Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әлдә ҡаршы булмағанмын
Улым Ильяс студент йылдарында Әлисә исемле матур башҡорт ҡыҙы менән дуҫлашты. Көндәрҙең береһендә ул һөйгәне менән беҙҙе лә таныштырҙы. Тураһын әйтәм: ҡыҙыҡай беҙгәәллә ни оҡшап бөтмәне. Үҙе йомарт, аҡыллы ла кеүек, әммә шаталағыраҡ күренде. Бер ҡараһаң, ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ ни өсөн йәмрәйеп йөрөһөн инде. Улыбыҙҙы ла әллә ниндәй етди тип булмай, ҡайһы ваҡыт бигерәк малайҙар һымағыраҡ ҡылана.

Ильяс менән Әлисә ике йыл дуҫлашып йөрөнө. Татыу булдылар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар. Сәғәттәр буйы телефондан һөйләшерҙәр ине. Әммә көтмәгәндә уларҙың араһынан ҡара бесәй үтте – нимәгәлер асыуланышҡандар. Тора-бирә бер-береһенәүпкәләре онотолоп, йәнә дуҫлашырҙар әле тип уйлағайным да, оҙаҡҡа һуҙылды. Улымдыңҡайғырыуын белеп-күреп йөрөйөм. Элекке шаян Ильясты алмаштырҙылармы ни: көлмәй ҙә, йүнләп һөйләшмәй ҙә. Йыш ҡына ауыр итеп көрһөнә.
– Балам, бар, аңлашығыҙ, – тип әйтеп ҡараһам да, ҡулын ғына һелтәне.
– Хәҙер, китеп барам ти. Ул үҙе ғәйепле!
Бәлки, Әлисәүҙе шылтыратыр тип өмөтләнеүем дә бушҡа булды. Бына-бына өйләнешерҙәр, гөрләтеп туй яһарбыҙ тип торғанда, бөтәһе лә селпәрәмә килде.
Бер йылдан һуңмы, Әлисә кейәүгә сыҡты ла ире менән ҡайҙалыр китте. Улым да ниндәйҙер мәрйәгәәүрәп, никахһыҙ-ниһеҙ уның фатирында йәшәй башланы.
– Балам, улай ярамай, әйҙә никах уҡытайыҡ, – тиһәм, йәнәүҙһүҙен бирмәй.
Бер аҙҙан уның менән дә асыуланышып, кире өйгәҡайтты. Быныһы өсөн ҡыуандым ғына. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары бөткәнме ни! Берәйһен табыр әле. Ана, Өфө тулы.
Улымдың яңғыҙ йөрөүенә инде хафалана ла башланым. Былай булһа, яңғыҙҡартаясағы көн кеүек асыҡ. Хәҙер тегенән-бынан килен булырҙай һылыуҙарҙы ҡараштыра башланым. Шулай бер танышымдыңҡыҙы барлығын белеп ҡалдым да Ильясҡа был хаҡта әйттем.
— Эй, әсәй, -– тине улым, бер мәл асылып. – Мин Әлисәне онота алмайым. Унан башҡа берәүҙе лә оҡшатмамдыр, ахырыһы. Теге ваҡыт зерә тәү башлап үҙем шылтыратмағанмын, иҫәр булғанмын...
Йәнәөс йыл уҙҙы. Ә Ильяс һаман яңғыҙ. Берҙән-бер көндә танышыбыҙҙан ӘлисәнеңӨфөгәҡайтыуын ишеттек. Иренән айырылған, дүрт йәшлек улы бар, ти. Быны белгәс, улым тәүҙәҡыуанғандай итте.
– Йәтеш, шул кәрәк уға, әллә кем булып сығып киткәйне.
– Ҡуй, улым, улай тип кеше үсәмәәле, – тинем.
Көндәрҙең береһендә танышыбыҙ:
— Кисә Ильяс менән Әлисәне театрҙа күрҙек, яңынан дуҫлашҡандар икән, – тигәс, икебеҙҙең дә күҙҙәр шар булды.
Бер нисә көндән улым, уны өйгә алып ҡайтып:
– Атай, әсәй, беҙөйләнешәбеҙ, – тигәс, йәнә шаҡҡаттыҡ.
Ирем үҙенә урын тапманы.
– Кит, егет булып йөрөүен әйтер инем, мәмәй, – тип үрһәләнде. – Быҙаулы һыйырға өйләнмәһә, Өфөләҡыҙҙар бөткәндер шул, ыструйға теҙеп һайлап ал. Балаһыҙ сағында Ильясты кешегәһанламай сыпранлап сығып киткән булғайны. Хәҙер шул әллә кемдән тапҡан малайын беҙгә таҡмаҡсы буламы! Не выйдет!
Ирем был хаҡта улыма ла әйтеп ташланы. Икеһе араһында китте талаш. Улым Әлисәне яҡлай, ә ирем яманлай. Имеш, теге лә был, йүнле ҡатын ирҙән ҡайтамы, кеше балаһын ҡарарға уйлайһыңмы… Мин тағы аралары боҙолоп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Улымдың мәңге буйҙаҡ булыуы ла бар бит. Аҙмы ни шундай миҫалдар. Аулаҡта ипләп кенә уның менән һөйләшеп ҡараным, аҙаҡӘлисәне лә саҡырҙым. Баҡһаң, тәүге ире эскесе булған, бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Хатта ул эштә саҡта өйҙәге әйберҙәрен сығарып һата башлаған. Ҡул күтәргән.
Ул элекке һылыу ҡыҙыҡай түгел ине хәҙер. Дүрт-биш йыл эсендә кеше шул тиклем ныҡүҙгәрер икән! Тал кеүек нескә буй-һыны ла хәҙер тулыланған. Ә улыма унан да матур, һөйкөмлө кеше юҡ кеүек. Миңә лә элекке һымаҡ яҡын тойолдо.
Шул көндә иремә, асыуланып, барыһын да етди генәәйттем:
— Балаға берүк ҡыҫылма. Был уның тормошо, кем менән булырға кәрәклеген ул үҙе һайлай. Уға үҙе яратҡан кеше кәрәк, балалымы ул, балаһыҙмы – әйҙәүҙҙәре килешһен. Ә беҙ улыбыҙҙы хөрмәт итергә тейеш.
Ирем мине тыңланы ла:
— Ярай! – тип бер генәһүҙәйтте. Миңә еңел булып ҡалды.
Бына хәҙер улым менән киленемдең бергә тора башлауына — биш йыл. Уртаҡ балалары ла бар. Уларҙың бер-береһен яратыуын, хөрмәт итеүен күҙҡараштарынан аңлайым. Килендең эйәрсән (улай тип әйтергә тел әйләнмәй) улының аҡыллылығы! “Өләсәй” тип өҙөлөп тора.
Теге ваҡыт әлдә генә Ильястың уға өйләнеүенәҡаршы булмағанмын тип ҡыуанам хәҙер. Әҙәм балаһы бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәгәндә генә бәхетле булалыр.


Редакциянан. Авторҙың үтенесе
буйынса исемдәр үҙгәртеп алынды.


Автор: Маһира ЙӘНОҘАҠОВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә