Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ризван Хажиев – ялҡынлы публицист
Ризван Хажиев – ялҡынлы публицист Башҡортостандың иңһәләтле журналистарыныңһәм яҙыусыларының береһе Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районыныңҺөләймән ауылында тыуған.
Ул билдәле шәхестәр Нәжибә Мәҡсүтова, Фәйзрахман Зәғәфуранов, Миңлеғәфүр менән Баһауетдин Зәйнетдиновтар тамамлаған бәләкәй генә ауыл мәктәбендә уҡый. Ошо уҡ мәктәптең стена гәзитендә тәүге яҙмалары донъя күрә. Артабан район гәзитендә лә мәҡәләләре баҫыла башлағас, Ризван Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына инергә ныҡлы ҡарар итә. Бында уға уҡыу еңел бирелә, тырыш студент республика матбуғаты менән хеҙмәттәшлек итергә лә ваҡыт таба.
Университетты тамамлағас, Ризван Хажиев “Башҡортостан”да (ул ваҡытта – “Совет Башҡортостаны”) үҙ хәбәрсе, бүлек мөдире, “Ватандаш” журналында баш мөхәррир урынбаҫары була. Матбуғат баҫмаларында уңышлы эшләгәне, ҡәләм оҫталарының мәнфәғәтен ҡыйыу яҡлағаны өсөн уны Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе итеп һайлайҙар.
1990 йылда Ризван Закирхан улы республикабыҙҙың 226-сы Ләүзәһайлау округынан Башҡортостандың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Был осорҙағы сәйәси эшмәкәрлек Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияныңҡабул ителеүе, республикабыҙҙың илдәге иңҡеүәтле, тотороҡло субъекттарҙың береһенәәүерелеүе менән тарихта ҡалһа, маһир журналисты парламенттың иңәүҙем депутаттарының береһе тип хәтерләйҙәр.
Шулай ҙа Ризван Хажиевтыңғүмер буйы дауам иткән төп эшмәкәрлек йүнәлеше – публицистика. Үткер ҡәләмле журналист ижадында бай тормош тәжрибәһен файҙаланды. “Бөйөк Татра бөркөтө” (1981 йыл), “Әгәр мин янмаһам” (1988), “Хәүефле Афғанстан тауҙары” (1989) һәм башҡа китаптарындағы документаль повестары, очерктары, репортаждары авторҙың заман һулышына һиҙгер булыуын, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе оҫта тотоп алыуын иҫбатлаһа, «Юлтый — публицист», «Хаттарҙа публицистика», «Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙар», «Жанр үҫешендә йүнәлештәр» исемле хеҙмәттәре уның төплөғалим икәнен күрһәтеп тора. «Журналист оҫталығы дәрестәре» һәм «Журналист булып ҡалам» әсбаптары иһә журналистарҙыңөҫтәл китабына әйләнде. «Кем һин, Сабир Ваһапов?», «Шундай ер бар — Мәсетле ере», «Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы» ҡыҫҡа энциклопедияһы — Ризван Хажиевтыңүҙ тыуған яғының патриоты булыуын дәлилләгән бай йөкмәткеле хеҙмәттәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр үткер ҡәләмле публицистың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Беҙҙеңсә, арабыҙҙан иртә киткән талантлы ҡәләм эйәһенең журналистик оҫталығы — үҙе бер мәктәп. Тап Хажиевса сәпкә тейҙерерлек итеп яҙа белеү маһирлығы кәрәк бөгөн беҙгә.
Ғөмүмән, СССР-ҙың Журналистар союзы, Рәсәйҙеңһәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы, «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң», «Йәшлек» гәзиттәренең, «Ватандаш» журналының премиялары лауреаты Ризван Закирхан улы Хажиев – “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән конкурсҡа исеме бирелерлек лайыҡлы шәхес.


Автор: Р. ШӘРИФУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә