Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тилбер почтальондар асыҡланды
Иң-иң шәптәре — Ишембайҙа!

“Башҡортостан” гәзитенең дуҫтары артһын, уҡыусыларыбыҙ беҙҙән айырылмаһын тигән маҡсатта почтальондар һәм йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусылар араһында конкурс иғлан иткәйнек. Бөгөнгө һанда бәйгегә йомғаҡ яһап, иң тилбер почтальондарҙың һәм баҫмабыҙ яҙмышына битараф ҡала алмаған рухташтарыбыҙҙың бер төркөмө менән таныштырабыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: бәйге талабы көстән килмәҫлек түгел ине, “Башҡортостан”ды ауылдарҙа — 30, ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә 50 дана яҙҙырыу шарт итеп ҡуйылғайны. 20-25 данаға яҙҙырғандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, тигәйнек. Шуныһы һөйөнөслө: ең һыҙғанып эшләүселәр байтаҡ булып сыҡты. Тәүге шатлыҡлы хәбәрҙе Бишбүләк районының Аҙнай ауылынан Рәфиә Миһранова ишеттерҙе. Әйткәндәй, ул — почтальон түгел, хаҡлы ялдағы элекке уҡытыусы. Булһа була бит шундай егәрле кешеләр, тип тап уның кеүектәрҙе әйтәләр ҙә инде.
Рәфиә Ҡадир ҡыҙы, ауылдаштарының гәзит-журнал алдырып уҡымай башлауына борсолоп, үҙе таратып ҡарарға булған. Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, тәүәккәлләүенең һөҙөмтәһе тос: 32 дана яҙҙырған, ә ун бер ғаиләгә килгәне — уның бүләге! Бына ниндәй матур өлгө күрһәткән ул! Хәҙер иһә баҫманың һәр һаны хужаһына үҙ ваҡытында барып етеү-етмәүе өсөн борсола.
— Аҙнайҙың үҙендә почта бүлексәһе юҡ, почтальон күрше ауылдан килеп тарата. Әллә уға ярҙам итәйемме икән, миңә ҡалдырһа, таратып сыға алам инде, — ти Рәфиә Ҡадир ҡыҙы. Әгәр һәр төбәктә лә ошондай рухлы кешеләр күберәк булһа, баҫманың тиражы, әлбиттә, кәмемәйәсәк.
Ишембай — “Башҡортостан” гәзите иң күп таралған район. Һуңғы йылдарҙа был төбәкте өлгө итеп ҡуйыуыбыҙ юҡҡа түгел — гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һаны меңгә етеп килә. Алдынғылыҡты тотоуҙарында, әлбиттә, почтальондарҙың да өлөшө ҙур. Әйтелгәнде конкурста ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ла раҫлай. Мәҫәлән, Этҡол ауылы почтальоны Әсмә Әлибаева баҫмабыҙҙы 57 дана яҙҙырған. Хеҙмәт юлының 22 йылы ошо тармаҡ менән бәйләнгән Әсмә Фәрит ҡыҙы хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тип нисек әйтмәйһең инде!
Ҡолғона ауылы халҡын хеҙмәтләндергән почтальон Әҡлимә Ғәйнетдинова ла унан әллә ни ҡалышмаған — 45 данаға квитанция тултырған. Маҡар ауылынан Әлфиә Ғәзизова иҫәбендә — 43 дана. “Ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, халыҡ менән уртаҡ тел таба белә”, — тинеләр уның хаҡында ла.
Петровский почта бүлексәһенән Т. Кохтаева тураһында ла маҡтау һүҙҙәре генә ишеттерҙеләр. Тамара Михайловна “Башҡортостан”ды 48 дана тарата.
Сибай ҡалаһында ла иң шәп почтальонды асыҡланыҡ, Гүзәл Иғтисамова үҙе хеҙмәтләндергән биләмәлә баҫманы 43 йортҡа илтә.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы почтальоны Гүзәл Сыңғыҙова 37 кешене яҙҙырған. Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы ла — эшен яратып атҡарған почтальондарҙың береһе, 13 йылдан ашыу гәзит-журнал тарата.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй почта бүлексәһенән Розалия Рамазанова ла конкурс шартын үтәүе хаҡында хәбәр итте. Һөҙөмтәлә был ауылда “Башҡортостан” 32 йортҡа килә. Архангел районында гәзит уҡыусыларыбыҙҙың артыуына, һис шикһеҙ, Люциә Голубева һәм Үлмәҫбикә Насирова ҙур өлөш индергән. Люциә Назар ҡыҙы район үҙәгендә — 32, Үлмәҫбикә Миңнеғәли ҡыҙы Абҙан менән Ҡыҙылъяр ауылдарында 31 дана яҙҙырған.
Республиканың милли телдәге төп баҫмаһын күберәк таратырға тырышҡан, хеҙмәтен күңел һалып һәм оло яуаплылыҡ тойоп атҡарған почтальондарҙың барыһының да исем-шәрифен күрһәтеү мөмкин түгел. Конкурс шартын үтәүҙәре хаҡында беҙгә хәбәр итмәүселәр ҙә барҙыр, моғайын. Бөгөн иһә исемдәре телгә алынған почтальондарға һәм йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да һеҙҙең ярҙамығыҙ менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һаны артыр, яңынан-яңы дуҫтарыбыҙ өҫтәлер, тип ышанабыҙ. “Башҡортостан” гәзите йылъяҙмаһында һеҙҙең исемдәрегеҙ ҙә лайыҡлы урын алыр.
Бына улар – тилбер почтальондар һәм йәмәғәт башланғысында, йәғни үҙ теләктәре менән матбуғат таратыусылар:
Ишембай районынан:
Әсмә Әминева — Этҡол ауылынан;
Әҡлимә Ғәйнетдинова — Ҡолғона ауылынан;
Әлфиә Ғәзизова — Маҡар ауылынан;
Тамара Кохтаева — Петровский ауылынан;
Гүзәл Иғтисамова — Сибай ҡалаһынан;
Рәфиә Миһранова — Бишбүләк районының Аҙнай ауылынан;
Розалия Рамазанова — Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан;
Люциә Голубева — Архангел районының Архангел ауылынан;
Үлмәҫбикә Насирова — Архангел районының Абҙан ауылынан;
Гүзәл Сыңғыҙова — Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
Лилиә Иликәева — Миәкә районының Илсеғол ауылынан.
МӨХӘРРИРИӘТ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә