Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тормошто яратырға кәрәк”
“Тормошто яратырға кәрәк”
"Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" республика конкурсында ҡатнашҡандар менән яҡындан танышҡанығыҙ бармы? Береһенән-береһе булдыҡлы, талантлы гүзәл заттарға ҡарап, иртәгәһе көнгә ышаныс нығый, уңыштары ихлас шатландыра.

Бындай сара баш ҡалабыҙҙа йыл да уҙғарыла һәм яңынан-яңы исемдәр өҫтәлеп, эшлекле ханымдар арта бара. Өфөнөкөләр айырыуса һоҡландыра — маҡсаттарына ынтылыштары көслө, таһыллыҡтары хайран ҡалмалы.
Венера Миңлебаева — шуларҙың береһе. Тәү күреүҙән үк һылыулығы, яҡшылыҡҡа ынтылышы, йылы мөнәсәбәте менән әсир итә. Тап тормош эсендәҡайнап йәшәүе, ныҡышмаллығы Венера Ғәлибай ҡыҙының эшлеклеләр сафында булыуына булышлыҡ иткән дә инде.
Сипайлово биҫтәһендәге "Гротес" магазинынан халыҡөҙөлмәй. Сифатлы аҙыҡ-түлек һәр кемде йәлеп итә. Бында юлланыусыларҙың күплегенә коллективтың берҙәмлеге лә йоғонто яһай.
Венера Миңлебаева эшен 1996 йылда бәләкәй генә киоскта башлаһа, бөгөн уныңҡарамағында — иркен һәм заманса сауҙа комплексы. Магазинда һөнәренең нескәлектәрен яҡшы үҙләштергән яҡты йөҙлө хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр тауар үҙ урынында, зал зауыҡ менән йыһазландырылған.
Ике бала әсәһенә эшлекле ҡатын-ҡыҙ булырға, байтаҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашырға ниндәй сифаттары ярҙам итәһуң? Шул уҡ ваҡытта ғаиләһендә лә йылы мөхит тыуҙырырға өлгөрә. Венера Ғәлибай ҡыҙы уңыштарының серен йәшермәй ихлас уртаҡлашты.
— Тормошто яратырға һәм ҡурҡмайынса алға барырға, уй-маҡсатым ысынбарлыҡҡа ашмаҫтай тойолһа ла, туҡталып ҡалмаҫҡа тырышам. Йәшәгән һәр көнөңдән риза булырға, ҡәнәғәтлек кисерергәөйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Үҙеңде яратыу һәм өлөшөңә төшкән мәшәҡәттәрҙе еңел күреп ҡабул итеү мөһим. Һаулығың менән бергә рухи байлығыңды ла ҡайғыртырға онотмау хәйерле. Сәйәхәт итергәһәм заманса ҡаҙаныштар менән танышып барырға тырышам. Һәм, әлбиттә, кешеләрҙе яратам, изгелек ҡылырға ынтылам, сөнки ул үҙеңә игелек булып әйләнеп ҡайта, — ти ул.
Бына шунда ла инде Венера Миңлебаева менән бер туған апаһы, "Сәләмәтлек шишмәһе" профилакторийының генераль директоры Римма Еникееваның уңыш сере. Баш ҡалала гөрләп уҙған сараларҙың күбеһе уларҙыңҡатнашлығында үтә. Мәҫәлән, Еңеү көнө, йәштәр байрамдары, спорт саралары.
— Булдыра алаһың икән, хәйриә менән шөғөлләнеү генә аҙәле ул. Апайым менән өлкәндәр өсөн профилакторий, йәш ғаиләләр өсөн йорттарына яҡын ғына итеп мини-бассейн асырға хыялландыҡ. Хатта булдыра алмаҫбыҙ кеүек тә ине. Проекттарҙыңғәмәлгә ашыуына өс йыл элек Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ғына ышанды һәм хупланы. Шөкөр, маҡсатыбыҙға өлгәштек, бер проектты теүәлләнек, хәҙер икенсеһе көтә. Статистика күрһәтеүенсә, бассейндар һаны буйынса Рәсәйҙәһуңғы урындабыҙ. Беҙ ихаталарҙа, йәғни йорттарҙан әллә ни алыҫ урынлашмаған ерҙә, түләүһеҙ бәләкәй бассейндар булдырмаҡсыбыҙ, — ти Венера Миңлебаева.
Төйәгебеҙ ифрат матур һәм бай. Урал тауы ғына ни тора! Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа береһенән-береһе эшлеклерәк һәм әүҙемерәк. Улар араһында "Гротес" йәмғиәте директоры Венера Миңлебаева ла лайыҡлы урын биләй. Һөнәри оҫталыҡты, эшҡыуарлыҡ серҙәрен төплөөйрәнеүе һәм кешеләргә яҡшы мөнәсәбәте уны уңышҡа әйҙәй ҙә инде.


Автор: М. ХАРИСОВА. Район: Өфөҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә