Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 16 – 22 ғинуарға йондоҙнамә
Аҙна күптәр өсөн бик уңышлы буласаҡ, айырыуса яңы эш башларға йөрьәт итеүселәргә бәхет йылмайыр. Уҡыу, фән, ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең эше ырар. Ныҡышмал һәм әүҙем кешеләр оҙайлы ял мәлендә тупланған мөһим эштәренең барыһын да атҡарып сығыр. Яҡындарығыҙға нимәнелер әйтеп бөтөрмәү, аңлашылмаусанлыҡтар тураһында онотоғоҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яҡшыға үҙгәрештәр көтә. Был арала эшлекле аралашыуҙы нығытыу, дуҫ-иштәрегеҙ менән осрашыу һәйбәт бәйләнештәргә булышлыҡ итер.

ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).

Уңышҡа ирешергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйып тотонһағыҙ, байтаҡ эш ыратырһығыҙ. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгән булһағыҙ, һөйгән йәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был кешене ғүмерлек юлдашығыҙ итеп һайлауығыҙ бик ихтимал. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Һөйәк, теш һыҙлауы һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе бар.

БУҒА
(21.04 — 21.05).

Аралашыу даирәһен киңәйтегеҙ. Иғтибарлылығығыҙ арҡаһында киләсәктә кәрәк буласаҡ мәғлүмәттәрҙе, идеяларҙы йыйылыштарҙа, сиратта торғанда ишетерһегеҙ һәм был һеҙгә ярҙам итер. Эшлекле мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, яңы эш асыу өсөн уңайлы мәл.

ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06)

Быға тиклем атҡарған көсөргәнешле эшегеҙҙең емешен йыйырһығыҙ. Шулай ҙа әле ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел. Күберәк сәсеп ҡалығыҙ, уңыш мул булмаҡсы. Сикләүҙәр һәм башҡараһы бурыстарығыҙ кәмей төшөр. Көтмәгәндә кемдер финанс ярҙам күрһәтер.

ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07).

Түҙемһеҙлек ҡамасаулар. Ҡабаланмағыҙ. Көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ етмәү арҡаһында, эшегеҙҙә еңелерәк юл һайлауығыҙ мөмкин. Ләкин был ысулдың алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа илтерен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Үҙегеҙҙе арыуҙан һәм стрестарҙан һаҡлағыҙ. Ошо арала грипп, һыуыҡ тейгеҙеү, йәрәхәтләнеү ихтималлығы көслө.

АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08).

Алған белемегеҙ, яңыраҡ танышҡан кешеләр, әле килеп тыуған хәл-ваҡиғалар һеҙҙең башҡалар өҫтөндәге хакимлығығыҙҙы күрһәтер. Тик маһайып китеп, йәмғиәттә үтәлергә тейеш ҡанундарҙы боҙмағыҙ.

ҠЫҘ
(24.08 — 23.09).

Мөмкин булмаҫтайҙы булдырырға тырышмағыҙ. Был һеҙгә ҡамасаулар. Пландар ҡуйып, аныҡ эштәр менән генә булығыҙ.

ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10).

Һәр аҙымығыҙҙы үлсәп эшләгеҙ. Тырышлыҡ күрһәтеү урынға һүлпәнлек, ялҡауланыр урында шәбәйеү хас булыр. Шуға көсөгөҙ мөһим булмаған эштәргә сарыф ителер.

САЯН
(24.10 — 22.11).

Эштә лә, шәхси тормошта ла барыһы ла тыныс. Тотонған һәр бер эшегеҙ уңышлы булыр. Спорт менән шөғөлләнеүселәр ярыштарҙа еңеп сығыр. Ғөмүмән, был йондоҙнамә аҫтында тыуғандарға физик яҡтан әүҙемлек күрһәтеү хас. Шуға саңғыла йөрөү, йөҙөү, йүгереү кәйефегеҙҙе күтәрер.

УҠСЫ
(23.11 — 21.12).

Уңышҡа ирешер алдынан юлығыҙҙа күп кенә кәртәләрҙе ашатлап үтергә кәрәк буласаҡ. Уларҙы үҙ көсөгөҙҙө баһалап бөтөрмәү арҡаһында тыуҙырыуығыҙ ҙа бар. Көнсөл, ғорур, һаран кешеләр менән аралашыуҙы сикләгеҙ.

ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01).

Хис-тойғоларға бирелерһегеҙ, йәнегеҙ нимә теләй, шуның менән булырһығыҙ. Был аҙнала хыялдарға сумыу хас булыр. Аҙна аҙағында уларҙың тормошҡа ашыуы ихтимал!

ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02).

Быға тиклем ныҡышмаллыҡ күрһәтеп атҡарған эшегеҙгә лайыҡлы баһа алырһығыҙ. Кәрәкле тәжрибә тупларһығыҙ. Етәксе вазифаһын тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәйбәт лидер итеп танытасаҡһығыҙ.

БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03).

Уҡыуға, компьютер йә башҡа техника үҙләштереүгә ҙур теләк менән тотонорһоғоҙ. Әле белемегеҙҙе камиллаштырыу өсөн ҡулайлы мәл. Шуға тәжрибә туплау мөмкинлеге килеп сыға икән, баш тартмағыҙ, сөнки был һуңынан аҡсалыраҡ эш тәҡдим итеүгә килтерәсәк. Туғандарығыҙ, балаларығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Әленән үк һәр хәл-ваҡиғаға тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә