Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Оло бүләк
Тянь-Шань тауҙарына Тәңребеҙ үләнен йыйырға барышлай Ташкент ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли-мәҙәни үҙәккә һәм Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайына һуғылып китәм. Беҙҙе унда ошо йәмғиәт ойошмаларының рәйесе Илшат Хәсәнов ҡаршы ала. Мин унда һәр саҡ матбуғат баҫмалары, иҫтәлекле бүләктәр алып барам. Бер барғанымда 16 ҡурай бүләк иттем.

Былтыр 2013–2014 йылдарға Яҙыусылар союзының үҙем төҙөгән эш пландарын тапшырҙым. Илшат Хәсәнов быға бик ҡыуанып:
— Һеҙ бит беҙгә әҙер эш планын килтергәнһегеҙ. Шуның буйынса радио, телевидение менән бергәләп эшләйәсәкбеҙ, — тине.
Үзбәкстан радиоһы һәм телевидениеһы аҙнаһына бер башҡортса тапшырыуҙар ойоштора. Мин үҙем өс тапҡыр телевидениела, ике мәртәбә радио аша сығыш яһаным.
2013 йылдың июль аҙағында Тянь-Шань тауҙарына барырға йыйындым. Бер көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы телефондан шылтыратты:
— Һеҙ быйыл да тауҙарға барырға йыйынаһығыҙ, тип ишеткәйнем. Был хәбәр дөрөҫмө?
— Дөрөҫ. Әйберҙәрҙе йыйнаштыра башланым.
— Улайһа, һеҙгә ҙур үтенесебеҙ бар. Республикабыҙ Президенты фатихаһы менән Мәҙәниәт министрлығының юллауы буйынса Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайына 22 комплект милли сәхнә костюмдары тектерҙек. Шул кейемдәрҙе Ташкентҡа алып барыуығыҙҙы үтенәбеҙ.
Мин был тәҡдимгә шатланып ризалаштым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына барып, костюмдарҙы ҡараным. Өс тоҡҡа бүлеп һалыуҙарын үтендем. Вагонда улар икенсе ҡаттағы һәндерәне тотош биләне.
Ташкентта беҙҙе Илшат Хәсәнов дуҫтары менән ҡаршыланы. Уларҙың фатирында костюмдарҙы ҡараныҡ. Хужаның ҡатыны Римма Талха ҡыҙы, ҡыҙҙары Илмира, ейәнсәре Алһыу, сәхнә кейемдәрен күргәс, "аһ" итте. Көҙгө алдына баҫып, кейемдәрҙе кейеп ҡараны.
— Бындай костюмдар менән беҙ Үзбәкстандың теләһә ҡайһы ҡалаһында сығыш яһай алабыҙ, — тине Илшат Хәсән улы.
Ысынлап та, ҡоролтайҙың мәҙәниәт бүлегендә һәләтле йырсылар, бейеүселәр бар. Улар байрам кисәләрендә сығыш яһай.
Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы йыл һайын 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн Ташкенттың иң ҙур мәҙәниәт һарайында уҙғара.
— Беҙ был байрамға Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры артистарын саҡырҙыҡ. Улар менән бергә беҙҙең үҙешмәкәр артистар ҙа сығыш яһаны. Тамашасылар сәхнә кейемдәренә һоҡланып ултырҙы. Беҙгә был матур костюмдарҙы Башҡортостан Республикаһы бүләк итте, тип белдерҙек. Хаҡының 190 мең һумға төшөүен әйткәс, тамашасылар хайран ҡалды, — тине Илшат Хәсән улы.
Ташкентта йомошто үтәгәс, 350 саҡрым алыҫлыҡтағы ҡышлаҡҡа юл тоттом. Ундағы дуҫтар менән күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, алыҫ юлға әҙерләнә башланыҡ. Минең ҡарамаҡҡа ике ат, ишәк әҙерләп ҡуйғайнылар.
Чабандар менән бергә Тянь-Шангә ике мең метрға күтәреләбеҙ. Барған һуҡмағыбыҙ тар — бер метр, метр ярым. Һул яҡта — 80–90 метрлыҡ упҡын. Уң яҡта — таш стена. Аҫҡа ҡараһаң, баш әйләнә. Тәңребеҙ үләне үҫкән тауҙарға табан аҡрынлап артылабыҙ.
Үткән йыл йәй Үзбәкстанда көндәр бик эҫе — 56 – 53 градус булды. Был – беҙҙең төбәктә рекордлы күрһәткес, тине урындағы аҡһаҡалдар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шифалы үләнде бер аҙ йыйҙым. Файҙалы үҙенсәлеге буйынса донъяла уға тиңләшерлек дауалау сараһы юҡ. Тәжрибәм быны раҫланы. Үлән төнәтмәһе бер юлы әллә нисәмә сиренән арындыра. Аҡъярҙан Рәмзилә ханымдың пиелонефрит, хроник бронхит, ашҡаҙан шеше сирҙәре бер юлы дауаланды. Яңауылдан педагог Наилә ханым бронх астмаһы сиренән яфаланған. Тыны ҡыҫылыуҙан ятып йоҡлай алмаған. Мин эшләгән төнәтмәне дүрт көн эскәс, уның тыны асыла. Хәҙер йоҡлай ала.
— Һеҙҙең үлән төнәтмәһен эскәс, миңә көс өҫтәлде, ә элек хәл юҡ ине, — тине Наилә ханым. — Күп кенә кешеләр көс-хәл өҫтәлеүен раҫлай.
Стәрлетамаҡтан Нәҡиә Вахитова бөйөр, бауыр, ҡалҡан биҙе, диабет сирҙәренән яфаланған. Тянь-Шань үләне был сирҙәрҙе лә дауаланы. Шәкәр миҡдары 8 берәмек булһа, ул 4-кә кәмей.
Өсөнсө йыл Ташкентҡа һуғылғанда, Илшат Хәсәнов мине фатирындағы залға саҡырҙы ла: "Бер мөғжизә күрһәтәйемме?" — тип һораны. Шунан ул телевизорын ҡабыҙҙы. Экранда Башҡортостандың юлдаш телевидениеһы тапшырыуы бара ине. Мин был күренешкә ныҡ һоҡландым, ҡыуандым, ғәжәпләндем.
— Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарағас, мин үҙемде тыуған Көйөргәҙе районында йөрөгән һымаҡ хис итәм, — тине ҡыуаныстан Илшат Хәсән улы.
Онотолоп китеп, "Юлдаш" каналы тапшырыуҙарын ҡарап ултырам. Таныш дикторҙар, артистар... Ошо мәлдә үҙемде Өфөлә, үҙ фатирымда кеүек тойҙом.
Илшат Хәсәнов республикабыҙ был тапшырыуҙарҙы Үзбәкстан халҡына еткергәндәре өсөн телевидение һәм радио тапшырыуҙары етәкселәренә һәм башҡаларға ихлас рәхмәт белдерҙе.
Рәшит НИЗАМОВ,
яҙыусы.

Үзбәкстан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә