Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөрйән хәҙер төпкөл түгел
Бөрйән хәҙер төпкөл түгел
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәре барышында тәрбиә һәм белем усаҡтарын, социаль объекттарҙы тикшерҙе, район үҙәге Иҫке Собханғолда инфраструктура үҫеше менән танышты.

Иҫке Собханғолдағы Баҙал биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты, объекттың нисек планлаштырылыуы, эштәрҙең сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов әйтеүенсә, эштең сифаты һәм тиҙлеге муниципалитетты тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
— Балалар баҡсаһы кеүек мөһим социаль объектҡа тотонаһың икән, эште, мәктәпкәсә учреждениеларға ҡуйылған бөтә талаптарҙы һәм нормаларҙы үтәп, тейешенсә башҡарырға кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты, подрядсыларға мөрәжәғәт итеп.
Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһының иҫке бинаһын да ҡараны. Ул заманса талаптарға һис яуап бирмәй. Ошоға бәйле яңыһын һалырға ҡарар ителгән дә инде. Әле Бөрйән районында 350 бала баҡсаға сират көтә. Яңы учреждениеның сафҡа инеүе урындарға ихтыяжды икеләтә кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Республика Башлығы шулай уҡ Баҙал биҫтәһендә инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреү барышын ҡарап сыҡты. Ул Ҡадиров, Вәлиди, Аҡмулла, Азатлыҡ урамдары буйлап үтте һәм электр, һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреү эштәрен баһаланы.
Иҫке Собханғол ауылындағы урта мәктәптә Рөстәм Хәмитов химия һәм информатика дәрестәрен ҡараны. Мәктәптә 575 урынлыҡ яңы уҡыу корпусы һәм 120 балаға иҫәпләнгән интернат һалыуға бәйле реконструкция проекты буйынса фекер алышыу үтте. Әле уҡыусылар өсөн шарттар яҡшы тип әйтеп булмай. Ҡыҫынҡы бүлмәләрҙә 686 бала белем ала. Рөстәм Хәмитов реконструкцияны быйыл уҡ башларға күрһәтмә бирҙе. Өҫтәүенә районда уҡыусылар даими арта. Муниципалитет сабыйҙар һаны буйынса төбәктә алдынғылар иҫәбендә.
Бөрйән хәҙер төпкөл түгелАртабан Президент Иҫке Собханғол ауылындағы район мәҙәниәт һарайының эшмәкәрлеге менән танышты. Спорт залын ҡарағандан һуң республика башлығы район етәкселегенә унда капиталь ремонт үткәреү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ былтыр декабрҙә асылған “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.
Төбәк етәксеһе районға килгән ҡунаҡтар өсөн уңайлы туристик мөхит ойоштороуға шәхси инвесторҙар индергән өлөштө баһаланы. Уға 50 номерлыҡ ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшөн күрһәттеләр. Бында бер үк ваҡытта 100 кешене урынлаштырырға мөмкин. Бинала шулай уҡ конференц-холл һәм ресторан урынлашасаҡ.
Артабан Башҡортостан Президенты Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярындағы ҡасабаға юлланды. Ул — Бөрйән районы үҙәгендәге иң ҙур биҫтәләрҙең береһе. Нигеҙҙә бында урындағы урман сәнәғәте хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәшәй.
Ҡасабала 1957 йылда һалынған мәктәпкә капиталь ремонт бер ҙә үткәрелмәгән. Бер ҡатлы ағас бинала спорт залы ла, оҫтахана ла юҡ. Нигеҙе лә иҫкергән. Мәктәпте йылытыу өсөн утын яғалар. Кластар санитария-гигиена нормаларына яуап бирмәй, һыу тәьминәте лә, канализация ла ҡаралмаған. Әле бында 100 уҡыусы белем ала.
Башҡортостан Президенты мәктәп менән балалар баҡсаһын бер ҡыйыҡ аҫтына берләштереп, өр-яңы бина төҙөү өсөн проект-смета документтарын эшләргә ҡушты. Был объектты Адреслы республика инвестиция программаһына индереү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Бөрйән хәҙер төпкөл түгел


Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә