Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Марат ЛАТИПОВ: "Күңелебеҙ ҙә, ишегебеҙ ҙә һәр кемгә асыҡ"
Марат ЛАТИПОВ: "Күңелебеҙ ҙә, ишегебеҙ ҙә һәр кемгә асыҡ"
Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға, һаулыҡ һаҡлауға йылдан-йыл сығымдарҙы арттыра барған, пособиелар системаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән Социаль страховка фонды хаҡында күптәр хәбәрҙар. Уның илдең социаль именлегенә, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүе бәхәсһеҙ.
2013 йылда төбәк бүлексәһенең дөйөм сығымдары 13 миллиард һумға яҡын булды, һәм был сумманың төп өлөшө, ҡағиҙә булараҡ, төрлө пособиелар түләүгә йүнәлтелде. Улар дөйөм сығымдар күләменең 11,5 миллиард һумын тәшкил итте. Ә инде пособиелар күләменең 7,7 миллиард һумы әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле түләүҙәргә йүнәлтелеүе — ҡыуаныслы хәл, әлбиттә.
Ғаиләгә бәхетһеҙлек килгән саҡта ла Фонд тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға. Кешене эш урынында бәлә-ҡаза осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән социаль яҡлау — уның иң мөһим бурыстарының береһе.
Әммә тормошта Фондтың эшмәкәрлеге һәм башҡа социаль институттарҙың хеҙмәтен йыш ҡына бутау, айырмау, функцияларын белеп бөтмәү күренештәре лә осрай.
Шуға күрә Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВ менән уҡыусыларыбыҙ араһында тура бәйләнеш ойоштороуыбыҙ юҡҡа түгел. Йәнле һөйләшеү, һис шикһеҙ, һорауҙарына яуап эҙләгәндәргә лә, тура бәйләнештә ҡатнашырға йөрьәт итмәгән уҡыусыларыбыҙ өсөн дә фәһемле, файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.


Пособиеға кем өмөт итә ала?

— Алло! Һаумыһығыҙ, Марат Мөьмин улы! Һеҙгә үҙемде борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итәм. Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәйем, Диләрә Ғиззәтуллина булам. Декрет ялына тиклем баш ҡалалағы шәхси кафеларҙың береһендә эшләнем. Ойошма Социаль страховка фондына иғәнә түләмәгән булған. Декрет аҡсаһын да, пособиелар ҙа алманым. Миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
— Һеҙҙең һорауға яуап биреү өсөн эш биреүсенең (кафе хужаһының) ни өсөн страховка иғәнәләре түләмәүен асыҡларға кәрәк. Бының бер нисә сәбәбе булыуы ихтимал. Әгәр ҙә гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшкә алынғанһығыҙ икән, закон — эш биреүсе яғында, уның пособиелар түләмәҫкә хаҡы бар. Ә, бәлки, һеҙгә эш хаҡын "конверт"та биргәндәрҙер? Был осраҡта ла пособиеларға өмөт итә алмайһығыҙ, сөнки ойошма һеҙҙең өсөн һалым да, иғәнә лә түләмәгән тигән һүҙ.
Әгәр ҙә рәсми рәүештә, хеҙмәт килешеүе буйынса эшкә урынлашҡан булһағыҙ, дәүләт менән гарантияланған түләүҙәрҙән мәхрүм ителмәҫ инегеҙ.
— Хәйерле көн! Сибай ҡалаһынан Гөлдәр булам. Һеҙгә әхирәтемдең һорауы буйынса шылтыратам. Секретарь булып эшләп, икенсе сабыйы менән декрет ялына сыҡты. Уның икенсе балаһы өсөн алған пособие күләме эшләмәйенсә декрет ялына киткән танышымдыҡынан аҙыраҡ, 5 мең һумға ла етмәй. Һис тә ғәҙеллек юҡ, бала тапҡандан һуң, ай һайын түләнгән пособиеның күләме ниндәй булырға тейеш?
— Йыш ҡына йәш әсәләр бала ҡараған өсөн бирелә торған ялды декрет ялы менән бутай. Декрет ялы рәсми рәүештә эшләгән әсәләргә генә йөклөлөктөң 30-сы аҙнаһында билдәләнә. Был осор өсөн ҡатын-ҡыҙ, уртаса хеҙмәт хаҡынан сығып, 100 процент күләмендә декрет түләүҙәрен ала. Декрет ялы бөткәс, бала ҡараған өсөн бирелә торған ял башлана һәм ай һайын, бала 1,5 йәшкә еткәнсе, пособие түләнә.
Эшләмәгән йә иһә килеме аҙ булған хеҙмәткәрҙәргә ай һайын беренсе баланы тәрбиәләгән өсөн – 2963,12 һум, икенсе һәм артабанғы балаға 5926,23 һум күләмендә пособие түләнә. Эшләгәндәргә бирелә торған айлыҡ пособие күләме уртаса хеҙмәт хаҡының 40 процентын тәшкил итә. Әммә ул үрҙә әйтелгән минималь суммаларҙан кәм була алмай. Тимәк, әхирәтегеҙҙең дә икенсе бала өсөн алған айлыҡ пособие күләме "минималка"нан аҙ булырға тейеш түгел.
— Һеҙгә Дүртөйлө районынан Илдар шылтырата. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә институтта уҡыйбыҙ. Ете айлыҡ сабыйыбыҙ бар. Әммә ҡатыныма бала ҡараған өсөн айлыҡ пособие түләмәйҙәр. Ни өсөн закон тарафынан ҡаралған пособиенан беҙҙе мәхрүм итәләр? Студенттарҙың уға хаҡы юҡмы ни?
— Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының бойороғона (23.12.2009) ярашлы, баланы ҡарау өсөн тәғәйенләнгән айлыҡ пособиеға ғәмәлдә сабыйҙы тәрбиәләгән һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, әсәлек менән бәйле осраҡҡа мотлаҡ социаль страховкаланмаған (шул иҫәптән белем биреү учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡыусылар һәм бала ҡарау буйынса ялда булғандар) әсәләр, атайҙар йәки опекундар хоҡуҡлы.
Академик отпуск баланы ҡарау буйынса ялды алмаштырмай һәм сабыйҙы ғәмәлдә тәрбиәләүсе кешегә баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиены алыуға хоҡуҡ бирмәй. Уҡыу йортона һеҙҙең ғариза нигеҙендә баланы ҡарау буйынса отпуск биреү тураһында бойороҡ сығарырға кәрәк.
"Балалы граждандарға дәүләт пособиелары тураһында"ғы 81-се Федераль законға һәм 1012-се Бойороҡҡа ярашлы, әгәр ҙә бала ҡарау буйынса ялда булған кеше өйҙә йәки тулы булмаған эш ваҡыты шарттарында эшләһә йәки уҡыуын дауам итһә, уның бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиены алыуға тулы хоҡуғы бар. Был пособиены билдәләү өсөн кәрәкле документтар исемлегендә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының уҡыу йортонан бала ҡарауға ял бирелеүен раҫлаусы документтар талап итергә тейешлеге хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ошонан сығып, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының айлыҡ пособиены түләүҙән баш тартыуын нигеҙһеҙ тип иҫәпләйбеҙ.
— Әбйәлил районынан шылтыратабыҙ. Алты һәм өс йәшлек баланы яңғыҙ тәрбиәләйем. Балалар бәләкәй саҡта айлыҡ пособиелар түләнде. Яңғыҙ әсә булараҡ, мин хәҙер ниндәй ҙә булһа социаль ярҙамға өмөт итә аламмы?
— Һорауығыҙ аңлашылды. Йәш ярымдан ҙурыраҡ бала өсөн пособие түләү мәсьәләһе Фонд эшмәкәрлегенә ҡарамай. Үкенескә ҡаршы, һеҙгә ярҙам итә алмайбыҙ. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ. Түбәндәге телефондар буйынса шылтырата алаһығыҙ: 8 (347) 272-87-10; 8 (347) 272-26-54.
— Ҡыҙыма пособие алыу өсөн белешмәләр йыйып, баш ҡаланың Калинин районындағы халыҡты социаль яҡлау идаралығына барҙым. Колледжда уҡыған улыма 18 йәш тулғанын белгәс, минең килемемде өсөбөҙгә түгел, ә үҙемә һәм ҡыҙыма ғына бүлделәр. Шулай итеп, килемем бер нисә һумға минималь эш хаҡынан юғары булды, һәм ҡыҙыма пособие түләүҙән баш тарттылар. Кем хаҡлы?
— Был осраҡта һеҙ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итеп кенә төплө яуап аласаҡһығыҙ, әйтеүемсә, аҙ килемле ғаиләләргә пособие түләү мәсьәләһен ошо учреждение хеҙмәткәрҙәре хәл итә.

Страховка осрағымы был, түгелме?

— Ҡырмыҫҡалы районынан Әхәт Нурышев булам. I группа инвалидымын. 1993 йылда МТЗ-80 тракторының тәгәрмәсе аҫтына эләктем. 20 йылдан ашыу ваҡыт эсендә күп нәмә үҙгәрҙе. Ленин исемендәге колхоз да, ул фажиғәнең шаһиттары ла юҡ. 2006 йылда һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы инспекторы килеп, бәләгә тарыу осрағы производствоға бәйле түгел тигән һығымта яһаны. Имгәнеү, беренсенән, өй эргәһендә булды. Икенсенән, руль артында атайым ине. Фажиғәгә килтергән сәбәптәр күп. Һорауым шул: минең эшемде ҡайтанан ҡарау мөмкинме? Бер кемде лә ғәйепләргә, ауырлыҡ һалырға теләмәйем, бары кәңәш кенә һорамаҡсымын.
— Тәүҙә "Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау тураһында"ғы 125-се Федераль законға таянып, эш урынындағы бәхетһеҙлек осрағы тип ниндәй хәл-ваҡиғаның иҫәпләнеүен асыҡлайыҡ.
Әгәр кеше хеҙмәт килешеүе һәм үрҙәге Федераль закон тарафынан ҡаралған башҡа осраҡтарҙа бурысын үтәгәндә сәләмәтлегенә зыян килтерһә, йәрәхәтләнһә (хеҙмәт урынында, өйгә ҡайтышлай йәки эшкә барышлай, предприятие транспортында) һәм һөҙөмтәлә ваҡытлыса эшкә һәләтлеге юғалһа, инвалидлыҡ билдәләнһә, был, һис шикһеҙ, производствола бәхетһеҙлек осрағы тип таныла. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 227-се һәм 230-сы статьяларына ярашлы, хеҙмәт йөкләмәләрен башҡарғанда кешенең бәхетһеҙлеккә тарыу осрағы тикшерелергә һәм иҫәпкә алынырға тейеш. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса производствола бәхетһеҙлек осрағы тип танылған һәр хәл-ваҡиға тураһында акт төҙөлә. Бәхетһеҙлек осрағын тикшереү өсөн ваҡыт сикләнмәгән.
Әхәт Миҙхәт улы, оҙаҡламай тап һеҙҙең районығыҙҙа граждандарҙы ҡабул итәм, килегеҙ, осрашып һөйләшәйек. Үҙегеҙ менән бар документтарығыҙҙы ла алығыҙ.
— Мин Балтас районынан Ильяс Закир улы булам. Марат Мөьмин улы, кемдәргә бушлай автомобилдәр бирелә?
— Фондтың төбәк бүлексәһе эш урынында бәхетһеҙлеккә тарыған һәм профессиональ сиргә юлыҡҡан страховкаланған кешеләрҙе медицина, социаль һәм профессиональ реабилитациялауға өҫтәмә сығымдарҙы түләй, махсус транспорт сараһы менән тәьмин итеү ҙә шул иҫәптән башҡарыла.
Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау буйынса түләү алыусылар страховка осрағының асыҡтан-асыҡ эҙемтәләре булғанда, йәғни страховкаланыусының хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгәндә, Фондтың төбәк бүлексәһенә ошондай документтар менән мөрәжәғәт итә ала:
ғариза;
медик-социаль экспертиза бюроһы тарафынан рәсмиләштерелгән реабилитация программаһы. Унда транспорт сараһы алыу өсөн ғариза биреүсенең медицина күрһәтмәһе һәм машина йөрөтөүгә яраҡлылығы билдәләнергә тейеш.
Ошо документтарығыҙ булһа, төбәк бүлексәһе махсус транспорт менән тәьмин итәсәк.
— Һеҙгә Ишембай районынан Рәсүл Ғүмәров тигән хеҙмәт ветераны шылтырата. Бик мөһим өлкәне етәкләгән эшлекле идарасы булараҡ, һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Бәлки, кәңәшемде юғары даирәләге түрәләргә еткерерһегеҙ тигән ышанысым бар. Бөгөн йәмәғәтселек иғтибарын донъя көтөргә, тормошта үҙ юлын, ҡиблаһын эҙләргә тырышҡан йәш инвалидтарға йүнәлтергә кәрәк тип иҫәпләйем. Бына кемдәргә кәрәк ул уңайлы машиналар, социаль яллау менән бирелгән фатирҙар! Үтенесемдең Фонд эшмәкәрлегенә туранан-тура ҡағылмағанын аңлаһам да, форсаттан файҙаланып, шылтыратырға булдым.
— Битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Рәсүл Абдрахман улы. Тәҡдимегеҙҙе тейешле органдарға еткерербеҙ.
— Өфө ҡалаһынан Фәйез Вәғизов булам. Ҡатыным Фәнүзә — III группа инвалиды. Архангел леспромхозында эшләгәндә йәшләй генә һул ҡулынан яҙҙы. Әле Фондтан ай һайын компенсация ала. Быйыл уның күләме индексацияланасаҡмы?
— Эйе, Фәйез Миңлехамат улы. Үткән йылда 5 процентҡа арттырылды. Киләсәктә күпмегә һәм ҡасан индексацияланасағын Рәсәй Хөкүмәте хәл итә.
— Тағы ла шундай һорау борсой. Оло йәштәгеләр көнөндә ҡатынымды — хеҙмәт инвалидын – иҫкә төшөргән, ҡотлаған, йылы һүҙ әйткән бер ойошма ла юҡ. Бөтә ерҙә өлкәндәрҙе, ветерандарҙы хөрмәт итәләр, бүләкләйҙәр. Бындай "үгәйһетелгән", күңелдәре китек оло йәштәгеләрҙе кем хәстәрләргә тейеш?
— Баш ҡаланың һәр район хакимиәтендә ветерандар советы эшләй. Йәшәгән урынығыҙ буйынса Октябрь районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.
— Кешенең бәхетһеҙлеккә тарыу ваҡиғаһын тикшергәндә, был хәлде страховка осрағы тип таныу йәки танымау тураһында бәхәстең булыуы мөмкинме?
— Тормошта ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар, ысынлап та, йыш ҡына булып тора. Граждандарҙың социаль-хеҙмәт хоҡуҡтары һағында махсуслашҡан юристар тороуы эште еңеләйтә. Хәлде яҡшыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн миҫал килтермәксемен.
Курьер булып эшләүсе хеҙмәткәр юлда аварияға эләгә. Был бәхетһеҙлек осрағы предприятие биләмәһендә булмаһа ла, производство травмаһы тип иҫәпләнә, сөнки курьерҙың эше юлда йөрөү менән тығыҙ бәйле, был юлы ла ул үҙ бурысын үтәгәндә бәләгә тарыған.
Предприятиеның хеҙмәткәрҙәрен эш урынына илтеүгә тәғәйенләнгән автобусы юл-транспорт бәләһенә юлығып, эшкә барған кешеләр имгәнһә; шулай уҡ командировкаға барғанда йәки ҡайтҡанда ойошма хеҙмәткәренең сәләмәтлегенә зыян килтерелһә, быны страховка осрағы тип танырға кәрәк.
– Хәйерле көн, Марат Мөьмин улы! Өфөнән Шәфҡәт Насип улы Рөстәмов борсой. Йәрәхәтләнгәндән һуң һул аяғым уңынан ҡыҫҡараҡ ҡалды. Әммә был хәлгә ҡарамай, Өфөләге "Геофизприбор" предприятиеһына алдылар. Шымартыусы, ваҡлаусы кеүек эштәрҙе атҡарҙым. Һөҙөмтәлә ике тубығымды ла эшлектән сығарҙым. 2004 йылда машина бирҙеләр. Яңы машина алыуға хоҡуғым бармы икән?
– Фондтың төбәк бүлексәһе производствола бәхетһеҙлеккә тарыған йәки профессиональ сирҙәргә дусар булған, страховкаланған граждандарға, реабилитациялау программаһында транспорт сараһын алыу өсөн медицина күрһәтмәләренә ярашлы, махсус машиналар тапшыра. Шәфҡәт Насип улы, һеҙ страховка түләүҙәрен алыусы тип иҫәпләнмәйһегеҙ.

Бәлә аяҡ аҫтында ғына...

— Беҙҙең бер гәзит уҡыусыбыҙ электрон почта аша шундай һорау менән мөрәжәғәт иткән: "Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы хеҙмәткәр эш урынында һәләк булған осраҡта страховка түләүҙәрен 1 миллион һумға тиклем арттырҙы. Был ни өсөн кәрәк булды? Халыҡтың эш урынында ҡырылыуын башҡа саралар менән туҡтатып булмаймы икән?"
— Тәү сиратта бындай ҙур үҙгәреште һәләк булғандарҙың ғаиләләренә оло юғалтыуҙы аҙ булһа ла ҡапларға ынтылыу, матди ярҙам тип баһаларға кәрәк. 2014 йылға тиклем бер тапҡыр бирелеүсе страховка түләүҙәренең күләме бик аҙ — 88 мең 204 һум ғына ине (Урал коэффициенты менән). Бөгөнгө шарттарҙа бындай хәл менән килешеү мөмкин түгел.
Йыл да илдә меңәрләгән кеше эштән һуң өйөнә ҡайтып етмәй. Эш урынында хәүефһеҙлек талаптарын һанға һуҡмау һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар кәмемәй. Ҡул көсө ҡулланылған, түбән технологиялы производствола имгәнеүҙәр, юл-транспорт бәләһендә һәләк булыусылар күп, ғаиләләре бөтөнләй терәкһеҙ ҡала бит, уларға ярҙам итеүҙе бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
— Шуға бәйле йәнә бер һорау: ниндәй осраҡтарҙа бәхетһеҙлеккә тарыған кешенең законда ҡаралған гарантияларҙан, пособиеларҙан ҡоро ҡалыуы мөмкин?
— Көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙең береһе был. Ысынлап та, эш урынында имгәнгән, эшкә һәләтлеген юғалтҡандарҙың ҡайһы берҙәренә "ҡапҡан"ды эш биреүсе үҙе әҙерләй.
Мәҫәлән, шундай ябай ғына миҫал. Берәүгә ҡыйыҡ башына менеп, ҡар көрәргә ҡушалар. Билдәле инде, бер ниндәй һаҡлыҡ саралары күрелмәй. Өй башынан йығылып төшөп, умыртҡа һөйәген зарарлаған эшсе реанимация палатаһына эләгә. Эш урынынан килгән вәкил, уны өгөтләп, "үҙем ғәйепле, урамда йығылдым" тигән аңлатма яҙҙырып ала. Шулай итеп, имгәнгән кеше үҙенә үҙе "хөкөм" сығара, бар тейешле гарантияларҙан баш тарта тигән һүҙ. Бәлә-ҡаза күрһәткестәрен һәр эш биреүсе үҙенсә кәметергә тырыша: кемдер — хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, ә кемдер бәхетһеҙлеккә тарыу осраҡтарын йәшереү юлы менән. Етәксенең ҡыҫымынан, ҡурҡытыуынан ҡалтырап төшмәгеҙ, закон — һеҙҙең яҡта, бөтә ғәйепте өҫтөгөҙгә алып, тейешле ярҙамдан үҙегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ.
— Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул. Командировкаларҙа йыш йөрөгән хеҙмәттәштәремдең һорауына ла яуап бирһәгеҙ ине: эш урынында, юлда бәхетһеҙлеккә тарыған осраҡта (Хоҙай күрһәтмәһен!) нимә эшләргә?
— Был һорауға яуапты, хоҡуҡтарҙы һәм эш биреүсенең бурыстарын һәр кем яҡшы белергә тейеш. Ошо биш аҙымды хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, әммә рәсми рәүештә, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә, эшкә урынлашмағанһығыҙ икән, был аҙымдарҙың кәрәге теймәйәсәк, сөнки һеҙ — страховкаланмаған граждандар иҫәбендә, ә был осраҡта Фонд бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ.
1. Эш урынында йәрәхәтләнгәнһегеҙ икән, шунда уҡ был хаҡта етәксегеҙгә еткерегеҙ. Тәүге ярҙамды күрһәтеү, дауаханаға илтеү — уның бурысы. Эш биреүсе тәүлек эсендә, имгәнеүҙең ниндәй ауырлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, Хеҙмәт дәүләт инспекцияһына һәм Социаль страховка фондына хәбәр итергә тейеш.
2. Производстволағы һәр бәхетһеҙлек осрағы иҫәпкә алына һәм тикшерелә. Эш биреүсе ошо маҡсатта кәм тигәндә өс кешенән торған комиссия төҙөй. Ауыр йәрәхәтләнеү, үлем осраҡтарында уны Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы инспекторы етәкләй, комиссия составында Фонд вәкиле булыуы ла мотлаҡ.
3. Комиссия шаһиттарҙың күрһәтмәләренә таянып, имгәнеү һәм ваҡиға нескәлектәрен өйрәнеп, экспертиза һөҙөмтәһендә бәләгә тарыусының ғәйебе дәрәжәһен билдәләй. Әгәр ҙә бәләгә тарыған хеҙмәткәр техника хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған булһа йәки эскән килеш эшкә килгән икән, был инде гарантияланған түләүҙәр кимәлен кәметеүгә килтерә.
4. Йәрәхәтләнеү дәрәжәһе еңел булһа, комиссия бәхетһеҙлек осрағы тураһындағы актты өс көн, ауыр осраҡта 15 көн эсендә атҡарырға бурыслы. Ҡайһы берҙә ваҡыттың йәнә 15 көнгә оҙайтылыуы ихтимал.
5. Тикшереү эше тамамланғас (бәхетһеҙлек осрағының производство менән бәйлелеге раҫланһа), Н-1 формаһы буйынса акт төҙөлә. Унһыҙ компенсация алыу мөмкин түгел.
– Ҡыҙым, эштән ҡайтышлай йығылып, ҡулын һындырғайны. Фирма етәксеһе менән бәхәс ойошма файҙаһына тамамланды. Йәнәһе, урамда йығылғаны өсөн яуап бирә алмайбыҙ, бында эш менән бер бәйләнеш тә юҡ, тимәкселәр. Кемде тыңлаһаң, шуныҡы дөрөҫ кеүек. Кем хаҡлы? Салауаттан Нурыя апайығыҙ булам.
— Эш биреүсенең дәлиле төплө, кире ҡаҡҡыһыҙ. Был страховка осрағы түгел, әммә эш биреүсе ҡыҙығыҙға мотлаҡ "больничный" аҡсаһын түләргә тейеш.
— Һаулыҡты һатып алып булмай. Әммә сәләмәтлегең ҡаҡшағанда аҡсаһыҙ ҡалыу үтә ауыр. Эштә бәхетһеҙлеккә тарығанда түләнеүсе "больничный" күләме хеҙмәт стажына бәйлеме?
— Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие ("больничный") кеше һауыҡҡанға ҡәҙәр түләнә (йәки профессиональ һәләтлеген тотороҡло юғалтыуы билдәләнгәнгә тиклем).
Производствола бәхетһеҙлек осрағына тарығанда түләнеүсе "больничный" күләме кешенең эш стажына бәйле түгел, һәр ваҡыт уртаса хеҙмәт хаҡының 100 процентына тиң. Ә эшкә һәләтен юғалтҡандарға ике төрлө махсус компенсация түләнә.
— Шундай һорау мине борсой. Әгәр ҙә кеше хеҙмәт килешеүе төҙөмәй генә ниндәйҙер ойошмала эшләп йөрөй икән, бәхетһеҙлеккә юлыға ҡалғанда дауалау өсөн кем аҡса бүлергә тейеш?
— Һорауығыҙ бик урынлы һәм етди. Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәт мөнәсәбәттәре мотлаҡ яҙма рәүештә рәсмиләштерелергә тейеш, юҡһа теге йәки был ойошмала эшләгәнегеҙҙе судта иҫбатларға тура киләсәк. Ойошмала хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшләгән граждан ғына производствола имгәнеү һәм йәрәхәтләнеүҙәрҙән, профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкаланған тип иҫәпләнә һәм ул гарантияларҙан файҙалана ала.
Әгәр ҙә һеҙҙең менән хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән икән, тимәк, етәксегеҙ "конверт" схемаһын ҡулланып эш хаҡы түләй. Ул һеҙҙең өсөн Социаль страховка фондына иғәнә күсермәй, бәләгә тарыйһығыҙ икән — унда ла эше юҡ. Фонд та был осраҡта ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Үрҙә әйтелгәнсә, ойошмала эшләүегеҙҙе судта иҫбатлауҙан башҡа сара ҡалмай.

Программа өмөттө аҡланы

– Һаумыһығыҙ, Марат Мөьмин улы! Һеҙҙе Ҡыйғы районынан Динара Ильясова борсой. 28 ғинуарҙа балама бер йәш ярым булды. Һуңғы пособиены 5 мең 221 һум урынына 4 мең 721 һум күләмендә түләнеләр. Өс көн, йәғни 29, 30 һәм 31 ғинуар өсөн 500 һум тотоп алып ҡалыуҙары дөрөҫмө?
– Баланы ҡарау буйынса пособие календарь көндәренә ҡарата пропорциональ түләнә. Ошо айҙағы байрам көндәре лә иҫәпкә алына. Шулай итеп, пособие һеҙгә дөрөҫ түләнгән.
– Хәйерле көн! Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлгөнә Ҡәҙерғолова шылтырата. Апайым оло йәштәге әсәйемде һәм инвалид балаһын ҡарай. Әле ул ауырлы. Уға ниндәй пособиелар ҡаралған?
– Әгәр апайығыҙ эшләһә, йөклөлөк, бала табыу, ауырлы саҡта иртә иҫәпкә тороу буйынса, бала тапҡас бер тапҡыр бирелә торған һәм баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиелар алыр ине. Эшләмәгәс, сабый тыуғанда бер тапҡыр бирелеүсе һәм ай һайын түләнеүсе пособиеларға хоҡуҡлы. Йәшәү урыны буйынса социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан Земфира Ғәйфуллина борсой һеҙҙе. "Ауылды социаль үҫтереү" программаһы буйынса торлаҡ өсөн сиратҡа баҫҡайным. 29-сынан 34-се урынға күсергәндәр...
– Земфира, балаларығыҙ бармы? Улар менән бәйле һорауҙарға яуап бирә алам.
– Өс балам бар. Бәләкәсенә – өс ай.
– Пособиеларығыҙҙы алдығыҙмы? Ай һайын түләнеп барыуын иғтибарлап ҡарағыҙ. Ә төп һорауығыҙға килгәндә, яҙма рәүештә хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ. Хатығыҙға мотлаҡ яуап бирергә тейештәр.
– Белорет районынан бер гәзит уҡыусыбыҙ электрон почтаға декрет пособиеһын түләү менән бәйле һорауын яҙып ебәргәйне. "Пособие түләгән ойошманың ғәҙеллегенә тулыһынса ышанырға буламы, әллә һәр кем декрет аҡсаһын үҙе тикшерергә тейешме?" – тигән ул.
– Әлбиттә, беҙҙең ревизорҙар ойошмалар эшмәкәрлеген йыш тикшерә. Әммә һәр кем үҙенә түләнгән пособие суммаһын ентекләп иҫәпләп ҡараһа, һис тә насар булмаҫ. Беҙҙең белгестәр Башҡортостандың һәр районында ла бар, уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
— Фондтың йәнә бер мөһим йүнәлеше — "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы "Бала табыу сертификаты" программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине. Үҙен аҡланымы был проект?
— 2013 йыл "Бала табыу сертификаты" программаһының уңышлы барыуын тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Башҡортостанда 59 384 сабый донъяға килде. Тыуым күрһәткесе буйынса республика — Волга буйы федераль округында иң алдынғыһы, ә Рәсәй буйынса Мәскәү, Мәскәү ҡалаһы, Краснодар крайы һәм Свердлов өлкәһенән ҡала бишенсе урында. Әсәләр һәм сабыйҙар үлеменең ҡыҫҡарыуы, медицина учреждениеларының матди-техник базаһы яҡшырыуы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы йөкләмәләрҙе уңышлы үтәүҙең "емеш"тәре ул.

Мутлыҡҡа юл ябыласаҡ

– Өфө ҡалаһынан Эльза Ғәббәсова шылтырата. Мин кадрҙар бүлегендә эшләйем. Беҙҙең предприятиела эшләгән бер ҡатын быйыл ғинуарҙа декрет отпускыһын алды. Уға эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ ҙа 2014 йылда бирелгән һәм унда ауырлы ҡатындың иҫәпкә иртә алыныуы тураһында әйтелгән. Әммә был хаҡтағы белешмәгә 2013 йылдың датаһы ҡуйылған. Был осраҡта йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә ҡуйыу сәбәпле бирелгән пособиены ниндәй күләмдә түләргә?
– Медицина учреждениеһына иҫәпкә иртә торған ауырлы ҡатынға 2014 йылда билдәләнгән пособие район коэффициенты менән бергә 592,63 һум күләмендә түләнә. Бының өсөн йөклөлөк буйынса иҫәпкә иртә торған өсөн бирелгән белешмә датаһы түгел, ә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыларҙың башланған көнө ҙур әһәмиәткә эйә.
– Минең һеҙгә тағы бер һорауым бар. Бер хеҙмәткәр эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ике "больничный" ҡағыҙы килтерҙе. Береһе – үҙенең ауырыуын, икенсеһе сирле балаһын ҡарауы буйынса бирелгән. Документтар бер үк көндө тапшырылды. Ике страховка осрағы буйынса ла аҡса түләнергә тейешме?
– 2006 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән 255-се Федераль законға ярашлы, бер үк ваҡыт өсөн бер нисә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ҡабул ителмәй. Хеҙмәткәр тәүге эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса эшенән азат ителһә, һуңғыһы буйынса пособие түләүгә нигеҙ юҡ. Ике документта ла ауырыу сәбәпле эштән бушатыу көндәре тап килһә, түләүҙәр өсөн иртәрәк асылған "больничный" алына, әммә һуңғараҡ теркәлгәне беренсе страховка осрағы тамамланғас та дауам итһә, ҡалған көндәр өсөн дә түләүҙәр башҡарыла.
– Йөклө ҡатын үҙ теләге менән эштән китеп бер ай үткәс, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын килтерҙеләр. Компания уға декрет аҡсаһын түләргә тейешме?
– Юҡ, түләргә тейеш түгел. Бындай пособиелар хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән һәм декрет отпускыһын алған ҡатындарға ғына түләнә, ә эшләмәгәндәрҙең бындай хоҡуғы юҡ. Әммә иренең икенсе эшкә күсерелеүе сәбәпле ҡатындың уның эргәһенә китеүе, медицина һығымтаһына ярашлы эшен дауам итеү һәм был урында йәшәү мөмкин булмауы, ғаиләләге сирле туғанын йәки I группа инвалидын медицина тикшереүе һығымтаһына ярашлы тәрбиәләү кәрәклеге кеүек хәлдәр теркәлһә, декрет аҡсаһы һуңғы эш урыны буйынса тәғәйенләнә һәм түләнә. Бынан тыш, тағы бер иҫкәрмә бар. Ойошманың бөтөрөлөүе йәки эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген туҡтатыуға бәйле эшен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙ 12 ай эсендә эшһеҙ тип танылғанда халыҡты социаль яҡлау органдарынан пособие алыу хоҡуғына эйә.
– Марат Мөьмин улы, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын биреү һәм файҙаланыу буйынса мутлыҡ осраҡтары булғылауы ла сер түгел.
– Бындай хәлдәр йыш ҡына етәкселеккә эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы түләү өсөн биргәндә асыҡлана. Эш биреүсенең мөрәжәғәте буйынса тикшереү үткәрелә һәм артабан мутлыҡ осрағын асыҡлау хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.
Былтыр 21 ялған "больничный" табылды. Хатта сит өлкәләрҙән – Новосибирскиҙан, Ҡазандан һәм Югранан тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Мәҫәлән, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы атамаһын файҙаланған ошондай өс ҡағыҙ табылды, баш ҡалалағы 33-сө поликлиника исеменән дә алты ялған ҡағыҙ тапшырылған. Ә ғәмәлдә булмаған "САН-МЕД-Көнбайыш" ойошмаһы иһә халыҡҡа хатта 11 ялған документ биргән.
Бындай ҡағыҙҙарҙы, нигеҙҙә, йәштәр һатып ала. Улар, тормош тәжрибәһенә эйә булмау сәбәпле, ошондай аҙымға бара һәм был ҡағыҙҙарҙың мөһим документ икәнлеге хаҡында уйлап та бирмәй. Бындай мутлыҡ ҡылыусылар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуын да иҫкә төшөрәбеҙ. Теркәлгән осраҡтар буйынса енәйәт эше асылған.
Башта әйтелгәнсә, 2013 йылда республикала 21 ялған "больничный" асыҡланды, был дөйөм күләмдең бик бәләкәй өлөшө. Былтыр төбәк бүлексәһе медицина учреждениеларына 1,3 миллион дана эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бланкын тапшырғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, борсолоу урынлы, Фонд белгестәре был өлкәлә етди иҫкәртеү эше алып бара. Беҙҙең республикала теркәлгән ялған "больничный"ҙар һаны бөтә ил буйынса сағыштырғанда ла бик аҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең төбәк бүлексәһе бар күрһәткестәр буйынса ла Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.
Тура бәйләнеште тамамлар алдынан шуны әйтеп үтер инем. Көн һайын беҙгә 800 тирәһе кеше мөрәжәғәт итә. Улар төбәк бүлексәһенең сайты, "ҡыҙыу телефон", почта аша үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы еткереп тора, ҡайһылары тура Фондҡа килә. Беҙҙең ишектәр һәр саҡ, һәр кемгә асыҡ. Мин үҙем дә аҙна һайын тиерлек төрлө райондарға сығам. Урындағы хакимиәт етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрәм, граждандарҙы ҡабул итәм.
Шуныһы бик тә аяныслы: һорау менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған булып сыға. Ҡабатлап әйтәм, эшкә урынлашҡанда һеҙҙең менән хеҙмәт килешеүе мотлаҡ төҙөлөргә һәм хеҙмәт кенәгәһенә яҙма индерелергә тейеш. Шунһыҙ дәүләт менән гарантияланған түләүҙәрҙең бер төрөнә лә хоҡуғығыҙ булмаясаҡ.



Эшләүсе граждандарға белешмә өсөн
Әгәр законлы хоҡуҡтарығыҙ иҫәпкә алынмай, пособиелар түләнмәй икән, бының сәбәбен асыҡлау маҡсатында беҙҙең төбәк бүлексәһенә ғариза яҙығыҙ. Ғаризағыҙҙа эш биреүсе хаҡында бөтә мәғлүмәт (атамаһы, адресы) булырға тейеш. Шулай уҡ мөрәжәғәтегеҙҙе почта аша түбәндәге адрес буйынса ебәрә алаһығыҙ: 450103, Өфө ҡалаһы, Сочи урамы, 15. Бүлексәнең сайты ла һеҙҙең ҡарамаҡта: http://r02.fss.ru/.


2001 йылдан 2013 йылға тиклем Фондтың Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе эштә бәхетһеҙлеккә осрап инвалид булғандарға 900-ҙән ашыу махсус автомобиль тапшырҙы, уларҙың дөйөм хаҡы — 115,8 миллион һум. Былтыр страховкаланған 17 кеше яңы автомобиль асҡысы алды. Улар ҡул менән идара итеү өсөн махсус йыһазландырылған, һәр хужаның физик мөмкинлеген иҫәпкә алып етештерелгән. Ете йыл үткәндән һуң инвалидтарға йәнә яңы автомобиль тапшырыласаҡ, иҫке машина ла хужаһында ҡаласаҡ.
2014 йылда махсус машина алыуға 11 кеше ғариза яҙған, был һан артасаҡ әле.

Әйткәндәй...
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә Марат Мөьмин улы Әхәт Нурышевты ҡабул итте. Осрашыуҙа район хакимиәте юристары һәм Фонд белгестәре ҡатнашты. Бар документтар ҙа ентекле өйрәнелгәндән һуң, уртаҡ фекергә киленде. Әхәт Миҙхәт улы үҙ хоҡуҡтарын суд ярҙамында тергеҙергә тейеш. Фонд белгестәре уға документтарҙы барлау, әҙерләү һәм башҡа йәһәттән бушлай юридик ярҙам күрһәтәсәк.



Эш урынында бәләгә тарыу осраҡтарын кәметеүгә Фондтың төбәк бүлексәһе иҫкәртеү программаһын финанслау юлы менән етди өлөш индерә. Былтыр Фонд 1063 предприятиеға иҫкәртеү саралары өсөн 180 миллион һум аҡса йүнәлтергә мөмкинлек бирҙе. Был сумманың 43 проценты хеҙмәткәрҙәрҙе махсус кейем, шәхси һаҡлыҡ саралары менән тәьмин итеүгә, 30 проценты зарарлы һәм хәүефле производствола эшләүселәрҙең һаулығын шифаханаларҙа нығытыуға, 20 проценты медицина күҙәтеүенә һәм 5 проценты эш урындарын аттестациялауға йүнәлтелде.
Предприятиелар, ошо программа шарттарына ярашлы, Фондҡа түләнергә тейешле иғәнәләрҙең 20 процентын үҙҙәрендә ҡалдырып, уларҙы хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға тотонорға хоҡуҡлы.



Фондтың "Бала табыу сертификаты" программаһын тормошҡа ашыра башлауына — 8 йыл. Был ваҡыт эсендә уны финанслауға төбәк бүлексәһе тарафынан дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтелде, шул иҫәптән былтыр — 602 миллион һум. 2006 йылда 42 мең бала тыуған булһа, был һан йылдан-йыл арта, былтыр 59 384 сабый донъяға килде.

Тура бәйләнеште Д. АРЫҪЛАНОВА
менән А. НИЗАМОВА ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873