Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тиран менән нисек йәшәргә?
Тиран менән нисек йәшәргә?“Башҡортостан” гәзитен күптән алдырып уҡыйым. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Айырыуса “Тормош һабаҡтары” рубрикаһында сыҡҡан мәҡәләләр оҡшай. Йөрәгем һыҙлауға, балаларҙың киләсәге борсоғанға түҙә алмайынса, үҙем дә яҙырға булдым. Бәлки, кемдер кәңәш менән ярҙам итер, кемдер ғибрәт алыр.
Тормош иптәшем менән осраҡлы таныштыҡ һәм бер йыл хат аша ғына аралашып өйләнештек. Хаттарын бик матур итеп, иркәләү һүҙҙәрен йәлләмәй яҙа ине. 18 йыл бергә йәшәйбеҙ. Ҡыҙыбыҙға – 17, улыбыҙға – 13 йәш. Туйҙан һуң иремде алмаштырҙылармы ни! Тупаҫ, өндәшмәҫ, ҡатҡыл кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Мине лә, балаларҙы ла яратмай. Үҙеңдең фекереңде белдереп тә, бер ҡаршы һүҙ әйтеп тә булмай. Ҡулында нимә бар, шуның менән елгәрә. Балта булһынмы ул, бысаҡмы, һәнәкме – ҡарап тормай. Балаларға ла ҡул күтәрергә тартынмай. Айырыуса ҡыҙымды йыш туҡмай. Балам яҡшы уҡый, быйыл ХI класты тамамларға тейеш. Температурам күтәрелгәндә лә түшәктә ятҡаным юҡ, гел йүгерәм дә йүгерәм: күпләп мал-тыуар тотабыҙ, баҡсабыҙ ҙур. Барыһына ла үҙемә өлгөрөргә тура килә. Ирем бер ерҙә лә эшләмәй. Ғүмер буйы хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итте, әле хаҡлы ялға сыҡты. Матур кейенергә, тәмле ашарға ярата. Өйҙә таҙалыҡ талап итһә лә, үҙе ҡыл да ҡыбырлатмай. Ә эсә башлаһа, беҙҙең өсөн көн бөтә. Ике аҙна дауамында бер туҡтауһыҙ араҡы, һыра менән тәьмин итеп торһаң, бик риза булып йәшәй.
Өйөбөҙгә кеше ингәнен яратмай. Һин уның менән нимә һөйләшәһең, нимә серләшәһең, тип йәнде үртәй. Башҡа кереп йөрөмәһен, тип игәй. Инде түҙерлек әмәл ҡалманы. Был бәләнән ҡотолоу юлы барҙыр бит?! Күптәр, бәлки, айырыл тиер. Ә айырылып ҡайҙа барырға? Атай-әсәйем күптән гүр эйәһе. Балалар мәктәпкә, ауылға өйрәнгән. Шунан килеп, бер тин аҡсаһыҙ ҡайҙа сығып китмәк кәрәк? Бер ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар бит. Бында, иҫке булһа ла, өйөбөҙ бар. Минең ҡайҙалыр ситкә сығып китеп, яңынан донъя ҡорорлоҡ һаулығым да, көсөм дә юҡ. Гел ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәү нервымды ҡаҡшатҡан. Үҙемде эш өсөн тыуған ат һымаҡ хис итәм, иртән торғо ла, сәс тарағы ла килмәй башланы хатта. Был кәйеф эшемдә лә сағыла. Уҡытыусы булып эшләгәс, балалар алдында оят.
Тормошомдан арып, бер нисә тапҡыр аҫылынырға ла ниәт ҡылғайным. Элмәккә баш тыҡҡандан һуң, һуңғы аҙым эшләр алдынан балаларым тураһында уйланым. Мине был донъяла тик улар ғына тотоп тора. Тиран ирем менән артабан нисек йәшәргә?
Әлфиә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә