Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йорт усағы дөрләп янһын, тиһәң...
Йорт усағы дөрләп янһын, тиһәң...
Хәҙер урамда оҙон итәктә, яулыҡ ябынып йөрөгән ҡатын-ҡыҙға йыш ҡына тап булабыҙ. Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара. Был, әлбиттә, Исламдыңүҫешенә бәйле.

Әммә, динебеҙҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың урамда ғына түгел, өйҙә лә матур итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүе хәйерле һанала. Гүзәл зат ошолай йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғтибарлы булырға тейеш. Быныңөсөн Хоҙай Тәғәләҡатын-ҡыҙға матурлыҡты ла, зиһенде лә, күңел йомшаҡлығын да йәлләмәй биргән, хәйләне лә тотторорға онотмаған. Ошо сифаттарын аҡыллы, дөрөҫҡуллана белгән гүзәл заттың йорт усағы дөрләп янып торор, ире ситкә күҙһалмаҫ. Ғөмүмән, мосолман ҡатын-ҡыҙы үҙенең икенсе яртыһы өсөн туҡтай алмайынса уҡылған китап кеүек ҡыҙыҡлы, серле булырға тейеш.
Ислам дине гүзәл затҡа биҙәнергә рөхсәт итә. Әйтәйек, йөҙөңдә бер аҙһыр барлыҡҡа килде икән, быны ир күрергә тейеш түгел, уның алдында гелән матур булырға кәрәк. Урамға биҙәнеп сығыу иһә сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлай, тиҙәр. Алтын, көмөш биҙәүестәр ҙә рөхсәт ителә. Яулыҡтың, күлдәктең, итәктең формаһына килгәндә, улар урындағы йолаларға бәйле төрлө булыуы ихтимал.
“Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мосолман кейемен мода өсөн генә кейә”, — тигән һүҙҙәрҙе күп ишеткән бар. Минеңсә, бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсенән, мосолман кейемендә мода булырға тейеш, ул ҡатын-ҡыҙға күркәмлек, нәзәкәтлелек өҫтәй. Икенсенән, иманға килеү бер-ике көнлөк кенә юл түгел. Быуатҡа яҡын динһеҙ йәшәргә мәжбүр булдыҡ. Ошо арауыҡта бер нисә быуын рухи ҡомартҡыбыҙҙан ситләшеп үҫте, Исламға әҙәбиәттә, сәнғәттәҡара яғылды. Юғалғанды ҡайтарыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәй, әммәәкренләп алға барабыҙ. Шуға күрәҡайһы берәүҙәр иманға юлды кейемдән башларға булған икән, дәғүәләр менән күңелен төшөрөү гонаһ булыр.
Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың Исламға килгән иренең рухи үҫешендәөлөшө ифрат ҙур. Әгәр ғаилә башлығы иман юлына баҫҡан, ә хәләл ефете быға бөтөнләй битараф икән, яҡшы һөҙөмтәгәөмөт итеүе ауыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күп ерҙә ошо мәсьәлә эшкә тотҡарлыҡ яһай. Әйтәйек, ғаилә ағзаларының береһе генә дингә килеп, яҡындары тарафынан хуплау тапмаһа, иманға юлдың бик ҡатмарлы, оҙайлы булыуы ихтимал. Был йәһәттән айырыуса ҡатын-ҡыҙға һиҙгерлек талап ителә: ир кешенең изге ниәттәрен, ынтылыштарын тойоу, үҫтереүөсөн Аллаһ Тәғәләнән илаһи көс бирелгән уға. Ошо ҡеүәтен файҙаланып, хәләл ефетенең башланғысын күтәреп алған, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, намаҙ уҡый башлаған, балаларын да иман юлына баҫтырған мосолман ҡатындары һоҡланыуға, ихтирамға лайыҡ. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: бындай гүзәл зат вәкилдәре ауылдарҙа ла байтаҡ. Һөҙөмтәлә шуға тағы ла бер ҡат инанаһың: милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең тамырҙары һаҡланған изге төйәктәрҙең киләсәге — әсәләр ҡулында. Барлыҡ рухи төшөнсәләрҙең нигеҙендә Ислам ятыуын аңлап, йәшәү рәүешен уға бәйле үҙгәрткән, балаларына дини тәрбиә биргән ҡатын-ҡыҙ күберәк булһа, “ауыл бөтә”, “тәбиғәт зарарлана”, “кешеләр араһында мөнәсәбәт ҡырҡыулана” кеүек бихисап хәүефле уйҙарҙан ситтә торор инек.
Һүҙҙе өҫ-баштан, кейемдән башлағайным. “Мосолмандыңғилеме ҙур, теле шифалы, төҫ-ҡиәфәте килешле булырға тейеш”, — тиелгән Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә. Әҙәм балаһын бер бөтөн иткән был һыҙаттарҙың Ислам аяҡҡа баҫып килгән заманда әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ә милләтебеҙҙең тотҡаһы булған мосолман ҡатын-ҡыҙы эске һәм тышҡы матурлығы менән тирә-йүнгә нур таратып йәшәй икән, иншаллаһ, тормошобоҙҡотло, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.


Автор: Ф. ҒИЛМИТДИНОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә