Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Йылмай әле бер, Тағы ла йылмай!.."
"Йылмай әле бер, Тағы ла йылмай!.."
Яҙ килде, дуҫтар! Йылдағыса, ошо мәлдә хис-тойғо таша башлай: гүзәл миҙгел күңелгә ниндәйҙер серлелек бүләк итер, мөхәббәткә сағыулыҡ өҫтәр төҫлө. Шуғалыр ҙа, сәбәбе бармы-юҡмы, йылмая башлайбыҙ. Әле ҡар ҙа иреп бөтмәгән, өҫтә һаман — ҡалын кейем, ә яҙ үҙенекен итә: ҡыуандыра, көлдөрә!
Әммә, дуҫтарым, йылмайыу яҙ билдәһе йәки күңелдә шатлыҡ бөркөлөүҙең сағылышы ғына түгел. Һынсыл кеше, көлөүегеҙгә ҡарап, холҡоғоҙҙо бик тиҙ билдәләп ҡуйыр.

Йылмайған ваҡытта иренегеҙгә сыңарсаҡ бармаҡ менән тейәһегеҙме? Улай икән, һеҙ — баһаһын белгән, йәмғиәттең уртаһында ҡайнарға яратҡан ҡатын-ҡыҙ. Бындай гүзәл зат һәр нәмәлә тәртип ярата.
Ә инде көлгәндә ауыҙын ҡулы менән ҡаплаған ҡатын-ҡыҙ үҙ көсөнә бигүк ышанмай, йомоҡ, баҫалҡы була. Уларға кәңәшебеҙ шул: йышыраҡ йылмаяйыҡ, тормоштоң биҙәге бит беҙ!
Көлгән саҡта башығыҙҙы артҡа ташлайһығыҙмы? Тимәк, кешегә тиҙ ышанаһығыҙ, балаларса ихлас һәм ябайһығыҙ, тойғолар хисендә йөҙөргә яратаһығыҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ өсөн өлтөрәп тораһығыҙ. Барыһы ла яҡшы, әммә шуныһы бар: хис менән генә эш итеп, хаталанып ҡуймағыҙ.
Йылмайғанда битенә йәки башына ҡағылып алған ҡатын-ҡыҙ хыял, хис диңгеҙендә йөҙөргә ярата. Был, әлбиттә, насар түгел, шулай ҙа ҡайһы саҡта буш хыялдарҙан баш тартып, тормошҡа ашырлығын ғына һайлаһағыҙ, үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла еңелерәк булыр.
Ә бына көлгән ваҡытта танауын сирыштырған кешенең тормошҡа ҡарашы, мөнәсәбәте бик тиҙ үҙгәрә. Кәйефкә ҡарап ҡына йәшәргә ярамай, уны ыңғай яҡҡа үҙгәртә, еңә белергә кәрәк. Юғиһә ваҡыт үтеү менән мыжыҡҡа әйләнеп китеүегеҙ ихтимал.
Ауыҙығыҙҙы ныҡ йырып көләһегеҙ икән, тимәк, һеҙ — дәртле, шат күңелле ҡатын-ҡыҙ. Бер аҙ тыйнаҡлыҡ ҡамасауламаҫ: бик матур һөйләһәгеҙ ҙә, башҡаларҙы ла тыңлай белергә кәрәк бит!
Ишетелер-ишетелмәҫ, башты эйә биреп көлөү — намыҫлылыҡ, йомшаҡ күңеллелек билдәһе. Бындай кеше эшен генә түгел, хистәрен дә тәртиптә тотоусан. Ул — башҡаларҙан, бүтәндәр унан ҡәнәғәт була.
Көлгәндә эйәгегеҙҙе тотаһығыҙмы? Тимәк, нисә йәштә булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ менән йәш, алсаҡ булып ҡаласаҡһығыҙ. Быға күптәр аптырар, хайран ҡалыр, үҙенә дәрт-дарман алыр.
Йылмайғанда күҙ ҡабағын ҡыҫҡан кеше үҙен бик яратыуы, баһаһын юғары тотоуы менән айырылып тора. Ундайҙар эшһөйәр, маҡсатлы, талапсан, ҡаты ҡуллы була.
Ә инде нисек булһа ла көлһәгеҙ, башҡаларҙың фекеренә иҫе китеп бармаған, үҙ белдеге менән йәшәгән кеше икәнлегегеҙҙе күрһәтерһегеҙ. Әлбиттә, бындай бойондороҡһоҙ холоҡ күптәргә оҡшамай: барыһына ла ярап булмай шул.
Донъяла күпме кеше булһа, шунса төрлө көлөү, холоҡ-фиғел бар. Әлбиттә, уртаҡ ғәҙәттәр ҙә күп. Әле шул һыҙаттар төрлөлөгө һәм яҡынлығы тураһында һүҙ йөрөттөк. Ғөмүмән, ихлас йылмайған, көлгән кеше үҙе үк тормошто биҙәй. Шуға ла ҡыуанып-шатланып, матурлыҡ таратып йәшәйек, дуҫтар! Йырҙа әйтелгәнсә, бер-беребеҙгә:
"Йылмай әле бер,
Тағы ла йылмай!"

— тигән теләктә, изге уйҙа булайыҡ.


Фото: Нәсих Хәлисов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә