Рәсәй халҡын борсоған проблемаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ – инфляция, эшһеҙлек, криминал, коррупция, ғәҙелһеҙлек… Даими үткәрелеп торған социологик тикшереүҙәр был мәсьәләләрҙе теркәп бара, әммә власть тарафынан етди саралар ҡабул ителгәне һиҙелмәй тиерлек. Йылдан-йыл ошо уҡ һорауҙар көн үҙәгендә тороп ҡала бирә – улар биләгән проценттар ғына теге йәки был яҡҡа әҙерәк үҙгәреп тора. Элек был проблемалар ул тиклем күп түгел ине. Уларҙың байтағын совет кешеһе, ғөмүмән, белмәне лә, ә иң борсоғандары булып дефицит һәм блат ҡына булды шикелле.
Рәсәйҙе баҫып килгән мигранттар мәсьәләһе – ошо проблемаларҙың береһе. Реформаторҙар беҙҙең иҡтисадты үҫтереү өсөн сит ил кешеләрен йәлеп итмәйенсә булмай тип барҙы. Заманында Егор Гайдар, Рәсәйгә йылына кәмендә 700 мең мигрант ҡабул итергә кәрәк, тип әйткәйне. Был ҡараш әле һаман һаҡлана. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса быйыл 1 миллион 631 586 мигрантҡа квота бирелгән. Шул уҡ ваҡытта «Левада-үҙәк» үткәргән тикшереүҙәр буйынса Рәсәй халҡының тик 14 проценты ғына мигранттарҙың килеүенә ҡаршы түгел, ә күпселеге (78%), хөкүмәт был ағымды сикләү буйынса ниндәйҙер саралар ҡабул итергә тейеш, тип иҫәпләй. Халыҡтың фекерен инҡар итеп ҡабул ителгән был ҡарар ниндәйҙер иҡтисади, социаль нигеҙҙәргә таянырға тейештер. Ысынлап та Рәсәй иҡтисады ошо гастарбайтерҙарһыҙ йәшәй алмаймы икән? Был проблема тик беҙҙең илгә генә хас түгел бит. Шул уҡ Израиль ғәрәптәрһеҙ бер көн дә тора алмаҫ ине.
Яңыраҡ БМО донъялағы миграция тураһында мәғлүмәттәрен иғлан итте. Мигранттар иҫәбе буйынса Рәсәй икенсе урынға сыҡҡан. Беренсе тиҫтәлә АҠШ – 45,8 миллион, Рәсәй – 11 миллион, Германия – 9,8, Сәғүд Ғәрәбстаны – 9,1, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре – 7,8, Бөйөк Британия – 7,8, Франция - 7,4, Канада – 7,3, Испания һәм Австралия 6,5 миллион сит ил кешеһен ҡабул итә.
Халыҡ фекеренә таянып төҙөлгән йәмғиәт (ысын демократия) өлгөһө булған Швейцария халҡы, ошо көндәрҙә референдум үткәреп, миграция сәйәсәтен ҡәтғиләштерергә тигән ҡарар ҡабул итте. Референдум буйынса Азия ғына түгел, хатта Евросоюз дәүләттәренән булған миграцияны ла сикләү ҡаралған. Әйткәндәй, Швейцарияла йылына бер нисә референдум үткәрелеп тора (1848 йылдан башлап бөтәһе 521 сара уҙғарылған), һәм унда төп ҡарарҙар (закондар) халыҡ тарафынан ҡабул ителә. Бәлки, шунлыҡтан да был дәүләттә йәшәү кимәле бик юғары, сөнки бөтә нәмә халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләнә. Әгәр беҙҙә лә ошондай референдум үткәрелһә, халыҡтың фекере хөкүмәтте ҡыуандырмаҫ ине.
Кемгә нисектер, әммә еңел тормош эҙләп, тыуған илен, күп осраҡта ғаиләһен, туғандарын ташлап киткән кешеләр бәхетле икәненә ышанып бөтмәйем. Бер айға ғына вахтаға йөрөп эшләгән “себерәк“тең ғаиләһенең дә ҡәнәғәт булыуы шик тыуҙыра. Йылдар һуҙымына үҙ ғаиләһен ташлап китергә мәжбүр булған үзбәк, тажик ҡәрҙәштәребеҙҙең хәле лә яҡшынан түгелдер. Әйтергә кәрәк, мигранттар араһында ҡаҙаҡ һәм төркмән вәкилдәре юҡ кимәлдә, күрәһең, уларҙың дәүләтендә алып барылған сәйәсәт арыуҙыр. Кемдер мигранттар Рәсәй етәкселеге тарафынан Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан етәкселегенә ҡарата “сәйәси суҡмар“ ролен үтәү өсөн ҡулланыла тип иҫәпләй. Ислам Кәримов менән Эмомали Рахмон үтә ныҡ шашып китһә, Рәсәй был дәүләт мигранттарын ҡайтарып, үҙ президенттарының арт һабағын уҡытасаҡ тигән хыялға ҙур өмөт бағлау әллә ни дөрөҫтән түгелдер.
Миграция файҙаһына Рәсәй хөкүмәте тарафынан килтерелгән төп дәлил булып беҙҙә эшсе ҡулдарға булған ҡытлыҡ ята. Ысынлап та, беҙҙең дәүләттәге демографик көрсөк арҡаһында быға ышанырға булалыр. Әммә ике һанды ғына сағыштырыу был дәлилде селпәрәмә килтерә. Хәҙер беҙҙә рәсми эшһеҙҙәрҙән тыш, 8-9 миллион кеше эш урынын эҙләргә лә тырышмай, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егет эшләргә теләмәй, ата-әсә елкәһендә ята. Юғарыла әйтеп кителгәнсә, мигранттар һаны ла яҡынса ошоға тиң. Тимәк, Рәсәй иҡтисады өсөн гастарбайтерҙар бөтөнләй кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең граждандарҙы эшләтеү өсөн уларға лайыҡлы эш хаҡы түләү етә. Бының бер генә әтнәкәһе бар: капитал өсөн эш хаҡын арттырыу иҡтисади яҡтан отошһоҙ. Был продукцияның үҙҡиммәтен арттыра, ә алған табышты кәметә. Уның өсөн осһоҙораҡ, хоҡуҡтары ҡолға тиң булған «ҡара халыҡ»ты эшкә егеү күпкә отошло. Төрлө социаль фондтарға мигранттар өсөн һалым түләү түгел, уларға йыш ҡына хатта эш хаҡын түләмәйҙәр... “Финэкспертиза” компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй бюджеты йылына мигранттар түләргә тейеш кәм тигәндә 117 миллиард һум аҡсанан ҡолаҡ ҡағып тора. Беҙҙекеләр һымаҡ социаль пакет талап итмәгән замана “ҡолдары” алыу өсөн Рәсәй капиталы дәүләт органдары аша тейешле миграция сәйәсәте үткәрә лә инде. Ошо капитал үҙенең ҡарамағында булған киң мәғлүмәт саралары аша беҙҙең граждандарҙы ялҡаулыҡта, эскелектә һәм башҡаларҙа ғәйепләп, йыл һайын мигранттар һанын арттырыу менән мәшғүл.
Ул ғына түгел, олигархик капитал өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур ҡамасау булып тора. Юҡҡа ғынамы ни һалымды ике тапҡырға арттырыу арҡаһында 1,5 миллион шәхси эшҡыуар үҙенең бизнесын ябырға мәжбүр булды. Рәсәй дәүләте тарафынан эшҡыуарлыҡты үҫтереү сәйәсәте һөҙөмтәһеҙ булып сыҡты: сирек быуат эсендә эшҡыуарлыҡтың иҡтисадты үҫтереүгә индергән өлөшө 12 проценттан арта алмай. Шәхси эшҡыуарлыҡты бөтөрөү олигархик капитал өсөн отошло булып тора, сөнки, бер яҡтан, кәрәкмәгән конкурент юҡҡа сыға, икенсенән, бөлгән эшҡыуарлыҡ хеҙмәт баҙарында эш хаҡының кәмеүенә булышлыҡ итә. Эш хаҡының түбән булыуы дәүләт етәкселәре күптән вәғәҙә иткән модернизацияға ҙур тотҡарлыҡ яһай: яңы техника һәм технология индереү урынына түбән квалификациялы мигрант ҡулдарын эшләтеү иҡтисади яҡтан отошлораҡ. Был шарттарҙа миграция Рәсәйҙең технологик яҡтан артта ҡалыуын тағы ла киҫкенләштерә бирә. Инновация, инвестиция, нанотехнология һәм башҡалар тик матур декларация ғына булып ҡаласаҡ.
Миграция, уның бигерәк тә легаль булмаған формалары төрлө инфекцион ауырыуҙар, наркотиктар, дини экстремизм, енәйәтселек таралыуға булышлыҡ итә. Мигранттар эшләп алған аҡса беҙҙең иҡтисад өсөн тулыһынса ҡулланылмай: Урта Азия дәүләттәре, Украина, Молдавияның иҡтисади хәле мигранттар өйҙәренә ебәреп ятҡан аҡсаға бәйле. Рәсәй Үҙәк банкыһының мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың туғыҙ айында БДБ дәүләттәренә Рәсәйҙән 16,8 миллиард доллар аҡса күсерелгән. Был 2012 йылға ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Йылына уртаса сит илдәргә күсерелгән 700 миллиард һум Рәсәй граждандарына түләнһә, ошо сумманан күберәккә тауар етештерелеп һатылыр ине. Килмешәктәр үҙҙәренә торлаҡ һатып ала, ул ғына ла түгел, бер урындан алырға тырышалар, күпләп төпләнеп, айырым анклавтар төҙөп, үҙ ҡағиҙәләре менән йәшәүҙе хуп күрә.
Миграцияның был етешһеҙлектәрен күреп торған власть халыҡтың ризаһыҙлығын кәметеү маҡсатында төрлө пиар-аҙымдар яһарға тырыша. Тыуған илендәге һалымдарҙан ҡасып йөрөгән француз актеры Депардьеға тиҙ арала Рәсәй паспорты тапшыра (ҡарағыҙ, беҙҙә һалымдар түбәнерәк!), үҙ командаһында урын тапмаған Корея спортсыһына гражданлыҡ алып бирәләр (был үҙебеҙҙә спортты үҫтереүгә ҡарағанда еңелерәк шул). Ошо көндәрҙә Федераль миграция хеҙмәте етәксеһе Константин Ромодановский Рәсәй гражданлығын алыуҙың яңы ысулы тураһында иғлан итте: 10 миллион һум аҡсаң булһа, тиҙ арала беҙҙең паспортты алып буласаҡ. Быны паспортты һатып алыу тип ҡабул итергә кәрәкмәй, ти етәксе. Инвестиция йәлеп итеүҙең яңы сараһы, имеш. Йылына уртаса 80 миллиард доллар сит илгә “ҡасҡанда”, был инвестицияларға өмөт бағлау утопия ғыналыр.
Ошо дәлилдәрҙе килтерҙем дә аптырап ҡалдым, ни эшләп Рәсәй дәүләтендә тик капитал мәнфәғәтен генә күҙәткән чиновниктар ултыра икән, тип. Юҡ шул. Мигранттарҙы төрлө ҡара эшкә йәлеп иткән һәр беребеҙҙең ғәйебе юҡмы ни бында? Ошо мигранттарҙы “һауған” төрлө чиновниктар, полицейскийҙар, бизнес һәм башҡалар өсөн миграция табыш сығанағы булғас, был афәттән ҡотолоп булмаҫтыр…