Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туҡлыҡ йылы яҙынан билдәле
Туҡлыҡ йылы яҙынан билдәле
Тышта сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Ринат ХӘЙРУЛЛИН менән йәй тураһында һөйләшергә булдыҡ. Уңыш нигеҙе йыл башынан һалына, ти игенселәр. Яҙғы баҫыу эштәренә лә аҙ ғына ваҡыт ҡалды бит.


– Ринат Мәсғүт улы, быйылғы сәсеү-урыу эштәре ҡәҙимгесә барыр тип уйлайһығыҙмы, әллә яңылыҡтар индереү ҙә күҙ уңында тотоламы?

– Яңылыҡ тип мин ошо блокнотта яҙғандарымды атайым (блокнотын күрһәтә). Ун йыл самаһы инде һауа торошон яҙып барам. Һәр көн иртән бөгөнгө климаттың үҙенсәлеген теркәйем дә былтыр һәм унан алдағы йылдарҙағы тап ошо көн менән сағыштырам. Яҙға табан һауа торошоноң ниндәй булыры асығыраҡ күҙ алдына килә башлай. Игенсе нисек кенә оҫта һәм тәжрибәле булмаһын, барыбер бөтөн хеҙмәте һәм эшенең һөҙөмтәһе шул һауа шарттарына бәйле. Йыл насар килә икән, һин ниндәй генә иҫ киткес уңған булма, ҙур һөҙөмтәгә өлгәшә алмайһың. 2011 йылда, әйтәйек, 100 мең тоннанан ашыу иген йыйһаҡ, ҡоролоҡло 2010 һәм 2012 йылдарҙа әллә ни ырата алманыҡ.

– Дүртөйлө кеүек ялан яҡтарында, игенселек үҫешкән төбәктә, һауа шарттарының төп иғтибар үҙәгендә булыуы аңлашыла...

– Шулай ҙа иң ҙур табыш малсылыҡтан килә — бөтә керемдең 66 процентын ошо тармаҡ бирә. Игенселектең дә күп өлөшө мал аҙығы әҙерләүгә китә. Беҙҙең маҡсат – һөт етештереүҙе арттыра барыу.

– Ҡалала һөт ҡабул итеүсе ҙур предприятие барлығын беләбеҙ, ләкин ул — Мәскәүҙәге хужалар ҡулында. Ошондай йәмғиәттәр менән килешеп эшләп буламы, улар: “Беҙгә Мәскәү генә указ!” – тип ултырмаймы?

– Төрлө саҡ була, ләкин һөт комбинаты етәкселеге менән уртаҡ тел табып эшләргә тырышабыҙ, һәм был аңлашыла ла, сөнки беҙ — уларға, улар беҙгә кәрәк.

– Һеҙ – Башҡортостан ауыл хужалығы институтында инженер-механик дипломы алған белгес. Бөгөнгө ауыл хужалығы техникаһын нисек баһалайһығыҙ? Ватан сәнәғәте сит ил комбайндары һәм тракторҙары менән ярышырлыҡ хәлгә еттеме?

– Рәсәйҙә эшләнгән ауыл хужалығы техникаһы йылдан-йыл камиллаша һәм сит ил техникаһы менән конкуренцияға ҡыйыуыраҡ инә бара. Тик бында сифат менән хаҡтың үҙ-ара нисбәтен яйға һалырға кәрәк әле тип уйлайым. Сит ил машиналарын алһаң, сифаты хаҡына күрә юғарыраҡ, уның ҡарауы запчастарын алмаштырмайынса ла оҙаҡ эшләргә һәләтлеләр, сервис хеҙмәтләндереүе тейешле кимәлдә. Сервис белгестәре — юғары квалификациялы. Сит илдә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһының тағы бер өќтөнлөгө шунда: төрлө агрегаттарын хеҙмәтләндереү еңел, теге йәки был деталгә барып етеү өсөн ярты машинаны һүтергә кәрәкмәй. Рәсәй техникаһы арзаныраҡ, ләкин сифатын яҡшыртыу өќтөндә эшләйһе бар. Был осраҡта илебеҙ заводтары дәүләт ярҙамынан башҡа сит ил техникаһын ҡыуып етә алмаясаҡ.

– Техника бар, ләкин эшләргә механизаторҙар юҡ, тигән фекерҙе лә йыш ишетергә тура килә. Ниндәй генә шәп комбайн бирергә вәғәҙә итһәң дә, Себергә эшкә китеүҙе өќтөнөрәк күрәләр икән...

– Был проблема бар, әлбиттә, һәм ул бөгөн килеп кенә тыумаған. Элегерәк ауыл хужалығы техникаһы менән эш итеү серҙәренә мәктәптә үк өйрәтә башлай торғайнылар. Уҡыуҙы тамамлағансы уҡ трактор йөрөтә белгән 10 — 15 үҫмерҙең икәүһе-өсәүһе булһа ла колхозда эшләргә ҡала ине. Ауыл профтехучилищеларында киң профилле механизатор һөнәре алырға мөмкинлек булды. Ә хәҙер был йүнәлештә тәғәйен генә кадрҙар сәйәсәте юҡ. Уларҙы хужалыҡтарҙың үҙҙәренә әҙерләргә тура килә. Әммә Себергә китеүселәр ҙә кәмей. Хатта, белеүемсә, унан кире ҡайтыусылар арта башланы. Тимәк, бөгөнгө шарттар бик ылыҡтырмай. Шуға күрә йәштәрҙе ауыл хужалығында эшкә ҡалырға саҡырам. Хәҙер был өлкәлә – фермала булһынмы ул, оҫтаханаламы, уңайлы техникаламы – эш шарттары яҡшырҙы. Ялҡауланмаған кешегә ауылда ла аҡса табырға була, бында бит уның таяныс булырҙай һәм ярҙам итерҙәй нигеҙе лә бар.

Рәшит Кәлимуллин әңгәмәләште.


Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә