Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлкәндәргә лә мәшәҡәт табыла
Өлкәндәргә лә мәшәҡәт табыла
Бер кешенең ғүмерендә генә күҙәтелгән башҡа һыймаҫлыҡ үҙгәрештәр, таң ҡалдырғыс яңылыҡтар заманыбыҙҙың ниндәй ҙур тиҙлек менән алға елеүен раҫлай. Бынан 75 йыл элек Баҡалы районының Мостафа ауылында ойошторолған “Ҡыҙыл шишмә” колхозы тураһында матбуғатта баҫылған яҙманы уҡып хайран ҡалаһың.

“...Колхозсыларҙың тормошо яҡшыра. Ауылда барлығы 13 велосипед, 22 кеҫә сәғәте бар. Колхозда бер трактор, 10 тырма һәм бер нисә һабан иҫәпләнә”. Ә хәҙер ауылда тракторҙар һаны ғына ла ҡырҡҡа яҡын, шәхси машина, велосипед, кеҫә телефоны һәм башҡа көнкүреш техникаһы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бөгөнгө мостафаларҙың йәшәү сифатын ата-бабаларыныҡы менән сағыштырыу уңайһыҙ, айырма ер менән күк араһындағылай. Күмәк хужалыҡ та, бөтә ойоштороу эшен үҙ өҫтөнә алған партия ойошмаһы ла, комсомол да юҡ заманда ауыл ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй?
— Һәр замандың да үҙенә хас ауырлыҡтары, йомшаҡлыҡтары булалыр, күрәһең. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, матбуғат баҫмаларының тиражы 100-әр мең данаға еткән ваҡыттар бар ине. Һәр өйгә тиҫтәгә яҡын баҫма килде. Ә хәҙер нисек? Кеше матур әҙәбиәттән ситләшә, гәзит-журналды һирәктәр алдыра, тимәк, ғаиләнең рухи донъяһы ла ярлылана ғына. Мин үҙем матбуғатһыҙ көндәлек тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, — тип һүҙ башланы мәғариф ветераны Рәйес Фазлыев. — Шуныһы насар: халыҡ араһында ҙур ойоштороу, туплау эштәрен алып барған элекке комсомол ойошмаһы урынына уны алмаштырырҙай яңыһы килмәне. Ә бит һуңғы осорҙа көсөнә ингән тәмәке тартыуҙы, һыра һатыуҙы тыйыуға йүнәлтелгән, “комендант сәғәте”н күҙәтеү буйынса закондарҙың үтәлешен йәштәр ойошмаһы үҙ өҫтөнә ала алыр ине. Закондарҙы ныҡлы контролләүсе булмағас, уларҙың тормошҡа ашырылыуы ла икеле.
— Йәмәғәт ойошмаларының эшен йәнләндерергә кәрәк тигән фекерҙе мин дә хуплайым. Шунһыҙ эскелекте теҙгенләү ҙә, балаларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү ҙә мөмкин түгел, — тип һүҙгә ҡушылды хеҙмәт ветераны, ауыл старостаһы Рәфәғетдин Шәмсетдинов. — Дин әһелдәре лә урамдарға сығып, йәштәр менән аралашып, иман нурын таратып йөрөһөн ине. Ауылда 400-гә яҡын шәхси хужалыҡ бар. Тотороҡло эш булмау сәбәпле, етмештән ашыу ир-ат Татарстан, Себер, Мәскәү яҡтарына вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Атай тәрбиәһе эләкмәгән балалар үҫә беҙҙә, тимәк, мәктәп коллективына ла, йәмәғәтселеккә лә эш формаларын төрләндереү, йәнләндереү бик кәрәк.
Ветерандарҙың әйтеүенсә, ауылда ла мал аҫрап, бына тигән донъя ҡороп йәшәгән уҙамандар етерлек. Фермер Илдар Фәррәхов 25 һыйыр тотоп, ауыл хужалығы продукцияһын һата. Фәүҙәт Әһлетдинов та мал-тыуар тәрбиәләү менән мәшғүл, ике урамға көтөүсе яллап тота, тип һөйөнә өлкәндәр.
— Беҙҙә хәҙер иң абруйлы һөнәр — көтөүсе, — ти Рәфәғетдин Хәйретдин улы. — Ҡайһы ерҙәрҙә уларҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәләр ҙә таба алмайҙар. Ауылда өс көтөү бар. Халыҡ үҙаллы йәшәргә өйрәнеп килә, һуғым мәле етһә, күпләп ит һаталар. Әммә көҙөн уның хаҡы бер аҙ төшөңкөрәп, ауыл халҡының күңелен ҡырҙы. Мал ҡарау ҙа байтаҡ сығым, көс талап итә бит.
— Мостафалар ниндәй кәсептәргә өҫтөнлөк бирә, баҙар шарттарына күнегә алдығыҙмы? — Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр тигәндәй, ауылдаштар ҡул көсөн еңеләйтеү буйынса байтаҡ уңышҡа өлгәште. Мәҫәлән, элек бесән сабыу, йыйыу кеүек көс-хәлде, ваҡытты алған мәшәҡәттәр еңеләйҙе. Хужалар төргәктәргә һалынған бесәнде һарай башына күтәрттереп кенә мендереп ҡуя. Ауыл ерендә яңы хеҙмәттәр барлыҡҡа килде, мәҫәлән, яҙ етеү менән ереңде һөрөп биреүсе лә, тиреҫеңде таратыусы ла, йәйен бесән үҫтереп, техника менән сабып һатыусыһы ла бар, — тине ауыл старостаһы.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәсимә Шәмсетдинова — ауыл тарихын яҙыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Ғөмүмән, бөгөнгө әңгәмәлә ҡатнашҡан һәр ветеран төбәк йылъяҙмаһын булдырыу, данлыҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү өҫтөндә байтаҡ тырышлыҡ һалған.
— Мостафа ла ҡартая, өлкәндәр һаны ла арта. Һәр сабыйҙың тыуыуына һөйөнәбеҙ, йәш ғаиләләрҙең татыулығын нығытыу, уларҙы тыуған төйәккә еректереү маҡсатында саралар үткәрәбеҙ, — тине ойошма етәксеһе. — Өлкәндәргә лә мәшәҡәт табып торабыҙ. Ике тиҫтәгә яҡын кешене компьютерҙы файҙаланырға өйрәттек, тормош юбилярҙарын даими ҡотлап, Президент бүләктәрен тапшырабыҙ. Ауылды төҙөкләндереүҙә мостафалар әүҙем ҡатнаша. “Иң матур ихата” кеүек конкурстар ойоштороп, халыҡта матур йәшәүгә дәрт уятабыҙ. Йәйен зыяратты кәртәләп алыу һәм буятыуға ветерандарҙы ғына түгел, йәш-елкенсәкте лә йәлеп иттек.
Йәшлектәрендә йәшендәй йәшнәп йәшәгән хеҙмәт ветерандарының әле лә һәр миҙгелдең йәмен, күркәмлеген тойоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белеп тормош көтөүе — үҙе бер һоҡланғыс күренеш.


Район: Баҡалы районы, Мостафа ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә