Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тағы байрамдар хаҡында
Тағы байрамдар хаҡындаҺағынып һөйләү өсөн ҡалды:
Байрам — байрам ине элек.
Ә хәҙерге байрам иһә
Үҙенә күрә һуғыш кеүек.

Ҡайҙан алып бөтә тиһең
Милитарист ҡылыҡтарын,
Беҙгә ҡаршы ебәрә ул
Шешә-шешә полктарын.

Өҫкә килгән ошо яуға
Ҡаршы сыҡмай сарабыҙ юҡ.
Һуңғы полкын да йыҡмайса
Туҡтарға һис самабыҙ юҡ.

Һуғыш булмай юғалтыуһыҙ,
Шуны һөйләй үткәнебеҙ.
Яу ҡырында тора алмай
Ятып ҡалды күптәребеҙ.

Яу үткәс тә беҙ — беҙ түгел:
Баштар сатнай, сәнсә бауыр,
Йөрәк һыҙлай. Шул хәлдәргә
Сыҙауҙары, ай-һай, ауыр!

Эшебеҙ күп, ә байрам күп,
Шуға иҫтәр китеп тора.
Береһе үтеп тә өлгөрмәй,
Икенсеһе көтөп тора.

Ана, тағы яңы байрам
Атакаға тора әҙер.
Быныһында иҫән ҡалһам,
Бомждарға бирәм хәйер...

Үпкә

Баш заманы булған элек,
Булған да бөткән инде.
Хәҙер уның урынына
Аяҡ заманы килде.

Туп тибеүсе егеттәрҙе
Күктәргә күтәрәләр,
“Улар илдең геройы!” — тип
Иҫтәрҙе китәрәләр.

Сәхнәләрҙә һикеренгән
“Йондоҙҙар”ға баҡ ҡына:
Әҙәм рәтле моңдары юҡ,
Бар шәрә аяҡ ҡына.

Ошоларҙы ҡарайбыҙ ҙа
Кәйеф-сафа ҡорабыҙ.
Үҙебеҙҙе шуның менән
Шат, бәхетле тоябыҙ.

Кешесә лә һөйләшеү юҡ,
Ул саҡтар уҙҙы, тибеҙ,
“Вафат булды” тип әйтмәйбеҙ,
“Ул аяҡ һуҙҙы” тибеҙ.

Йәмғиәткә уйландырыр
Әҙәби һүҙ нимәгә?!
Фекерләүҙәрҙе онотҡан
Күпме йәндәр имгәнә!

Үпкәһе бар шуны күреп
Шиғыр яҙған Мараттың:
— Хоҙай, ниңә мине аяҡ
Заманында яраттың?

Ришүәткә ҡаршы

Бар шул әле беҙҙең илдә
Юҡтан байыуҙар.
Нисек бөтмәй ришүәт биреү,
Ришүәт алыуҙар?

Әле берәү миңә ришүәт
Төртмәксе була,
Ҡырын эштәр эшләп, донъя
Көтмәксе була.

Мин йөҙөнә кире бәрҙем
Уның биргәнен,
Эттән алып, эткә һалып
Үҙен тиргәнем:

— Бының өсөн статья бар,
Ваҡыт белергә.
Закон ҡаты. Юлың ята
Тура Себергә!

“Был сәғәтем ришүәт түгел,
Ул — бүләк”, имеш.
Алтын булһа, бер хәл әле,
Ә һинең — көмөш.

Дәрәжәмде төшөрәһең,
Ах, һин, әҙәпһеҙ!
Күҙгә күренәһе булма
Алтын сәғәтһеҙ!

Ял кәрәк

— Эшкә барған-ҡайтҡаныңды
Күрә инем көн дә-көн дә,
Һуңғы ваҡыт күренмәйһең?
— Яттым әле бюллетендә.

Хәйер, ҡайҙа инде ятыу!
Өй эшенән бушап ҡара!
Ҡатын-ҡыҙ бит ғаиләлә
Әйләнсеккә оҡшап бара.

Балаларҙы ҡарайһы бар,
Иремә лә ярайһы бар,
Баҙарға ла сабаһы бар,
Нимә кәрәк — табаһы бар.

Ярай хеҙмәт урынынан:
— Бөткәнһеңдер ялҡып, —
тиҙәр, —
Етте һиңә өйҙә ятыу,
Ял итергә ваҡыт! — тиҙәр.

— Ҡара, ниндәй хәстәрлеләр!
Путевка ла юллағандар.
Һине ҡайһы ял йортона
Ебәрергә уйлағандар?

“Йоматау”мы, “Янғантау”мы?
“Танып” мәллә Асҡындағы?
Хәйер, бөтәһе лә һәйбәт,
Бөтәһе лә яҡындағы.

— И-и, әхирәт, әллә инде
Һалышаһың белмәмешкә?
Беҙгә ниндәй санаторий —
Саҡыралар ҡабат эшкә.

Марат Кәримов,
Башҡортостандың халыҡ шағиры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә