Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Юлыҡ ауылы һәм Рәмиевтәр
Юлыҡ ауылы... Һәр кемгә үҙенең тыуған яғы матур ҙа, яҡын да. Шулай булыуы тәбиғи, сөнки һәр кемдең бала, үҫмер сағы һәм артабанғы яҙмышы тыуған ере менән бәйле. Күңелгә яҡын мөхиттә — ата-бабаларыбыҙ төйәгендә — тыуып, шифалы һыуын эсеп, саф һауаһын һулап үҫкәнбеҙ, хозур тәбиғәте ҡосағында уйнап, күңел асҡанбыҙ, болон-туғайҙарында татлы еләк-емештәренә кинәнгәнбеҙ. Белем алып, аҡыл туплағанбыҙ, йәнебеҙгә йәшәү көсө, рух, дәрт алғанбыҙ. Ошо ерҙәрҙә — ата-бабаларыбыҙҙың тормош һуҡмаҡтары һәм изге ҡәберҙәре. Бөгөн фәҡәт йәнебеҙ ереккән шул төйәктә атай-әсәйҙәребеҙҙең нәҫел-нәсәбе, туғандарыбыҙ, ҡорҙаштарыбыҙ һәм дуҫ-иштәребеҙ ғүмер кисерә. Юлыҡ ауылы! Тәбиғәте лә һәр кемде хайран итерлек. Заманында мөғжизәле төйәктең һиллеге, бәрәкәтлелеге хәҙерге Юлыҡ халҡының нәҫелдәрен үҙенә ылыҡтырған һәм һыйындырған. Ә беҙ был ауылдың тарихын, бөгөнгөһөн беләбеҙме?
Иван IV үҙ дәүерендә Ҡазан ханлығына ҡаршы өс тапҡыр хәрби поход ойошторған. 1547-1548, 1549-1550 йылдарҙағы бәрелештәр уңышһыҙ тамамланған. Ә 1552 йылда 150 меңлек ғәскәр менән башланған һөжүм яуыз урыҫ батшаһына дан килтергән. 1552 йылдың октябрендә Ҡазан ханлығы Рус дәүләтенә баш эйергә мәжбүр булған. Шул дәүерҙән башлап татарҙар Рус дәүләтенә буйһоноп йәшәй.
Ҡазан ханлығы буйһондоролғас та, халыҡты христиан диненә күндереү сәйәсәте әүҙемләшкән. Православие динен ҡабул иткәндәргә Ҡазанда, Ҡазан тирәһендәге ерҙәрҙә иркен йәшәү рөхсәт ителгән, уларға яһаҡ та һалынмаған. Динде ҡабул итмәй ҡарышҡандарҙы төрлө юлдар менән ҡурҡытып та, алдап та, ҡыҙыҡтырып та суҡындырырға тырышҡандар. Тәрене үпкәндәр, үҙҙәренең ислам диненән ваз кисеп, христиан диненә күскәндәр, исем-шәрифен Иванов Иван Иванович кеүек итеп үҙгәрткәндәр һәм Рәсәй батшалығына тоғро хеҙмәт итеү өсөн ант биргәндәр. Эйе, ислам диненән баш тартҡандар, үҙҙәренең урыҫлығын иҫбат итеү өсөн, батша йәнәптәренә йән-тән аямай, фиҙакәр бирелеп, самаһыҙ ярарға тырышып хеҙмәт иткән. Әммә халыҡтың күпселеге үҙ диненә хыянат итеүҙе хуп күрмәгән, ҡаршылыҡ күрһәткән.
Ундайҙарға батша властары мәрхәмәтһеҙ янау, үлем-язалау, эҙәрлекләү, күпләп һәр төрлө яһаҡ һалып ҡыҫырыҡлау, ерҙәрен, мал-тыуарын тартып алыу, мәсеттәрҙе, мәҙрәсәләрҙе яндырыу, элекке Ҡазан ханлығынан ҡыуып сығарыу кеүек ысулдарҙы киң ҡуллана башлаған. Һөҙөмтәлә, ерһеҙ, мал-тыуарһыҙ ҡалған татарҙар үҙ төйәктәренән ҡыҫырыҡлап сығарылған һәм башҡа ерҙәргә күсеп китергә мәжбүр ителгән.
Өс быуаттан ашыу арауыҡта үткәрелгән аяуһыҙ милли сәйәсәт күп ғаилә, тоҡомдарҙың төрлө төбәккә һибелеп, бүлгеләнеп, үҙ-ара бәйләнешен юғалтыуына килтергән. Иленән, еренән яҙғандар быуаттар буйы яңынан-яңы ерҙәргә күсенеп, үҙҙәренә йәшәү төйәге, ғаиләләренә йән терәге эҙләргә дусар ителгән. Шул дәүерҙә бөлгөнлөккә төшкән бер нисә ғаилә ағзалары — хәҙерге Юлыҡ татарҙарының тоҡом башы — ХVIII быуаттың аҙаҡтарында, йәғни 1781 йылда бөрйән-түңгәүер башҡорттары биләгән ерҙәргә килеп һыйынған. Уларҙың төп маҡсаты — аҫаба башҡорттарҙан ҡуртымға ер алыу һәм тирә-яҡҡа һибелгән күскенселәрҙе бер урынға күсереү.
Бөрйән һәм Түңгәүер ырыуҙарының аҡһаҡалдары, йола буйынса билдәле урында ҡор йыйып, "кәңәшле эш тарҡалмаҫ" тигәндәй, был мәсьәләне ентекләп тикшергәндән һуң уртаҡ фекергә килгән. "Әгәр ҙә татарҙар аҫаба башҡорттар өсөн Ырымбурҙан Верхнеуральскиға ылау (ям) сабырға риза булһа, 40 дуға (40 ғаилә) был ерҙәргә килеп урынлаша ала", — тигән ҡарар сығарғандар. Татарҙар был шарттарға риза булған һәм бар мөлкәттәре менән 1781 йылда күсенеп килә башлаған. Башҡорттар өсөн был арала ям сабыу бик уңайһыҙ һәм мәшәҡәтле бурыс һаналған. Юлыҡ эргәһендә башҡорттар үҙ аттары, үҙ аҙыҡ-ризыҡтары менән Ырымбурҙан сапҡын килгәнен көтөп торорға мәжбүр булған. Ям сабыу стандарын тулыһынса аҫаба башҡорттар аҫраған. Мәҫәлән, Юлыҡ ямын тотоу өсөн хужалыҡтан 21,5 тин (был ваҡытта ул ҙур сығым һаналған) аҡса йыйылған. Был ямды хеҙмәтләндереүгә Бөрйән һәм Түңгәүер башҡорттарынан йылына биш мең һум талап ителгән. Унан тыш, почта аттары өсөн бесән әҙерләү һәм күперҙәрҙе төҙөк тотоу бурысы ла ҡушылған. Хөкүмәт иһә был хеҙмәт өсөн бер тин дә аҡса түләмәгән. Шуға күрә килеп тыуған форсаттан файҙаланып, башҡорттар күпмелер ваҡытҡа булһа ла бәйнәтле бурыстарҙан ҡотолорға теләп, үҙ-ара яҙма ярашыу төҙөгән һәм Ҡазан яҡтарынан күсеп килгән татарҙарға Мағаш, Төгән йылғалары буйынан ер бүлеп биргән. Татарҙар быға сикһеҙ шатланған.
Быуаттар буйына быуын-быуындары баш терәр ер таба алмай яфаланған күскенселәр, тәбиғәттең матурлығына, байлығына һоҡланып, үҙҙәрен ожмахҡа килеп урынлашҡандай тойған.
Архив материалдарынан:
"...В припуске ясачных татар на эту землю участвовали вотчинник Бурзянской и Тунгаурской волости... Исмакай Казаков, как доверенное лицо бурзян, поставил тамгу под договором 1781 года, который разрешал припускать татар и из деревни Идрисово влиятельный общинник Идрис Тиусов участвовал в 1781 году в припуске татар для населения их при речке Юлук..."
Килешеү 1781 йылдың 15 ноябрендә тәүҙә — 10 йылға, һуңынан 1816 йылда икенсе тапҡыр 49 йылға оҙайтылған. Шул йылдарҙа уҡ — Юлыҡ утары, артабан ҙур Юлыҡ ауылы барлыҡҡа килгән.
Тәүге күсеп килеүселәр Әбүбәкировтар һәм Моҡаевтар булған, уларҙың нәҫелдәре әле лә Юлыҡ ауылында, районда етерлек. Тағы ла архив материалдарына күҙ һалайыҡ.
"...Богатый природными ресурсами, плодородными землями башкирский край, относительная свобода его от власти царя и наместников, ускоряет процесс миграции татар в Башкортостан. Даже башкирское население не противится этому. Более того, значительная часть башкир была благожелательно настроена в отношении к переселенцам. Родство башкирского и татарского этносов, общения, основа языка, единая мусульманская религия определяли сущность взаимоотношений этих народов..." ("История Башкортостана с древнейших времен до наших дней". Уфа, 2007 г.)
Был турала башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев бик дөрөҫ әйтеп ҡалдырған: "...Татарҙар, мишәрҙәр, башҡорттар — бер халыҡ балалары. Тик татарҙар менән мишәрҙәр, үҙ ерҙәрен барыһынан алдараҡ юғалтып, башҡорт туғанына килгәс башҡорттар әйткән: "Күңелебеҙ киң, еребеҙ иркен. Рәхим итегеҙ!.."
Бында тәүге килеүселәрҙе төрлөсә атап йөрөткәндәр: яһаҡлылар, сумаҙансылар, сауҙагәрҙәр, хеҙмәтселәр, ҡырҡтартмасылар, ә Юлыҡ халҡын, Ҡазан яғынан килеүенә ҡарап, ҡаҙандар тип исемләгәндәр.
Күсеп килеүселәр тәүге көндәрҙән хәләл көсө менән һөнәрселек әйберҙәре (сана, саңғы, сбруй, арба, йорт йыһаздары һ.б.) эшләп, таҡта, транса ярып, күмер яндырып, дегет ҡайнатып, шулар менән кәсеп итеп йәшәгән. Ауылда унға яҡын күн заводы булған. Халыҡ үҙ йүнен үҙе күреп сауҙа иткән.

(Дауамы. Башы 20-21, 24-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872