Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аслыҡтан ҡаҡланһаҡ та...
“Ситйылға” колхозының 2-се бригадаһы малайҙары — Динислам, Мөхәмәтдин, Әхмәт, Хәлиҙулла, Мазһар һәм ошо юлдарҙың авторы — Үрге Ләкәнде ауылы эргәһендә ер һөрөп ятабыҙ. 1944 йылдың июле булһа кәрәк.

Көн аяҙ. Күктә болот әҫәре юҡ. Ел дә һиҙелмәй, томра. Беҙ, малайҙар, мейе ҡайнарлыҡ ошо эҫелә баҫыуҙа мәш киләбеҙ.
Колхоз дәртләндереү сараларын да ҡараған икән: планды үтәһәң, 500 грамм бойҙай оно бирәләр (план — 80 сутый), арттырып үтәй алһаң, 1 килограмм биреүҙәре бар. Был турала Мөрсәк ауылынан беҙгә күсеп килгән Фазулла еҙнәй һөйләп аңлата.
Селләлә аттарҙы тыйып алып булмай, тирләгән малды күгәүен, ләпәк, себен, серәкәй һырып ала. Шуға күрә ерҙе иртәле-кисле һөрәбеҙ, ә көндөҙ малҡайҙарҙы ат һарайында ял иттерәбеҙ. Унда сабылған һутлы үлән бар, һалҡынса. Үҙебеҙ ҙә өйгә ҡайтып, ял итеп алабыҙ. Арабыҙҙан аҫҡы урамда йәшәүсе Мөхәмәтдин Ибраһимов алда бара, хәҙергә уға етеүсе юҡ. Ә бригадир Фазулла еҙнә уны маҡтап бөтә алмай: имеш, ул ғына планды арттырып үтәй, тейешле тәрәнлектә һөрә, шараҡ ҡалдырмай, ер баштарын арҡыры “тартып” ҡуя. Был маҡтауҙар беҙҙең зитҡа тейә, сәм уята. Беҙ унан кәмме ни?
Сәсе еткән, киндер күлдәк-ыштанлы, яланаяҡлы, аслыҡтан ҡаҡланған малайҙар тупландыҡ та, нимә ашарға белмәй, ҡаҡы йыйып алдыҡ. Егеүле күк бейәнең һөтөн көрөшкәгә һауып, ҡаҡыға ҡушып эсеп бер аҙ үҙәкте ялғаным. Ҡолоно биш метр алыҫлыҡта, муйынын һоноп, миңә тексәйгән. Йәнәһе, ниңә эсәһең минең һөттө? “Ҡайғырма, ҡолонҡай, сиратларбыҙ, ҡарлау менән һабанды таҙартҡансы, һин имерһең. Икенсе туҡталышта — сират һинеке...” — тип уйлайым эстән генә.
Мөхәмәтдин Ибраһимовтың алда барыу серенә төшөндөк: ул көндөҙ түгел, ә төндә, ай яҡтыһында һөрә икән. Күгәүен дә, ләпәк тә юҡ, һауа ла һалҡынса. План да үтәлә, дәртләндереү өсөн ҡаралған бер кило бойҙай оно ла кеҫәлә.
Беҙ, малайҙар, бөтәбеҙ ҙә төнгө сменаға күстек, ә бригадирға шул ғына кәрәк булған. Ул маҡсатына иреште — беҙҙең күңелдәрҙә осҡон ҡабыҙҙы.
Ләкин эш һөҙөмтәһе төрлөсә булды: берәүҙәр алға сыҡты, икенселәр артта ҡалды, өсөнсөләрҙең яр башында йоҡлап киткән саҡтары ла булды. Иң мөһиме — ярыш, сәм, алда барыусыға тиңләшергә тырышыу, еңеү, сынығыу мәктәбе ғүмерлеккә иҫтә ҡалды.
Ләкин тора-бара йәмһеҙ күренештәргә лә юлыҡтыҡ: көйлө һабанды боҙоп китеү, асҡыстарҙы урлау, ҡайыштарҙы бәке менән ҡырҡыу хәлдәре лә булды. Асыу, көнсөллөк кеүек сифаттарға ҡаршы көрәшеү еңел түгел, ләкин беҙ төшөнкөлөккә бирелмәнек.
Бригадирыбыҙ Фазулла еҙнә эште ойоштора белде. Совет ғәскәрҙәренең уңышлы һөжүме тураһында белдереүҙәр яһар ине. Кешеләр менән уртаҡ тел таба алды.
Мәҡәләмдә телгә алынған, Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуып үҫкән тыл малайҙарының береһе лә был донъяла юҡ инде. Йәштәштәремдең яҡты һындары һаман да күҙ алдымда.
Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт ветераны.


Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә