Әбеш ауылы хакимиәтенә ҡараған Бәләкәй Арыҫланғолдо халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтәләр. Был яҡ үҙенең матурлығы менән күңелдәрҙе арбай. Күккә олғашҡан тауҙары, мәғрур урмандары, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы Һаҡмарҙың ауыл янынан ғына сылтырап ағыуы барыһын да хайран ҡалдыра. Район үҙәгенән 76 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Вәзәм донъянан һис артта ҡалмаған. Ауыл матур, таҙа, йорттары төҙөк.
Мәктәбе барҙың — киләсәге бар Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыуҙан һуң Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбе Әбеш урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелгән. Бөтәһе 23 бала уҡый. Уларға Башҡортостандың мәғариф отличнигы Айгөл Ҡырғыҙбаева менән Миңһылыу Мусина белем бирә.
– Башланғыс класс уҡыусылары ғына тип тормайбыҙ, районда үткән бөтә ярыштарҙа, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, – ти мәктәп мөдире Айгөл Сәғит ҡыҙы. – Мәҫәлән, Рәлиә Сурина зона буйынса башҡорт теленән икенсе урынды алһа, Сәлимә Сурина районда беренселекте яуланы. Фәһим Ҡырғыҙбаев урыҫ теленән еңеүсе булды. Ата-әсәләр менән тығыҙ эш алып барыла. Мәктәптә ойошторолған бер сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. “Әлифба байрамы”, Яңы йыл кисәләре, әсәйҙәр һәм атайҙар көнө тиһеңме, йә булмаһа, төрлө походтарға йөрөүме – һәр саҡ бергәләр.
Балалар Гөлназ Сурина алып барған бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә.
Бер класс бүлмәһе тапҡырында кескәйҙәрҙең сағыу тауыштарын ишетеп, туҡтап ҡалдыҡ. Бында Гөлнара Мөхәмәтйәрова бәләкәстәргә дәрес бирә ине. Ауылда балалар баҡсаһы булмағас, мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө булдырылған. Әле 11 бала йөрөй. Гөлнара Наил ҡыҙы үткәргән мауыҡтырғыс уйындар, фәһемле дәрестәр уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ярҙам итһә, һүрәт төшөрөү, саф һауала йөрөү менән кескәйҙәрҙең баҡсалағы ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
Клубта... эш ҡайнай Төпкөлдәге ауылдарҙа клуб эшләй икән, тимәк, халыҡ йәшәй тигән фекер дөрөҫлөккә тап килде, буғай. Ысынлап та, Вәзәмдең ҡотон тотоп торған усаҡтарҙың береһе ул ауыл клубы. Уның етәксеһе Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина – баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр заттан. Әбйәлилдән төшкән уңған, дәртле киленде вәзәмдәр күптән үҙ иткән.
Ауылдағы бар мәҙәни тормош, күңелле һәм фәһемле саралар Гөлназ Ғамир ҡыҙының башланғысы менән үтә. Ул үҙ янына дәртле һәм егәрле апайҙарҙы, инәйҙәрҙе туплаған. Ағинәйҙәр менән бергәләшеп халҡыбыҙҙың онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, йолаларын өйрәнеү, киләсәк быуынға уларҙы түкмәй-сәсмәй еткереү ниәтендә маҡсатлы эш алып бара. Әленән-әле төрлө кисәләр, концерттар йыш үтеүе – быға асыҡ миҫал. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөндән Вәзәмде “Айыҡ ауыл” тип иғлан итергә мөмкин, сөнки бында эскелек менән мауыҡҡан кеше юҡ.
Көндөң тәүге яртыһы булыуға ҡарамаҫтан, клубтың бер бүлмәһендә ҡатын-ҡыҙҙың йыйылышып ултырыуын күреп, аптырап ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, бында башҡорт һуҡма шәлен тергеҙеү буйынса эш йәнләндерелгән. Гөлназ Сурина ауылдаштары өсөн отошло һәм табышлы шөғөл тапҡан. Тыуған ауылы Буранғолға ҡайтҡан сағында кейеҙ эшләүҙе тергеҙеүҙәрен күреп, үҙе лә дәртләнеп киткән икән. Шулай итеп, Вәзәм оҫталары эшкә тотонған. Ауылда кәзәләр күпләп үрсетелә, етмәһә, дебете лә шәп.Тормош иптәше Риф Азат улы менән кәңәшләшеп, уның хуплауын да тойғас, тәүәккәлләгән Гөлназ.
Тәүҙә бергәләшеп иҫке һуғыу станогын көйләйҙәр, әммә ни өсөндөр ул нәҙек итеп иләнгән дебет епте өҙөп ыҙалата. Ауыл ҡатындарының тырышып та, бер нәмә лә килтереп сығара алмауын үҙ күҙе менән күреп, уларҙы йәлләпме, әллә кәсептәренең шул урында тороп ҡаласағын һиҙепме, Риф Азат улы интернет аша һуҡма шәл етештереү станогы тураһында мәғлүмәт эҙләй. Таба ул кәрәклеһен. Мәшәҡәтле, ваҡ эш булыуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала өр-яңы станок эшләп тә ҡуя. Тәғәйен материалдарҙы магазиндар буйлап эҙләп, һатып ала. Мәҫәлән, станоктың көрөҫ-тарағы өсөн бамбук ағасынан яһалған әйберҙәрҙе алып, шуларҙы һүтеп, кәрәкле үлсәмгә яйлаштырырға тура килә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге был станокты һатып алып, ауылдың клубына бүләк итә. Шулай итеп, аҡрынлап халыҡ кәсебе тергеҙелә. Ауыл ҡатындары бергәләшеп буш ваҡыттарында дебет тетә, уны иләп сирата һәм махсус ҡоролмала һуға.
— Киләсәккә пландар ҙур, – ти вәзәмдәр. – Һуғылған шәл менән генә туҡталып ҡалмай, төрлө йүнәлештә эште йәйелдерергә уй бар. Тәүҙә барыбыҙға бер иштән кәзә дебетенән йылы жилеттар эшләргә, артабан төрлө биҙәкле яулыҡтар һуғырға ниәтләнәбеҙ.
Әле Риф Сурин тағы ла шундай уҡ станоктар яһай. Киләсәктә уларҙы һатыуға ла сығармаҡсы.
Ауылдың ҡото һәм нуры Бында өлгөлө ғаиләләр байтаҡ. Уларҙың һәр береһе дәртләнеп донъя көтә, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Нисек тә ғаиләһен ҡарарға, балалар үҫтерергә, заман менән йәнәш атларға тырышалар.
Рәйхана менән Ғәней Суриндар – намыҫлы, һоҡланғыс тормош юлы үткән кешеләр. Оло йөрәклеләр тип атарға ла була уларҙы: үҙҙәренең ул-ҡыҙҙары үҫкәс, балалар йортонан тағы ла дүрт сабыйҙы алырға батырсылыҡ иткәндәр.
Әйткәндәй, Вәзәмдә тәрбиәгә бала алған ғаиләләр байтаҡ. Мәҫәлән, Фариза менән Хөрмәт Суриндар сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫтерһә, Зөлхизә менән Илгиз Ҡырғыҙбаевтар бер малайҙы тәрбиәләй. Фәнүзә менән Айрат Суриндар ике бала – ҡыҙ һәм малай – алған.
Шуныһы ҡыуаныслы: ошондай матур ғаиләләрҙең юлын дауам итеп, тыуған ерендә төпләнеп ҡалған йәштәр бар. Шундайҙар рәтендә Фәнирә менән Илнур Мөхәмәтйәровтарҙы билдәләү ҙә етә. Кәләште ситтән эҙләмәгән Илнур: күрше Урыҫбай ауылы ҡыҙын алған да гөрләтеп донъя көтә. Ауылдың иң оло кешеһе Нәғимә Сурина килене Розалия менән 25 йыл татыу ғүмер итеп, ауылдаштары өсөн өлгө булһа, әле улар янына өсөнсө быуын вәкиле Гөлназ килен булып төшкән. 88 йәшлек инәйҙең әле лә төҫ ташламауы, иҫ киткес дәртле һәм зиһенле булыуы һоҡландырҙы. Ике килененә лә терәк, кәңәшсе, изге теләктәрен еткергән инәйҙең урыны түрҙә. “Ғүмер буйы ҡәйнәм өйгә – йоҙаҡ, балаларға – күҙ-ҡолаҡ, беҙгә терәк булды”, – ти килене Розалия.
Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, үҙ кәсебен асҡан, башҡаларға үрнәк булып, ауылдаштарына эш урындары булдырған йүнсел хужалар бар ауылда. Күптәр ағас эшкәртеү, умартасылыҡ, ҡыяр үҫтереү, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Азамат Сурин оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән, хужалыҡ тарҡалғас, күп уйлап тормай, үҙ эшен асҡан. Тәүҙә бысҡынан башланған кәсеп бөгөн ағас эшкәртеү цехына әүерелгән. Азамат Тәлғәт улы субсидия юллап алған, шулай уҡ кәрәкле техника менән тәьмин ителгән. Бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар ауылдаштары өсөн – оло терәк. Кәрәк сағында үҙ техникаһы менән юлды таҙарта, барлыҡ сараларҙы үткәреүгә булышлыҡ итә.
Тәнзилә менән Камил Күскилдиндарҙың төп кәсебе – умартасылыҡ. Утыҙ йылдан ашыу ошо кәсеп менән шөғөлләнгән был ғаиләнең 80-дән ашыу умартаһы бар. Һарыҡ үрсетеүгә лә тотонған хужалар.
– Табышлы шөғөл, – ти Камил Вәзихан улы. – Итен һораусылар күп, бигерәк тә ҡорбан байрамдарында алдан заказ биреп ҡуялар. Тик бына тиреһе менән йөнөн ҡайҙа итергә белмәйбеҙ.
“Үҙебеҙҙең доктор ул!” Шулай тип йөрөтә Баныу Мөхәмәтованы ауылдаштары. Утыҙ ике йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған ауыл табибына кемдәр генә мөрәжәғәт итмәгән?! Төнмө, көнмө, буранмы, ямғырмы – ул һәр саҡ эш өҫтөндә. Юғары категориялы фельдшер-акушер Баныу Мәғәфүр ҡыҙының изге һөнәр һайлауына һис тә үкенгәне юҡ, киреһенсә, кешеләргә ярҙам күрһәтә алыуы менән ғорурлана ул.
— Ауыл халҡының үҙ сәләмәтлегенә иғтибар биреп етмәүе бошондора, – ти Баныу ханым. – Сир аҙып, ахыр сиктә һыҙланыуға түҙә алмағас ҡына, беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Был осраҡта медицинаның да ярҙам итә алмауы ихтимал. Район үҙәгенән йыраҡ булғанлыҡтан, сирлеләр менән айырым эшләргә лә тура килә.
Әммә бөгөн фельдшер-акушерлыҡ пунктының торошо насар. Күптән ремонт күрмәгән бина етди иғтибар талап итә.
Мандат алғас та оноталар Халыҡты борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел Вәзәмдә. Етештергән продукцияның хаҡы үтә түбән, уны һата алмай яфаланалар, сөнки ауыл район үҙәгенән йыраҡ, яҡын-тирәлә ҙур ҡала юҡ. Һөҙөмтәлә әсе тир түгеп көткән мал да, уның ите лә, һөтө лә арзан хаҡҡа күрше Ырымбур яғына “оса”. Улары ла өйрәнеп бөткән, ҡуйған хаҡҡа ризалашмай, сауҙалашып маташа. Ни ҡылһын ауыл халҡы, осһоҙға булһа ла һатырға мәжбүр. Шуға күрә вәзәмдәрҙең элекке кеүек халыҡтан тире һәм йөн йыйыу пункттарын тергеҙеү буйынса тәҡдиме урынлы. Бөгөн мал тотҡандар тирене, һарыҡ йөнөн, ҡош-ҡорт мамығын ни эшләтергә белмәй аптырай. Әгәр элек тире тапшырып та шаҡтай ғына аҡса алып булһа, бөгөн уларҙы яндырырға тура килә, тип әсенә күпләп мал тотоусылар. Дәүләт тарафынан һарыҡсылыҡты үрсетеү буйынса программалар ҡабул ителә, әммә, һәр саҡтағыса, уның бер яғы ғына күҙ уңында тотола. Тиҙҙән һарыҡ тиреләренән сүп-сар өйөмдәре лә хасил булмаҫ тимә. Тире эшкәртеү буйынса эш алып барылмай икән, башҡаса нисек итһен халыҡ?
Ауыл старостаһы Мөхтәр Сурин вәзәмдәрҙе борсоған тағы бер проблемаға туҡталды.
— Урманлы биләмә булғас, сабынлыҡ мәсьәләһе бик киҫкен тора, – ти Мөхтәр Зәкәриә улы. – Бесән әҙерләрлек яландар бигерәк йыраҡ, әммә күңелде нығыраҡ өйкәгәне – сабынлыҡтарға юлдың булмауы. Депутаттарҙы һайлаған һайын ошо проблеманы күтәрәбеҙ, таш булһа ла түшәүҙәрен һорайбыҙ, әммә беҙҙең һүҙҙе ишетеүсе табылмай. Мандат алғас та оноталар.
Ауылда кеҫә телефоны эшләмәй, шулай уҡ район үҙәгенә йөрөгән автобустың һәр саҡ ватыҡ, ә эсендә ҡышын түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ булыуы үҙәктәренә үткән. “Төпкөлгә бара ул, тип юрамал шундай автобус ебәрәләрме икән?” – ти ауыл халҡы. Шуға ла күптәр йомош менән район үҙәгенә барғанда шәхси автомашина ялларға мәжбүр. “Ә автотранспорт предприятиеһы етәкселәренә шул ғына кәрәк – пассажирҙар юҡ, тип рейсты йөрөтмәҫкә уйлайҙар, күрәһең” тигән борсолоуҙарын да еткерҙе вәзәмдәр. Клубҡа сәхнә кейемдәре тектермәҫтәрме икән, тип тә хыялланалар.
Нисек кенә булмаһын, дәртле, сәмле, егәрле Вәзәм уңғандары ауырлыҡтарға баш эймәй йәшәй, проблемаларын үҙҙәре хәл итергә тырыша.