Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Намыҫлылар уларҙан ҡурҡмай
Намыҫлылар уларҙан ҡурҡмай«Прокурор» тиһәләр, элек ҡырыҫ, тәкәббер, шиксел, аҙ һүҙле кешене күҙ алдына килтерә торғайным. Һуңғы йылдарҙа был һөнәр эйәләренә ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе, сөнки прокуратура хеҙмәткәрҙәре хәҙер эшмәкәрлеген башҡасараҡ ойоштора, йәмәғәтселек өсөн асыҡ булыуҙы, мәғлүмәт саралары менән даими бәйләнештә тороуҙы төп нигеҙ итеп алған.
Шулай ҙа Башҡортостан Прокуратураһының Енәйәт эштәренең судта ҡаралыуында прокурорҙарҙың ҡатнашыуын тәьмин итеү буйынса идаралығы етәксеһе Азамат Мөхөтдинов менән тынышырҙан алда күңелдә бер ни тиклем шик-шөбһә бар ине. «Эш ваҡытын бүлдереп йөрөмәгеҙ, һеҙҙең ҡайғы юҡ әле, тип кире бороп сығарып ебәрмәҫме?» – тигән уй борсоно. Ни тиһәң дә, хеҙмәттәре ифрат яуаплы, етди.
Бәхеткә күрә, бинаның тупһаһынан уҡ үҙебеҙҙе тыныс, иркен тоя башланыҡ. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, хатта ҡораллы һаҡсы ла йылмайып ҡына иҫәнләшә, бер кемгә лә ятһыныулы, һынсыл ҡараш юҡ бында. Прокурорҙарҙы ҡәҙимге эш коллективынан махсус кейеме генә айыралыр, тигән һығымта яһалды.
– Эйе, элек күптәр беҙҙең менән эш итергә теләмәй ине, сөнки халыҡта хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡурҡыу тойғоһо көслө булды, – ти Азамат Рәмил улы. – Ғөмүмән, власть кешеләренә ышаныс, ихтирам һуңғы тиҫтә йылда ғына нығына башланы. Бөгөн беҙгә ярҙам һорап йыш киләләр, тимәк, эшебеҙ һөҙөмтәле.
Идаралыҡҡа өс бүлек ҡарай. Уларҙың тәүгеһенә – дәүләт ғәйепләүселәре бүлегенә – 15 йылдан ашыу эшләп, бай тәжрибә туплаған прокурор, юстиция советнигы Марина Исхаҡова етәкселек итә. Ул бер үк ваҡытта идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары вазифаһын да биләй. Кассация бүлеге етәксеһе – I класлы юрист Илдар Әлмөхәмәтов. Ул да хеҙмәт алдынғылары иҫәбендә: үҙенең ҡул аҫтындағы 12 кеше менән бергә былтыр 15 меңдән ашыу эште тикшергән. Ә күҙәтеү бүлегенә етәкселек иткән II класлы юрист Рөстәм Нәбиевкә ни бары 26 йәш. Өс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул да етди уңыштарға өлгәшкән.
Азамат Мөхөтдинов идаралыҡҡа йәш көстәр килеүенә һөйөнөп бөтә алмай.
Намыҫлылар уларҙан ҡурҡмай– Сафтар былтыр ныҡ ҡына яңырҙы, сөнки Рәсәй Президентының Указына ярашлы элекке бүлек етәкселәренән Илдар Дәүләтов менән Ринат Шакиров Башҡортостандың Юғары суды судьялары итеп тәғәйенләнде, Рәсәй прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре Лариса Панкратова хаҡлы ялға сыҡты, – тип аңлатты ул. – Уларҙы юҡһынабыҙ, әммә алмашҡа килеүселәр ҙә һис һынатмай.
Идаралыҡ етәксеһе коллективтың былтырғы эшенән ҡәнәғәтлеген йәшермәй. «Бурыстарын күңел һалып, ҙур тырышлыҡ менән башҡаралар, – тигәнендә уның йөҙөндә ғорурлыҡ, ышаныс һәм ихласлыҡ сағылды. – Йыл дауамында 26 меңдән ашыу документ, шул иҫәптән Башҡортостан Юғары суды тарафынан ҡаралған 77 енәйәт эше буйынса ғәйепләү тормошҡа ашырылды. Ике эште присяжный ултырышсылар судында ҡарауҙа ла ҡатнаштыҡ, хөкөм сығарыу системаһындағы был институттың ыңғай яҡтары күп булыуына инандыҡ…»
Кеше хоҡуҡтарын һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлағанда прокурорҙарға һәр осраҡ буйынса мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнергә, яҡшыһын да, яманын да күҙ уңында тоторға тура килә. Улар бер ваҡытта ла илке-һалҡылыҡҡа, ашығыс ҡарар ҡылыуға бармай, сөнки ҡулдарында – кеше яҙмышы, йәмғиәт киләсәге. Шуға ла ҙур шау-шыу тыуҙырған ҡайһы бер енәйәттәрҙе тикшереүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуына аптырайһы түгел. Ундайҙар иҫәбенә милләт-ара ыҙғыш көҫәүсе «Уфагубъ» сайты, үҙен дини партия тип һанаусы «Хизб ут-Таһрир» ойошмаһы, Стәрлетамаҡта милиционерҙарҙы үлтергән Ғабдулхаҡов бандаһы, Асҡын террорсылары буйынса эштәрҙе индерергә мөмкин. Был эштәр менән шөғөлләнгән прокурорҙарға янаусылар, психологик баҫым яһаусылар ҙа булған.
– Ҡайһы бер осраҡта үҙеңде яҡлау өсөн ҡорал алып йөрөргә тура килә, – ти Азамат Рәмил улы. – Эшебеҙ ҡағыҙ һәм ҡәләм тотоуҙан, һүҙ һөйләүҙән генә ғибәрәт кеүек тойолһа ла, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр суд залынан йыш ҡына арманһыҙ булып сыға. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: йәш кенә ҡыҙға 30-лап ғәйепләнеүсегә һәм шул сама адвокатҡа ҡаршы сығыш яһарға кәрәк, ти. Ҡаушамаҫ ерҙән ҡаушарһың!
Ләкин юстиция советнигы Азамат Мөхөтдинов үҙенең 35 кешенән торған коллективына теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса тулыһынса иҫәп тота ала, уларҙың бер ерҙә лә йомшаҡлыҡҡа юл ҡуймаҫына иманы камил. Ошо өлкәлә ғүмер буйы тиерлек хеҙмәт итеп, хәҙер инде 60 йәште үткән, әммә сафта ҡалған Рәмил Зәйнетдиновты, шулай уҡ оҙаҡ эшләгән Михаил Наймушинды ул үҙенең ныҡлы терәге, кәңәшселәре рәтенә индерә.
Азамат Рәмил улының үҙенә 36 ғына йәш. Ата-әсәһе Башҡортостандың ауыл хужалығы институтында белем алған саҡта өйләнешә, шуға ул Өфөлә тыуа. Йәш ғаиләгә йүнәлтмә буйынса Әбйәлил, Күгәрсен, Балаҡатай райондарында эшләргә тура килеү сәбәпле төрлө ауылдарҙа уҡый, шуға ҡарамаҫтан, урта мәктәпте «бишле» билдәләренә генә тамамлай. Артабан Башҡортостандың ауыл хужалығы институтына ла, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ла ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған егет алдында «ҡайһы юлды һайларға?» тигән һорау тыуғас, хоҡуҡ өлкәһе менән ҡыҙыҡһыныуы еңә. Университеттан һуң Азамат Мөхөтдинов хеҙмәт юлын атаһы тыуып үҫкән Мәсетле районында прокурор ярҙамсыһы булып башлай, һуңғы тәғәйенләнешкә тиклем Башҡортостан Прокуратураһында кассация бүлеге прокуроры, күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаларында тәжрибә туплай.
Һөнәре генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Әле Гүзәл менән Азамат Мөхөтдиновтарҙың Искәндәр һәм Тамерлан исемле улдары үҫә. Балаларын көслө, намыҫлы, милли рухлы, белемле, ныҡышмал итеп тәрбиәләргә тырышалар, сөнки ғаилә башлығы был сифаттарҙың тормошта мөһим әһәмиәткә эйә икәнлеген яҡшы аңлай.
– Халыҡтың хәҙер хоҡуҡи йәһәттән белемлерәк икәнлеген билдәләмәү мөмкин түгел, – ти идаралыҡ етәксеһе. – Уларҙың мәғлүмәтле, әүҙем булыуы, беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә әҙерлеге эшебеҙҙе күпкә еңеләйтә. Прокурорҙарҙан бер кем дә ҡурҡмаһын, беҙ бит һәр осраҡта ла ғәйеп тағыу түгел, ә ғәҙеллеккә өлгәшеү өсөн тырышабыҙ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә