Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәре — яҙмыш бүләге
Һөнәре — яҙмыш бүләге
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Әбүбәкер Насирйән улы Рәсүлевте яҡташтары яҡшы белә. Уның оҫта ҡулдары һалған йорттарҙы һанай китһәң, иҫ китмәле… 1949 йылдан 1991 йылға тиклем яҡынса иҫәпләгәндә генә лә ҡаланың тотош бер ҙур районы барлыҡҡа килер ине.

Ул етәкселек иткән бригадаһы менән сифатлы һәм тиҙ төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һәр объектты бары тик үҙенсә, ниндәйҙер бер эске йылылыҡ, яҡты уйҙар менән сорнап төҙөй. Шуға ла был күркәм йорттарҙа изгелекте ишәйтер, әҙәм ҡәҙерен белер кешеләр йәшәй. Вәлиди, Ленин, Чайковский, Белов урамдары, Таусылар проспекты – ҡалабыҙға нур өҫтәүсе, йәм биреүсе урындар.
Ил-көн, йәшәйеш тураһында әңгәмәләшкәндә Әбүбәкер Насирйән улы: «Мин ғаиләмде хәстәрләүҙән һәм дәүләт эшенән башҡа шөғөлдө белмәнем. 40 йылдан ашыу бригадир булдым, бер кемгә лә хөсөт-яманлыҡ ҡылманым», — ти. Эйе, матурлыҡ өсөн генә әйтелмәне был һүҙҙәр, ә ысындан да хаҡ. Шулай булмаһа, егәрлене ялҡау ҙа яратыр, тигәндәй, бөтәһе лә үҙ итер, тыңлар, хөрмәтләр инеме икән уны? Әлбиттә, юҡ.
Үҙе лә йәш сағында тәжрибә тупларға, бөтәһен дә өйрәнергә тырыша. Тәүге остазы, бригадиры Сәлих Заһитовтан төҙөлөштөң байтаҡ нескәлектәренә төшөнә.
Ҡышҡы сасҡау, һыуыҡ селләләрҙә, йәйге томра эҫелә, буран-яуындарҙа Рәсүлевтең 35 – 40 кешенән торған бригадаһы һис тә эштән туҡталмай. Уларҙың байтағы — ҡатын-ҡыҙ: Шәһәрбаныу Рәсүлева, Фәймә Ҡудашева, Йәмилә Аллаярова, Рима Торсонбаева, Хафиза Солтанова. Көн һайын әллә күпме кирбес һалырға, тейәргә, бушатырға кәрәк! Хеҙмәттәре ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡҡа, батырлыҡҡа тиң. Бригада ағзаларының шул саҡтағы фиҙакәрлегенә бөгөн дә һоҡланып бөтә алмай ветеран Әбүбәкер Рәсүлев.
— Ҡайҙан шундай ғәйрәтте, рухи көстө алды икән улар? Ғәжәп, уйлаһаң, үҙе бер китаплыҡ. Ана шул осорҙа ҡалҡып сыҡты инде Сибайҙың Горький, Пионер, Маяковский, Островский урамдарындағы күп ҡатлы йорттар.
Һөнәре — яҙмыш бүләге "Ғүмер тигәнең көтөп тормай икән – үткән дә киткән. Әммә үкенесе юҡ: эшемә ҡарап аҡсаһын алдым, хеҙмәтемде баһаланылар", – ти бөгөн аҡһаҡал. Һүҙҙәрен дәлилләрлек ҡыуаныслы ваҡиғалар ифрат күп уҙамандың хеҙмәт биографияһында. 1974 йылда ил буйынса төрлө ҡалаларҙан төҙөлөш-монтаж бригадалары ярышында беренселекте Сибайҙан Әбүбәкер Рәсүлевтең бригадаһы яулай. РСФСР Торлаҡ-төҙөлөш министрлығы бригаданың һәр ағзаһын Почетлы вымпел, аҡсалата премия һәм туристик путевка менән бүләкләй. Эйе, яңғыҙ эшсе дан килтермәй ил-йортҡа. Иңгә-иң терәп, ҡолас йәйеп, бер төптән эшләрлек иптәштәр кәрәк һәр ерҙә. Был юҫыҡта ла уңыш йылмайҙы Әбүбәкер Насирйән улына. Ул йылдарҙа “Башмедьстрой” тресында дүрт мең ярым кеше эшләй, шуларҙың араһынан Әбүбәкер ағайға фекерҙәш, арҡаҙаш, хеҙмәттәш булғандарын әйтеп үтмәһәм, яҙыҡ булыр төҫлө. Береһе — ҡалала иң тәүге Ленин орденына лайыҡ булған Василий Бобров. Аҙаҡ Ленин орденын йөрөтөүселәр һаны бишәүгә етә. Ул осорҙоң йылдам төҙөлөшө тырыш хеҙмәт кешеләренең байтағына данлыҡлы исемдәр алып килә. Әйтәйек, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүселәре Кәбир Яҡупов, Шамил Ҡыуатов, Әхмәтйән Исламғолов. Шулай уҡ Шенелько, Мәжит Мостафин үткән быуаттың 70-се йылдарындағы социалистик хеҙмәт ярышында еңеүсе булып таныла.
Яҡты зиһенле ветеран йәштәр менән осрашҡанда хеҙмәттәштәрен хөрмәтләп, уларҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурланып ҡына ҡалмай, шәхси тормоштары тураһында ла бәйән итеүсән.
1958 йылда Әбүбәкер Рәсүлев үҙ теләге менән Коммунистар партияһы сафына инә. Шул осорҙан алып күп тапҡыр ҡала Советына депутат итеп һайлана, өлкә партия конференцияһында делегат булып ҡатнаша. Ошо ваҡыттағы төҙөлөш берекмәһе етәкселәре Петр Гайдуков, Николай Ишутов, Иван Легеза, Степан Фатеевтарҙың тәҡдиме менән үҙ эшенең оҫтаһына Мәскәүҙәге Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, Волгоградта Бөтә Союз бригадирҙар слётында ла ҡатнашырға тура килә. Шул заманда бик һирәк эләгә торған дәртләндереү сараһы – Чехословакияға путевка менән бүләкләнә. Иҫән сағында үҙ-үҙенә һәйкәл ҡуйыусылар бик һирәк. Бына Әбүбәкер ағайҙың бригадаһы, 2-се, 7-се, 8-се, 12-се мәктәптәрҙе, педучилищены, ит етештереү комбинатын, элеватор кеүек объекттарҙы төҙөп, файҙаланыуға тапшыра. Сибайҙа «Башмедьстрой» тресы күптән тарҡалған, ә ҡалала Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, Социалистик ярышта еңеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе Әбүбәкер Насирйән улы етәкселегендәге бригаданың хеҙмәтенә һәйкәл булырлыҡ йорттар һанап бөткөһөҙ. Халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә ҙур көс һалған 45 йәшлек уҙаман тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы исемен алды.
Ысынлап та, һәр эшкә маһирлыҡ, оҫта ҡуллылыҡ ҡайҙан килә һуң? Әсәһе Зөбәйҙә апай менән атаһы Насирйәндең тәүге балаһы булып донъяға ауаз һалыуындалыр сәбәбе тип фаразларға тулы нигеҙ бар. Ғаиләләге үҙенән кесе ете туғаны ла Әбүбәкерҙең хәстәрен, ярҙамын тойған бит. Бәлки, 14–15 йәшлек үҫмер сағында тыуған ауылы Моҫтайҙа алтын йыуыу эшендә йәки Иҫке Сибай биләмәһендә торф сығарған мәлдәрендә ташсы-төҙөүсе шөғөлөнә ҡарата һөйөү уянғандыр. Ни булһа ла, Ирәндек итәгендә ысыҡ кискәндән алып бөгөнгәсә эшсе һөнәренә тоғро ҡалған шәхес ул. Тормош юлдашын һайлағанда ла үҙ бригадаһының иң егәрле, иң һылыу ҡыҙы Шәһәрбаныуҙы иш итә. 57 йыл дауамында татыу йәшәп, биш бала тәрбиәләп үҫтерә улар.
Ғүмер миҙгелдәренең төрлөһө була, әммә йәш сағында ла, олоғайған көнөндә лә ауырлыҡтарға баш эйеп, моңһоуланып йәшәмәй алтын ҡуллы уҙаман. Һәр сетерекле мәсьәләнең төйөнөн сисер өсөн әмәлен дә, юлын да тапты. Тик яҙмыштан ялтанып булмайҙыр, күрәһең… Алты тиҫтәгә яҡын бергә ғүмер иткән Шәһәрбаныуын юғалтыуы әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡайғы булды. Зиһен үткерлеге һәм үҙенә үтә талапсан булыуы, тормошто төптән аңлағанлығы һағыш-хәсрәттәрҙе бер аҙға булһа ла еңде. Бөгөн ул үҙ яйы, ил-көн, балалары хәстәре менән йәшәй. Ысын мәғәнәһендә йәш быуынға – ҡәҙерле олатай, нәҫел-ырыуға – ил уҙаманы, яҡташтарына — арҙаҡлы шәхес.


Автор: Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә