Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылды мөхәббәт тергеҙҙе
Ауылды мөхәббәт тергеҙҙеЛюбимовка тиһәң, асҡындарҙың серле йылмайыуын күререңә шикләнмәһәң дә була. Ҡасандыр бөткән ауылды бер кешенең тырышлығы һәм мөхәббәте тергеҙгән.
– Атай-әсәйем ошонда йәшәне, йәш саҡтарым бында үтте, – тип һөйләй Геннадий Цвырков. – Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Өфөлә эшкә урынлаштым. Шунда өйләндем, фатир алдыҡ, балаларыбыҙ тыуҙы, Йоматау ауылы эргәһендә ике ҡатлы дача төҙөп ҡуйҙыҡ.
Геннадий Федоровичтың тормош иптәше Надежда – ҡала ҡыҙы. Ауыл тормошо тураһында ишетеп кенә белгән. Ғөмүмән, үҙе әйтмешләй, ауылда йәшәрмен тип бер ҡасан да уйламаған.
– Йәш саҡта тормош ағышына эйәреп йәшәнек тә йәшәнек, – ти хужабикә. – Эш менән өй мәшәҡәттәре араһында күп уйланырға ваҡыт та ҡалмағандыр. Шулай ҙа тыуған яҡтарына ҡайтып килһә йә берәй танышын осратһа, йә ауылы иҫенә төшһә, Генамдың күҙҙәрендә ниндәйҙер моңһоулыҡ хасил була ине. Ауылының бөтөүен ул ауыр кисерҙе.
Тыуған яҡтың тылсымлы тартыу көсө бар, тиҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Геннадий ҙа тыныслығын бөтөнләй юғалта, үҙенә урын тапмай башлай. "Бөтәһе лә һәйбәт, әммә ирем тынғылыҡ тапмай: ситлектәге арыҫландай фатирға һыймай йөрөй. Баҡсаға барһаҡ, ерҙән айырып алып булмай. Ерҙә соҡоноу уның өсөн танһыҡ. Хатта ашарын да онота. Үҙе өндәшмәй. Шунан аңланым уның уйҙарында ниҙәр булыуын", — тип йылмая Надежда ханым.
Бер көн килеп ир түҙмәй: бығаса йыйылып килгән хыялдарын ҡатынына түкмәй-сәсмәй һөйләй.
– Надежда, мин һиңә ҡалалағы кеүек уңайлыҡтарҙы, шарттарҙы ауылда ла булдырасаҡмын. Хатта унан да яҡшыраҡ итермен, тик тыуған тупрағыма ҡайтырға риза бул, – ти ул.
Цвырков үҙенекен итә: кәңәш-төңәш тотҡандан һуң, 90-сы йылдар башында, туғандары, дуҫтары менән (алты ғаилә) буш урынға, сүп үләне баҫып бөткән ҡола яланға ҡайтып төшәләр. "Элекке ауылыбыҙ эргәһендә оҙаҡ ҡына торҙоҡ та яҡындағы урманға табан атланыҡ, – тип иҫләй Геннадий Федорович. – Ағастар араһына барып инеүгә, саф һауанан баштар әйләнеп китте. Бына ҡайҙа ул хөрриәт!"
Ғаилә башлығы һүҙендә торған. Бөгөн Любимовка ауылына асфальт юл илтә. Үҙҙәре ике ҡатлы кирбес йортта көн күрәләр. Бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, өй эсе тулы йыһаз. "Унан да яҡшыраҡ итермен", – тигән ниәтен тормошҡа ашырып мунса һалған, баҡсасылыҡ өсөн шарттар эшләгән. Эргәлә генә үҙҙәре яһаған ике быуа ла бар. Улар хәҙер йәйрәп ята һәм ярайһы ғына ҙур күлгә әйләнгән.
– Башта күңелһеҙерәк булһа ла (айына бер нисә тапҡыр Өфөгә ҡайтып килә торғайным), тора-бара күнектем, – ти Надежда Альберт ҡыҙы. – Ауылға хас көндәлек эштәргә лә өйрәндем. Хәҙер һыйырын да һауам, сусҡаһын да ҡарайым, ер эшен дә беләм, бәйләм дә бәйләйем.
Цвырковтарҙың оло улы Андрей ҙа, өйләнгәс, бында төпләнеүҙе хуп күргән. Атаһы уға автомобилдәр ремонтлау оҫтаханаһы асырға ярҙамлашҡан. Икенсе улдары Михаил баш ҡалала ғаилә ҡорған һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Геннадий Федорович хәҙер райондың билдәле фермерына әйләнгән. Бөгөн уның тәгәрмәсле – өс, сылбырлы ике тракторы, комбайны, тағылма инвентары, ағас бысыу цехы эшләй. Ғаиләнең шәхси ихатаһындағы малдан тыш сусҡа фермаһы, эшкәртергә 122 гектар ере бар.
Бына шулай итеп мөхәббәт ауылды ла тергеҙгән, Цвырковтарҙы бәхетле лә иткән.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ
Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә