Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш
Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш
...Ағиҙел буйындағы өс кенә өйлө ауылда бер әбей йәшәгән, ти. Ҡыҫынҡы ғына йортондағы бәләкәй мейесендә гел генә өс таба бәлеш бешереп алыр булған. Ситтән килгәндәр, хәйер һорашып йөрөгәндәр һәр саҡ ошо әбейҙең янына ашыҡҡан. "Өс бәлеш бешерҙем, әйҙәгеҙ, инеп ашап сығығыҙ!" — тип ихлас ҡаршылаған уларҙы хужабикә. Йомарт әбейҙең даны тирә-яҡҡа таралған. Бына шулай "Өс бәлешкә барайыҡ!" тип ашҡынып килгәндәрҙең өмөт-ышанысынан, йылыға ынтылышынан яралған ауылдың атамаһы.
Февралдең ыжғыр бурандарынан көрткә күмелгән төпкөл беҙҙе лә күптән көткән ҡунаҡтарылай ҡәҙерләп ҡаршы алды.


Шофер, бригадир, көрәшсе...

Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Ауылға етәрәк саңғы кейгән бәһлеүән кәүҙәле ир-уҙаман ҡул болғап туҡтатты.
— Юлды буран ҡаплап уҙғас, яңылыш икенсе яҡҡа үтеп китмәһендәр тип, һеҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайным, — тип һүҙ башланы ул көр тауыш менән. — Танышайыҡ: Сабирйән ағайығыҙ булам, ауылдың старостаһы. Әйҙәгеҙ, минең арттан.
Өсбәлештең эсендә юл әлегә үтмәле: үҙҙәренең тракторы булмағанлыҡтан, Нуғаҙаҡ ауыл Советы ваҡыты-ваҡыты менән ҡарҙы фермерҙарҙан таҙарттырып тора икән.
— Был буран оҙағыраҡ ҡоторһа, тағы ла техника һорап мөрәжәғәт итергә тура килер инде, — тине староста. — Ауылдағы эшкә яраҡлыларҙың барыһына ла көн һайын күрше Үтәймуллаға, Аҡкүлгә, район үҙәгенә йөрөргә тура килә, ике баланы Талбазыға уҡырға алып барырға кәрәк — юлһыҙ булмай.
Сабирйән ағайҙың күркәм йортон, ишле мал-тыуарын, техникаһын күргәс, уның оҫта ҡуллы, тырыш хужа икәнлеге төҫмөрләнде. Өйҙә иһә асыҡ йөҙлө, һылыу Фәнирә апай ҡаршы алды. Хәбибуллиндар ғаиләһе ябайҙарҙан түгел: алты ул тәрбиәләп үҫтергәндәр! Бөркөттәренең исемдәре лә ниндәй бит: Салауат, Сәлимйән, Шайморат, Юлай, Азамат, Буранбай! Сабирйән ағай үҙе лә ишле ғаиләлә буй еткергән.
Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш— Төпсөк бала булғанлыҡтан, атайым менән әсәйем тыуған нигеҙебеҙҙе һыуытмауымды теләне, — ти ул. — Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡанда юл ыңғайы Өфөлә эш белешеүемде әйткәс, ҡәҙерлеләрем күҙ йәшенә мансылғайны... Уларҙың йөрәк түренән сыҡҡан теләген кире ҡағырға баҙнатсылыҡ итмәнем һәм быға һис тә үкенмәйем: тыуған тупрағыма имәндәй еректем, ҡалаға барһам, бер көн дә сыҙай алмайым.
Атаһы менән әсәһенең ышанысын аҡлаған Сабирйән ағай: ғүмер буйы көсөн йәлләмәй эшләгән, донъяһын да бынамын итеп көткән.
— Еңгәгеҙ — Ғафури районынан. Ҡасып ҡайтып китмәһен тип, кәләште махсус рәүештә Иҙелдең аръяғынан һайланым, — ти ул, шаяртып. — Шөкөр, уңдым: ҡатыным — йортобоҙҙоң утын һүндермәй һаҡлаған изге йөрәкле, алтын ҡуллы, ышаныслы ғүмер юлдашым, иң яҡын кәңәшсем.
Сабирйән Мортаза улы колхозда оҙаҡ йылдар шофер булған, аҙаҡ ферма мөдире, хисапсы, бригадир вазифаларын башҡарған, шул уҡ ваҡытта эш араһында төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, бер нисә тапҡыр чемпион исемен яуларға өлгөргән. Наградалары бихисап. Әйтәйек, гер күтәреү, армрестлинг буйынса ике тапҡыр республика чемпионы булып танылған, көрәш буйынса тиҫтә йылдар буйы районда тәүге урынды бер кемгә лә бирмәгән.
— Ауылда шөғөлләнеү өсөн спорт залы булманы, — тип хәтерләй Сабирйән ағай. — Башҡа яҡтарҙан килгәндәр, айырыуса ҡаланыҡылар: "Ярышҡа нисек әҙерләнәһең һуң һин?" — тип аптырай торғайны. "Күнекмәләр яһап йөрөргә ваҡыт юҡ, һәр саҡ рулдәмен — көс-ҡеүәтте эшемдән алам!" — тип ғорур яуап бирә инем.
Ошондай ышаныслы, ысын ир-ат һыҙаттарына эйә Сабирйән Мортаза улы алтынсы йыл инде — ауылда староста. Өсбәлеш халҡы тыныс: уларҙы төрлө хәлдә яҡлай алырлыҡ, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтерлек таяныстары бар. Староста һәр кемдең тын алышын, маҡсаттарын, йәшәү рәүешен белеп тора.
— Әйҙәгеҙ, тиҙ генә Финат исемле егет менән һөйләшеп киләйек, — тине ул әле лә. — Юғиһә эшкә китергә ваҡыты етә.

Ҡайҙа ла бер ҡояш, әммә тыуған ауылыңда йәшә!

Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Финат Аҫылғужин "Салауат" крәҫтиән (фермер) хужалығында мал ҡарай икән. Өйләнгән: ҡатыны, Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Динара менән ике бала үҫтерәләр. Йәш ғаилә әлегә ата-әсәһе менән бергә йәшәй.
Ирҙәрсә аҙ һүҙле, баҫалҡы Финат үҙе хаҡында бигүк һөйләмәне, ғаиләһе менән бергә ултырып сәй эсте лә, атын егә һалып, эшкә ашыҡты.
— Атаһы ла — ҡорҙашым Ғәфүр — ғүмер буйы мал ҡараны, тырышып донъя көттө, — тине Сабирйән ағай. — Финат та шул юлды ҡыуа: эшендә — маҡтаулы хеҙмәткәр, йортонда — яҡшы хужа. Үткән көҙ үҙенә айырым өй ҙә күтәртеп ҡуйҙы. Ауылдың киләсәгенә битараф булмаған егеттәребеҙҙең береһе, уға ҙур өмөт бағлайбыҙ.
— Элегерәк ҡырҙа йөрөп ҡараны инде ул, — тип һүҙгә ҡушылды Финаттың әсәһе Миңзәлә апай. — Ҡалала ла эшләне. Әммә бер ерҙә лә күңеленә тынғы таба алманы, Өсбәлешкә ҡайтты. "Ҡайҙа ла бер ҡояш, тик тыуған ауылға етмәй", — ти улым. Ҡайтты ла дәртләнеп донъя көтөп алды ла китте, Аллаға шөкөр. "Салауат" крәҫтиән (фермер) хужалығының етәксеһе Василий Федоровҡа рәхмәт: эшләгән кешегә игенен дә, бесәнен дә, аҙыҡ-түлеген дә биреп тора. Өй һалғанда ла уның ярҙамын тойҙоҡ.
Миңзәлә апай үҙе Өсбәлешкә 16 йәшендә генә килен булып төшкән. Ире менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ғүмер буйы колхозға бил бөккәндәр. Ихлас, ябай күңелле Аҫылғужиндар йөрәген туҡтауһыҙ әрнетеп торған ауыр ҡайғыһы менән дә уртаҡлашты. Бер нисә йыл элек бер улын ғүмерлеккә юғалтҡан улар.
— Сәсеү мәле ине, — тип күҙ йәше аша хәтерләй Миңзәлә апай. — Көнө-төнө баҫыуҙа йөрөгән улыбыҙ, үҙен насар тойһа ла, эште ҡалдырманы. Ауылда бит шулай: тән температураһы күтәрелһә, ниндәйҙер дарыу ҡабабыҙ ҙа сир хаҡында онотабыҙ. Улым шулай бер аҙналай йөрөнө лә бөтөнләй хәлдән тайҙы. Дауаханаға алып барғайныҡ, һуңланыҡ... Талпан ҡаҙалған булған улыма, энцефалиттан китеп барҙы...
Ошо үлемдең тәьҫирендәме, Аҫылғужиндарҙың ике ҡыҙы табип хәҙер. Ата-әсәһенең хәлен белергә ҡайтып торалар, Финатҡа һәр яҡлап ярҙам итәләр. Тыуған нигеҙҙең ҡотон һаҡлаған яҡындар шулай ҡәҙерле булырға тейештер ҙә!

"Үҙем сығып бейер инем!"

Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Аҫылғужиндарҙың күршеһендә ауылдың иң өлкән кешеһе — 80 йәшлек Сәбилә инәй Шәйбәкова — йәшәй. Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан килен булып төшкән ул. Йәшләй генә иренән ҡалған ҡатын биш балаһын үҙе тәрбиәләп үҫтергән, колхозда эшләгән. Килен булып төшкән сағынан уҡ оҫта бейеүсе булып танылған.
— Өсбәлеш ауылы халҡы шул ҡәҙәр һәйбәт ул, — тип һөйләй Сәбилә инәй. — Ғүмеремдә берәүҙән дә насар һүҙ ишетмәнем, һәр саҡ "еңгәй", "апай" тип ҡәҙерләп торҙолар. Эй, ауылдың йыр-моңдан, йәштәр тауышынан гөрләгән саҡтары бар ине! Күрше ауылдарға йөрөп, концерт ҡуябыҙ, яланда уйын ойошторабыҙ, һуң ҡайтыуға ҡарамаҫтан, таң менән күмәкләп колхоз эшенә сығып китәбеҙ... Яҡты киләсәккә ышаныс, илһөйәрлек, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтлек, татыулыҡ тыуҙырғандыр бындай мөхитте. Әле иһә, күргәнһегеҙҙер, мәҙәниәт йорто ҡарға күмелеп, бикле тора. Йәштәр аҙ тиһәләр ҙә, бар бит: ниңә күңелдәре булғансы бер бейеп алмайҙарҙыр?! Клубҡа үҙем сығырҙай булам хатта!
— Беҙҙең гәзит "Талантлыны данлай "Башҡортостан" тигән ижади конкурс иғлан итте. Унда йыр-моңға, бейеүгә һәләтле, әммә ҙур сәхнәгә сыҡмаған һәүәҫкәрҙәр ярыша. Бәлки, беҙгә оҫталығығыҙҙы күрһәтерһегеҙ? — тиеү менән Сәбилә инәй тыпырлап бейергә лә төшөп китте...
Шуныһын әйтеп китәйек: Өсбәлештә осрашып һөйләшергә насип булған барлыҡ инәйҙәрҙе лә тиерлек яҙмыш ныҡлы һынаған, күптәре ғәзиз балаларын юғалтҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бирешмәйенсә көн күрә хөрмәтле ағинәйҙәр. Заманында ике балаһы менән мәңгелеккә хушлашҡан, маңлайына тәрән һырҙар һалынған Сәбилә инәйҙең дә йәшәү көсөнә хайран ҡалмалы! Күптән түгел ҡоҙоҡ та ҡаҙҙырып алған ул.
— Яҙ сыҡҡас, йортомдоң тирә-яғын, баҡсамды нығытып алырға ниәт бар, — ти инәй. — Өйөмдө 22 йәшлек ейәнемә яҙҙырғанмын, олатаһының нигеҙен ҡоротмай һаҡларға вәғәҙә итте, һүҙен тоторона ышанам.

Буранда ла өшөтмәҫ ӨсбәлешИзге төйәгеңдән ҡәҙерлерәк ер бармы?

Өсбәлештәр дини ҡағиҙәләрҙе үтәргә, аят уҡытырға Миңлеүәрә Аҫылғужинаны саҡыра икән.
— Ярай әле инәй бар, — ти староста Сабирйән Мортаза улы. — Беҙҙә бит мәсет юҡ, элек тә булманы. Дини байрамдарға күрше ауылдарға йөрөнөк, әле лә Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә Үтәймуллаға барабыҙ.
Миңлеүәрә инәй Өсбәлешкә 55 йыл элек килен булып төшкән. Алты балаһының өсәүһен юғалтһа ла, бәғере ҡатмаған, рух ныҡлығын "Ҡөрьән"дән алған. Ике йыл элек иһә намаҙға баҫҡан.
— Балаларым ҡайтҡан һайын үҙҙәре менән алып китергә өгөтләй, әммә бер ҡайҙа ла киткем килмәй, — ти инәй. — Бөтә ғүмерем Өсбәлештә үткән, унан да яҡын, ҡәҙерле ерҙең булыуы мөмкинме? Бына, Аллаһ бойорһа, августа 80 йәшем тула, оло байрамымды үҙ нигеҙемдә ҡаршыламаһам, күңелем дә, ғәзиз балаларымдың, иремдең рухы ла тыныслыҡ тапмаҫ, рәнйер. Ауылымда кәрәкһеҙ кеше түгелмен әле: аят уҡытырға, Ҡөрьән аштарына саҡыралар, кәңәш-фатиха һорайҙар. Кем килһә лә, ишегем асыҡ, берәүҙе лә сәйһеҙ сығармайым.
Өсбәлештән бер ҡайҙа ла китергә йыйынмаған Миңлеүәрә инәйгә балалары ҡышҡа етерлек утын килтереп, өйөп ҡуйған, әбей һыуға ла интекмәй, он-шәкәрҙән дә өҙөлмәй. Әммә нигеҙен һаҡларлыҡ кеше булырмы, әйтеүе ауыр...

Мәктәп булмаһа ла...

Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Ә бына староста Сабирйән ағайҙың нигеҙ ҡото һүнмәҫенә ышанысы ҙур. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, алты ул тәрбиәләп үҫтергән был ғаилә. Әле төпсөктәре Буранбай үҙҙәре менән йәшәй, күрше ауылға йөрөп эшләй. Йәш ғаиләнең Өсбәлештә ҡалырға теләге ҙур. Буранбай ҡул эштәренә маһир, ҡатыны Эльвира иһә ашнаҡсы һөнәренә эйә, оҫта бешеренә.
— Өсбәлештә ҡалып, шәхси кәсепкә тотонорға иҫәп бар, — ти йәш ғаилә. — Атай-әсәйебеҙ ҙә шуны теләй, ауылда ҡалығыҙ, ярҙам итәбеҙ, тиҙәр. Ҡыҙыбыҙ үҫеп килә, быйыл I класҡа бара. Уны уҡытырға ауылда мәктәп юҡ, Үтәймуллаға йәки Талбазыға йөрөтөргә тура киләсәк. Шундай ауырлыҡтар көтһә лә, Өсбәлештән китмәҫкә булдыҡ: ауылыбыҙ һәр йәш кешенең шундай ихтыярына мохтаж.
Изге төйәгебеҙҙең тәбиғәте ифрат матур. Яҡындан ғына Ағиҙел ағып үтә, Көҙйылғабыҙ ҙа мул һыулы. Киң яландар, ғәжәйеп күркәм аҡландар уратып алған Өсбәлеште. Ташлыкүл, Киндеркүл, Шәрәп һәм башҡа күлдәребеҙ балыҡҡа бай, ярҙарында йәйгеһен халыҡ тулы була. Емеш-еләк тә ишелеп уңа беҙҙә — йыбанмайынса йый ғына!
Ауыл халҡы боронғо йолаларҙы ла онотмай. Эльвира әйтеүенсә, ҡаҙ өмәләре уҙғарыла, бер-береһенә һуғымға йөрөйҙәр. Боронғо кәсептәргә килгәндә, бер-ике йортта умарта тоталар икән. Малсылыҡ бигүк алға китмәгән. Ҡайһы берәүҙәр был кәсепте башлап ҡараған, әммә, итте һатыу мәсьәләһе ҡырҡыу торғанлыҡтан, малын кире әҙәйтергә мәжбүр булған.
— Ишетеүебеҙсә, Өфөлә ауыл продукцияһын ҡабул итеү үҙәге асырға йыйыналар икән, — ти Буранбай. — Был малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең эшен еңеләйтер, ошо кәсепкә тотонорға теләгәндәр артыр ине.

"Халыҡтың ышанысын аҡларға бурыслымын"

Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Аңлауығыҙса, Өсбәлештә мәктәп тә, мәҙәниәт йорто ла, мәсет тә, магазин да юҡ, газ да үтмәгән. Ауылда мәктәп йәшендәге ике бала бар, улар Талбазыла уҡый. Халыҡ үҙ көсө менән утын әҙерләй йә һатып ала, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырмағандарға шишмәнән көйәнтәләп һыу ташырға тура килә. Ауыл халҡының күбеһе — хаҡлы ялдағылар, тимәк, ярҙамға мохтаж кешеләр. Шуныһы һөйөнөслө: уларҙың күбеһенә балалары килеп, хәлдәрен белешеп тора, кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ә яңғыҙҙарға нисек йәшәмәк кәрәк? Был йәһәттән өсбәлештәр хөрмәтле староста Сабирйән Хәбибуллинға таяна. Ул һәр кемгә ярҙам итергә тырыша, мохтаждарҙы хәстәрләй, ситтән кәрәк-яраҡ ташый.
— Ауырғазыға старосталыҡ вазифаһын күптән түгел мәрхүм булып ҡалған яҡташыбыҙ, райондың элекке хакимиәт башлығы Марат Ишемғолов индерҙе, — ти Сабирйән Мортаза улы. — Шулай һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, ауылды хәстәрләгән шәхес булғанын беләһегеҙҙер. Марат Баязит улының башланғысын дауам итергә тырышабыҙ. Староста икәнһең, ауылдағы һәр кемдең тын алышын, уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында белеп торорға, тәртип булдырырға бурыслыһың. Күмәк көс менән башҡарылған эштәр халыҡтың рухын күтәреүсән. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек зыяратты кәртәләп алдыҡ, ҡапҡаһына тәрбиәүи мәғәнәле һүҙҙәр яҙып элдек.
Әлбиттә, ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә килеп сыға. Ауылыбыҙ янынан поезд юлы үткәнлектән, беҙҙә төшөп ҡалып, төрлө тауар һатып йөрөгән сит-ят кешеләр етерлек. Бындай осраҡтар айырыуса йәйгеһен була. Ҡалаларҙан ял итеү маҡсаты менән килеп, аҙып-туҙып йә аҙашып йөрөүселәр менән аңлашырға, ҡайһы саҡта хатта төрткөләшеп алырға тура килә. Һунарға килеүселәр ҙә байтаҡ, уларҙың артынан да күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торорға кәрәк.
Ғөмүмән, ифрат ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән ауыл старостаһына. Ситтән килгәндәрҙең ҡайһы берҙәре тыңлашмаҫҡа, кәмһетеп ҡарарға тырышһа ла, бирешергә иҫәп юҡ: тыуған төпкөлөңдөң, уның халҡының хәүефһеҙлеге тап һиңә ышанып тапшырылған икән, был эште намыҫлы атҡарырға бурыслыһың.

* * *
Буранда ла өшөтмәҫ Өсбәлеш Мәҡәләнең башында Өсбәлеш ауылы атамаһының килеп сығыу тарихы хаҡында әйтеп уҙғайныҡ. Ағиҙел буйында ятҡан бәләкәй генә изге төйәк ул замандарҙан бирле күпме үҙгәреш кисергән, ниндәй генә ауырлыҡ аша үтмәгән! Әммә тарих төпкөлөндә аҙашып ҡалған йомарт әбейҙең мейес йылыһы һүнмәгән, хатта февраль бурандарында ла күңелде йылытырлыҡ мөғжизәле көс һаҡлана бында. Замандың ҡырыҫ елдәренә бирешмәйенсә, йәшәргә, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡларға, нигеҙ ҡотон һүндермәҫкә тырышҡан ябай халыҡ төйәк иткән төпкөл ауылдарҙың көс-ҡеүәте тап шунда бит. Ауырғазыны, Ғафуриҙы, Ҡырмыҫҡалыны тоташтырып ятҡан Өсбәлештең көсө лә — рух ныҡлығында, ихласлыҡта, тырышлыҡта, татыулыҡта. Зыярат ҡапҡаһына яҙылған, ауылдың осонда оҙатып ҡалған "Тереләрҙең — ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел" тигән һүҙҙәр ҙә төпкөлдөң мәңгелек йәшәйеш ҡиммәттәрен онотмаҫҡа саҡырған ораны кеүек яңғырай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872