Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комиссар Әлибаев көндәлеге
Комиссар Әлибаев көндәлеге 25 апрель. 1943 йыл. Бөгөн көн бигерәк тә матур. (Артабан юйылған — М.Н.).
Моратов менән колхоз идараһында, сельсовет председателендә аҙыҡ әҙерләү, комсоставҡа ашхана асыу мәсьәләләре менән булдыҡ. Шәриф Ғайсинға хат яҙҙым. Политбүлектә семинар. Ағай-эне менән (Ғәббәсов, Ҡадиров, Ишмөхәмәтов һәм башҡалар) гәпләшеп алдыҡ. Әҙерәк еңел булып ҡалды.
Кисен Латипов менән май байрамы сараларын планлаштырҙыҡ. Бик күп хаттарға (ғаиләләрҙең запростарына) ҡул ҡуйҙым. Һуң инде, ләкин политруктар семинар үткәрә, хәҙер шунда барам.
Бөгөн аттарҙы эскадрондарға бирҙек. Госпиталдән Хәмит Сәйетов, Закиров, Кәримов ҡайтты. Кәримовтың бер ҡулын киҫкәндәр. Документтарын алырға килгән.
26 апрель. Күптән мунса ингәнем юҡ. Иртүк Кусимов менән барҙыҡ. 3-сө эскадронда мунса эшләткәйнек. Әҙер түгел. Төшкө сәғәт 2-ләрҙә генә әйләнеп ҡайттым. Эскадронда ат йыуалар, егеттәр менән һөйләштем.
Бына Ситдиҡ Вилданов – Татарстандың Ҡыҙыл Йондоҙ районынан. Госпиталдән сыҡты. Ноябрҙә яраланғайны. Белиновский һуғышында мин бик ҡаты хәлдән тайғайным. Шул саҡта румындар янынан мин уның ҡайышына йәбешеп, шыуышып сыҡтым. Юғиһә румындар ҡулында ҡала инем. Бик яҡын тойолдо миңә был егет. Фауарисов, Баһауетдинов килде. 1-се эскадрон районына барҙыҡ. Һарайҙарын ҡараныҡ, тәртип әҙ. Эйәрҙәр туҙып ята. Аттарҙы эшкәртмәйенсә бестерәләр.
Сәғәт 7-лә яңы егеттәрҙе йыйҙыҡ. Дивизия, полктың боевой эштәре менән таныштырҙыҡ. Урыҫтар төркөмө менән — Кусимов, башҡорттар менән мин һөйләштем.
27 апрель. Бөгөн беҙҙе штабдив тикшерә, занятиеларҙы һәм дөйөм тәртипте. Комдив, Нәзиров, Гулиев һәм тағы бер инспектор. Мин бер сәғәт Ғәзизовта сәйәси дәрестә булдым. Әҙерләнгән. Тик әүҙемлек юҡ. Унан Яҡуповта булдым. Дәрес һүлпән, йоҡлаусылар бар. Нәзиров 30 минут үҙе һөйләне, йәнләндерҙе. 7 майҙа зачет алырға киләм, тине, етешһеҙлектәрҙе әйтте. Штабҡа барып, кадрҙар мәсьәләһен асыҡланыҡ. Комэскаларҙан бер Әхмәтов кенә ярарлыҡ. Бүтәндәре яраҡһыҙ. Комвзводаларҙан 10-лабын алыштырырға. Бынан һуң политчасҡа барып сәйәси эштең учет торошон ҡараныҡ. Учет юҡ. Комдив 1-се эскадронды иң йүнһеҙе тип тапҡан. Аттарҙы насар тәрбиәләйҙәр. Дөйөм нәтижә: 1-се полкта етешһеҙлек, тәртипһеҙлек тулып ята, бөтә йәһәттән артта. 2-се полкта етешһеҙлектәр әҙ, тәртип, инициатива күп. 1 майға рәткә килтерергә тип срок ҡуйҙылар.
Бер подполковник килде. Нишләптер Нәзиров тураһында тикшеренә. Киләме, йөрөймө, ярҙам күрһәтәме, конкрет етәкселек бармы, ти. Һөйләшкәндә Кусимов: "Ни ҙә булһа бар икән", — тип ҡуйҙы. Мин дә шулай: "Ни өсөндөр артынан төшөп маташа", — тинем.
28 апрель. 1 май приказының проектын яҙҙыҡ (Думайский менән). Иптәш Ибраһимовҡа хат һәм Зәбир Кәримовҡа "За отвагу" миҙалын биреү тураһында рәсми заявка яҙҙым. Ул бөгөн ҡайтып китте. Балаларға һабын, бер ҡулъяулыҡ, күстәнәс ебәрҙем. Их, күрәһе ине матурҡайҙарҙы!
Гәзит яңы хәбәр килтерҙе. Иптәш Молотовтың Польша менән мөнәсәбәтте өҙөү тураһында. Яҡшы булған. Провокаторҙар менән эш итеү яҡшыға килтермәҫ.
Китергә әҙерләнергә бойороҡ алдыҡ. Россошь тирәһенә барабыҙ. Командирҙарҙы йыйып, указание бирҙем.
29 апрель. Сәғәт 8-ҙә торҙом. Шаһиҙә ҡоймаҡ бешергән. Бик тәмле, ләкин минең ашағым килмәне. Баһауетдинов та килгән. Кисә штабдивта концерт ҡарағандар.
Мине штабдивҡа саҡырҙылар. Кисә хәбәр итергә тейеш булғандар ҙа хәбәр итмәгәндәр. Телефондан шылтыратҡастар ғына барҙым. Покровскийға килеүемде хәбәр иттем. "Һинеме, Кусимовтымы язалайыҡ?" — ти. Мин: "Белмәйем. Мин хәбәр алыу менән килергә сыҡтым", — тинем.
Беҙҙең егеттәр партбилет ала ине. Ордендар килә, тиҙәр. Ғәлимов Мәскәүҙән килгән подполковник һинең турала бик һорашып яҙып алып китте, ти. Ҡайтҡас, артистарҙы ашатыу мәсьәләһе менән шөғөлләндем, концертҡа әҙерлек мәсьәләһен тикшерҙем. Концерт алдынан алты иптәшкә гвардия значогы тапшырҙыҡ.
Нәзиров миңә иртәгә сәғәт 10-ға орден алырға барырға ҡушты.
30 апрель. Орден алған көн. Сәғәт 7-ләрҙә уяндым. Минең өсөн данлы, айырыуса шатлыҡлы көн. (Артабан юйылған. — М.Н.). Хром итек, йөн салбар кейҙем. Был минең өсөн хәтирәле көндө теркәйем тип, ҡулға ҡәләм алдым. Ләкин Әүбәкер сәйгә саҡырып өҙҙө.
Клуб янына барҙыҡ. Ошонда ордендар биреү буласаҡ. Тимер таяҡҡа таянған Иҙрисов килә, артистар күренә. Бик оҙаҡ көттөк. Сәғәт 1-ҙәрҙә генә генерал-майор Шарабурко (комкор), уның яңы сәйәси урынбаҫары Карцев килде. Шарабурко килгәс тә сәләм бирҙек. Орден бирергә кереште. Беренсе минең исем аталды: "Әлибаев Сәғит Рәхим улы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә!" Оркестр уйнаны. Мин строевой аҙым менән өҫтәл ҡырына барып баҫтым. Сәләм бирҙем. Миңә орденды биреп, тәбрикләнеләр һәм яңы уңыштар теләнеләр. Боролоп киттем. Нәзиров: "Аяғыңды киңерәк баҫ!" — ти. Минән һуң Кулиев, Назаров, Фандиранцев һәм Исаев иптәштәр алды (барыһы алты кеше). Яуап һүҙен Фандиранцев әйтте. Аҙаҡтан Шарабурко: "Тиҙ арала корпуста мең орден таратасаҡбыҙ!" — тине. Бынан һуң Фәйзи Ғәскәров төҙөгән ансамбль концертын ҡараныҡ.
Ашханала Кусимов Шайморатов тураһында һөйләне. Халыҡ шаулап уны иҫкә төшөрҙө. Тик бер Кузнецов ҡына аҫҡа ҡарап тик ултырҙы. Мин тороп, янына барҙым. "Мин Шайморатовты иң юғары дәрәжәгә ҡуям, шунлыҡтан һинең әлеге ҡылығың иғтибарымды йәлеп итте. Берәй нәмә әйтә алаһыңмы?" — тинем. Ул: "Шайморатов тураһында минән дә күп белгән кеше юҡ, сөнки мин уның менән аҙаҡҡы сиккә тиерлек бергә булдым, — тине. — Шайморатов тураһында тегендәй-бындай хәбәр — сеп-сей ғәйбәт. Ул әсир төшмәне, ҡаты яраланғас, немецтарға эләкмәҫ өсөн үҙен үҙе атып үлтерә. Мин был турала тикшереп асыҡланым", — ти.
Миңә һүҙ бирҙеләр: "Етәкселәрҙе тәҡдир итеү (баһалау) менән бергә дивизия һалдаттарын да иҫтән сығарырға ярамай. Улар булмаһа, беҙ данлы дивизия була, ул боевой заданиеларҙы үтәй алмаҫ инек. Ә бит ул егеттәр беҙҙең ниндәй шәптәр! Алығыҙ бына Нарынбаевты, Рыҫбаевты, Ильясов, Мәмбәтов, Фәтҡуллин, Кәримовтарҙы. Ут эсенә баралар, ә приказды үтәйҙәр, үләләр, ләкин артҡа сигенмәйҙәр. Күп ваҡыт беҙгә, командирҙарға, арҡыры төшөп: "Иптәш комиссар, үҙем барам, обстановканы тулы белеп киләм. Тыныс бул!" — тиҙәр. Шунда ул егет үлеп ҡала йәки ҡаты яралана. Бындай өлгөләр — унауҙыр, йөҙәүҙер. Шулар тураһында һөйләргә кәрәк", — тинем. Халыҡтың күбеһенә оҡшаны булһа кәрәк.
Бөгөн мин Владимировка гарнизонында митинг үткәрергә тейешмен. Йыйылырға ҡуштым. Митинг ҡыҫҡа ғына, ләкин йөкмәткеле булды. Шулай итеп, бөгөн минең өсөн айырыуса хәтирәле көн — мин икенсе орденымды алдым.
Сәғәт 7-лә бөтә полк күтәрелеп ҡуҙғалып киттек. Яҙыусы Кирәев беҙҙең менән бара. Аттар килһә лә, йәйәүлеләр күп әле. 50–60-лап бар. Бер нисә көн тороп, халыҡ ял итеп алды. Кәйефтәре яҡшы.
1 май. Юл бик оҙон булды. Төн уртаһында ямғыр яуҙы. Лейтенант Кисиков ярты полкты аҙаштырып, 15 километр уратып алып китә. Сәғәт 8–9-ҙарға илле-алла менән саҡ тупланып бөтәбеҙ. Кәйеф насар. Бер батарея ауылдың бер осона, ҡалғандары өс саҡрым йыраҡлыҡта икенсе осона туҡталып, бер аҙ ял иткәс, Кусимов, Кирәевтәр янына килдем. Латипов менән митинг үткәреү планын асыҡланыҡ: уның ҡыҫҡаса доклады, полк буйынса приказ, Өфө пионерҙарының хатын уҡып, уларға яуап хаты ҡабул итеү. Киске сәғәт 7-лә ҡуҙғалырға. Бысраҡ, алдан 2-се полк, беҙ — уның артынан. Мин йәйәү күп килдем. (Артабан юйылған. — М.Н.). 4-тә Ржевка ауылына килеп тупландыҡ. 2-се полк бер совхозда туҡтаны. Комдив ҡарарын үҙгәрткән. Беҙ Трофимовка тигән ауылға барырға тейеш инек. Алты саҡрым етмәй туҡтаныҡ. Таңғы сәғәт 5-кәсә халыҡтың урынлашып бөтөүен күҙәтеп йөрөнөм.
2 май. Сәғәт 10-да ашарға уяттылар. Көн аяҙыған. Латипов менән бөгөнгө эште планлаштырҙыҡ: боевой листок сығарыу, май байрамы тураһында әңгәмә, коммунист, комсомолдар кәңәшмәһе үткәреү, политинформация һәм башҡалар. Был ауылда ял — бер тәүлек ярым торабыҙ.
3 май. Бюро ултырышын үткәрҙек. Партияға ҡабул ителделәр: Диманаев, Ҡорбан Фәйзуллин (Стәрлетамаҡ районы), Бикташев, Александр Кузнецов, Әхмәтйән Зарипов (Краснокама районы), Баһауетдинов.
Сәғәт 2-лә сығып киттек. Көн болотло. Юлда Ҡотоев менән бергә уны-быны һөйләшеп килдек. Халыҡ отпуск тураһында бик һөйләнә, ти. Булһа, шәп булыр ине, мәғәнәһендә. Ләкин беҙгә ул эләкмәй инде. Тыныс ваҡыт, тылда торһаҡ та, эш, мәшәҡәт етерлек. Ҡотоев менән күптән күрешмәгәс, һағындырған. Һүҙ бөтмәй инде. Лизановка ауылына сәғәт 10-дарҙа килеп тупландыҡ. Яҡтыла килеү яҡшы булды. Бында ҡатыҡ яһайҙар икән. Ҡатыҡ менән кискелекте ашаныҡ.
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ
әҙерләне.

(Аҙағы. Башы 34 – 38-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 124

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 475

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 112

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 919

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 685

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 265

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 586

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536