Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнегеҙ ҡайҙа, кешеләр?
Эскелек кешене яҡындарынан, һөйгән йәрҙәренән, ғәзиз балаларынан, туғандарынан, дуҫтарынан, тапҡан малынан яҙҙыра. Ата-әсәһе “йәшел йылан” менән дуҫлашҡандан һуң, гонаһһыҙ балаларҙың ыҙа сигеүе бигерәк аяныс. Эскеселәр янында балалыҡтың ни тиклем хоҡуҡһыҙ, ярҙамға мохтаж булыуы тетрәтә.
Үҙем йәшәгән райондағы етем балалар өсөн социаль приютҡа йыш ҡына юл төшөп тора. Бында барлығы 15 бала тәрбиәләнә. Приютта балалар, артабанғы яҙмышы асыҡланғансы, ваҡытлыса йәшәү урыны таба. Артабан уларҙы йә патронат тәрбиәгә алалар, йә балалар йортона юллайҙар.
Яңы тормош башлауҙарына ҡарамаҫтан, приюттағы балаларҙың күбеһе ҡатмарлы һынауға дусар булған. Уларҙың әлеге көнгә ҡалыуында тик эскелек ғәйепле — аңдары томаланған ата-әсә киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ тойғоһон тамам юғалтҡан.
Ағалы-һеңлеле Артем менән Элинаның ата-әсәһе бер ваҡытта ла иҫерткес эсемлектәргә битараф булмаған. Балалар ошо мөхиттә тәрбиәләнгән, шайтан туйынан, шау-шыуҙан башҡаны күрмәй үҫкән. Бәлиғ булмағандар менән эшләү комиссияһы бәләкәстәрҙе махсус учреждениеға урынлаштырғас, әҙәп, әхлаҡ тигән төшөнсәләрҙе онотҡан ир менән ҡатын барыбер аҡылына килергә уйламай. Бер аҙҙан яҡшы яҡтан ғына телгә алынған өс балалы ғаилә Артем менән Элинаны патронат тәрбиәгә алырға теләк белдерә. Өй йылыһын һағынған, тәртипле, аҡыллы малай менән ҡыҙға һәйбәт кешеләр тап булыуына ҡыуанған тәрбиәселәр изге теләктәр теләп оҙатып ҡала.
Тик яңы ғаиләлә матур ғына йәшәп китергә насип булмай бәләкәстәргә. Күршеләр уллыҡҡа алынған балаларҙың урамда йөрөүенә борсолоп, мәктәпкә хәбәр итә. Йәйгеһен улар емеш-йәшелсәне утаған, һыу һипкән булһа, ноябрҙә, инде ҡар ята башлағас та, Артем менән Элина һаман баҡсала нимә менәндер шөғөлләнә, тип борсола һиҙгер күрше-күлән, ләкин урындағы педагогтар ғаилә эшенә ҡыҫылыуҙы кәрәк тип тапмай. Ҡар күҙе йышыраҡ төшә башлай, көндәр тамам һыуыта. Бер саҡ приютта телефон шылтырай. Артем, нисектер юлын табып, тәрбиәселәргә үҙе шылтырата, һеңлеһе менән икеһен килеп алыуҙарын үтенә.
Ни бары ярты йыл тирәһе йәшәй был ғаиләлә балаҡайҙар. Йәшәй тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ — йән аҫрайҙар. Балаларҙы алырға тип килгән тәрбиәселәр Артем менән Элинаның ябыҡҡанлығын күреп иҫтәре китә. Изге күңелле, йомарт, күп балалы ир менән ҡатын ысынында иһә ҡара эсле, ҡаты бәғерле, йәнһеҙ әҙәмдәр булып сыға. Балаларҙы көнөнә ике тапҡыр ғына ашаталар, өйгә йоҡлар өсөн генә индерәләр, ҡара эштән бушатмайҙар, кәмһетәләр. Намыҫын юғалтҡан ғаилә тик аҡсаға ҡыҙығып ҡына “тәрбиәгә” алған булған икән уларҙы. Был арауыҡ эсендә ғаилә етемдәр иҫәбенә йорт-ҡураһын төҙөкләндереп өлгөргән. Ҙур төкәтмә төҙөткән, матди хәлен яҡшыртҡан. Артем менән Элина хәҙер уллыҡҡа алырға теләп килеүселәргә ышанмай ҡарай. Кескәйҙәр әсәһе менән атаһының берәй көн төҙәлеп, эсеүҙе ташлаясағына, бергә татыу йәшәй башлаясаҡтарына өмөтөн өҙмәй…
Беҙ килгәндә приютта “Йәй байрамы” ойошторолғайны. Йыр-бейеүгә оҫта балаларҙың һәләтенә һоҡланып ултыра торғас, Айрат менән Әлиәнең байрам буйы тик бер кешегә генә ҡарап сығыш яһауҙарына иғтибар иттем. Баҡһаң, әсәләре килгән икән. Әлмира — 12, 11 һәм 10 йәшлек балаларҙың әсәһе, икенсе иргә тормошҡа сыҡҡан. Ирле-ҡатынлы кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамай. Үгәй атай үтә ҡанһыҙ кеше булып сыға, балаларҙы ҡыйырһытып, һыу эскеһеҙ итеп туҡмарға ла күп һорамай. Әсә күп ваҡыт иренең холоҡһоҙлоғона күҙ йомоп ҡарай, бәләкәстәренең типкеләнеп, иҫһеҙ аунауына ыжламай. Ҡыҫҡаһы, ир менән бергә йәшәүҙе балаларының һаулығына, психикаһына ҡарағанда өҫтөн ҡуя. Уҡытыусылар, был хәлде белеп ҡалып, опека органдарына хәбәр итә. Әсә, Айрат менән Әлиә ауыр тормош хәлендә ҡалды тип, документтар юллай һәм ваҡытлыса приютҡа урынлаштыра, ә бына иренән айырылып, һөйөклөләрен тыныс тормошта йәшәтеү ниңәлер башына ла килмәй.
Байрам тамамланғас, малай менән ҡыҙ әсәләре янына йүгереп килеп тә етте. Тәрбиәселәр уларға бергәләшеп йөрөп килергә рөхсәт иткәс, балаларҙың түбәһе күккә тейгәндәй булды. “Барығыҙ, ашап алығыҙ, әсәйегеҙ бер аҙ көтөп торор”, — тигәс, теләр-теләмәҫ, боролоп ҡарай-ҡарай ашханаға йүнәлделәр. Әйтерһең дә, улар кире сығыуға ҡәҙерле кешеләре булмаясаҡ. Балалар киткәс, Әлмираның ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөүен һораным. Ул бәләкәстәрен өйгә алып ҡайтырға теләүен әйтте. Баҡһаң, ажар ир эҙләгәнен тапҡан: ҡулын тыя алмай, һуғышып төрмәгә эләккән.
Приюттағы тағы ике ҡыҙҙың — апалы-һеңлеле биш һәм өс йәшлек Карина менән Катяның яҙмышы тетрәндерҙе. Әсәләренә ни бары 24 йәш. Йәш ҡатындың өсөнсө балаһына 1 йәш самаһы, тағы 8 айлыҡ ауыры бар. Рәсәй Енәйәт кодексының 156-сы статьяһына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләүҙә яуаплылыҡ күрһәтмәгән өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын балаларын туҡландырыуҙы, кейендереүҙе хәстәрләмәгән, эсеүҙән бушамаған. Ҡыҙҙар ҡот осҡос шарттарҙа көн иткән: был торлаҡҡа ҡарағанда мал ҡураһы күпкә таҙа булалыр, кейемдәренең ҡасан йыуылғаны ла билдәһеҙ, ә алмашҡа бүтәне юҡ. Ашарға тәғәм ризыҡ тапмаҫһың, көн һайын төрлө ағайҙар араҡы тотоп килә, күп эсеүҙән йөҙө шешмәкләнеп бөткән әсәләре, иҫереп алғас, үҙенең ни ҡылғанын белмәй. Карина менән Катяны приютҡа ауырып, аслыҡтан хәлһеҙләнеп бөткәс килтерәләр. Ә әсә исемен йөрөткән әҙәм аҡтығы: “Ни эшләп дүртенсе балаңды табаһың, уларҙы ла бит ошондай яҙмыш көтә”, — тигәнгә: “Мин ниндәй аҡсаға йәшәргә тейеш, улар өсөн пособие түләнә бит”, — тип яуаплай. Балаҡайҙар... Ата-әсә йылыһына, ҡурсалауға мохтаж, күңел матурлығын, изгелекте нескә тоя белеүсе кескәй йәндәр... Эскелек арҡаһында килеп тыуған аяуһыҙлыҡтан, вәхшилектән нисек һаҡларға һеҙҙе? Эскеселәрҙе, эскән атайҙарҙы, әсәйҙәрҙе бөтөнләйгә айыҡтырырлыҡ ҡөҙрәт булһа икән... Барлыҡ донъяны яңғыратып, эскелек тотҡонона эләккән кешеләрҙең йоҡлаған выжданын уятырлыҡ итеп ҡысҡырғы килә: “Йәнегеҙ ҡайҙа һеҙҙең, кешеләр? Сабыйҙарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың бәхетен шешәгә алмаштырғас, һеҙҙе нисек ер күтәрә?!
Лилиә ХӘЛИТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872