Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » МЮНХЕН ФАЖИҒӘҺЕ йәки ҠОН ҠАЙТАРЫУ
МЮНХЕН ФАЖИҒӘҺЕ йәки ҠОН ҠАЙТАРЫУ
Был фажиғә булғанда мин донъяға ла тыумағанмын әле – әсә ҡарынында ғына ятҡанмын. Әммә үҫеп етеп, ошо хаҡта уҡығас, ҡанлы террор акты мине бик тетрәндерҙе. Ғөмүмән, кешене Аллаһ яралта, ул ғына ҡасан баҡыйлыҡҡа күсеүҙе лә хәл итә. Ә бында сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡ арҡаһында бер ғәйепһеҙҙәрҙең ғүмере өҙөлә. Өҫтәүенә, мин яратҡан һәм хөрмәт иткән кешеләрҙең – спортсыларҙың.
Ҡышҡы уйындарға ҡыҫылышы булмаһа ла, өс мең йыллыҡ тарихлы Олимпиаданың иң ҡанлы биттәренән һаналған был ғибрәтле хәл айырым иғтибарға лайыҡ. Теракт ҡурҡынысы әле лә бар. Сочи был йәһәттән хәүефле төбәктә урынлашҡан. Юҡҡамы ни Президент Владимир Путин Уйындар үтәсәк ҡаланы һәм уның тирә-яғын ныҡлы һаҡлау тураһында сара күреүҙе талап итте.

Терактты әҙерләү 1972 йылдың 17 июле. Италия. Рим. Халыҡ-ара Олимпия комитеты Фәләстан йәштәр федерацияһына буласаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт итмәгәс, “Ҡара сентябрь” ойошмаһы башлыҡтары Әбү-Дауыт, Әбү-Аят, Фәхри әл-Ғүмәр кәңәшмәгә йыйыла. Ошонда тиҙҙән Германияның Мюнхен ҡалаһындағы Олимпиадаға киләсәк Израиль спортсыларының яҙмышы хәл ителә лә инде...
Әбү-Дауыт теракт алдынан әшнәләренә былай ти: – Һеҙ бик мөһим сәйәси операция өсөн һайлап алынғанһығыҙ. Был йәһүдтәрҙе тере килеш ҡулға төшөрөргә кәрәк. Әлбиттә, һаҡланыу рәүешендә ҡорал ҡуллана алаһығыҙ. Әммә һуңғы сиктә генә ут асығыҙ. Уларҙы үлтереү мотлаҡ түгел, ә артабан беҙҙекеләргә алмаштырыу өсөн әсиргә алыу зарур.


Олимпия ҡаласығын һаҡлау

Олимпиаданың икенсе аҙнаһы бара. Германия Федератив Республикаһы Олимпия ҡаласығында асыҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуҙы хәстәрләй. Етәкселек илдең баҫҡынсы, фашистик йөҙө хаҡындағы иҫтәлектәрҙе бар хәленсә юйырға тырыша. Хәүефһеҙлек режимы махсус йомшартыла, ҡаласыҡҡа ингән-сыҡҡан атлеттарҙан рөхсәт ҡағыҙын һораусы ла табылмай. Күптәр, контроль-инеү пункттарын урап үтеп, сымдан үрелгән ҡойма аша ғына йөрөй.
Израиль командаһы Мюнхенға килгәс, делегация башлығы Шмуль Лалкин, ҡораллы һаҡ булмауын белеп, бик борсола. Әммә немец властары уны, йәһүдтәр өсөн айырым хәүефһеҙлек саралары күреләсәк, тип ышандыра. Һуңыраҡ журналистарға интервью биргәндә Лалкин:
– Мине беҙҙең команданың урынлашҡан ере ғәжәпләндерҙе – Олимпия ҡаласығының бер яҡ ситендә, ҡапҡа янындағы ҙур булмаған өйҙә. Был урын һөжүм итер өсөн бик уңайлы ине, – ти.

Аманатҡа алыу

4 сентябрь кисендә Израиль спортсылары саф һауа һуларға сыға. “Ҡыйыҡ башындағы скрипкасы” тамашаһын ҡарағас, спектакль актеры Шмуль Роденски менән киске аш ашайҙар.
Таңғы 5-се яртыла, атлеттар йоҡлағанда, спорт костюмдарында Калашников автоматтары, “ТТ” пистолеттары, гранаталар һалынған биштәрҙәр йөкмәгән һигеҙ кеше пәйҙә була. Ҡойма аша эскә үткәс, урланған асҡыстарын сығарып, Конолли-штрассе, 31 адресы буйынса урынлашҡан йорттағы ике фатирға инергә йыйыналар.
Көрәш буйынса судья Йосеф Гутфройнд Израиль судьялары менән етәкселәре йәшәгән 1-се фатирҙың ишеге шығырлағанға уянып китә. Нимә булды икән, тип урынынан торғас, тышта ҡораллы кешеләрҙе күреп ҡала. Ул башҡаларҙы уятыр өсөн ҡысҡырып ебәрә лә 135 килограмлыҡ кәүҙәһе менән ишекте терәтә. Ошо арала ауыр атлетика буйынса судья Тувье Соколовски тәҙрәне ярып, ҡасып өлгөрә. Ә көрәш буйынса икенсе судья Мойше Вайнберг баҫҡынсыларға ҡаршы сыға, әммә сикәһенә пуля ала. Яралы Вайнбергка террорсылар бүтән йәһүд граждандарының бүлмәләрен күрһәтергә ҡуша. 2-се фатирҙа башҡа милләттәр йәшәй, тип алдап, ул ҡораллы бандиттарҙы 3-сө фатирға алып бара. Ундағы көрәшселәр менән штангасылар быларға ҡаршы тора алыр тип уйлай, ахыры. Ләкин йоҡоло атлеттар бер нәмә лә аңламай ҡала. Әсир төшкән спортсыларҙы кире судьялар бүлмәһенә алып китеп барғанда, Вайнберг йәнә террорсыларға ташлана. Уларҙың берәүһенә иҫтән яҙҙырғансы һуға, ә икенсеһенә емеш-еләк бысағы менән сәнсә. Шунан уны атып үлтерәләр. Ә штангасы Йосеф Романо бер бандитты яралай, әммә ул да атыла. Ошо ығы-зығынан файҙаланып, көрәшсе Гади Цабари ҡасып ҡотола.
Фәләстан террорсылары туғыҙ кешене аманат итеп ала: Гутфройндты, атыу буйынса тренер Кехат Шорҙы, еңел атлетика буйынса баш тренер Амицур Шапираны, фехтование буйынса тренер Андре (Аарон) Шпицерҙы, ауыр атлетика буйынса судья Яков Шпрингерҙы, көрәшселәр Элиэзер Халфин менән Марк Славинды, штангасылар Давид Бергерҙы, Зеев Фридманды. Барыһының да ҡул-аяғын бәйләп, карауаттарға йығып һалалар.
2-се фатирҙағы бер еңел атлет, Гутфройндтың ҡысҡырыуына уянып, балкондан һикереп төшөп ҡаса, ә тағы ете кеше йәшенә лә һуңғараҡ ҡотола. Израиль командаһынан ике ҡатын-ҡыҙ ҡаласыҡтың икенсе осонда урынлаштырылған була, ә өс елкәнле кәмәлә уҙышыусы бөтөнләй башҡа ҡалала булып ҡала.
Һуңынан террорсыларҙың Фәләстан кешеләре Лютиф Афиф (Иса), Йософ Назал (Тони), Афиф Әхмәт Хәмит (Паоло), Хәлит Явад (Сәләх), Әхмәт Чика Таа (Әбү-Халла), Мөхәмәт Сафади (Бадран), Аднан әл-Ғаши (Денави), Джамал әл-Ғаши (Самир) икәнлеге билдәле була. Йософ Назал менән Афиф Әхмәт Хәмит Олимпия ҡаласығы хеҙмәткәрҙәре булып, ике аҙна буйына мәғлүмәт туплаған, тигән фараз да бар.

Талаптар

МЮНХЕН ФАЖИҒӘҺЕ йәки ҠОН ҠАЙТАРЫУТеррорсылар төшкө 12-гә тиклем Израилдә тотҡонлоҡта ултырған 234 Фәләстан кешеһен иреккә сығарып, Мысырға имен-һау оҙатырға, шулай уҡ Көнбайыш Германия, Европа төрмәләрендә интеккән 18 енәйәтсене ебәрергә тигән талап ҡуя. Әгәр былар үтәлмәһә, сәғәт һайын бер аманатты үлтерә барыу менән янайҙар. Һүҙҙәренең буш түгеллеген дәлилләгәндәй, ишектән Вайнбергтың үле кәүҙәһен сығарып ташлайҙар.
Израиль террорсылар менән һөйләшеп-килешергә теләмәй. Илдең сәйәсәте шундай була: бер йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, гел шунан файҙаланасаҡтар. Бының урынына Германияға махсус көстәр командаһы ебәрергә рөхсәт һорайҙар, ләкин немецтар быға ҡаршы төшә, имеш.
Ил властары фәләстандарға күп аҡса ла, аманаттар урынына юғары вазифалағы етәкселәрҙе лә тәҡдим итеп ҡарай. Улар икеһен дә кире ҡаға. Ғәрәп илдәре вәкилдәрен дә тыңламайҙар. Талаптарын хәл итәләр, тигәнгә генә бер аҙ ышанып ҡуялар. Шуға ла “төшкө 12-не” биш тапҡыр кисектерәләр.
Бавария еренең эске эштәр министры Ганс-Дитрих Геншер менән Олимпия ҡаласығы мэры Вальтер Трёгель террорсылар ҡәлғәһенә инә ала. Улар йәһүдтәрҙең хәлен белешә. Гутфройнд менән яурыны яралы Бергерҙың хәле мөшкөл икәнен күрәләр. Былай тотҡондар үҙҙәрен тыныс тота, хәүефһеҙлектәрен тәьмин итһәләр, теләһә ниндәй ғәрәп иленә осорға риза икәнлектәрен әйтә. Тик немец етәкселәре террорсылар һанын дүртәү-бишәү тип самалап хаталана.
Киске 6-ла бандиттар яңы талап ҡуя – Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәгә осорға самолет, шулай уҡ аэропортҡа барып етер өсөн автобус менән вертолеттар кәрәклеген белдерә. Властар бының менән ризалаша.


Төптән уйланылмаған ҡотҡарыу операцияһы

Киске туғыҙынсы ун минутта йорт эргәһенә автобус килтерәләр. Автобуста – вертолеттарға, унан НАТО-ның Фюрстенфельдбруктағы хәрби-һауа базаһына барырға тейештәр. Башта бандиттар тәҡдим иткән Мюнхен-Рим аэропортынан баш тартып, икенсе урынға алып барыуҙарының да ғилләһе була: тотҡондарҙы тап аэропортта ҡотҡарырға хәл итәләр.
Засада ойоштороу өсөн биш снайперҙы һайлап алалар. Йәнәһе лә, террорсылар дүрт-бишәүҙән артмай. Әммә бер ҡораллы хәрби ҙә махсус әҙерлек үтмәгән була. Аҙаҡтан шул офицерҙарҙың береһе: “Мин снайпер түгел”, – ти.
Осоу яланында “Боинг-727” самолеты көтөп тора. Эстә – экипаж ағзалары булып кейенгән биш-алты немец полицейскийы. Ике бандит тикшереү өсөн бортҡа күтәрелеү менән, йәнәһе, уларҙы ҡоралһыҙландыралар, ә снайперҙар вертолеттар янында ҡалған ике-өс кешене атып үлтерә. Ләкин был эш барып сыҡмай. Ул ғына ла түгел, вертолеттар килеп төшөр саҡта ғына самолеттағы полицейскийҙар, үҙәк командование менән дә кәңәшләшеп тормаҫтан, урындарын ҡалдырып китә!
Киске сәғәт 11-се яртыла вертолеттар аэропортҡа килеп төшә. Уларҙан дүрт пилот менән алты террорсы сыға. Һуңғыларының дүртәүһе осоусыларҙы автомат сәбендә тотһа, Иса менән Тони самолетты ҡарап килергә китә. Буш һауа судноһын күреп, улар алданғандарын аңлай. Шунан кирегә – вертолеттарға йүгерәләр. Башня янынан уҙып барғандарында, бер снайпер бандиттарҙың башлығын атып үлтерергә була. Исаға атһа ла, яңылыш Тониҙы яралай. Бындай боролошто күреп, операцияға етәкселек иткән кеше башҡа снайперҙарға ла ут асырға ҡуша.
Пилоттарҙы ҡарауыллаған ике террорсы – Әбү-Халла менән Паоло был мәхшәрҙә һәләк була. Ҡалғандары вертолеттар артына йәшенеп, яуап уты яуҙыра. Бер снайпер үлә. Вертолет экипажы ҡасып ҡотола, ә эстәге тотҡондар, бәйле булыу сәбәпле, быны эшләй алмай. Бахырҙарҙың бауҙарҙы сисергә маташҡандары аҙаҡ уларҙа ҡалған теш эҙҙәренән беленә.

Тотҡондарҙың үлеме

Германия полицейскийҙары бронетехника саҡырта. Бронетранспортерҙар килеп етеү менән террорсылар хәл-ваҡиғаның улар файҙаһына булмаҫын аңлай. Был ваҡытта инде төнгө 12 тулып уҙа. Иса бер вертолеттағы тотҡондарға ҡарай әйләнә лә Шпрингер, Халфин, Фридманды автоматтан атып үлтерә. Ике тапҡыр аяғы йәрәхәтләнгән Бергер төтөнгә быуылып һәләк була, сөнки фәләстан эскә граната ла ташлай.
Шунан Иса осош яланы буйлап йүгереп китә, әммә пулялар ямғыры аҫтына эләгеп йән бирә. Сәләх ҡасырға маташа, ләкин снайпер сәбенә эләгә. Башҡа тотҡондар менән нимә булғаны аныҡ ҡына билдәһеҙ. Бер фараз буйынса, улар полиция уты аҫтында ҡала. Икенсеһенән күренеүенсә, Гутфройнд, Шор, Славин, Шпицер, Шапироны Денави атып үлтерә.
Иҫән ҡалған өс террорсы – Бадран, Денави, Самир – ергә ята, берәүһе үлгән булып ҡылана. Полиция уларҙы ҡулға ала. Ә Тони ҡасып китә. 40 минуттан уны эттәр ярҙамында аэропорттың машиналар туҡталҡаһында табалар. Мөйөшкә һырыҡтырып, газлы гранаталар ташлап, албырғатҡас, атып үлтерәләр. Төнгө сәғәт 2-се яртыла операция үҙенең ахырына етә. Туғыҙ тотҡон, бер снайпер, биш террорсы һәләк була.
Тәнҡит уты
Фажиғә урынында Израиль разведкаһы “Моссад”тың башлығы Цви Замир ҙа була. Әммә немецтар уны ҡотҡарыу операцияһында ҡатнаштырмай. Үҙ күҙҙәре менән бөтәһен дә күргән генерал һуңынан илдең премьер-министры Голда Меирға:
– Германия етәкселәре әкрен һәм профессиональ оҫталыҡһыҙ эш итте. Улар кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн аҙ ғына ла тырышлыҡ һалманы, – ти. Шулай уҡ генерал бихисап етешһеҙлекте һанай: Олимпия ҡаласығынан сыҡҡанда террорсыларҙың күберәк булыуын белеп ҡалһалар ҙа, аэропортта снайперҙар һанын арттырыу сараһын күрмәйҙәр, өҫтәүенә улары был хаҡта белмәй ҙә – рациялары булмай, хатта каска, пуля тишмәҫлек жилет та кеймәйҙәр. Ә ҡағиҙә булараҡ, бер террорсыға кәмендә ике снайпер тура килергә тейеш!

“Хоҙай асыуы”

Ливия лидеры Муамар Каддафи немецтарҙан бишәүҙең мәйетен ҡайтарыуҙы талап итә. Канцлер Вилли Бранд быны үтәй. Үлтерелгән террорсыларҙы “Фәләстан халҡының геройҙары” итеп 30 мең кеше ҡатнашлығында данға күмеп ерләйҙәр. Израиль хөкүмәте тере ҡалған өс террорсыны биреүҙе талап итә, әммә Бранд уларҙы үҙҙәре хөкөм итәсәген белдерә. Күп тә үтмәй, һаҡ аҫтындағы был өсәү азатлыҡ ала, сөнки 29 ноябрҙә Яҡын Көнсығыштан Германияға осҡан немец авиакомпанияһы самолетын ҡулға төшөргән фәләстандар, уларҙы ебәрмәһәләр, бортты шартлатыу менән янай. Израиль ҡаршы булһа ла, немецтар тотҡондарҙы шунда уҡ иреккә сығара.
Был ғәҙелһеҙлектән һуң Голда Меир үҙаллы эш итергә йыйына. “Моссад”тың башлығын саҡыртып алып: “Минеңсә, малайҙарҙы ебәрергә ваҡыт”, – ти, имеш. “Хоҙай асыуы” операцияһына йәлеп ителгән хәрбиҙәргә генерал Замир Мюнхен фажиғәһенә ҡыҫылышы булған 13 кешене юҡ итергә ҡуша.
Операция егерме йылға һуҙыла. Тәүге туғыҙ йылда уҡ “Ҡара сентябрь” ойошмаһының туғыҙ ағзаһы үлтерелә, шул иҫәптән уның етәксеһе лә. Мөхәмәт Сафади менән Аднан әл-Ғаши ҙа был исемлеккә инһә, Джамал әл-Ғаши һаман тере һанала. Үс алыуҙарынан ҡурҡып, ул Сүриәләме, Төньяҡ Африкаламы йәшенеп көн итә, имеш.
Терактты ойоштороусыларҙан Әбү-Дауыт ҡына үҙ үлеме менән вафат була. 1977 йылда француз полицияһы Парижда уны ҡулға ла ала, әммә тиҙҙән иреккә ебәрә. Ә 1981 йылда Польшаның баш ҡалаһы Варшавала кафела уға биш тапҡыр аталар, ләкин Дауыт ни ҡөҙрәт менәндер иҫән ҡала. Стивен Спилбергтың “Мюнхен” тигән фильмы экранға сығыу айҡанлы, 2006 йылда немец журналистарына ул:
– Мин бер ҙә үкенмәйем. Ғәфү үтенер тип хыялланмағыҙ ҙа, – тип әйтә. 73 йәшлек Дауыт 2010 йылдың 3 июлендә Сүриәлә бөйөр өйәнәгенән вафат була. Ә “Хоҙай асыуы” операцияһы әле һаман үҙ көсөндә ҡала, тиҙәр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872