Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матбуғат уҙаманы
Матбуғат уҙаманы
Район үҙәгенең ҡап уртаһындағы иң бейек бинаның өҫкө ҡатында урынлашҡан "Ауыл уттары" гәзите редакцияһы. Бынан Йылайыр урамдары, ундағы йәнле тормош ап-асыҡ күренеп тора.

Баш мөхәррир Ильяс Таҡаловтың ошо урам буйлап тәүге тапҡыр эшкә килгән мәленә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙып та киткән: 17 йәшлек егет 1971 йылда фотохәбәрсе итеп алынғайны. Ул саҡта редакция менән типография бер бинала урынлашҡайны. Йәш белгес "Коммунизм өсөн" гәзитенең коллективында тиҙ арала үҙ кеше булып китте. Хәйер, Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған йылдарында уҡ фотолабораторияла эшләне, мәҡәләләре, фотоһүрәттәре район гәзитендә баҫылып торҙо, "йәш хәбәрсе" исемен йөрөттө.
Тырыш, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, өҫтәүенә БДУ-ла ситтән тороп белем алған Ильяс Таҡалов тиҙ арала редакция етәкселәренең иғтибарын яуланы. Оҙаҡламай уны гәзиттең ижтимағи-сәйәси бүлеге хәбәрсеһе итеп ҡуйҙылар, артабан мөдирлек вазифаһын ышанып тапшырҙылар. 25 йәшендә иһә Таҡалов мөхәррир урынбаҫары йөгөн тарта башланы.
Свердловскиҙағы Юғары партия мәктәбендә алған белеме Ильяс Исмәғил улына журналистика эшен тағы ла уңышлыраҡ ойошторорға ярҙам итте. Оҙаҡламай ул Әлшәй районының "Ленинизм байрағы" гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнде. Өс телдә сыҡҡан был баҫмала эшләү, аҙаҡ тыуған төйәгендә донъя күргән "Ауыл уттары"на етәкселек итеү дәүерендә Ильяс Исмәғил улы журналистика хеҙмәтенең барлыҡ нескәлектәрен үҙләштерҙе. Бөгөн иһә ул — һайлаған һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалған сал сәсле матбуғат уҙаманы. Фиҙакәр хеҙмәтен республика етәкселеге юғары баһаланы: журналисҡа 2004 йылда "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ильяс Таҡалов әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та ҙур абруй ҡаҙанған кеше: оҙаҡ ваҡыт урындағы башҡорт ҡоролтайына етәкселек итте, бер нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланды, ике тиҫтә йыл Йылайырҙағы журналистар ойошмаһы рәйесе йөгөн уңышлы тарта.
Таҡаловтар өлгөлө ғаилә булараҡ та киң танылыу алған. Ильяс Исмәғил улы ҡатыны Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы (әйткәндәй, ул 40 йылға яҡын балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләп, быйыл хаҡлы ялға сыҡты, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре) менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе, юғары белем алырға ярҙам итте. Хәҙер инде барыһы ла ғаиләле. Өлкәндәре Илфат Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Йылайырҙағы бүлексәһенә етәкселек итә, дүрт бала атаһы. Уртансылары Самат — район хакимиәте башлығы урынбаҫары, бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй; кинйәләре Илгиз Өфөлә йәшәй, ул үҫтерә. Йәш Таҡаловтар, уларҙың балалары төрлө кимәлдә уҙғарылған спорт ярыштарынан, мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, уңыштары ла бихисап. Әйтәйек, Алмас "Байыҡ" республика бейеү конкурсында оҫталығы менән дан алһа, уның игеҙәк ҡустылары Айгиз менән Нургиз кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпиондары исемен йөрөтә.
Ғөмүмән, барыһына ла ҡәнәғәт Ильяс Исмәғил улы. Үткәндәре үкенесле булманы, киләсәгенең тағы ла бәрәкәтле килеренә ышана 60 йәшлек ир-азамат.
Фәрит РӘМОВ,
Рәсәйҙең, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Йылайыр районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә