Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сәсән һүҙе Намыҫ ҡәҙерен алға сығарайыҡ!

Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе. Нәфис иңенә, бала бағыу, ғаилә, көнкүреш мәшәҡәттәренән тыш, ил хәстәрен дә һала. Борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙы ауыр саҡтарҙа ла ҡул ҡаушырып ултырмаған. Тарихтан ҡатындарҙың ҡорал алып, дошманға ҡаршы сыҡҡан осраҡтарын да һәйбәт беләбеҙ. Бөгөн улар ниндәй мәшәҡәттәр менән яна? Матди донъя рухи байлыҡтан ҡиммәтерәк була барған заманда башҡорт ҡатын-ҡыҙы, әлбиттә, йәмғиәттән ситтә ҡала алмай.
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Ижтимағи хәрәкәткә, ғөмүмән, был болғауыр заманда бик күп ҡаршылыҡтар осрай. Нисек ул эште алып барырға көс табаһығыҙ?
— Ауырлыҡтар йөрәк һалып эшләгән кеше өсөн сәм бирә торған бер сәбәп һымаҡ. Шуға беҙҙең әүҙем ағзаларыбыҙҙың һәммәһе лә үҙ урынында тырышып, ҡеүәт туплап, оло, изге маҡсаттарын алға ҡуйып эш алып бара.
— Һуң, ҡайһы яҡҡа баҡһаң да ҡыйынлыҡтар ишелеп тора бит. Аҡсаһыҙлыҡ. Ашығыу. Ваҡыт етмәү...
— Ә ҡасан еңел булған? Һәҙиә Дәүләтшина, Шәрифә Тимерғәлиева, Фатима Мостафинаға, Нәжибә Мәҡсүтоваға еңел булғанмы? Ғөмүмән, Ил хаҡына эш ҡасан еңел булһын?! Был хәрәкәткә ҡушылмағандарға ҡыйын ул!
— Дөйөмләштереп әйткәндә, ниндәй эштәр менән булаһығыҙ? Йүнәлештәр ниндәй?
— Был заман да, йәғни ХХI быуат та башҡорт өсөн һынау заманы. Ерле, Телле, Динле, Ҡотло халыҡ булыу өсөн ошо ҡиммәттәрҙе рухи Әсәләй, ғәзиз Балалай һаҡларға күкрәк ҡуйып баҫа ысын башҡорт ҡатыны. Башҡа уның юлы юҡ. Яҡшы эшкә тыйыу юҡ мәгәр. Былтыр Башҡортостандың “Юлдаш” телеканалында Башҡорт теле көнөн ойошторҙоҡ. Бөйөк “Урал батыр” эпосына бәйләп көнө буйы илебеҙ, еребеҙ, телебеҙ, кешебеҙ тураһында тик башҡорт телендә һөйләү, сығыштар, ғалимдар һүҙе, балалар менән әңгәмәләр яңғыраны. Бөтөн Башҡортостан өсөн оло мәғәнәле, фекерле эш булды ул.
Лозунгтарһыҙ, ығы-зығыһыҙ, кәпәренмәй генә эш алып барабыҙ. Беҙҙең концепция милли тамыр көсөнә, үҙаң төпкөлдәренә тәьҫир итә торған эштәргә ҡорола. Бер сара ла исем өсөн үткәрелмәй, сөнки заман шау-шыуы, вәс-вәсәһенә нимә кәрәк, шунан сығып түгел, ә башҡорт асылы һәм рухына, күңеленә кәрәкле рухи ҡиммәттәргә бағабыҙ, милли аманатҡа таянабыҙ. Халыҡ үҙенең тотороҡло тормошо өсөн бик күптән үҙе менән бергә уйлап тапҡан һәм хаҡ йәшәү ҡануны иткән мәктәптәр улар: йола, сәсән һүҙе, ҡот ҡурсауы, быуындар бәйләнеше, күсәгилешлелек, ырыҫ культы, намыҫ, ырыу көсө, батыр мәктәбе... Милли идеология кимәлендә улар башҡортто борон-борондан тотороҡло, көслө иткән.
— Ошо эштәрҙе атҡарғанда ниндәй юлдарҙы һайлайһығыҙ?
— Башҡорт бөгөн баҙап ҡалмаһын, бирешмәһен өсөн тәбиғәтенә, милли менталитетына ҡаршы килгән был дәүерҙә лә үҙен юғалтмаҫҡа тейеш. Сираттағы тарихи боролошто ла үсекмәй, сәбәләнмәй, холоҡто ҡоростай нығыта торған һынау итеп ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Адаптация — яраҡлаша алыу ғына түгел, ә еңеүгә бер юл, тибеҙ. Үҙең булып ҡала белмәһәң, һин кем? Мәҫәлән, беҙҙең идаралыҡ ағзаһы, тарих фәндәре докторы Лена Сөләймәнова йәмғиәт концепцияһына ярашлы был йәһәттән бик аҡыллы, тәрән йөкмәткеле эш алып бара. 48-се мәктәптә психологтар, тәжрибәле оло уҡытыусыларҙы саҡырып, “Йәштәрҙең хәҙерге заман талаптарына яраҡлашыуы” тигән ҙур, киңәйтелгән оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. “Сәләмәт йәшәү ҡәҙере” тигән семинарҙа иһә табиптар, психологтар ҡатнашты. Тәмәке көйрәткән һәм тартмаған кешеләрҙең мөмкинлектәре махсус аппарат ярҙамында шунда уҡ билдәләнде.
Быйыл Дүртөйлө районының Исмаил ауылында “Туған тел һәм сәсәнлек” тигән семинар ойоштороуҙа ҡатнаштыҡ. Шишмә районы үҙәгендәге 3, 4-се гимназияларҙа “Бишек йырҙары” һәм “Рух терәге телебеҙ” тип исемләнгән осрашыуҙар үткәрҙек.
— Барыбер халыҡты ойоштороу, ҡалҡытыу эше ифрат ҡатмарлы бит! Күбеһе битараф, кәйефе төшөнкө...
— Үҙенә кәрәк сараны, күңеле ниндәй ризыҡҡа мохтаж икәнен кеше белә.Тереһыу бөрккән ергә бара. Мәҫәлән, Турбаҫлы мәктәбендә “Иманым минең — телем” тигән сараны мәктәп директоры, йәмғиәт идаралығы ағзаһы Фидалия Сәғиҙуллина ойошторҙо. Олоһо, кесеһе, ауыл Советы ағзалары, оло инәйҙәр — барыһы эркелеп килеп, мәҙәниәт йорто тулы булды. Вәғәз-нәсихәт, шиғыр, ҡобайыр, әйтеш яңғыраны. Балаларҙың һорауҙарына яуап биреү — һәммәһе ғәләмәт бер күтәренкелектә, йән йылыһы бирә торған ихласлыҡта үтте. Мин иһә “Урал батыр”ҙы һөйләгән балалар менән оҫталыҡ дәресе ойошторҙом. Маҡсатын аныҡ белгән кеше теләгенә өлгәшә. Әммә Бөйөк аҡыл ишетһен өсөн ул теләк яҡшы булырға тейеш!
Күңелһеҙгә күлдәк кейҙермәйҙәр. Зарға башын баҫҡан кеше өсөн барыһы ла ғәйепле, тик үҙе түгел. Бына ошо меҫкенлектән күтәрелеү, арыныу юлы ғына уң буласаҡ беҙгә.
— Һеҙ һәр саҡ “Оло инәй, Ағинәй мәктәбе”, “Сәсән мәктәбе”, “Батыр мәктәбе” тип телмәр тотаһығыҙ. Асылы ниҙә һуң ул күренештәрҙең?
— Был мәктәптәрҙең милләтте ҡотҡара, хатта ХХI быуаттағы башҡорттоң рухи, физик көсөн яңырта ала торған мәшһүр механизмы булыуы тураһында ғилми мәҡәләләрем Мәскәүҙә, Рәсәйҙең фәнни журналдарында сыға килде, конференцияларҙа 2000 йылдан башлап шул тезистарға баҫым яһайым. Һәм иманым камил — мөмкинлеге бик ҙур булған ул мәктәптәрҙе башҡорт аҡыл эйәләре махсус төҙөгән. Уларҙы бит халыҡтың батырҙары, мәшһүр ижадсылары, ҡәҙерле хазина һәм тормош көтөү сараһы тип, аманат итеп ҡалдырған. Беҙ уларҙы заманса терелтәбеҙ генә... Ағинәйҙәр ауылда берәү-икәү генә, улар тотош клуб була алмай. Нәжибә Мәҡсүтова яҙып алыуынса, аҡ яулыҡ йәки аҡ “ҡыя ҡалпаҡ” кейеп, һәр дини байрам көндө ауылда теләк әйтеп йөрөүселәр булған. Фатиха, алғыш оҫталары инде. Әммә уларҙың да баш ойоштороусыһы, фәҡәт һайлап алынған Оло инәһе була. Ҡыйыу, хаҡ һүҙле, саф йөрәк һәм таҙа намыҫ эйәһе. Ваҡлыҡтан азат, кеше ғибрәтен, кәмселеген күбәйтеп һөйләмәй, ныҡ улар, эштәре хаҡ һәм ихлас. Кеше кәмһетеп, рәнйетеп йә бүтәндәр өлөшөнә кереп, хәрәм эйәһе булғандар ул дәрәжәгә күтәрелә алмай. Халыҡтың күҙе бик үткер! Аҡ яулыҡ бер атрибут ҡына булһа ла, беҙ уны ябыныуҙы ХХI быуатта күрмәлекле бер йола, билге итеп раҫланыҡ һәм оло майҙандарҙа үтәйбеҙ. Билдәле сәсәниә Әсмә Усманова, сәхнә алиһәләре Гөлли Мөбәрәкова, Рәшиҙә Туйсина, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйсә Рәхмәтова, профессор Вәсилә Ваһапова кеүек Аҡ һүҙле, Аҡ юллы һәм кешеләргә фатиха, яҡшы өгөт биреүсе, йылы йөрәкле, илде данлар Ҡатындарға оло юбилейҙарында Аҡ яулыҡ ябындырҙыҡ. Ил инәһе, Аҡ инәй итеп таныттыҡ.
— Ә Батыр мәктәбе нисек нығытыла?
— Йәмғиәт ағзаһы, минең урынбаҫарым, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина менән бергәләп 2012 йылдан уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Батыр мәктәбенең нигеҙҙәрен нығытабыҙ. Тиҙҙән “Үҫәргән батыры” ярышы үтәсәк. “Табын батыры”, “Юрматы батыры” булды инде. Гөлнур үҙе иһә алһыҙ-ялһыҙ юлда, халыҡ, батыр рухын күтәреү өсөн башҡорт көрәшен пропагандалай, йәштәр менән тәрбиә, зауыҡлы ял итеү, кеше күңелендә илһөйәрлекте үҫтереү өсөн хисаплап бөтмәҫ саралар үткәрә.
— Беҙҙең халыҡта сос, ҡыйыу егеттәр етерлек...
— Әлбиттә! Көрәштә, бил һынауҙа спорттағы маһирлығы раҫлана батырҙың. Борондан Батыр башҡортта махсус статус булған. Зирәк аҡыллы, ҡаһарман, ғәҙеллекте ҡылыс түгел, ә ҡыйыу һәм сая фекер менән яҡлай белеүсе, халыҡ күңелен күргән, Ил башында торған Батыр ул.
Беҙ иһә бөгөн Оло Ил өсөн һәм иң төп дәүләтте — Ғаиләне — һаҡлау өсөн дә ырыҫ-намыҫ менән эшләүсенең дәртен-дарманын, булдыҡлылығын арттырыуҙы хәстәрләйбеҙ.
Ә лидер, батыр булырҙай йәштәр төркөм, коллектив араһында күренә ул. Тик тыңлай, эйәрә һәм ойоша белмәйҙәр.
Әммә батыр, лидер булам тигән шәхес ҡаршылыҡҡа ҡарамай нығына. Әгәр телендә — үҙ теле, йөрәгендә Ил өсөн эшләү маҡсаты булһа! Халыҡ, өлкәндәр йәштәрҙе тыңлай белеп, фатиха бирһен. Ситкә типмәһен. Ҡыҫҡаһы, Батыр статусына күтәреүҙең, бағышлауҙың йолаһы бар. Беҙ уны үтәйбеҙ.
— Былтыр республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булды. Һеҙҙеңсә, кешенең экологик тәрбиәһе бер йылда яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме?
— Башҡорт — тәбиғәт балаһы, һәм шулай булып ҡаласаҡ. Беҙҙең милли идеологиябыҙ Тәбиғәтте Ана-Инәй итеп белеп йәшәүҙә. Ошо аҡылынан биҙһә, халыҡ милләт булып бер бөтөнлөктә, гармонияла йәшәүҙән туҡтай. “Тәбиғәт беҙгә аш, кейем, ғүмер, хис, мөхәббәт бирә һәм шуға мин уны һаҡларға тейеш” тигән идеология ҡулланыусыларға ғына хас. “Тәбиғәт — ул балам алдындағы бурысым, мәҙәни әҙәм булыуымдың төп шарты, йәнем һәм рухым Әсәһе ул” тип йәшәргә тейеш кеше! Тәбиғәтте бысратабыҙ, Ерҙе һатабыҙ, тауҙарҙы емерәбеҙ. Тәбиғәтте яҡлау, күкрәк ҡуйып һаҡлау, уға хәстәрлекле мөнәсәбәт талап итер өсөн кемдең фарманын көтәбеҙ?! Ялан-ергә, хозурға сыҡҡанда ни менән киләбеҙ һәм ни ҡалдырабыҙ?! Ә ни өсөн туҡтатмай берәү?! “Тәбиғәтте һаҡлар өсөн әле халыҡтың аңы үҫешмәгән, үҫешергә тейеш” тигән төптө тоҙһоҙ һылтау ир һүҙе буламы? Ә үҫешмәгән булғанмы ни бығаса башҡорттоң аңы: балта һабы өсөн дә белеп, һайлап алған бит ағасты! Башҡорт йолаһы иһә — халыҡтың күңелен, көсөн, хисен яҡлау механизмдарының иң көслөһө бөгөн. Былтыр Тәбиғәтте аяу байрамын (Кәкүк сәйе) Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылы янында үткәрҙек. 350-нән ашыу кеше йыйылып, Ергә, Һыуға, Тәбиғәткә рәхмәт белдерҙе! Үҙ йолаһын онотоп барған халыҡты ойоштороу еңел түгел.
Урында йоланы тейешенсә үткәреүҙе ойоштороусы Фәүзиә Латипова булды, йәмғиәттең иң әүҙем, егәрле эшмәкәрҙәренең береһе ул. Һәр йортҡа инеп сыҡҡан, һәммәһенә эш йөкмәткән. Ауыл Советы рәйестәрен ҡуҙғатҡан, өгөтләгән, һөйләгән, көйләгән...
Тәбиғәттә күмәкләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло түңәрәктә йөрөп, иң изге, иң ҡәҙерле һүҙҙәребеҙҙе Илгә еткерҙек. Борондан ҡалған көслө йола ул оло түңәрәктә тороп теләк теләү. Балалар, ололар, йәштәр уйындарға, көрәштәргә ҡушылды.
Барыһы бер ҡаҙандан йола бутҡаһы ашаны. Бөгөнгө тарҡаулыҡ, мин-минлек бер-береңдән биҙеү заманында бындай йола — төпкөлдәге үҙаңға ыңғай тәьҫир итеүсе, милли булмышты, кеше булыу асылын, коллектив берҙәмлек хисен уятыусы, яңыртыусы көслө сара. “Сөмбөлә”, “Кәкүк сәйе”, “Бәхетле никах” тигән акцияларҙы йыл да дауам итәбеҙ. “Бәхетле никах” сират буйынса Дәүләкәндә үтәсәк.
— Бындай оло мәғәнәле, фекерле йолаларҙы киңерәк үткәреүҙе күҙ уңында тотаһығыҙмы?
— Әлбиттә, кем тыйһын?! Һәр ауыл, урын-ер уларҙы үткәрергә бурыслы. Артыҡ сығымдары юҡ уның. Мәҫәлән, Йыйыу йолаһы: һәр өйҙән көсө еткәнсә тәғәм бешереп алып килә кеше, бергәләшеп һыйлаша, маҡташа. Халыҡ башлыса үҙе хәл итә ризыҡ мәсьәләһен. Бигерәк тә 60-70 йәштәге инәйҙәр ул йоланың ҡәҙерен белә, шуға әүҙемдәр. Ибраһим ауылы янындағы Ҡот яланында әллә нисәмә өҫтәлдә еҙ самауыр, биленә таянып, борхолдап кинәнеп көлөп ултырҙы... Тәбиғәткә рәхмәт әйтеү, уның ризалығын алыу һәр саҡ булырға тейеш. Ергә, иртән тороп, уң аяҡтан баҫып, сәләм әйтәбеҙме? Ғәфү үтенәбеҙме? Һыу алғанда шөкөрана ҡылабыҙмы? Һауаға петарда шартлатыуҙың ни ҡәҙәре яман икәнен беләбеҙме? Экологик белем башҡортта үҙе тыуыу менән бергә барлыҡҡа килгән. Ул белемдең һабаҡтарын өйрәнмәһәк, беҙгә ни һан? Башҡортмон тип тарихи, мәҙәни статусын күтәрә алмай милләт, әгәр үҙен тыуҙырған Тәбиғәт Ананы яҡламаһа...
— Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ни өсөн әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ?
— Сөнки ул бит — Әсә. Һаҡлау, яҡлау инстинкты уның ҡанында, һәм ул хис туранан-тура илһөйәрлеккә, ватансыллыҡ хисен көсәйтеүгә бәйле! Ем өсөн түгел, ил өсөн йөрөгән кеше һәр саҡ еңеүсе була. Халыҡ араһында өгөт һүҙен, яҡшы теләген әйтеп, ҡылыҡ-фиғеле менән үрнәк күрһәтерлек ҡатын-ҡыҙы булған Ил ҡеүәтле. Әгәр беҙ ҙә баш эйһәк, бирешһәк, ни ҡала?!
— Шиғриәттең көсө нимәлә? Шағирәләрҙең кисәләрен үткәреүҙә ниндәй маҡсат ҡуяһығыҙ? Һеҙҙең аҡса юҡ, нисек юлын табып үткәрәһегеҙ?
— Эйе, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын шығырым тултырып, шағирәләр байрамын үткәрҙек. Тамара Юлдашева, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙиналар өс сәғәт шиғыр уҡыны. Халыҡ бик шатланып, саф һыуға сайынғандай булды ул көндө!
Идаралыҡ ағзаһы Әлфиә Ғимаҙиева, ҡыҙҙар ҙа шәп эшләне... Шиғыр — хисле башҡорт өсөн бик көслө рухи таяныс. Беҙҙең заманда яҡшы, тере һүҙгә Кеше хатта өсләтә, бишләтә мохтаж. Көй-ритмға һалып әйткән яҡшы һүҙ, ҡобайыр мәшһүр ҡөҙрәткә эйә. Бындай майҙанда төркөм, тырым-тырағай халыҡ Ил булып ойоша! Яҡшы энергетикалы һүҙ менән халыҡты дәртләндереү, яңыртыу — оло маҡсат ул.
— Яҙ тыуған мәлдә ҡатын-ҡыҙға теләктәрегеҙ ниндәй?
— Илдәр тыныс булһын. Һәм уны тыныс итеү өсөн берҙәм, һаҡсыл булырға кәрәк. Ул оло эште һәм оло теләкте бөтөнөбөҙ бергә, бер көс итеп ҡойорға кәрәк. Һәр кем йөрәген тыныс итһен, насар һүҙҙән тыйылһын, яҡшы һүҙҙе арттырһын. Ойошоп эшләһәк, йәмғиәт ил йәмен туплап, татыу булһа, ошо ҡөҙрәт бөтөн илгә тараласаҡ.
Заман аждаһаларынан йотолмаҫ өсөн бер-беребеҙҙең затын, ҡәҙерен белеп, бер ҡорос ҡалҡанға әйләнеп, бер бүреккә һыйған өммәт булһын башҡорт!
Башҡорт — көслө халыҡ. Берҙәм булғанда был заманда ла бирешмәҫбеҙ, урыныбыҙ — түрҙә, исемебеҙ үрҙә булыр!
Сәләмәтлек, бәрәкәтлек юлдаш булһын! Иң мөһиме — Намыҫ ҡәҙерен алға сығарайыҡ!
Наилә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.


Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 801

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 618

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874