Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайым иҫтәлектәренән
1937 йылдың 2 октябрендә таңға табан НКВД кешеләре атайымды ҡулға алды. Унан бер ниндәй хәбәр булманы бүтән. Әсәйем дүрт бала менән тол ҡалды, ә беҙ — атайһыҙ. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән ирҙең бөтә ғәйебе колхозға инмәй, айырым йәшәүендә, имеш. Ул ваҡытта миңә ете йәш тә тулмағайны.


Һабаҡ

Атайым мине форсат сыҡҡан һайын үҙе менән эйәртеп йөрөнө. Бына шулай матур, аяҙ йәйге көндәрҙең береһендә урман юлынан китеп барабыҙ: атайым — алдан, мин — арттан. Юл буйындағы еләк-емеште өҙөп ҡапҡылайым да уны йүгереп ҡыуып етәм. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ә атайым әкрен генә мөңгөрҙәп йыр һуҙа:
Оҙонтөбәк яланы,
Бешкәнме икән баланы?
Ата-әсә хәсрәт өсөн
Таба икән баланы.

Атай күрмәгәндә юл буйындағы оҙон үләндәрҙе бер-береһенә бәйләп киттем. Беҙҙән һуң ошо һуҡмаҡтан килгән кеше сырмалған үләнгә эләгеп, тәкмәсләп китергә тейеш, йәнәһе. Ә ни өсөн бындай этлек эшләйем? Үҙем дә белмәйем.
Бына беҙ Оҙонтөбәккә килеп еттек. Юлдың һул яғындағы ҙур ағаста умарта элеүле тора. Күс ҡунған икән.
— Улым, беҙҙең умартаға ҡорт ҡунған! Хәҙер үк ауылға йүгер! Ос! Бер аяғың — бында, икенсеһе тегендә булһын! Мәхәмәтйән бабайыңды алып кил. Умартаны ауылға алып ҡайтырбыҙ.
Ауылға ҡарай саптым. Тиҙерәк, тиҙерәк! Килгән юлдан елдерәм. Ҡапыл тәкмәсләп тә киттем. Бәй! Үҙем бая бәйләп киткән үләндәргә абынғанмын! Бына һиңә мә! "Соҡор ҡаҙма, ҡаҙһаң, үҙең сығырлыҡ булһын", тиҙәр. Был хәл халыҡ мәҡәленең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Мөхәмәтйән бабайҙы алып килдем, умартаға ҡунған күсте алып ҡайтып, баҡсаға урынлаштырҙыҡ. Ләкин, атайым булмағас, күс ҡышын үлеп, юҡҡа сыҡты.

Һунарҙа

Яҙ. Йылғалар ташҡан. Ситйылға менән Күҙйылға ҡушылған ерҙә диңгеҙҙәй һыу йыйылған. Биш-алты гектар майҙанда өйрәк туптары бихисап. Ләкин беҙ яҡынлашыу менән бөтәһе лә һауаға күтәрелә лә китә, түңәрәк яһап, өйөрөлөп осоп йөрөйҙәр. Бик бейектә — уларға атыуҙан файҙа юҡ. Яһауҙы әрәм итеү генә булыр ине.
Мин салҡан ятып, өйрәктәрҙе күҙәтәм: береһе ҡапыл башҡаларҙан айырылып, ҡыйылып сиҙәмгә барып төштө. Атайға шул урынды күрһәттем. Ул бик һаҡ ҡына имгәкләп, шыуышып теге ергә яҡынлашты. Көтәм дә көтәм. Ниһайәт, атыу тауышы яңғыраны. Атайҙың шатлығы эсенә һыймай: берсә йылмая, берсә көлә.
— Мә, улым, өйрәкте өйгә алып ҡайт. Әсәйең таҙартып аш һалһын, ә мин бер аҙ йөрөйөм әле, бәлки, тағы ла алырмын, — ти. Ә мин салынған ҡоштоң боттарынан тотоп, урамдың тап уртаһынан өйгә табан атлайым. Ҡайтып еткәнсе әллә күпме кеше мине туҡтатып өйрәкте тотоп-тотоп ҡараны. Маҡтанылар, аптыранылар, тел шартлаттылар... Ә миңә шундай рәхәт, мин бәхетле. 6 йәшлек малайҙың ҡыр өйрәге алып ҡайтыу яңылығы бик тиҙ арала бөтә ауылды урап сыҡты.

Бурһыҡ аулау

Иртән беҙгә Мөхәмәтулла бабай, Мәргүп әбейҙең ҡарты, мылтыҡ аҫып килеп инде. Кисә атайым менән һөйләшеп ҡуйғандар, ахырыһы.
Беҙ тиҙ арала юлға сыҡтыҡ. Колхоз келәттәренә еткәс, атайым тауҙай өйөлөп ятҡан һалам өйөмөнән ҙур ғына күтәремде бәйләп, арҡаһына аҫып алды. Наҙыҡайтау артта ҡалды. Һыусумғанды үтеп киттек. Ҡарауыл тауына килеп еттек. Бына ҡайҙа ул бурһыҡ ояһы! Бер нисә урында тишектәр күренә. Аҙыраҡ ҡаҙығас, атайым үҙе алып килгән һаламға ут төрттө, ләкин төтөн бурһыҡ ояһына түгел, ә һауаға күтәрелә. Йәнлекте ояһынан ҡыуып сығара алмағас, ҡаҙып ҡарарға булдылар. Бик оҙаҡ ыҙаландылар. Этебеҙ Сиркә лә ярҙам итмәй, ояға инергә ҡурҡа.
Нисек кенә булмаһын, бурһыҡты алдылар. Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Иң алдан Сиркә саба. Мин атайҙың һул яғынан барам, ауыҙ йырыҡ, күҙҙәр ялтырай. Был донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр кеүек. Атайым менән ғорурланам — ниндәй ҡыйыу кешенең улы мин! Ниңәлер тиңдәштәремдең береһе лә юлда осраманы.

Һөнәрле үлмәҫ...

Беҙҙең картуф баҡсаһы янынан бәләкәй йылға аға. Ул бөтә ауылды ситләтеп үтә. Шуға ла Ситйылға тип исем ҡушҡандарҙыр. Шишмә Тоҡанбаштан сыға. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла Ситйылға бер саҡрым самаһы туңып өлгөрмәй, ҡышҡылыҡҡа ҡалған һуна өйрәктәр төнөн шунда төшә торғайны.
Атайым миңә ошо йылғала ҡапҡан һалыу серен өйрәтте. Уны төрмәгә алып киткәстәр, шул йылда уҡ өйрәккә ҡапҡан һалдым. Бәхеткә күрә, берәүһен эләктерҙем. Табышты ҡапҡандан ысҡындырмай, тере көйө алып ҡайттым. Күрше Мөхәмәтйән бабай алырға ярҙамлашты. Шулай итеп, ете йәшлек көйөмә атай һөнәрен үҙләштерҙем. Рәхмәт уға, урыны йәннәттә булһын.



Автор: Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ. Район: Архангел районы, Оҙондар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә