Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡоҙоҡтоң хужаһы бармы?
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Краснокама районының Николо-Березовка ауылында ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән 8 йәшлек малайҙы ҡотҡарған.

Уҡыусы баланың мәктәпкә китеүҙән ҡайтмауы тураһында райондың эске эштәр бүлегенә әсәһе хәбәр иткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ баланы эҙләргә сыҡҡан. Был эшкә оператив төркөм һәм бөтә район халҡы йәлеп ителгән. Урындағы объекттарҙы ҡарап сыҡҡандар. Малай сауҙа үҙәге аръяғындағы тәрән ҡоҙоҡ эсендә табылған.
Һуңынан асыҡланыуынса, мәктәптән ҡайтып барған бала, ҡар менән ҡапланған ҡоҙоҡто күрмәй, ҡолап төшкән. Тәрән соҡорҙан үҙаллы сыға алмай, шунда биш сәғәттән ашыу ятҡан. Тәүҙә ҡысҡырып ярҙамға саҡырып ҡараған, һуңынан өҫкә кофтаһын ырғытып ҡараған. Әммә бер кем дә ишетмәгәс, арып йоҡлап киткән. Йығылып төшкәндә баланың аяғы һынған, уны урындағы дауаханаға оҙатҡандар. Әле был осраҡ буйынса тикшереү бара, ташландыҡ ҡоҙоҡтоң хужаһы асыҡлана.

Наркотикты елгә осорғандар
Ошо көндәрҙә Наркотиктарҙың әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы белгестәре 179 енәйәт эше буйынса йыйылған ағыулы матдәләрҙе юҡ итте.
Мейескә 2,5 килограмм героин, 23 килограмм үҫемлектән эшләнгән тилерткес матдәләр һәм синтетик препараттар оҙатылған.

Хөкөм ҡарары хупланды
2012 йылдың майында урамда йәберһетелгән ҡыҙҙы яҡлашып, вәхшиҙәрсә туҡмалған Станислав Слепцовтың исеме бөтә илгә билдәле булғайны. Ҡылынған енәйәттәре өсөн 20-шәр йәшлек Радик Мөхәмәтйәров, Артем Самойлов менән Вадим Ставарчуктың өсөһөн бергә 26 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре тураһында яҙғайныҡ инде.
Хәл Салауат ҡалаһында була. Ханты-Манси округынан ҡунаҡҡа килгән 29 йәшлек Станислав Слепцовты улар аңын юғалтҡансы туҡмай. Станислав ун көн мәрттә, аҙаҡ бер нисә ай реанимацияла ята. Былтыр апрелдә Салауат ҡала суды Ставарчукты — 8, Мөхәмәтйәров менән Самойловты 9-ар йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарғайны. Хөкөм ителеүселәр шунда уҡ был ҡарарҙы апелляцияға биргән. Әммә республиканың Юғары суды хөкөм ҡарарын артыҡ йомшартмаҫҡа булған һәм ни бары өс айға кәметкән.

Крокодил сумаҙанға һыя
«Өфө» аэропортында таможня хеҙмәткәрҙәре Вьетнамдан ҡайтып килгән ҡатындың сумаҙанында ике крокодил һыны таба. Аэропорт экспертизаһы буйынса сиам төрөнә ҡараған был хайуандар тиреһенән яһалған әйберҙәрҙе таможня аша үткәреү тыйылған.
Таможня хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сит илдә ял итеүселәр йыш ҡына төрлө сувенирҙар, үҙенсәлекле бүләктәр алып ҡайта. Ләкин таможня ҡағиҙәләрен белмәү административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу, енәйәт эшен асыу кеүек күңелһеҙ осраҡҡа әйләнеүе ихтималлығын онотмағыҙ. Крокодил һындарын һатып алған ҡатын да, бәлки, был турала уйлап та бирмәгәндер. Һуңғы йылдарҙа таможня хеҙмәткәрҙәре өсөн багажда тыйылған әйберҙәр табыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән.
Сит илгә барыусыларға ябай ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Ҡорал, киҫеп-сәнсә торған әйберҙәр, тәмәке һәм Бөтә донъя тәбиғәтте яҡлау буйынса хөкүмәт килешеүенә ингән йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе Рәсәйгә индереү ҡәтғи тыйыла.
Талап сит илдән килгән бар тауарға ла ҡағыла. Спиртлы эсемлектәргә килгәндә, 18 йәше тулған һәр кем һалымһыҙ 3 литр эсемлек алып ҡайта ала. Әгәр уның миҡдары норманан артыҡ икән, декларация яҙыу талап ителә. Ял итергә сығыр алдынан таможня хеҙмәте ҡағиҙәләре менән танышырға онотмағыҙ. Уларҙы аэропорттың рәсми сайтында табырға мөмкин.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә