Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Елдәй ел, толпарым!
Елдәй ел, толпарым!
Сәм, дәрт урғыла. Һөрәнләүҙәр китә: "Һайт!" "Әйҙә, малҡайым!" "Атыңды йәллә, ҡыума шул тиклем!" "Дауай-дауай!" Манма тиргә батҡан аттар. Сәмләнгән хужалары. Гөр килгән майҙан...
Ирекһеҙҙән, урыҫ зыялыһы Сергей Минцловтың һүҙҙәре иҫкә төшә:
"Мин башҡорт аттарына һоҡланам! Был яҡтарҙы күрмәгәндәргә 25 — 30 саҡрымға ярыш булмаҫтай хәл кеүек тойола. Ашатмайынса ла 60-ар саҡрым юл үтәләр. Башҡорттар гелән һыбай килеш 90-шарҙы үтә, улар өсөн был — ғәҙәти хәл..."
Бөрйән районында уҙғарылған ярышты ҡараған күптәр ошондай уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Әлбиттә, ара 30 саҡрым уҡ булмаһа ла, ҡап яртыһы ине. Тағы бер яғын билдәләргә кәрәк: ярышҡа бит юртаҡтар алыҫта ятҡан ауылдарҙан килгән. Шулай булғас, Минцлов яҙып ҡалдырған саҡрымдар ҙа үтелгән...

Районда был ярыш 45-се тапҡыр уҙғарыла. Икенсе йыл инде унда сараны башлап ебәргән Исмәғил Ғәбитов исемендәге күсмә кубок тапшырылды.
— Ҡырҡ биш йыл элек Ғәбитов Исмәғил ағай, "Бөрйән" совхозында директор булған саҡта, ойоштороп ебәргәйне әлеге бәйгене. Йыл һайын үткәрәбеҙ хәҙер. Шәхси хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа ҡушылды, — тип бер аҙ ярыштың тарихын һөйләп алды райондың мәғлүмәт-белешмә үҙәге директоры Рәмил Хәлиуллин. — Шуныһын билдәләргә кәрәк: ойошторолғандан алып һәр бәйгелә ҡатнашҡан оло йәштәге кешеләр ҙә бар...
Уларҙың береһе менән ярыш башланғансы уҡ танышҡайныҡ. Рәхимйән ағай Баймөхәмәтов иҫ киткес шәп кеше булып сыҡты. Улдары менән шәхси хужалығында ун биш баш йылҡы аҫрай. Улай ғына ла түгел, былтыр Әтек ауылы аҡһаҡалы үҙе ошондай уҡ ярыш ойошторғайны, беҙ ул хаҡта гәзиттә яҙып та сыҡтыҡ. Иң ҙур бүләк — тай! Алдан яҙам: быйылғыһында ағайыбыҙ беренсе урынды яуланы. Икенселеккә Белорет районының Ҡағы ауылынан Юрий Песков, өсөнсө урынға Яуымбайҙан Ырыҫйән Ураҙғолов сыҡты.
Елдәй ел, толпарым!Командалар араһында иң көслөһө шәхси эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһариндың егеттәре булды. Яңы Усман ауылында йәшәүсе Шәрәфулла Фәйзулла улы йылҡысылыҡҡа 2009 йылда тотонған, уға тиклем ағас эшкәртеү менән генә шөғөлләнгән. Ат йәнле эшҡыуарҙың бөгөн 70-тән ашыу йылҡыһы бар. Йәйен 25 баш бейәһен ҡымыҙ һауыуға бәйләй. Ә ярышҡа ул дүрт ат алып килгәйне.
Ғөмүмән, Бөрйән халҡында йылҡы тотоуға иғтибар арта. Мәҫәлән, ярышта икенсе һөҙөмтәгә өлгәшкән Яуымбай ауылы эшҡыуары Фәһим Хәйбуллинды ла атап үтергә кәрәк. Ул да үҙенең төп йүнәлешен йылҡысылыҡҡа арнаған. Өсөнсө урынға сыҡҡан "Дәүләтҡужин" крәҫтиән (фермер) хужалығын да билдәләү мөһим. Был исемлекте тултырырға, әлбиттә, гәзит бите етмәҫ. Ләкин борсолорға ярамай, ғүмер оҙон — яҙылаһы яҙылыр, аталаһы аталыр. Өфө менән Бөрйән араһы хәҙер көнө буйы бараһы түгел.
Елдәй ел, толпарым!Был үҙенсәлекле ярышты ойоштороусылар — район хакимиәте, урындағы ойошмалар, хужалыҡтар. Бөрйәндә йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла, тейешле шарттар тыуҙырыла. Туризмды ойоштороу бурысы ла иғтибар үҙәгендә. Ә был йәһәттән Бөрйән тәбиғәте — ай-һа-ай! Аллаһы Тәғәлә нәҡ ошо төбәкте Ер йөҙөнөң йәннәте иткәндер.
Исмәғил Ғәбитов һымаҡ алдан күрә белгән етәкселәр йылҡысылыҡ бөтөүгә табан барған заманда оло эш башҡарған: санаға егеүле ат ярышы аша ҡалын кабинет ишеге артында ултырған түрәләрҙе лә ҡыбырлатыуға өлгәшкән. Ә сабыш йәнһеҙҙәрҙе лә йәнләндерә, сәмләндерә.
Киләсәге бар бәрәкәтле Бөрйән ерендә йылҡысылыҡтың. Сөнки был төбәктең тарпандары булған, бөгөн дә Йылҡысыҡҡан күле, башҡорт атын йәшәткән халҡының даны бар...


Автор: Р. МУСИН. Фото: А. НУРМӨХӘМӘТОВ
Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә