Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алдау фирмаһыАртур һөнәре буйынса – мал духтыры. Тик уның һис тә ауылда йәшәгеһе, тиҙәк еҫкәп, ҡорсаңғы мал ҡарап йөрөгөһө килмәй. “Лутсы ҡалала йылы бүлмәлә генә эшләрмен. Бында шыр наҙан араһында әрәм булғансы, ап-аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып, интеллигенттар араһында йөрөрмөн. Өфө саҡлы Өфөлә эш муйындандыр әле”, — тип уйланы ул.
Артур иң алда абруйлы ойошмаларҙың ишеген шаҡыны. Ҡиәфәттәренән үк олпатлыҡ аңҡып торған етәксе ағайҙар, уның дипломын ҡарап, бер үк һүҙҙе ҡабатланы:
— Егет, һинең бурысың — малсылыҡты үҫтереү. Ауыл ныҡ булған саҡта ғына ҡала йәшәй ул. Бында ваҡытыңды әрәм итеп йөрөмә, ҡайт та һөнәрең буйынса эшкә урынлаш, ул саҡта һинән дә шәп кеше булмаҫ.
Әммә үҙ һүҙле, ныҡышмал егет шуларҙың әкиәтенә генә ҡарап торамы?! Ул иғландар буйынса эш эҙләй башланы.
— Тәк-тәк, “Офису требуется сотрудник. Карьерный рост, стабильный доход, зарплата от 20 тысяч”. Әһ-һә, эш беште, былай булғас. Ағаң момент эш тапты. Ауылда һуҡыр тингә бысраҡҡа батып йөрөй, ти. – Артур телефон һандарын йыйҙы. Трубканың теге осонда мөләйем тауышлы ҡыҙ яуап бирҙе.
— Һаумыһығыҙ, мин иғлан буйынса, эш эҙләйем.
— Һеҙҙе ишетеүемә бик шатмын. Беҙҙең фирма бөтә ил күләмендә киң билдәле. Әлегә тиклем беҙгә шылтыратыусы булманы, тимәк, ойошма директоры вазифаһына ихлас дәғүә итә алаһығыҙ. Бөгөн сәғәт 5-кә Аксаков урамы, 54 адресы буйынса килегеҙ. Йәшел ҡапҡа аша үткәс, һулға боролоғоҙ.
Артур билдәләнгән сәғәтте еткерә алмай бер булды. Татлы хыялдарында үҙен дәрәжәле етәксе итеп күрҙе.
...Бына ул иркен кабинетында ултыра. Хеҙмәткәрҙәре, уның әмерен көтөп, күҙенә ҡарап ҡына тора, “Артур Айҙарович” тип йүгерәләр генә. Төймәгә баҫһа, секретарь ҡыҙ уға ҡәһүә килтерә. Тәҙрәнән үрелеп ҡараһа, иң һуңғы моделле машинаһында шәхси водителе көтөп тора. Теләһә, хәҙер үк сит илгә оса, вертолеты күптән әҙер. Уны бындай ҡиәфәттә ауылдаштары күрһә, көнләшеп үлер, билләһи. Ә күрше ҡыҙ Зәлифә эй терһәген тешләр, сәсен йолҡор. “Минең алда эре ҡыланыуына үкенер, ләкин һуң инде-е. Мотлаҡ берәй француженкаға өйләнермен. Эйе, эйе, һис шикһеҙ, француженкаға...”
Үҙенең уйҙарынан Артурҙың башы әйләнде, ауыҙы ҡолағына етте, ҡыуаныстан күҙҙәре йылтыраны.
Ихата алдында кешеләрҙең күплегенә аптыраны. Улар араһында үҫмерҙәр ҙә, ҡарт-ҡоро ла, уның ише йәштәр ҙә бар.
— Һы-ы, ҡыҙыҡ... Былар минең буласаҡ эшселәремме икән?
Артур эскә үтте, унда халыҡ тағы ла күп. Залда көслө музыка яңғырай. Ишек төбөндә ултырыусы урта йәштәрҙәге ханымға ниндәй йомош менән килеүен еткерҙе. Ул утыҙ ике тешен күрһәтеп ауыҙ йырҙы ла анкета һондо.
— Ошоно тултырырһығыҙ, шунан саҡырырбыҙ.
Бер аҙҙан Артур аллы-гөллө биҙәнгән, Хоҙай биргән бар ниғмәттәрен асып күрһәткән күлдәк кейгән ҡыҙ ҡаршыһында ултыра ине. Ул төпһөҙ зәңгәр күҙҙәре менән егеткә көйҙөрөп ҡарап алды. Артур ҡаушауынан хатта ҡалтырай башланы. Һылыуҡай фирма хаҡында бик оҙаҡ һөйләне. Егет, бик тырышһа ла, уның әйткәндәренең айышына төшөнмәне.
— Фирма һеҙҙе ике аҙна бушлай уҡытасаҡ. Бына һеҙгә махсус әҙәбиәт яҙҙырылған дисктар. Уны бер аҙна эсендә үҙләштергәс, кире ҡайтарырһығыҙ. Залогка 1 200 һум ҡалдырырға кәрәк. Дисктарҙы килтергәс, аҡсағыҙҙы кире алырһығыҙ.
Дисктарҙа инглиз телендә ниндәйҙер текстар, схемалар күрһәтелгәйне. Артур һүҙлек менән тәржемә яһап маташты, тамам башы ҡатты. “Юҡ, файҙаһы булманы бынан, барғас һорашырмын”, — тип үҙен йыуатты.
Бер аҙнанан егет кире килде. Бер ҡайғыһыҙ киләсәк вәғәҙәләгән ишек бикле. Уның янында унлаған кеше тора. Улар бик бойоҡ күренә.
— Һине лә тишек кәмәгә ултырттылармы? Беҙ өсөнсө көн ул жуликтарҙы ҡарауыллайбыҙ. Аҡсаны ҡайтарып булмаҫ инде, онот уны, егет...
Шулай ҙа Артур һыр бирмәҫкә булды. Был эш менән килеп сыҡмаһа ла, бүтәнен табырмын әле, тип өмөтләнде. Интернет селтәренән, реклама гәзиттәренән төрлө иғландар байҡаны. Ҡайҙа ғына шылтыратһа ла, теге ваҡыттағы кеүек яғымлы тауышлы ҡыҙ, уны иң беренсе булып шылтыратыуы менән ҡотлап, яҡшы түләнгән эш тураһында хәбәр итте.
— Беләм-беләм, йәшел ҡапҡанан үткәс, һулға боролорға һәм алданырға. Һы-ы, юҡ инде, буштан-бушҡа аҡса өләшеп йөрөп булмаҫ, ҡаҙалып китһен фирмағыҙ!
“Лутсы ҡайтып, хужалыҡҡа ветеринар булып эшкә урынлашам, малҡайҙарҙы һауыҡтырам. Эх, ауылда йәшәүгә ни етә?! Саф һауа, таҙа һыу, эскерһеҙ халыҡ... Өйләнермен, бына тигән йорт һалып инермен”, — тине лә тыуған яғына юл тотто.
Гүзәл БИКМӘТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә