Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһым түрә, вай кем...
Ҡаһым түрә, вай кем...Ҡаһым түрә... Риүәйәттәрҙә, легендаларҙа һөйләнгән, йырҙарҙа йырланған Ҡаһым түрә! 1812 йылғы Ватан һуғышына ике йөҙ йыл ваҡыт үтһә лә, уға бәйле күп ваҡиғалар юлланып, архив документтары өйрәнелеп, ҡаһарман яугирҙәр барланып, шулай уҡ Ҡаһым түрәнең асылы асылып бөтмәгән әле. Уның тыуған ерен, кемлеген, ғаиләһен, нәҫелен, һуғышта ҡатнашыуын аныҡлаған тарихи белешмәләр ифрат та аҙ.
Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ватан һуғышы» ҡобайырында Урал тигән бишектәй ере бар Ҡаһым үрәпсеп торған һоро толпарға менгән батыр итеп һүрәтләнә. Ул бөтә халыҡҡа, аҙаматтарға, атайҙарға, һылыу ҡыҙҙарға, инәйҙәргә ҡарап, ил намыҫын һаҡларға, илдең йөҙөн аҡларға, ил дошманын ҡыйратырға, яуын тар-мар ҡылырға, Наполеон һарайын аҫтын-өҫкә килтереп, пыр туҙҙырып ҡайтырға ерен үбеп ант итә. Ил ҡарттары Ҡаһымға: «Яуға ҡорбаш бул һин!» – тип яу тыуын бирә. Ҡаһым, меңләгән яу эйәртеп, батша алдына килә, ил ҡашҡаһы Ҡотос (Кутузов) менән бергә илде баҫҡан дошманға яу саба, уны һөрлөктөрөп, ил сигенән ҡыуа, батша Ҡаһым менән Ҡотосҡа алтын миҙал таға... Ҡаһым, һоро атын уйнатып, булат ҡылысын ялтлатып, ил талаған дошман яуын үҙ ерендә тулата, Парижға барып инә, Наполеондың ҡалған яуы ҡылысын ергә һала (Сәсән аманаты. Өфө: Китап, 1995).
«Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года» китабында билдәле тарихсы Әбүбәкер Усманов та Ҡаһым түрә тураһында халыҡ ижадына ғына нигеҙләнеп яҙа: «1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарының береһенә арналған йыр «Ҡаһым түрә» һаман да халыҡ күңелендә... «Ҡаһым түрә» легендаһының геройы булып, йәш, ҡыйыу отряд башлығы Ҡаһым түрә тора. Ул, Салауат, Буранбай кеүек, халыҡ сәсәндәренең ауыҙ-тел ижадында данлы, шөһрәтле, батыр вә хәстәрлекле хәрби етәксе итеп һүрәтләнә» (Өфө, 1964. – 99-сы, 102-се биттәр).
Билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иһә Ҡаһым түрәнең сығышын хәҙерге Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылына бәйләй: «Айыусы – башҡорт полктарының береһенең командиры Ҡаһым түрәнең (ҡағиҙә булараҡ, һәр ҡайһыһының командиры икәү булған, башы – урыҫ офицерҙарынан, икенсеһе – башҡорттарҙан) йәнтөйәге. Йөҙ башы Ҡаһым Мырҙашев (1778 – 1814) яу яланынан ҡайтмаған. Уның тураһында ул аҡыллы, көслө ихтыярлы итеп күрһәтелгән йыр ижад ителгән... Ҡаһымдың атаһы Мырҙаш Туйсин 1814 йылда ун ғаиләнән торған Мырҙаш ауылына нигеҙ һалған» (История сел и деревень Башкортостана. Книга первая. – Уфа: Китап, 1997. – С.155).
«Башҡорт энциклопедияһы»ның 3-сө китабында (Өфө, 2007. – 376-сы бит) Гүзәл Хәмитова яҙыуынса, «Ҡаһым түрә» йыры 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм урыҫ армияһының 1813 – 1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевҡа (Касим Мурзашев, 1778 – 1814), Ноғай даруғаһы, Юрматы олоҫо Айыусы ауылында (Стәрлетамаҡ районы) тыуған кешегә бағышланған...
Әнүәр Әсфәндиәров, Гүзәл Хәмитова мәғлүмәттәрендә асыҡланып, аңлашылып бөтмәгән, VII ревизия белешмәләренә тап килеп етмәгән урындар ҙа күҙгә салына. Ҡасим Мырҙашевтың ысын Ҡаһым түрә икәне, «Ҡаһым түрә» йырының Айыусы ауылы уҙаманына арналғаны дәлилләнеп бөтмәгән кеүек.
VII ревизияла теркәлгәнсә, йөҙ башы Ҡаһым Мырҙашевҡа (ревизияла – Касым Мурзашев) 1811 йылда – 33 йәш, 1813 йылда үлгән. Улы – Хәбибулла, 1816 йылда уға – 6 йәш. Әнүәр Әсфәндиәровтың китабында, Гүзәл Хәмитованың энциклопедияла баҫылған мәғлүмәтендә иһә Ҡаһым Мырҙашев 1814 йылда вафат тип күрһәтелгән. Йырҙа әйтелгәнсә: «Ҡаһым түрә вафат булған ере, вай кем, Владимир губерна ҡашында», йәғни Ҡаһымдың ҡайтып килгән сағына, 1814 йылға, тап килә. Ревизия буйынса 1812 йылда Ҡаһым Мырҙашевҡа 34 йәш була, йырҙа иһә: «Егерме лә йәштә Ҡаһым түрә, вай кем, командаһын көн дә биш урай», – тиелә. Ҡаһым Мырҙашев – йөҙ башы (сотник урыҫ армияһында поручик чинына тап килгән кесе офицер), йырҙа – «полковник»... Ҡаһымдың нисәнсе башҡорт полкында француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышыуы ла күрһәтелмәгән. Беҙгә 12-се башҡорт полкының Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантоны һәм Бәләбәй өйәҙенең 12-се кантоны башҡорттарынан ойошторолоуы мәғлүм. Тимәк, Ҡаһым Мырҙашев 12-се башҡорт полкы составында һуғышҡа киткән булып сыға. Полк командиры – Ҡаҙан гарнизоны полкы майоры П.П. Чоков.
Йырҙа һәм уның версияларында Ҡаһым түрә шулай тасуирлана: «командир ҙа булған»; «көмөш кенә һаплы, ай, еҙ ҡылыс, вай кем, полковниккәй Ҡаһымдың билендә»; Ҡаһым түрә ҡайтып килә, тиҙәр, вай кем, шестой кантон булып иленә»; «Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем, Владимир губерна башында»; «ағыу эсереп харап, ай, иттеләр»; «биш йөҙ кеше ҡарап, өнһөҙ ҡалған, вай кем, ҡайғырышып ҡәбер ҡаҙалмай»...
Йырҙа сағылыуынса, Ҡаһым түрә Наполеон ғәскәрен ҡыйратып, Парижды алғандан һуң илгә ҡайтып килгәндә, Мәскәүҙән көнсығыштараҡ Владимир губернаһы ерендә фажиғәле рәүештә вафат була. Айыусы ауылынан яуға киткән Ҡаһым (Ҡасим) Мырҙашев иһә, 1812 йылдың декабрь башында француз илбаҫарҙарын Рәсәй еренән ҡыуып сығарып, уларҙы көнбайышҡа ҡарай эҙәрләгәндә, йәғни 1813 йылда, сит илдә яу яланында үлеп ҡала. Әлбиттә, әгәр был йәһәттән VII ревизия мәғлүмәте дөрөҫ булһа, йырҙағы Ҡаһым түрә башҡа шәхес тигән фекер уяна.
Уйҙарға ирек биреп, 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле халыҡ ижадын байҡайыҡ. Әүәлге Тамъян-ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү олоҫо, хәҙерге Учалы районының Ишкен ауылы кешеһе Мөхәмәтйән Фәхрисламовтан 1922 йылда яҙып алынған риүәйәттә әйтелеүенсә, Ҡаһым түрәнең һәм уның яуҙаштарының тыуған илкәйе, нәҙекәй билкәйе – Урал. Әллә батырҙың йәнтөйәге Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар, Ҡыҙыл буйҙарымы, Силәбе тарафымы?.. Бит Яйыҡ буйында, Силәбе яғында «Ҡаһым түрә» йыры айырыуса киң таралған. Силәбе ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазиндың әйтеүенсә лә, Ҡоншаҡ районының Һалйот ырыуы башҡорттары Ҡаһым түрәне үҙҙәренең ҡәрҙәше һанай.
Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың яҙыуынса: «Әгәр ҙә һүҙ берәй күренекле шәхес хаҡында барһа, риүәйәтселәр уны мотлаҡ үҙҙәренең яғының кешеһе итеп күрһәтергә, үҙҙәрен уның нәҫеле итеп танытырға, һис тә булмаһа, мотлаҡ уның исемен үҙҙәренең яғындағы ер-һыу атамалары менән бәйләргә тырышыусан... Ошо традиция «Ҡаһым түрә» риүәйәтенең версияларына ла хас. Гәйнә башҡорттары яғына барһаң, Ҡаһым түрә беҙҙеке ул тигәнде ишетергә була. Ҡурған яҡтарында йәшәүсе Ялан-ҡатай ырыуы башҡорттарынса, Ҡаһым түрә – уларҙың ҡәрҙәше. Силәбе өлкәһендә тороп ҡалған ҡәрҙәштәребеҙсә, ул ошо яҡтың башҡорто булған» (Ватандаш. 2011. – №12. – 63-сө бит).
Әхмәт Сөләймәнов был фекерен ғәмәлдә риүәйәттәргә бәйле әйтә. Риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә, тарихи йырҙар – аныҡ тарихи ваҡиғалар ерлегендә тыуған, халыҡ тарихында булып үткән хәлдәрҙе, күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған мәлдәрҙе сағылдырған поэтик әҫәр, йылъяҙма. «Ҡаһым түрә» йырында иһә Ҡаһым түрә, уның тыуған еркәйе шулай тасуирлана:
Ыласын, бөркөт үҫкән, ай,
Уралда, вай кем,
Сал бөркөттәй һайлам ир ине.
«Фарман биргән саҡта, вай кем, һул ҡулында булыр ҡурайы» Ҡаһымдың йәнтөйәге лә ҡурай үҫкән ер:
Беҙҙең генә баҫыуҙың мижаһы,
вай кем,
Таҡыя ғына башлы сел ҡурай.
Ошо юлдарҙан аңлашылыуынса, Ҡаһым түрә – ыласын, бөркөт осҡан, таҡыя башлы сел ҡурай үҫкән төйәктә утыҡҡан һайлам ир-егет. Ҡурай иһә Башҡортостанда ла һирәк ерҙә генә үҫә. Йәнә йырҙың бер версияһындағы:
Ҡаһым түрә ҡайтып килә,
тиҙәр, вай кем,
Шестой кантон булып иленә, —
тигән юлдар ҙа юғарыла әйтелгәндәрҙе раҫлағандай. Күрәһегеҙ, бында «шестой кантон» телгә алына. Был осорҙа, йәғни 1798 йылдан 1863 йылға тиклем, 6-сы кантонға Верхнеурал өйәҙе (Силәбе тарафы, Яйыҡ, Иҙел башы, Һаҡмар, Ҡыҙыл буйҙары) башҡорттары ингән. Йыр буйынса Ҡаһым түрә Верхнеурал өйәҙенең кантоны булып ҡайтып килә була. Ә Ҡаһым (Ҡасим) Мырҙашевтың тыуған ауылы Айыусы был ваҡытта Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантонына, 24-се йортона ҡараған.
Әйткәндәй, Ырымбур йәшерен ойошмаһының етәксеһе, шағир һәм башҡорт телен һәйбәт белгән Петр Кудряшов 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле сығарылған «Башҡорттоң һөйгәне менән хушлашыуы», «Башҡорттоң яу алдынан йыры», «Башҡорттоң яуҙан һуң йыры» тигән йырҙарҙы 1812 йылда 6-сы башҡорт кантонында бер уҡымышлы мулланан яҙып алған һәм уларҙы урыҫсаға тәржемә итеп, «Вестник Европы» баҫмаһында баҫтырып сығарған (1822, № 9, 84 — 86-сы биттәр; 1823, № 15, 167 — 170-се биттәр; 1828, № 15, 198 — 261-се биттәр). Ниндәйҙер кимәлдә был да аҡыллыға ишаралыр, сөнки Ҡаһым түрә тураһында йырҙар, риүәйәттәр ғәмәлдә ошо төбәктә яҙып алынған.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Мәғәвиә Вахитовтан (1905 йылғы) 1965 йылда яҙып алынған риүәйәттә башҡорттарҙың урыҫтар менән бергә Парижға инеүе, Ҡаһым түрәгә полковник чины бирелеүе әйтелә. Йәнә Башҡорт илен ҡаҙаҡтар яфаламаһын өсөн урыҫ батшаһының рөхсәте менән һуғыштан һуң башҡорттарҙың Яйыҡ буйына казачий ауылдар һалыуы телгә алына.
Шуға ла иғтибар итәйек: Учалы төйәгендә Уй йылғаһының һул яғында урынлашҡан әүәлге Әсән (Пичугин) ауылы – казачий ауылы. Тыуған яҡ тарихын, ер-һыу атамаларын яҡшы белеүсе, йыраусы, яҙыусы Спартак Ильясовтың белдереүенсә, Туңғатар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай өс-дүрт саҡрым самаһында, Бурама тауының көнсығыш битендә Асы йылғаһына табан төшкән үҙәк «Ҡаһым үҙәге» тип йөрөтөлә икән, шишмәһе лә бар икән. Яйыҡ башында “Ҡаһым үҙәге” булыуы бик ҡыҙыҡлы, әлбиттә.
Әүәл ҡәрҙәштәребеҙ үҙ халҡының үткәне менән тәү башлап тарихи йырҙар аша танышҡан. Халыҡ тарихының поэтиклаштырылған йылъяҙмаһы булараҡ, улар ғәмәлдә ысынбарлыҡты сағылдыра. Тарихи йырҙар буйынса тыуған төйәкте, ер-һыуҙы ғына түгел, шәхестәр яҙмышын да төҫмөрләргә мөмкин. «Ҡаһым түрә» тураһындағы йырҙарҙа Ҡаһым түрәнең кемлеген асыҡлауға тоҫмал, йүнәлеш биреүсе исемдәр ҙә бар – Зөләйха менән Зөһрә, Сафия һылыу:
Зөләйха ла менән
Зөһрә матур, вай кем,
Һине генә көтөп ябыҡты.
Ун ете лә йәшлек Сафия һылыу,
вай кем,
Түгер генә инде күҙенең
йәшкәйен.
Сәмәрҡәндтән килгән
Сафия һылыу, вай кем,
Кире ҡайтыр микән иленә.
Әгәр йырҙарҙа йырланған Ҡаһым түрә Айыусы ауылыныҡы икән, уның йәрҙәре йәки хәләл ефеттәре лә шунда теркәлергә тейеш. Әммә, үкенескә ҡаршы, 1811 йылда үткәрелгән ревизия һөҙөмтәләре Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса һаҡланмаған. VII ревизия буйынса иһә 1816 йылда Ҡаһымдың (Ҡасим) атаһы Мырҙашҡа — 73 йәш, ҡустыһы Хисаметдинға 23 йәш булған. Уның ҡатындары Әминәгә — 25, Рабиғаға — 30 йәш. Тәүге ҡатынынан (Әминәнән) тыуған Йомагилдегә — 1, Нәзифәгә — 5 йәш. Хисаметдин үҙенән ете йәшкә оло еңгәһен алған булып сыға. Рабиға 1813 йылда һуғышта үлеп ҡалған Ҡаһым (Ҡасим) Мырҙашевтың, 1810 йылда тыуған улы Хәбибулланың инәһе булыуы бик тә ихтимал. VII ревизия документтарында Айыусы ауылынан Зөләйха, Зөһрә, Сафия исемле ҡатын-ҡыҙҙар теркәлмәгән. Бынан уларҙың Ҡаһым Мырҙаш улына мөнәсәбәте юҡлығы күренә.
1965 йылда Учалы районының Сораман ауылы аҡһаҡалы 80 йәшлек Әғзәм Шәриповтан яҙып алынған «Ҡаһым түрә» йыры версияһында Ирәндек тауы атала:
Ирәндеккәй тауҙың, ай, башына,
Күк ыласын ҡуна ташына.
Ыласын ғына кеүек тауышым
сыҡһа,
Ғәскәрҙәрем килә ҡаршыма.
Ирәндек тауы Баймаҡ, Учалы төйәгендә лә бар. Учалыла ул боронғо Түләк (хәҙер юҡ), Мансур (тәүге исеме – Ирәндек) ауылдарынан Туңғатар ауылына тиклем һуҙыла. Мәгәр Учалылағы һәм Баймаҡтағы Ирәндек – ғәмәлдә бер һырт, Уралдың тәүге ҙур армыты. Йырҙа ошо Ирәндек тауы атамаһы тиктәҫкә генә ҡулланылмағандыр, тип уйлата, сөнки йырҙарҙа ғәҙәттә геройҙың тыуған яғының ер-һыу атамалары атала. Ҡаһым түрәнең йәнтөйәге Ирәндек булыуы ла ихтимал бит?.. Ихтимал...
Шуға ла иғтибар итәйек: Ҡаһым түрә – ҡәрҙәштәребеҙҙә һирәк осраған исем, ул хатта «Исемдәр донъяһы» китабына ла инмәгән. Ғәҙәттә, Ҡасим исемен ҡушалар. Бик һирәк төйәктә генә Ҡаһым исеме осрай. Әйткәндәй, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ башҡорттары һөйләшендә с, ҙ өндәре урынына һ өнө әйтелә. Йәнтүрә һымаҡ Ҡаһымтүрә (был юлы ҡушып яҙыла) исеме әүәл йән иҫәбен алыу ҡағыҙҙарында теркәлгәнме? Башҡортостан Республикаһының үҙәк тарих архивында бүлек башлығы Зөлфәр Fәтиәтуллин менән VII, VIII, X ревизия (1816, 1834, 1859 йылдар) мәғлүмәттәрен байҡаныҡ. Верхнеурал өйәҙенең 5-се йортона ҡараған Итҡол (Түбәнге Итҡол, 1-се Итҡол) тигән Бөрйән ырыуы ауылы (Баймаҡ районы) шәжәрәһендә Ҡаһымтүрә исеме йөрәкһетте. Ауылға исем биргән Итҡол уҙамандың уртансы улы – Ҡанбулат, кесе улы – Монасип. Ҡанбулаттың улдары – Мәхмүт, Йәғәфәр, Айсыуаҡ. Монасиптың улы – Сәйфулла. X ревизия теркәгәнсә, Йәғәфәрҙең икенсе ҡатыны Айһылыуҙан Ҡаһымтүрә (1842), Әхтәм (1848) һәм Гөлйемеш (1855) тыуған. Ҡанбулаттың улы Айсыуаҡ Ҡанбулатов менән Монасиптың улы Сәйфулла Монасипов 15-се башҡорт полкы яугирҙәре булып, Парижға барып еткән һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән. Бәлки, улар Ҡаһым түрә тураһында ишеткәндәрҙер, белгәндәрҙер, бәлки, уның менән осрашҡандарҙыр, француздарға ҡаршы бергә һуғышҡандарҙыр... Бәлки, уның хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә Йәғәфәрҙең улына Ҡаһымтүрә исемен ҡушҡандарҙыр. Йола буйынса, халҡыбыҙҙа нәҫелде дауам итеүселәргә батырҙарҙың исеме бирелгән. Хәтер тергеҙелеп һәм яңыртылып, ҡаһармандар үҙҙәре лә онотолмаған.
Был фани донъяла һәр кем үҙенең нуры менән йәшәй. Ярай инде тип, күҙ йомоп, бер шәхесте икенсегә әйләндерергә, рухтарҙы рәнйетергә һис кенә лә ярамай. Күңел, йән сафлығы үтә лә мөһим! Ҡояш сүрәһендә әйтелгәнсә, йәнде сафлаған кеше генә уңышҡа ирешер. Был – олуғ фәһем!
Һис шикһеҙ, Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында Ҡаһым (Ҡасим) Мырҙашевҡа һәйкәл ҡуйыу – ҡыуаныслы күренеш. Әйткәндәй, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән ҡаһарман Ғөбәй Аҙнаев та – Айыусы ауылы ир-уҙаманы. Уларҙы онотмау, иҫкә алыу, ҙурлау – беҙҙең намыҫ, беҙҙең дан һәм ғорурлыҡ! Ғөмүмән, асылды, тарихи ысынбарлыҡты асыу, батырҙарҙы үҙ фиғелендә халҡыбыҙға, илебеҙгә танытыу, улар үрнәгендә йәш быуынды тәрбиәләү, бәҫебеҙҙе арттырыу – сауаплы эш. Йәш тарихсыларыбыҙға Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт хәрби-тарихи архивына барып, йәнә башҡа архивтарҙа ҡомартҡыларҙы ентекле өйрәнеп, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары яугирҙәренең исем-шәрифтәрен барлап, «Хәтер китабы»н сығарыу фарыз. Бер мәл күк ҡабағы ла асылғандай, бәлки, шул сағында йырҙарҙа йырланған, ҡобайырҙарҙа данланған, риүәйәттәрҙә һөйләнгән ҡаһарман Ҡаһым түрәнең дә кемлеге баҙығыраҡ асыҡланыр...
Сәлимйән Бәҙретдинов,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Дауыт
    Дауыт от 13.01.2012, 00:33
    Бигерэк тэ фэhемле мэглумэттэр hэм фекерзэр. Шул ук вакытта, уйландыра - кайhылай аз белэбез батырзарыбыз хакында, гомумэн тарихыбыззы... Нисек искэ тошормэйhен Элтон Донеллизы... Элдэ мэшhур Вэлидиебез бар...hэм, элбиттэ, хэзерге тарихсыларыбыз...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 127

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 478

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 114

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 923

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 688

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 267

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 588

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536