Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бишенсе тәгәрмәс
(Риф Тойғонов, Зиннур Нурғәлин, «Башҡортостан – евразиясылыҡ көҙгөһө», 2014 йыл, 14 ғинуар; Зиннур Нурғәлин, «Евразиясылыҡ һәм этностар яҙмышы», 2014 йыл, 5, 8 февраль)

Күп милләтле һәм күп динле империя-дәүләттәрҙең Ер шары халыҡтары ниндәйҙер дәрәжәлә балалыҡ-үҫмерлек осоро кисергәндә, көслөрәк ҡәүемдәрҙең көсһөҙөрәктәре ерен баҫып алыу һөҙөмтәһендә хасил булыуы, уны нисек кенә аҡларға тырышмаһындар, “ҡаҙаныш” йәки “уникаль” күренеш була алмай. Хатта империяның “арҡа һөйәге”н тәшкил иткән халыҡ (уның да фәҡире бар) өсөн ул ниндәйҙер дәрәжәлә шулай иҫәпләнһә лә, буйһондоролғандар өсөн – ҡоллоҡ. Академик Зиннур Нурғәлин евразиясылыҡ идеяһы хаҡында һүҙ алып барған мәҡәләлә лә империяларҙың барлыҡҡа килеүен ҡотолғоһоҙ процесс, хатта “төрлө милләт кешеләренең уртаҡ тырышлығы, көсө менән төҙөлгән бөйөк (?) дәүләт” тип атауы уны аҡлауҙы, ыңғай күренеш итеп күрһәтергә тырышыуҙы ғына аңлата.


Тормош нимәне раҫлай?

Ғөмүмән, был күләмле хеҙмәт менән танышыу бик күп һорауҙар һәм ҡаршылыҡлы һығымталар тыуҙыра. Йәмәғәтселек яғынан уға ҡарата, Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтан тыш, әһәмиәт бирелмәүе ғәжәпләндерә, сөнки күтәрелгән мәсьәләләр дәүләттең милли сәйәсәтенә генә түгел, халыҡтарҙың киләсәгенә лә ҡағыла. Авторҙың “берҙәйлек”, “беришлек” төшөнсәләре аҫтында бер бөтөн Рәсәй милләте ойоштороу кеүек милли мәсьәлә өлкәһендә ҙур белгес булып киткән В. Тишковтың идеяларын Башҡортостан ерлегендә дауам итергә тырышыуы күҙгә ташлана. Милли дәүләт ҡоролошо, ғөмүмән, Рәсәй һәм республика етәкселәренең сығыштарына урынлы ла, урынһыҙ ҙа мөрәжәғәт итеү был фекерҙе раҫлай төшә. Ләкин тормош шуны раҫлай: дәүләт эшмәкәрҙәре иң элек илдең бөтөнлөгөн һаҡлау сәйәсәтенән сығып эш итә, ә был ҡараш айырыуса империя һыҙаттары күҙгә бәрелеп торған дәүләттәрҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Фекерҙе дәлилләү өсөн академиктың милли һәм дини даирәләр хаҡында һүҙ алып барған өлөштәргә туҡталып үтәйек. “Был цивилизация Көнсығыш менән Көнбайышты, Азия менән Европаны тоташтыра”, “илебеҙҙең уникаль Евразия цивилизацияһы сифатындағы урыны донъя картаһының түрендә буласаҡ”, тип ул бер ниндәй дәлилһеҙ генә Кремль етәксеһен ҡабатлай. Ышандырыу ҡеүәһе самалы булған ошондайыраҡ фекерҙәр әңгәмәлә бер нисә тапҡыр телгә алына. Автор хатта Рәсәйҙең империясыл тәбиғәтен “үҙ заманы цивилизацияһы юғарылығында торған дәүләттең ҡаҙанышы”, “урыҫтар менән күп быуаттар дауамында бергә йәшәү тәжрибәһе”, “башҡа бер илгә лә оҡшамаған, айырым үҙенсәлеккә эйә Евразия дәүләте”, “айырым бер тарихи-мәҙәниәттәргә эйә”, “уникаль цивилизация” һ.б. тип атай. Бындай образдарҙың башҡортлоҡ көслө булған Әбйәлил ерендә тыуып үҫкән ғалимдан ишетеү тетрәндерә.

“Уртаҡ тырышлыҡ” һәм ысынбарлыҡ

Ул раҫламалар ысынбарлыҡҡа тап киләме һуң? Тарихтан күренеүенсә, Рәсәй империяһының элекке Алтын Урҙа өлгөһөндә яулап алыуҙар, ҡан ҡойоуҙар нигеҙендә хасил булғаны тарихсыларға һәм был фән менән ҡыҙыҡһынғандарға яҡшы билдәле. Һәр хәлдә, башҡорттар Орск (башҡортса Яман-ҡала) ҡәлғәһен төҙөтмәү, тимәк, урыҫ баҫҡынсыларын Көнсығышҡа үткәрмәү өсөн 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа ҡот осҡос ҡорбандар кисерә. Башҡорттар баш күтәреүен баҫтырыуҙа ҡатнашҡан Василий Татищев хатта, бөттө башҡорт, башҡаса ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы, тип яҙып ҡалдыра. Ошоно академик “уртаҡ тырышлыҡ” тип атай, ғәжәп бит! Кавказды буйһондороу өсөн һуғыш бер быуат самаһына һуҙылһа, поляктар, төрөктәр, ҡытайҙар, финдар, шведтар һ.б. менән дә ер баҫыу өсөн һанһыҙ һуғыш алып барылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға башҡорттарҙы ла йәлеп иткәндәр. Зиннур Нурғәлин быларҙы ла “ҡаҙаныш” тип атай икән, ул XVI быуатта Мәскәү батшалығына автономия шарттарында ҡушылған һәм һуңынан вәхшиҙәрсә юҡҡа сығарылған хоҡуҡтарын яҡлап ҡорбан булған йөҙҙәрсә мең милләттәшенең рухына тап төшөрә.
Уның “евразиясылыҡ идеяһын эмиграцияла көн иткән урыҫ ғалимдары тарафынан күҙаллау идеяһы” тип атауы үҙе үк идея ерлегенең самалылығын күрһәтә. Тап шулай, башҡорт та, сыуаш та, фин йәки поляк та түгел, урыҫ ғалимдары. Идеяның маҡсаты бер – империяны матур буяуҙарға төрөп күрһәтеү, уның йәшәүен тәбиғи процесс булараҡ раҫлау.
“Теләгән бер этнос, ҙурмы ул, бәләкәйме, тарихын белмәй тороп, үҙенсәлеген һаҡлай, үҙе булып ҡала алмай”, тип яҙа автор. Ә башҡорт халҡының Рәсәй дәүләтендәге тарихы ҡан менән яҙылған. Академик быны күрмәй икән, тимәк, ул тарихты белмәй йәки уға яттар күҙлегенән баға. “Рәсәй тәүге аҙымынан уҡ күп милләтле һәм конфессиялы дәүләт рәүешендә формалашты”, тип тағы ла Владимир Путинға мөрәжәғәт итә ул. Ҡағыҙ ни барыһына ла түҙә, Кремль башлығы өсөн уның шулай ҡабул ителеүен аңлап та була торғандыр. Ләкин Екатерина II Өфөлә Диниә назараты ойошторорға рөхсәт биргәнгә саҡлы башҡорт муллалары “реакцион элемент” булараҡ аяуһыҙ эҙәрлекләнә, сөнки башҡорттарҙы суҡындырыуға тап улар ҡамасаулай.
“Һәр кем үз динендә торсын, үз кагыйдәсен тотсын” тигән юлдар хәтергә төшә, – тип дауам итә автор. – XVI быуатта яҙып ҡалдырылған был рухи-тарихи мираҫ беҙҙе шул осорҙағы конфессия-ара мөнәсәбәттәргә алып барып сығара. Белеүебеҙсә, Аҡ бей (?) батша тарафынан ебәрелгән илселәрҙән ниндәй шарт менән үҙ ерендә ҡалырға өндәү билдәле булғас, башҡорттар Ҡазанға барып “баш һалырға” була. Ошолай башҡорт ырыуҙары өсөн ата-бабаһынан килгән традицион рухи ҡиммәттәр (дин, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолалар) ер менән бер дәрәжәләге үткәндең үлемһеҙ мираҫы рәтенә ҡуйыла. Уларҙың икенсе тарафтан шундай уҡ дәрәжәлә танылыуы ике араның ыңғай хәл ителеүенә килтерә лә. Путин яҙғанса, “күп милләтле һәм конфессиялы Рәсәйҙә йөҙләгән этностың үҙ ерендә урыҫтар менән күп быуаттар бергә йәшәү тәжрибәһе шул көндәрҙән башлана, тип раҫлау хаҡ булыр”. Был юлдарҙа авторҙың ни әйтергә теләүе, берҙән, аңлашылмай, икенсенән, төшөнсәләр буталған.

Әсе емеш

Һөйләмдәрҙең камиллығына, ниндәй фекер раҫларға тырышыуына баһа биреп тормайыҡ. Ә бына “үҙ ерендә ҡалырға өндәү”, “үлемһеҙ мираҫ”, “үҙ ерендә урыҫтар менән” тигән урындарын аңлатып китергә кәрәк ине. Мәҫәлән, ни өсөн “ҡалырға өндәү”, әллә ташлап китеү ҙә күҙ уңында тотолғанмы? Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу шарттарының нисек боҙолоуын һәм уның ниндәй ҡанлы эҙемтәләргә килтереүен Зиннур Әхмәҙи улы телгә алып тормай. Әйтерһең дә, батша хөкүмәте башҡорттарҙы суҡындырыу, ғөмүмән, халыҡ булараҡ юҡ итеү, һис юғында ишәйергә юл ҡуймау өсөн күп көс һалмаған да, башҡорттар быға ҡаршы яуға күтәрелмәгән! Әйтерһең дә, Петр I үҙе исеменән Төньяҡ һуғышҡа ебәреү өсөн меңдәрсә йылҡы талап иткән воевода Сергеевҡа ҡаршы сыҡҡан башҡорттарҙы “дошман урынына ҡырырға” бойормаған!
“Рәсәйҙә бер генә этностың да, хатта иң бәләкәйенең дә юғалғаны юҡ, улар үҙаллылығын һаҡлап ҡалды”, тип академик тағы ла ил башлығына мөрәжәғәт итә. Рәсәй империяһында юҡҡа сыҡҡан этностар тиҫтәләрсә, хөрмәтле Зиннур Әхмәҙи улы! Ҡасандыр ҙурлығы буйынса урыҫтарҙан бер ҙә ҡалышмаған, Иҙелдән Тубылғаса ерҙәрҙе биләп йәшәгән һәм Сыңғыҙ яуына 13 йыл буйы ҡаршы тора алған халҡыбыҙ тап Рәсәй империяһында көн иткән дәүерҙә үҙен юғалтыр сиккә етте. Үле тыуған Евразия идеяһын “дөйөм Рәсәй идентичлығы” сиктәренә һалып ҡарарға тырышыу уның логик дауамы булып тормаймы икән?
“Исламдың үҙ ваҡытында христианлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәте башҡорт ырыуҙары Рәсәй дәүләте составына ингәндә үҙ емешен бирә”, тип раҫлай автор. Ниндәй “емеш” – яуап юҡ. “Башҡорт шул арҡала үҙ динендә тороу, йолаларын тотоу иркендә ҡала”. Бының менән ғалим үҙ халҡын колонизаторҙарҙан түбән ҡуйырға самалаймы? “Урыҫ сиркәүе менән партнерҙарса мөнәсәбәт”, “популяр баҫмаларҙы урыҫ теленә тәржемә итеү ихтыяжы” һәм башҡалар идея авторы тарафынан һанап кителгән, әммә баһа йәки аңлатма бирелмәгән шундай урындар әңгәмәлә байтаҡ.
Фекерҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: эйе, беҙҙең быуын бер төрлө уйлап, икенсене һөйләү шарттарында тәрбиәләнде, һәм шул психология һаман да дауам итә. Хәҡиҡәтте асып һалырға шул ҡамасаулай. Евразия – ул урыҫ булмаған халыҡтарҙы хәҙерге геосәйәси хәлдең ҡотолғоһоҙлоғона ышандырыу өсөн уйлап табылған бишенсе тәгәрмәс, үле идея. Уның кәүҙәләнеше, тимәк, иртәгәһе юҡ. “Дөйөм Рәсәй идентичлығы” “Рәсәй милләте” тигән яһалма төшөнсәләрҙе йәмәғәтселек аңына һеңдерергә ынтылған даирәләр АҠШ, Көнбайыш Европа өлгөһөн ҡабатларға тырыша. Ләкин Ҡушма Штаттарҙа ла бер ниндәй Америка милләте юҡ, был төшөнсә дөйөмләштереүҙе еңеләйтеү өсөн генә ҡулланыла. Иң мөһиме – һанап кителгән дәүләттәрҙә граждандар институттары, хосуси милекселәр, граждандар тарафынан һайлап ҡуйылған һәм йәмғиәткә хеҙмәт иткән (беҙҙәге ише үҙен өҫтөн ҡуймаған) бойондороҡһоҙ властар, азат матбуғат һәм электрон мәғлүмәт саралары һ.б. бар. Рәсәйҙә иһә Конституцияла нығытылған федератив ҡоролош принцибы ла тупаҫ боҙола.
Академик, бәлки, бөгөнгө милләт-ара мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша барған (империяларҙа ул бер ҡасан да һүнмәй) осорҙа үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға ынтылғандыр ҙа, ләкин был уңышһыҙ килеп сыҡҡан.
Мәхмүт ХУЖИН,
публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874