Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙғы умарталыҡта
Яҙғы умарталыҡта
Умартасылар өсөн яҙ күстәрҙе баҙҙан сығарған көндән башлана. Бал ҡорттарын ҡышлау урынынан күсерер алдынан йылы, ҡояшлы көндәр китә. Көндөҙ ҡар иреп, тамсы тамһа, төндәрен туңдыра. Был осорҙа ҡорт баҙҙарындағы һауа температураһы ла күтәрелә. Умарталарҙа күс уяна, инә ҡорттар бала һала башлай, ә эшсе ҡорттар үрсем үҫтерә. Үрсем тәрбиәләгән кәрәҙҙәрҙә, ҡорт күсе уртаһында һауа температураһы даими бер кимәлдә (34-35 градус самаһы) һаҡлана. Бала тәрбиәләгән эшсе ҡорттар был осорҙа емде күберәк ашай. Ҡышҡы осорҙа (ноябрь — ғинуар) һәр бал ҡорто ғаиләһе айына уртаса бер килограмм аҙыҡ тотонһа, яҙ көнө (март айында) уның ике килограмға етеүе ихтимал.

Инә ҡорттар тәүге көндәрҙә аҙ ғына йомортҡа (20 – 30) һала. Һуңынан был күрһәткес арта бара. Бала тәрбиәләү иртә башланған умарталарҙа күстәрҙең насар ҡышлауы күҙәтелә. Әгәр бала үрсетеү ҡорттарҙы баҙҙан сығарыу алдынан башланһа, был умарталарҙа күс яҡшы үрсей. Шулай итеп, аҙыҡты тотоноу ҡорттарҙы аҫрау шарттарына бик ныҡ бәйләнгән.
Шуның өсөн дә ҡорттар ҡышлаған урынды һыуытырға ла, артыҡ йылытырға ла ярамай, сөнки һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе уларҙың ҡышлау шарттарын боҙа. Был осорҙа айырыуса хәстәрлек күрергә кәрәк.
Баҙҙа һауа температураһын өс-дүрт градус йылылыҡта тотоу өсөн ҡорт баҙының төнлөгөн асып елләтәләр, кәрәк саҡта ишеген төнгөлөккә асыҡ ҡалдыралар.
Ҡорттарҙы сығарыр алдынан умарталыҡты әҙерләргә кәрәк.
Ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн уны таҙарталар, көл һибәләр, һуҡмаҡ һалалар. Бөтә был саралар эште бер-ике аҙнаға тиҙләтә һәм ҡорттарҙың тәүге осоуы өсөн шарттарҙы яҡшырта. Һауа торошо, ҡорттарҙың хәле һәм үҙҙәрен нисек тойоуы сығарыу көнөн дөрөҫ билдәләргә мөмкинлек бирә. Әгәр күс яҡшы ҡышлаһа, уларҙы сығарырға ашығырға ярамай.
Яҡшы ҡышлаған осраҡта умарталарҙы сығарыу һауа температураһы 12 градусҡа күтәрелгәс, йылғаларҙа боҙ китеү, үгәй инә үләненең, умырзаяның сәскә атыуы, тәүге күбәләктәрҙең уяныуы менән тап килә. Ҡояшлы, тыныс көндө тап килтереп, умарталарҙы иртән иртүк сығаралар, был эште сәғәт 9-ға тамамлайҙар. Күстәрҙе кистән төнгә ҡаршы, ҡояш батыр алдынан сығарыу бигерәк тә яҡшы. Төндә ҡорттар тыныслана, ә икенсе көндә беренсе осош яһай. Ғәҙәттә, беренсе сиратта көслө ғаилә ҡорттары оса.
Тәүге осоштан һуң күстәрҙең тормошо әүҙемләшә, эшсе ҡорттар беренсе сәскәләрҙән һитә ташый, кәрәҙ күҙәнәктәрен һәм ояларын таҙарта, инә ҡорттарҙың йомортҡа һалыуы арта.
Умартасы өсөн яҙ бына шулай башланып китә, ул һоро ҡорттарҙың оса башлаған осорона тиклем дауам итә. Тәүге көндә умартасы бөтә иғтибарын ҡорттарының нисек осоуын, уларҙың ҡайһылай ҡышлауын асыҡлауға туплай, бал ҡорто ғаиләләрен ҡарап, беренсе ярҙам күрһәтә.
(И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар”
китабы буйынса).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә