Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙ – Мәсетле!” йырының тарихы
Бына шул осорҙа яҙылды “Беҙ — Мәсетле!” йыры. Нисек инде, районыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге республика кимәлендә абруй яулаған, башҡа райондарҙа булмаған тынлы оркестр ойошторғанбыҙ, үҙешмәкәр хор бар, ә районды данлаусы йыр юҡ. Булмағас, яҙырға кәрәк, тип дәртләнеп тотондо йәштәр. Һүҙҙәрен күмәкләп яҙҙыҡ тиергә лә була, әммә текст авторы итеп Гөлсөм Хөсәйенованы атарға кәрәк, сөнки куплеттар уның етәкселегендә яҙылып, уның әҙәби эшкәртеүендә еренә еткерелде. Көйөнә килгәндә, хәл икенсерәк булды. Теләштән, әллә Тәкәнән инеме, үҙенсәлекле уйнау һәләтенә эйә булған гармунсы егет бер көй уйнап күрһәтте. Әммә ауыл көйөнә хор менән йырлауы ҡыйын, шуға күрә уны Мөхәмәтхәй Ибәтов хор талабына тура килтереп эшкәртте. Эйе, йырҙың авторҙары бар — Мөхәмәтхәй Ибәтов һәм Гөлсөм Хөсәйенова. Әммә ул йыр китаптарына “халыҡ йыры” булып инеп китте, сөнки, Ибәтов һуғыш ваҡытында әсирҙә булыу сәбәпле, авторҙарҙы күрһәтергә рөхсәт итмәнеләр. Йырҙың тәүге исемен дә үҙгәртергә тура килде, баш ҡалалағы кемгәлер ул оҡшаманы. Шулай итеп, “Беҙ — Мәсетле!” йыры “Мәсетле йырҙары” булып йөрөй. Үҙемдең хәтирәләр китабында йырҙың тәүге исемен күрһәттем. Нисек кенә булмаһын, районды данлаусы беренсе йыр булып тарихҡа инде. Йәштәрҙең киләсәккә ышаныслы ҡарашын, бәхетле тормош төҙөүҙәрен сағылдырған һүҙҙәр, йырҙы күтәреп алған дәртле көй күптәрҙең күңеленә хуш килде.
1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгө үткәрелде. Мәртәбәле сараға Мәсетле районынан 40 кешелек хор коллективы барҙы. Әйтергә кәрәк, республика делегацияһы составында СССР-ҙың баш ҡалаһына барыу мәсетлеләр өсөн оло ҡаҙаныш булды, абруй өҫтәне. Бындай ышаныс республиканың бер нисә районына ғына күрһәтелде. Делегация башлыса күренекле яҙыусыларҙан, һөнәри артистарҙан төҙөлгәйне.
Әлбиттә, Мәскәү сәхнәһендә “Беҙ – Мәсетле!” йыры ла яңғыраны, тамашасыларҙың алҡышына күмелде. Ғөмүмән, баш ҡалала мәсетлеләр уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Партияның Мәскәү ҡала комитетының 1-се секретары Фурцева исеменән минең үҙемә төбәп рәхмәт хаты, ә хор коллективына махсус диплом килде. Мәскәүҙәрҙең алҡыштарына ҡушып, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Мәсетле районының мәҙәниәт йортона пианино бүләк итте.
“Беҙ – Мәсетле!” бик популяр йыр булып китте, республиканың симфоник оркестры менән яҙма эшләнде, радио аша йыш тапшырылды. Ә хәҙер ул йыр ишетелмәй. Һүҙҙәре заманаға тура килмәй, тигән булаларҙыр инде. Йырҙың йыртығы юҡ ул. Замана еленә лә яраҡлаша ала. Икенсе куплетты:
Эшсән халыҡ тигеҙ йәшәй
Башҡортостан ерендә.
Бәхет сатҡылары яна
Мәсетлеләр йөҙөндә.
– тип йырлағанда бик урынлы булыр, киләсәктә үҙгәртергә лә кәрәкмәҫ. Әйткәндәй, тәүге версияла “Бәхет сатҡылары яна” ине, әммә ул заман ҡанундарына тура килтереп, “Ильич лампалары” тип алынды. Дүртенсе куплеттағы “Гөрләй колхоз ҡырҙары” тигән юлды “Гөрләй ялан-ҡырҙары” тип йырларға була.
Шуныһы ҡыуаныслы: мәсетлеләр бөгөн дә бейеүгә-йырға дәртле. Концерт, спектаклдәр, төрлө конкурстар үҙешмәкәр сәхнәнән төшмәй. “Беҙ – Мәсетле!” йыры ла мәҙәниәт йортонда даими яңғырай, тип әйтәләр. Тимәк, традициялар дауам итә. Ижад юлын ауыл сәхнәһендә башлаған Мәсетле егете Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың мәртәбәле ҡумыҙ бәйгеһендә “Донъя виртуозы” исемен яулауы – шуға дәлил. Моңлолар, батырҙар, матурҙар мәсетле йәштәре. Ил, донъя күләмендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, Башҡортостанды данлайҙар. Афарин!
Бына шулай йырҙың тарихы. Ә һеҙ, йәштәр, йырлағыҙ ул йырҙы. Ғөмүмән, донъяла йырлап йәшәргә кәрәк. Тамаҡ хаҡын саманан тыш ҡайғыртыу, матди байлыҡ артынан ҡыуыу кешене байытмай. Йән өсөн рухи байлыҡ талап ителә, шул кешене йәшәтә. Затлы әйберҙәр, ҡатлы-ҡатлы һарайҙар был донъяла ҡала, ә рухи байлыҡты йән үҙе менән ахирәткә ала. Йырлағыҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, бәхетле булығыҙ!
Йөрәге йәш, зиһене камил Нурый Мирсәйет улы Мирсаевтың. Малай саҡта ялан тәпәй йөрөп өшөгән, Бөйөк Ватан һуғышында яраланған аяҡтары ғына борсой. Ләкин йырлап йәшәгән, тормош һуҡмағынан йырлап атлаған кеше ауырлыҡҡа бирешмәй. Мәсетле егете бит!
Шуның менән мәҡәләмде тамамларға уйым бар ине. Әммә ниндәйҙер күренмәгән кәртә ике айҙан ашыу уны баҫмаға ебәртмәй тотто. Баҡһаң, “Беҙ — Мәсетле!” йырын иҫкә алған тағы бер сығанаҡты эҙләп табыуымды көткән икән. 1954—1957 йылдарҙа Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Мөхәмәтнур Фәтхелислам улы Фәтҡиевтең “Дорогу осилит идущий” исемле хәтирәләр китабында йыр тарихы теркәлгән. Ул да мәсетлеләрҙең йырға-бейеүгә дәртле булыуҙарын яҙған. 1955 йылдың ҡышында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең ҙур район конкурсы уҙғарылыуын, еңеүселәр билдәләнеүен, бүләктәр тапшырылыуын бәйән итә. “Мәсетле, Мәсетле, беҙҙең йәштәр бәхетле” йыры шул конкурс һөҙөмтәһендә тыуыуын, авторы Мөхәмәтхәй Ибәтов икәнен раҫлай.
Шулай итеп, тәүге исеме “Беҙ — Мәсетле!” тигән йыр 1955 йылда яҙылған, авторҙары — Мөхәмәтхәй Ибәтов һәм уның ҡатыны Гөлсөм Хөсәйенова, 1955 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә Мәсетле район үҙешмәкәр хоры башҡарыуында алҡыштар яулаған ул.

