанын 640 меңгә түгел, ә 1 миллионға еткергән. Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа ул махсус “Бөйөк армия” тип аталған ғәскәри төркөм ойошторған. Уның составында бер мәғлүмәт буйынса 600-640 мең, икенсеһе буйынса 647 мең яугир булған, өсөнсө мәғлүмәттә — 665 мең яугир. Был армияны Наполеон ике эшелонға бүлгән. Рәсәйгә ҡаршы һуғышасаҡ эшелонда яҡынса 420-440 мең, икенсе эшелонда 235-240 мең яугир иҫәпләнгән. Беренсе эшелон менән Наполеон үҙе һәм иң талантлы генералдары, маршалдары, шул иҫәптән уның үгәй улы генерал Евгений Богарнэ һәм бер туған ҡустыһы Жером Бонапарт етәкселек иткән. Әйткәндәй, Жером генерал дәрәжәһенән баш тартҡан: “Халыҡ мине былай ҙа белә”, — тигән.
Һуғышҡа, әлбиттә, Рәсәй ҙә әҙерләнгән. Ләкин 1812 йылдың март башында бер нисә армияға бүленгән Рәсәй ғәскәрендә ни бары 590 мең генә яугир булған. Һуғыш башланғанда Наполеон ғәскәренә ҡаршы урыҫ армияһы өсөһө өс яҡта торған. Беренсе армияла сама менән 120 мең, икенсеһендә — 45-49 мең, өсөнсөһөндә 43-46 мең яугир булған. Был ғәскәри төркөмдәр бер-береһенән 120-150 саҡрым алыҫлыҡта торған.
Мәҡәләнең тағы бер урынына туҡталайыҡ. Автор “Бородино яланында көсөргәнешле һуғыш үтә, унда еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмай. Әммә ошо яуҙан һуң француздар, Мәскәүҙе ҡалдырып, Тарутиноға табан сигенә” тип яҙған. Был һөйләм гәзит уҡыусыларҙың башын бөтөнләй бутай. Бородино яланында Рәсәй армияһы еңелеп, сигенергә мәжбүр булған, 1812 йылдың 2 сентябрендә һуғышмайынса ғына Мәскәүҙе дошманға ҡалдырып, Тарутино тигән урында лагерь ҡорған. Шул уҡ көндә француздар еңеүсе булараҡ Мәскәүгә барып ингән. Шулай итеп, Мәскәүҙән Тарутиноға табан француздар түгел, ә Кутузов етәкселек иткән урыҫ армияһы сигенгән. Француздар көндәр ҡаты һыуыта башлағас, ашарға ризыҡ ҡалдырылмағас, Мәскәүҙе 1812 йылдың 7 октябрендә ташлап, Иҫке Калуга юлына сығырға мәжбүр була һәм Көнбайышҡа табан юл тота.
Мәҡәләнән тағы бер миҫал. Автор һуғыш башланып киткән ваҡиғаларға туҡталып, былай тип яҙа: “Илгә ҡурҡыныс янағанда тотош Рәсәй халҡы менән бергә башҡорт халҡы ла көрәшкә күтәрелә. Тиҙ арала халыҡ көсө менән Ырымбур губернаһында 28 башҡорт, 2 типтәр, 2 мишәр, 4 Ырымбур, 6 Урал полктары төҙөлөп, фронтҡа оҙатыла...” Бында ла хаталар етерлек. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙан һуғышта башҡорттарҙан тыш урыҫтар, мишәрҙәр һәм “типтәрҙәр” тип аталған халыҡ вәкилдәре ҡатнашҡан. Типтәрҙәр араһында мишәрҙәр, мариҙар, сыуаштар, татарҙар һәм башҡорттар ҙа булған. Типтәрҙәрҙең 65-70 процентын төрлө сәбәптәр арҡаһында, айырыуса башҡорт ихтилалдарынан һуң, ерһеҙ ҡалған башҡорттар тәшкил иткән. Мишәрҙәр һәм типтәрҙәр һуғышҡа икешәр атлы алай ойоштороп оҙатҡан. Типтәрҙәрҙең ике алайы ла һуғыштан күпкә алда — 1798 йылда уҡ ойошторолған. Мишәрҙәрҙең ике алайы иһә һуғыш башланғас — 1812 йылдың август — октябрь айҙарында ғына төҙөлгән һәм хәрәкәт иткән ғәскәр составына ноябрь айының аҙағында ғына барып ҡушылған. Өфө урыҫтары һуғышҡа “Өфө йәйәүле алайын” ойоштороп оҙатҡан. Алай составында башҡорттар ҙа булған.
Башҡорттарға килгәндә, улар өсөн Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғыштар 1805 йылда уҡ башланған. 1805—1807 йылдарҙа Рәсәй ғәскәренә ярҙамға Ырымбур хәрби губернаторы башҡорттарҙан бер мәғлүмәт буйынса 14 атлы алай ойошторған, икенсе мәғлүмәт буйынса — 20 алай, өсөнсөһө буйынса — 25 алай. Яңы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, алда әйтеп үтелеүенсә, Ырымбур хәрби губернаторы Г. Волконский, 1811 йылдың апрелендә башҡорттарҙан ике алай ойоштороп, илдең көнбайыш сигенә оҙатҡан. Һуғыш башланыу менән башҡорттарҙан 3-сө, 4-се һәм 5-се атлы алайҙар ойошторолған. 1812 йылдың август — октябрь айҙарында башҡорт кантондары һуғышҡа тағы 15 алай оҙатҡан. 1812 йылдың аҙағында — 1813 йылдың башында башҡорттарҙан өҫтәмә рәүештә тағы 8 алай ойошторолған. Шулай итеп, 1811 йылдың апреленән алып 1813 йылдың башына ҡәҙәр, йәғни “тиҙ арала” түгел, ә ике йыл эсендә башҡорттарҙан 28 атлы алай ойошторола. Уларҙың 8-е резервта булған һәм төрлө алыштарҙа юғалтыуҙар кисергән башҡорт алайҙарын тулыландырып торған. Ырымбур казактарынан 4 атлы алай түгел, ә 5 алай ойошторолған, Урал, йәғни Силәбе казактарынан да 5 алай ойошторолған. Автор мәҡәләһендә “6-сы башҡорт кантонынан 3-сө, 14-се, 15-се башҡорт полктары төҙөлә һәм һуғышҡа оҙатыла... 1812 йылдың 25 июлендә 6-сы башҡорт кантоны үҙәге булған Сибай ауылында иң тәүгеләр иҫәбендә ашығыс рәүештә 3-сө йыйылма башҡорт полкы төҙөлә. Командиры — подполковник Тихановский, ярҙамсыһы Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан зауряд — хорунжий Фәйзулла Аҡтаев була”, — тип яҙған. Беренсенән, 3-сө башҡорт алайын 11-се кантон составындағы Минзәлә башҡорттары ойошторған. Икенсенән, автор телгә алған ваҡиға 1812 йылдың 25 июлендә түгел, ә 1811 йылдың май айында булған. 3-сө башҡорт алайының командиры беҙгә билдәһеҙ. Мәғлүм булыуынса, Тихановский 18-се башҡорт алайының командиры булған. Тик подполковник түгел, ә капитан дәрәжәһендә. 18-се башҡорт алайы 4-се кантонда, йәғни Троицк өйәҙендә ойошторолған. Өсөнсөнән, Фәйзулла Аҡтаев хорунжий түгел, ә яҫауыл булған. Фәйзулла ауылына Фәйзулла Аҡтаев түгел, ә Фәйзулла Ильясов нигеҙ һалған.
Автор үҙенең мәҡәләһендә “14-се башҡорт полкының командиры майор Селезнев, ярҙамсыһы зауряд-сотник Абдулла Сурағолов булған”, тип яҙған. Был — хата фекер. Һәр башҡорт алайында ике командир булған: береһе — урыҫ, икенсеһе — башҡорт. Документта “Полковой командир 14-го полка Абдулла Сурагулов” тип яҙылған. Батырлыҡ күрһәткәне өсөн ул ике Изге Анна ордены һәм ике хәрби көмөш миҙал менән бүләкләнгән, 1839 йылда ла иҫән-һау хеҙмәтен дауам иткән. 1-се башҡорт алайының командиры алайҙың баш яҫауылы (майор дәрәжәһендә) Ихсан Әбүбәкиров та майор Лачиндың ярҙамсыһы түгел, ә тулы хоҡуҡлы командир булған, йыш ҡына алыштарға алайҙы үҙе алып барған. Батырлыҡ күрһәткәне өсөн Ихсан Әбүбәкиров та ике Изге Анна, Изге Владимир ордендары, ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Һуғыштан ҡайтҡас, батыр 17 йыл буйы 7-се кантон башлығы булып хеҙмәт иткән. Батырҙың ҡатыны Гөлбостан уға алты ул бүләк иткән: Шәмсетдин, Ғилметдин, Хисаметдин, Зыязетдин, Яҡуп, Мөхәмәт-Зариф. Башҡа башҡорт командирҙары ла урыҫ командирының ярҙамсыһы түгел, ә тулы хоҡуҡлы командир булғандар, шул иҫәптән Юлбарыҫ Бикбулатов та.
Һүҙ юҡ, мәҡәләне автор изге ниәт менән яҙған. Ләкин бер генә яңылышлыҡ бөтөн нәмәне боҙоп күрһәтә, милләтебеҙгә лә бәҫ өҫтәмәй.
Әхмәт-Гәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874