Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләттәштәрем, һеҙ ҡайҙа?
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, Һарытау өлкәһендә милләттәштәребеҙ йәшәмәй булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, иҫәп алыусылар унда “милләтем — башҡорт” тип теркәлеүселәрҙе осратмаған. Ғәжәп хәл бит был! Ышанырғамы быға, әллә юҡмы? Тарихи сығанаҡтарҙан белеүебеҙсә, Һарытау өлкәһендә ҡәрҙәштәребеҙ борондан бирле йәшәгән. Улар башлыса Кәмәлек йылғаһы буйын төйәк иткән.
Милләттәштәребеҙҙең өлкәнең Перелюб районына ингән Байғолдо, Күҙәбай, Ҡунаҡбай ауылдарында һәм Пугачев районында донъя көтөүе тураһында мәғлүмәтлебеҙ. Кәмәлек башҡорттарының һаны 1979 йылғы (3297 кеше), 1989 йылғы (4087 кеше) һәм 2002 йылғы (3988 кеше) Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарында ла күрһәтелгән. Ә бына һигеҙ йыл эсендә улар ни ғилләнәндер “юҡҡа сыҡҡан”?! Хатта 100 кеше лә ҡалмаған. Хайран ҡалырлыҡ күренеш.
Быны нисек аңларға һәм нисек аңлатырға? Минеңсә, уның сәбәптәре төрлө. Беренсенән, иҫәп алыу ҡағыҙында милләтеңде мотлаҡ күрһәтергә тигән шарт ҡуйылманы. Ирекле булғас, берәүҙәр уның мөһимлеген аңланы, милләтен күрһәтте, бүтәндәр кәрәк тип тапманы. Икенсенән, иҫәп алыу ҡағыҙы урыҫ телендә генә булды, шуға күрә үрҙәге графаны тултырғанда буталсыҡлыҡтарға юл ҡуйылды. Мәҫәлән, кемдер “башкирин”, кемдер “башкорт” тип яуап биргәндер, ә компьютер “башкир” һәм “башкирка”ны ғына иҫәпкә ала, тигәйнеләр. Өсөнсөнән, халыҡ араһында аңлатыу эше етмәгәндер, бәлки, был мәсьәләгә урындағы етәкселек, йән иҫәбе алыусылар бөтөнләй әһәмиәт бирмәгәндер. Нисек кенә булмаһын, халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары бик тәрән уйға һала. Һарытау өлкәһендә 2010 йылға халыҡ һаны, 2002 йыл менән сағыштырғанда, 2 668 310-дан 2 521 892-гә ҡалған, йәғни 136 мең кешегә кәмегән. Ошо һанға 4 мең башҡорт та инеп киткәнме икән инде?
Ошондай “юҡҡа сығыу” Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәгендә бар. Мәҫәлән, һигеҙ йыл элек Мордва Республикаһында — 172, Сыуаш Республикаһында — 318, Мари Иле Республикаһында — 317, Киров өлкәһендә — 510, Тыва Республикаһында — 101, Ҡалмығстанда — 100, Алтай крайында — 62, Ингуш Республикаһында 51 кеше үҙен башҡорт тип күрһәтһә, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, һанап үтелгән республикаларҙа, өлкәләрҙә милләттәштәребеҙ теркәлмәгән. Быға бер ҙә ышанғы килмәй, сөнки хатта йыраҡтағы Балтик буйы дәүләттәре — Литва, Эстония, Латвияла уртаса 180–185 кеше милләтен башҡорт тип күрһәткән. Беларусь, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡаҙағстан республикаларында иһә 600-ҙән алып 17 меңгә тиклем ҡәрҙәшебеҙ йәшәй. Татарстанда, Ханты-Манси автономиялы округында, Төмән өлкәһендә халҡыбыҙ вәкилдәре, 2002 йыл менән сағыштырғанда, күпкә аҙаймаған һәм яҡынса 14 мең, 35 мең, 46 мең тәшкил итә.
Удмурт Республикаһында — 3 мең, Һамар өлкәһендә — 7 мең, Ямал-Ненец автономиялы округында — 8 мең, Ҡурған өлкәһендә 12 мең кеше үҙен башҡорт тип яҙҙырған. Ә инде 11 миллион халҡы булған Мәскәүҙә 6,6 мең кеше үҙен милләтебеҙ вәкиле тип иҫәпләй.
Илебеҙҙең милли составы тураһындағы мәғлүмәттәр уйланырға мәжбүр итә. Әйткәндәй, иҫәп алыу — был мәсьәлә буйынса берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы. Тәү сиратта нимә күҙгә ташлана һуң? Милләтен күрһәтергә теләмәгән кешеләр һаны. Быға тиклемге халыҡ иҫәбен алыуҙа ундайҙар 1,5 миллион кеше (1 процент) булһа, хәҙер иһә — 5,6 миллион (3,7 процент). Ғибрәт бит был. Ошо һан эсендә милләттәштәребеҙ юҡ, тип кем әйтә ала? Телдәрҙе, халыҡтарҙы йотолоуға килтергән рухи ҡиммәттәрҙең юғала барыу эҙемтәһеме был? Миҙалдың икенсе яғы ла бар: ҡайһы берәүҙәрҙең милләт тураһындағы һорауға яуап бирмәүе айырым халыҡтарҙың һанын белергә лә ҡамасаулай.
Дөйөм алғанда, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 1 миллион 584 мең башҡорт йәшәй. Һигеҙ йыл эсендә төрлө сәбәптәр арҡаһында 89 меңгә кәмегәнбеҙ. Һан яғынан беҙ урыҫ, татар, украиндарҙан ҡала дүртенсе урында торабыҙ. Башҡортостанда иһә — икенсе баҫҡыста. Башҡорттарҙың, айырыуса республиканан ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең, ассимиляцияға дусар ителеүе лә уйландыра. Шуға күрә телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, ғөмүмән, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу йүнәлешендәге эште көсәйтергә тейешбеҙ.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Рифҡәт Әсхәт улы Ғәлин, иҡтисад фәндәре кандидаты, билдәле демограф:
– Илдә халыҡтың кәмеүен һуңғы бер нисә йылда Рәсәйҙә үлемдең юғары булыуы, тыуымдың аҙайыуы менән генә бәйләргә ярамай. Теләйбеҙме-юҡмы, бындай күренеш артабан да күҙаллана. Беренсенән, быуындар үҙгәреше бара, йәғни һуғыш алдынан, шул осорҙа, унан һуң тәүге йылдарҙа тыуғандар бөгөн күпселекте тәшкил итә . Шул сәбәпле эшкә һәләтле халыҡ аҙая. Икенсенән, оҙаҡ йылдар тыуым аҙ булды. Шуның һөҙөмтәһендә хәҙер демографик үҫешкә йоғонто яһарлыҡ йәш ғаиләләр күп түгел. Ә иҫәп алыу барышында ҡайһы берәүҙәрҙең милләтен күрһәтмәүен халыҡтың үҙ ихтыярын белдереүе, хоҡуғы тип ҡабул итергә кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


  1. Дауыт
    Дауыт от 18.01.2012, 09:54
    Бер кызык кына hорау тыуа: ни осон исэп алыу hозомтэлэре бер йыл уткэс кенэ халыкка еткерелэ? Росстатта компьютерзар юк ахыры. Эйткэндэй, мин Росстат мэглумэттэренэ ышанмайым

Комментарий өҫтәргә