Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләк янына терәк тә кәрәк
Саф һыулы гәлсәр шишмәләре, хеҙмәт батырҙары менән дан тотҡан сал тарихлы Мостафа ауылына юлланыуыбыҙ һис тә юҡҡа түгел. Ҡаңлы волосының башҡорттары нигеҙ һалған ауылда 1917 йылда 1097 башҡорт, 91 типтәр, туғыҙ татар йәшәһә, хәҙер инде унда башҡортса һөйләшкән кешене бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Татарстан сигенә терәлеп тигәндәй ятҡан ауылда белем биреүҙең татар телендә алып барылыуы ла милләттең “йотолоуына” ҙур йоғонто яһағандыр, әлбиттә.

Милли матбуғат баҫмаларының, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитенең, был тарафтарҙа аҙ таралыуы менән күңел һис кенә лә килешмәй. Ниндәй генә телдә һөйләшһәң дә, ғүмер артылыштарын уҙа-уҙа нәҫел тамырҙары, ата-бабаларыңдың яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу көсәйгәндән-көсәйә, онотолған тарих биттәрен барлау теләге лә арта торғандыр. Шәжәрә ағастарын төҙөүселәрҙең үҙҙәренең биографияһын тулыландырыуҙан, быуаттар хәҡиҡәтен асыуҙан ниндәй ҙур кинәнес, илһам табыуын, ғибрәт алыуын беләбеҙ. Тарих үҙгәртеүгә мохтаж түгел, был тылсымлы хәтер һандығына ҡул һоноуҙан отоласаҡбыҙ ғына. Онотола төшкән хәтер биттәрен яңыртырға ҡасан да һуң түгел, тип уйлап, белем усағына юл алдыҡ.
Мостафа мәктәбенең юғары класс уҡыусылары менән осрашыу күңелдә моңло йыр кеүек ҡалды. 330 йыллыҡ ауыл тарихы менән ғорурланыусы йәш быуын ата-бабаларының традицияларын дауам итә, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә.
Теләк янына терәк тә кәрәкБеҙ алып килгән гәзиттәр “һә” тигәнсә ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылды, күҙгә-күҙ ҡарашып, матбуғат, заманса технологиялар, киләсәккә пландар һәм хыялдар хаҡында әңгәмәләшеүгә ҡыҙ һәм егеттәр әҙер булып сыҡты. Хәҙерге заман балалары сос та, ҡыйыу ҙа шул, “ниңә шымып ҡалдығыҙ, был бит дәрес түгел”, тигәнде ишетеү менән ҡулдар бер-бер артлы күтәрелә башланы. “Был тиклем ҙур гәзитте тултырыу өсөн материалды нисек эҙләп табаһығыҙ?”, “Командировкаға йыш йөрөйһөгөҙмө?”, “Ә ниңә гәзиттәрегеҙҙең береһе ҙур ҙа, икенсеһе бәләкәй?” (“Йома” гәзитенең форматы ла, йөкмәткеһе лә уларға оҡшаны), “Йәштәр өсөн материалдар әҙерләгәндә кемдең фекеренә таянаһығыҙ?”, “Журналист булыу өсөн ниндәй фәндәрҙе яҡшы белеү мотлаҡ?”, “Гәзит бөтмәҫме, нисек уйлайһығыҙ?”
Беҙ ҙә яйлап “һөжүм”гә күстек. “Мәктәп тупһаһын аша атлап, бына-бына осоп сығырға йыйынаһығыҙ, ҡайҙа юл тотмаҡсыһығыҙ, ниндәй һөнәр һайламаҡсыһығыҙ?”, “Кумирҙарығыҙ кем? “Ниндәй шәхестәр һеҙҙең өсөн өлгө?”, “Ҡайһы матбуғат баҫмаларына яҙылдығыҙ? Ни өсөн?”, “Нимә хаҡында уҡырға теләр инегеҙ?”
Осрашыу аҙағында үҙебеҙҙе күптәнге таныштар, фекерҙәштәр итеп тоя инек инде. Уларҙың данлыҡлы яҡташтары, ошо мәктәптә белем алған Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Аҡмалетдин Әхмәтгәрәев, фән кандидаттары Әхнәф Ғәлимов, Ғаяз Шиғаев, Клара Ғәлимйәнова, юғары вазифа биләгән күп кенә етәкселәр, алдынғы хеҙмәт эйәләре юлын намыҫлы дауам итәсәге икеләнеү тыуҙырмай. Күҙҙәре ут кеүек янып, дәрттәре ташып, һәр яңылыҡты отоп алырға торған ҡыҙ һәм малайҙар был ҡатмарлы заманда белемле һәм һөнәрле булыуҙың барыһынан да өҫтөн, ҡиммәт икәнен яҡшы аңлағандай.
Ғөмүмән, Мостафа мәктәбе — районда көслө, өлгөлө белем усаҡтарының береһе. Айырыуса Рәйес Фазлыев етәкселек иткән йылдарҙа уңышлы аҙымдар яһауға өлгәшелгән. Ҡырҡ йыл буйына мәктәп етәксеһе вазифаһын башҡарған Рәйес Тимербай улының балалар алдындағы бөгөнгө сығышы фәһемле, күңелдә ҡалырлыҡ булды. Мостафа мәктәбенең ул эшләгән осорҙа районда 11 тапҡыр “Өлгөлө мәктәп” исеменә лайыҡ булыуын, төрлө конкурстарҙа еңеүен иҫәпкә алғанда, белем усағының ниндәй көслө уҡыусылар тәрбиәләп сығарыуын төҫмөрләргә мөмкин. Хаҡлы ялдағы етәксе “дилбегә”не уҡыусыһы Зилә Мөхәмәтйәноваға ышанып тапшырған. Алтын бала саҡ тип йөрөтөлгән иң бәхетле осор тап ошо мәктәп стеналарында, яҡтылыҡ һәм изгелек таратыусы уҡытыусылар эргәһендә үтә. Халыҡ шағиры әйткәнсә: “Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп, насарлыҡтан, боҙоҡлоҡтан алып ҡасалыр мәктәп”...
Үткәнен белергә, киләсәген күҙ алдына килтерергә тырышҡан балалар эргәһенән аҡ өмөттәр менән сыҡтыҡ. Йәштәребеҙ беҙ уйлағанға, көйөнгәнгә ҡарағанда күпкә төплөрәк, ҡыҙыҡһыныусаныраҡ, сәмлерәк тә икән. Иң мөһиме – донъяға ҡараштары саф, бер нәмәгә лә битараф түгелдәр. Теләктәре тормошҡа ашыуында ныҡлы терәк тә, юл күрһәтеүсе кәңәшселәре лә булһа, уларҙың илен, тыуған төйәген һөйгән ысын кеше буласағына шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872