Беҙ – Мәсетле!

Гөлсөм Хөсәйенова һүҙҙәре,
Мөхәмәтхәй Ибәтов музыкаһы.


Беҙ — Мәсетле, беҙ — Мәсетле,
Йәмле Әй буйҙарынан.
Беҙҙе иҫкә алырһығыҙ
Мәсетле йырҙарынан.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Эшсән халыҡ тигеҙ йәшәй
Башҡортостан илендә.
Бәхет сатҡылары яна
Мәсетлеләр йөҙөндә.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Әй йылғаһы буйҙарында
Йәй көндәре күңелле.
Мәсетлеләр йырлағанда
Дәртләндерә күңелде.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Беҙҙең йәштәр эшкә бара,
Гөрләй ялан-ҡырҙары.
Үҙе эшсән, үҙе матур
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Беҙҙең йәштәр ял иткәндә
Яңғырап тора йырҙары.
Алһыу йөҙлө, ҡара күҙле
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Мәсетленең егеттәре
Бейергә, йырға оҫта.
Дошман сикте боҙа алмаҫ,
Улар торғанда һаҡта.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!

Әй буйҙары йәмле була
Елберләгән тал менән.
Мәсетлеләр маҡтаналар
Эштә алған дан менән.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

(Аҙағы. Башы 44-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә