Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәрби хеҙмәт хаҡында ысынбарлыҡ
Ил яҙмышы - ирҙәр ҡулында, тиҙәр. Тыуған ерҙе һаҡлау элек-электән ирҙәр иңенә төшкән. Миңә лә ил алдындағы изге бурысымды үтәп, Совет Армияһы сафына хеҙмәт итерргә тура килде. Һалдат яҙмышы тураһында белгәе-күргәндәремде гәзит уҡыусыларға еткермәксемен.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыуыма быйыл сирек быуат була. Йәмле яҙ көндәрендә – 19 майҙа әрме сафына алындым. Барабан, борғо тауыштары аҫтында пионерҙар, рәт-рәт булып теҙелеп, тантаналы линейкаға ашҡынған бер мәлдә, яңы тормошҡа аяҡ баҫтыҡ. Республика хәрби саҡырыу пунктында өс көн ятҡандан һуң “һатып алыусы” килде. Мыйыҡлы майор һәм ике сержант энә күҙәүенән үткәргәндәй тикшерә башланы. Майор берәмләп ҡаршыһына саҡырып ала ла, өҫтәлгә ҡәләме менән туҡылдатып, шул тауышты һәм ритмды ҡабатларға ҡуша. Уның хәрәкәтен ҡабатлай алғандарҙың документтарын эргәһендәге сержант үҙ папкаһына һала бара. Баҡһаң, беҙҙе радиотелеграфислыҡҡа һайлап, тикшереп алғандар икән.
Музыкаль тойоу һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән шул. Маҡтанып әйтмәйем, үҙем V – VI кластан — гармунда, аҙаҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнгәс, ҡолаҡҡа сос булдым. Шуға ла майорҙың һәр хәрәкәтен уныңса башҡарып күрһәттем һәм радиотелеграфист һөнәрен үҙләштереүгә мөмкинлек алдым. Һайлап алынған 11 егетте поезда Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһына алып киттеләр. Алты ай ошонда хәрби әҙерлек үттем. Радиостанцияны, “морзянка” билдәләрен өйрәнеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
Армия миңә күп кенә тормош ҡатмарлыҡтарын аңларға ярҙам итте. Элек мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре үткәрелә ине. Унда “армия – ул тормош мәктәбе” тип өйрәттеләр. Бының шулай икәнлегенә үҙем дә инандым.
Армияла һәр нәмә үҙеңдән тора. Барғас та күпмелер ваҡыттан һуң һалдаттар төркөмгә бүленә башлай. Һәр кем үҙ ишен таба. Ғәҙәттә, дуҫтарһыҙ ҡалыу – һалдаттың үҙ ғәйебе. Ул йә үтә ҡырыҫ, йә һаран була, әрпеш йөрөүе һөҙөмтәһендә лә төркөмдән төшөп ҡала. Ҡайһы саҡ ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кемгәлер “эләгә”. Әгәр ҙә ошо хаҡта командирҙарға ошаҡлашһа, ул хеҙмәтенең аҙағынаса “эт типкеһендә” йөрөйәсәк. Ҡайһы бер һалдаттар, ошондай ауырлыҡты күтәрә алмайынса, частарын ҡалдырып китә. Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа осрай. Шуға ла ата-әсәләргә улдарын лайыҡлы, көслө шәхес итеп тәрбиәләү фарыз.
Ике йыл хеҙмәт итеү дәүеремдә өс тапҡыр отпуск бирҙеләр, командирҙарым тарафынан Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдым. Дөрөҫ, ике отпускам – тейешле хеҙмәтем өсөн, береһе ирекһеҙҙән булды. Эш былайыраҡ килеп сыҡты. Һамар ҡалаһындағы “учебка”нан һуң, кесе сержант званиеһы биреп, Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһына оҙаттылар. Беҙҙе Венгрияға ебәрергә әҙерләгәйнеләр, күҙҙән комиссия үтә алманым, “браковать” иттеләр. Сит илдә совет һалдаты күҙлекле булырға тейеш түгел икән.
Свердловскиҙа оҙаҡ тотҡарламанылар, эргәләге бәләкәй ҡала – Үрге Пышмаға ебәрҙеләр. Казарма дүрт ҡатлы. Беҙҙең рота – беренсе ҡатта. Взводта – туғыҙ кешебеҙ, мин – берҙән-бер элемтәсе, радист. Ҡарамағымда – “Р-118” радиостанцияһы. Полктағы һалдаттар төрлө милләттән. Рәсәйҙең үҙәгенән дә, Балтик буйы республикаларынан да егеттәр етерлек. Кавказ, Урта Азиянан алынғандар айырыуса күп. Беҙ, башҡорттар, икәү генә. Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр егете Азат Мәҡсүтов – старшина. Шуға ла миңә күпкә еңелерәк. 1989 йыл. Кавказда ҡан-ҡойош – Таулы Ҡарабахта азербайжан менән әрмәндәр һуғыша. Ошондай мәлдә мин хеҙмәт иткән часта ла бәрелеш булып алды. Совет осоро булғас, был хаҡта матбуғатта ла, телевидениела ла бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәне. 25 йыл һуҙымында серҙе асмаҫҡа беҙҙән дә ҡултамға алдылар. Ваҡыт үтте, хәҙер һөйләһәм дә ярайҙыр. Дүрт ҡатлы казармала Урта Азия егеттәре кавказдыҡыларға ҡаршы һуғышты. Беҙ, нейтралитет һаҡлаусы урыҫ, татар, башҡорт, мордва, сыуаш, украин, белорус, мари егеттәре, казарманан сығып торҙоҡ. Таулы Ҡарабахта әрмән менән азербайжандар һуғышҡан мәлдә, Үрге Пышмала улар бер яҡлы булып, Урта Азия егеттәренә ҡаршы сыҡты. Унда һалдат ҡайышы, көрәге, арматура, карауат тимере, ҡул аҫтында ниндәй ҡорал бар, барыһы ла эшкә егелеп, ҡот осмалы бәрелеш булды. Мин-минлек һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡан-ҡойошта 18 һалдаттың ғүмере ҡыйылды. Командирҙар, политрук тейешле эш алып барған осраҡта, бындай хәл килеп тә тыумаҫ ине...
Ыҙғышта ҡатнашмаусыларҙы бергә йыйып, барыһын да мәжбүри отпускыға оҙаттылар. Тәүге ялымдың тарихы бына шулайыраҡ булды. Ауылда булып Үрге Пышмаға килгәндә, беҙҙең часты тарҡатҡайнылар. Штаб начальнигы менән бер лейтенант миңә документтарымды биреп, Силәбе өлкәһенә яңы часҡа ебәрҙеләр. Шулай ошо өлкәһенең Кәҫле районында боронғо башҡорт ауылы Төбәк эргәһендәге урманда урынлашҡан, серле хәрби часта бер йылдан ашыу хеҙмәт итеп, ике тапҡыр ялға ҡайтып, өлкән сержант званиеһында хәрби хеҙмәтемде тамамланым.
Армия ҙур тормош мәктәбе булды һәм кемдең кем икәнлеген аңларға ярҙам итте. Үрге Пышманы иҫәпкә алмағанда, Удмуртияның Сарапул, Ырымбур өлкәһенең Туҡ полигонында командировкала булыуҙарҙы ла һанағанда, һалдаттар менән дуҫ йәшәнек. Шуға ла улдарын хәрби хеҙмәткә әҙерләүсе ата-әсәләргә кәңәшем шул: балағыҙҙы үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ, рухи яҡтан көслө, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләгеҙ. Кеше менән аралаша, дуҫлаша белһен. Үҙҙәренә терәк-таяныс тапһалар, кәм-хур булмаҫтар. Был йәһәттән Кавказ халыҡтарының тәрбиә алымы башҡаларға өлгө булырлыҡ. Армияла ул егеттәр берҙәм, бер-береһенә ихтирамлы булыуы менән айырылып тора. Урта Азия егеттәре аш-һыуға бик оҫта булһа ла, башҡаһын әллә ни ырата алмай, әммә уларҙың да яҡташлыҡ тойғоһо бик көслө. Шуға ла уларҙы күберәген аш-һыу тирәһенә ылыҡтыра инеләр. Балтик буйы республикаларынан килеүселәрҙә милләтселек рухы ярылып ята. Байрамдарҙа илдәренән үҙ телдәрендәге открытка алдырып, бер-береһен ҡотланылар. Урыҫ телендә яҙылғандарын һанға һуҡманылар. Шуға ла улар иң беренсе булып СССР-ҙан айырылып сыҡҡандыр. Бик татыу, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған егеттәр булып иҫтә ҡалған. Рәсәйҙең үҙәгендәге республикаларҙа йәшәгән мордва, мари, удмурт кеүек халыҡ вәкилдәрендә лә яҡташлыҡ тойғоһо көслө ине.
Ә бына урыҫ, башҡорт, татарҙарҙа хәл бөтөнләй башҡаса. Әллә беҙҙе шулай ныҡ “интернациональ” итеп тәрбиәләгәндәр, аңламаҫһың. Яҡташлыҡ та, милләт айырыу төшөнсәһе лә юҡ. Һәр кем үҙенсә йөрөй бирә. Хатта ойошоп, бер-береһенә терәк тә була алмайҙар. Әлбиттә, бында дуҫлашыу, аралашыу бар, тик уны яҡташлыҡ тойғоһо менән сағыштырыу мөмкин түгел. Ғөмүмән, армия тормошон иптәшһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр. Үҙеңдең ҡулыңдан бер нәмә лә килмәһә, дуҫҡа ғына таяныу урынһыҙ. Шуға ла хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәр һәр йәһәттән дә әҙерлекле булырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: бөгөн Рәсәй армияһында күпселек ауыл егеттәре хеҙмәт итә, ҡаланыҡылар араһында “текә” атай-әсәй күп. Улар улдарын хәрби хеҙмәткә ебәреүҙән ҡурсалап, төрлө юлын таба белә.
Ҡыҫҡаһы, был мәҡәләлә армия хаҡында бер аҙ мәғлүмәт кенә бирелде. Ә ысынбарлыҡтың эсендә ҡайнау – һәр кемдең үҙ эше.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана 02.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә 01.06.2026 // Йәмғиәт

Ғибәҙәтханаларҙы 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға йыйыналар....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана 01.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 2

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә