Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлдәрең нисек, Герой?
Хәлдәрең нисек, Герой?
Күмертау тарафына юл төшкәс, заманында республиканы данға күмгән Социалистик Хеҙмәт Геройы, һауынсы, Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Шәүәли Вахитовтың хәлен ихтирам йөҙөнән белеп сығырға булдыҡ.
Беҙҙе ҡаҡса кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө Шәүәли ағай күтәрмәнән үк ҡаршыланы. Танышҡас, уның: "Ҡара әле, журналистар өлкән кешене онотмаған, рәхмәт", — тиеүе лә күңелдәрҙе йылытып ебәрҙе.

Күренекле шәхес тураһында заманында ил, республика матбуғатында бихисап материал яҙылды, радио, телевидение аша тапшырыуҙар ойошторолдо. Әлеге яҙмала үткәндәргә күҙ ташлап, ветерандың һуңғы йылдарҙағы көнитмеше хаҡында һөйләмәксебеҙ.
...Тормошта ир-ат эшен — ҡатын-ҡыҙ, ҡатын-ҡыҙҙыҡын ир-ат башҡарған осраҡтар күп. Шәүәли үҙен һауынсы һөнәрендә һынап ҡарарға була. Баштараҡ ирҙең теләгенә сәйерһенеп, төртмә һүҙҙәр ҙә ысҡындырыусылар булды. Тик сәмле егет бирешмәне, өндәшмәй генә үҙ эшен башҡарҙы.
Тәүге осорҙа фермаға иртәнге сәғәт биштән килеп, ҡул менән һауырға тура килде. Һуңыраҡ машина ярҙамында эшләүгә күстеләр.
Шәүәли "Таймаҫ" совхозында ғына түгел, район кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. 1965 йылда һәр һыйырҙан 6730 килограмм һөт һауып алды. Благовещен районының "Степановка" совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Эльвира Гулина менән ярышҡан саҡтары ине.
Ныҡышмалы хеҙмәт үҙ емештәрен бирҙе. 1966 йылда 34 йәшлек егеттең күкрәгендә Ленин ордены һәм "Алтын Йондоҙ" миҙалы балҡыны. Ауылда тыуып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, хеҙмәттә сынығып үҫкән Шәүәлиҙе тормош юлдары Өфөгә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә, хатта ГДР-ға тиклем алып барҙы. Сит илдә ул тәжрибә уртаҡлашыу сараларында ҡатнашты.
Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш депутаты, партияның ХХV съезы делегаты була, "БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы" тигән маҡтаулы исем ала. Депутатҡа СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Зыя Нуриев менән осрашырға ла тура килә. Әңгәмәләшеү эҙһеҙ ҡалмай. Һөҙөмтәлә Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында күркәм урта мәктәп бинаһы ҡалҡып сыға. Район хужалыҡтары өсөн техника юллау, төрлө социаль объекттар, юлдар, күперҙәр төҙөтөү — был эштәрҙең күбеһе Шәүәли Вахитовтың хәстәрлеге емеше.
...1982 йыл. "Таймаҫ" совхозы ярҙамы менән Геройҙың ғаиләһе өсөн төҙөлгән өс бүлмәле йортта һөйләшеп ултырабыҙ. Өйгә һыу, тәбиғи газ үткәрелгән. Шәүәли ағайҙың тормош иптәше Маһруй апай 70 йәшкә лә етмәйенсә яҡты донъянан китеп барған.
Улар бергәләп биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улы Рәсүл тракторсы һөнәрен һайлаған. Рәсим, Рәдүт һәм Ғәни Күмертау ҡалаһында, "Подземгаз" предприятиеһында эшләй. Рөстәм тормош иптәше Эльвира менән 82 йәшлек атайҙары эргәһендә ғүмер итә.
2012 йылда Геройҙың 80 йәшлек юбилейын районда матур итеп үткәрҙеләр. Тантананан бер кем дә ситтә ҡалманы. Данлыҡлы ветераныбыҙ моңайып, үткәндәрҙе генә уйлап ултырырға күнекмәгән. Ихаталарында мал-тыуар ҙа, ҡош-ҡорт та етерлек.
— Балаларымдан, килендәремдән уңдым, — ти хеҙмәт ветераны. — Уларға рәхмәт. Тик бына ҡолаҡ ҡына тыңлашмай, насарыраҡ ишетә. Ҡалғаны — Хоҙайға шөкөр. Егермегә яҡын ейән-ейәнсәрем бар. Улар ҙа олатай тип өҙөлөп тора. Араларында сәнғәтте үҙ иткәндәре лә етерлек. Марсель сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ Ҡалмыҡ Республикаһында үткәрелгән ҡурайсылар конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.
Рәзилә исемле ейәнсәренең Күмертау, Ишембай ҡалаларында йыр бәйгеһендә беренсе урынды яулауы ла ветеранды һөйөндөргән. Данлыҡлы һауынсыны район хакимиәте, хужалыҡ етәкселеге, халыҡты социаль яҡлау һәм ветерандар советы хеҙмәткәрҙәре һис тә онотмай. Геройға һирәкләп булһа ла Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары менән осрашырға, сығыш яһарға тура килә. Ветерандың хеҙмәтте яратырға өндәүе, аҡыллы кәңәштәре балаларҙың күңелендә ҡалмай булмаҫ.
Шуныһын да әйтәйек: ветеранды ауыл хужалығында ыңғай үҙгәрештәрҙең әкрен барыуы борсой, ҡайһы бер һөтсөлөк фермаларының, комплекстарҙың буш тороуы йәки бөтөнләй һүтелеүе уның йөрәген әрнетә.
Шәүәли ағай сығыш яһағанда уҡыусылар әленән-әле Геройҙың орден-миҙалдарына күҙ һала. Уның күкрәген ике Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары һәм, әлбиттә, "Алтын Йондоҙ" биҙәй. Ленин ордендарының берәүһен ул Көйөргәҙе районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк иткән.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
"Башҡортостан"дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20