Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәрендә – Мостай рухы
Күңелдәрендә – Мостай рухы
Баш ҡалалағы белем усаҡтары араһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы айырылып тора. Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йортона күпләп инеүен, олимпиадаларҙа призлы урындар яулауын ғына телгә алыу ҙа етә, хәйер, бүтән күрһәткестәр буйынса ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр.

Күңелдәрендә – Мостай рухы Гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльмира Шакированың һүҙҙәренә ҡарағанда, күп ата-әсә балаларын нәҡ ошо белем усағына бирергә теләй, шуға күрә әле бында меңгә яҡын уҡыусының булыуына һис тә ғәжәпләнергә ярамай.
Эльмира Йәнтимер ҡыҙы оҙатыуында беҙ – I "Г" класында. Туған тел дәресе бара. Юғары категориялы уҡытыусы Гөлсәскә Ғәзизова балаларҙы башҡорт әкиәттәренең эстәлеге менән таныштырыуҙан тыш, әҫәргә ниндәй мәғәнә һалыныуын тәфсирләп аңлата. Улай ғына ла түгел, бәләкәстәр персонаждарға ҡарата үҙ фекерҙәрен дә әйтә.
– Малай һәм ҡыҙҙарға мөмкин тиклем төплө белем бирергә, һәр яңылыҡты ябай тел менән аңлатырға тырышам, – ти мөғәллимә. – Өйҙө күҙ алдына килтерегеҙ әле. Уның нигеҙе ныҡ булған һайын йортоғоҙ ҙа һеҙгә шул хәтлем оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙы рухлы итеп тәрбиәләү, туған телгә һөйөү уятыу хаҡында ла онотмайым.
Күңелдәрендә – Мостай рухыБынан тыш VIII "В" класына ла һуғылдыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетының ишеген асып ингәс тә шунда уҡ иғтибарҙы үҙенсәлекле биҙәлеш йәлеп итте. Кабинет түгел, ә торғаны музей инде. Әҙиптәрҙең фоторәсемдәре эленгән, шиғырҙан өҙөктәр яҙылған, бүтән төрлө йыһаздар ҙа етерлек. Уҡытыусы Эльвира Баянова белдереүенсә, башҡорт мөхитен булдырыу өсөн балалар үҙҙәре күп көс түккән.
Башҡорт гимназияһында белем биреү менән бергә тәрбиәүи мәсьәлә лә өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала. Түңәрәктәрҙең күплеге хайран итте. Мәҫәлән, ритмика, спорт (шашка, тхэквондо, айкидо, урыҫ лаптаһы) һәм бүтән түңәрәктәргә үҫмерҙәр теләп йөрөй. Әйткәндәй, XI класс уҡыусыһы Руслан Фәйзуллин – гимназияның ғорурлығы, ул ҡаяға үрмәләү буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған. Шашка (етәксеһе – Александр Мельников) уйнарға яратыусылар ҙа йыш ҡына еңеү менән ҡайта. Кристина Осипова, Аида Игелекова, Марсель Шәрәфетдиновтарҙың уңышы – шуға асыҡ миҫал. "Дуҫлыҡ" (Светлана Батыршина) һәм "Стиляга" (Лия Ғәйнетдинова) бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнеүселәр мәктәп тормошондағы сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.
Гимназия директоры урынбаҫары Айгөл Игелекова билдәләүенсә, һәләтһеҙ бала булмай, бары тик уны ваҡытында үҫтерә белергә кәрәк.
Күңелдәрендә – Мостай рухыКүңелдәрендә бөйөк Шағир рухын йөрөткән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Фәйрүзә Үтәбаева, Гөлназ Әхмәҙиева, Ләйсән Мәмбәтҡолова, Венера Ғәлимова, Башҡортостандың мәғариф алдынғылары Фатима Бикбулатова, Сания Ишбулатова, Светлана Аҙнағолова, Миңниә Йәғәфәрова, Флүрә Шәһиғәлина, Гөлниса Мәхейәнова һәм башҡалар йәш быуында туған телгә һәм тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: мәктәптә тормош гөрләй.


Автор: И. МӨХӘМӘТОВ. Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә