Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Евразиясылыҡ һәм этностар яҙмышы
Гәзиттең быйылғы 14 ғинуар һанында баҫылып сыҡҡан “Башҡортостан – евразиясылыҡ көҙгөһө” исемле әңгәмәнең дауамы булырға тейеш ине. Был турала арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барған Риф Тойғонов менән һөйләшелгәйне. Икебеҙ тарафынан эшләнгән мәҡәлә, нигеҙҙә, әҙер ине, уға исем дә биргәйнек. Яҙманы гәзит уҡыусыларға еткермәй ҡалыу ғәҙел булмаҫ тип иҫәпләйем.
Авторҙан.

Уҙған быуаттың 20-се йылдарында формалашҡан Евразия концепцияһының бөгөн яңы һулыш алыуы, үҙенең яңы тарихын башлауы берәүгә лә сер түгел. Быға Евразия иҡтисади договоры тураһында Рәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстан дәүләт етәкселәре кимәлендә алып барылған һөйләшеүҙәр үҙе дәлил.
Был — евразиясылыҡ идеяһының Рәсәй тарихына бәйле донъяға килеүен йәнә бер тапҡыр раҫлаған тормош факты. Евразиясылар уның донъя картаһында үҙенә бер этногеографик урын алып тороуынан һәм шуның менән айырым бер тарихи-мәҙәни ҡиммәттәргә эйә булыуынан сығып шундай ҡарашты нигеҙләне. Был Рәсәйҙең Ер шарының ике бөйөк ҡитғаһын бәйләү үҙенсәлеге менән аңлатыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин уны "Көнсығыш менән Көнбайышты, Азия менән Европаны тоташтырып ятҡан уникаль цивилизация" тип атаны. Был һүҙҙәр Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған сарала яңғыраны. Президент шуның менән илебеҙҙең күп милләтле һәм конфессиялы дәүләт булып ойошоу юлында өлгәшкән ҡаҙанышын билдәләүен белдерҙе. Ул бөйөк дәүләттең төрлө милләт кешеләренең дөйөм көсө менән төҙөлөүен, шул уҡ ваҡытта унда һәр халыҡтың, этностың үҙ үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алғанын айырып әйтте.
Владимир Путин сығышында, Ислам динен юғары баһалау менән бергә, уны ил мәҙәниәте кодының сағыу элементы, тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип атаны. Президент бынан алдағы бер хеҙмәтендә лә, "беҙҙең илдә йәшәгән бер кем дә динен һәм этник сығышын оноторға тейеш түгел", тигәйне. Ошо урында ирекһеҙҙән башҡорттарҙың Юрматы ырыуы шәжәрәһендәге "...Һәр кем үҙ динендә торсон, үҙ ҡағиҙәһен тотсон" тигән юлдар хәтергә төшә. ХVI быуатта яҙып ҡалдырылған был рухи-тарихи мираҫ беҙҙе шул осорҙағы конфессия-ара мөнәсәбәттәргә алып барып сығара. Белеүебеҙсә, Аҡ бей батша тарафынан ебәрелгән илселәрҙән ниндәй шарт менән үҙ ерендә ҡалырға өндәү билдәле булғас, башҡорттар Ҡазанға барып "баш һалырға" була. Ошолай башҡорт ырыуҙары өсөн ата-бабаһынан килгән традицион рухи ҡиммәттәр (дин, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолалар) ер менән бер дәрәжәләге үткәндең үлемһеҙ мираҫы рәтенә ҡуйыла. Уларҙың икенсе яҡ тарафтан шундай уҡ дәрәжәлә танылыуы ике араның ыңғай хәл ителеүенә килтерә лә. Путин яҙғанса, күп милләтле һәм конфессиялы Рәсәйҙә йөҙләгән этностың үҙ ерендә урыҫтар менән күп быуаттар бергә йәшәү тәжрибәһе шул көндәрҙән башлана, тип раҫлау хаҡ булыр.
Уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында Рәсәй-СССР-ҙың Европа менән Азияны тоташтырып ятҡан үҙенсәлекле этногеографик ер икәнен танып, эмиграцияла йәшәгән урыҫ ғалимдарында уны Евразия тип күҙаллау идеяһы нығына. Улар араһында филолог һәм тарихсы Н.С. Трубецкой, географ һәм геополитик Л.Н. Савицкий, тарихсы Г.В. Вернадский айырым телгә алына. "Рәсәй үҙен Евразия державаһы булараҡ һәм евразиясылыҡ аша ғына һаҡлап ҡала алыр", — тип әйтеп ҡалдырған билдәле урыҫ ғалимы Л.Н. Гумилев. Евразиясылыҡҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, ул ғүмеренең ахырына ҡәҙәр (1992 йыл) марксистик-ленинсы ҡарашты боҙоуҙа ғәйепләнеүҙән арына алманы. Белеүебеҙсә, Совет йылдарында евразиясылыҡ идеяһы, пролетар мәҙәниәт тәғлимәтенә ҡаршы килгән ҡараш сифатында баһаланып, онотолоуға дусар ителде.
Бөгөн килеп, Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән Евразия иҡтисади советы тураһында договор әҙерләнеүе хаҡында билдәле булыуы һәм шуға бәйле һөйләшеүҙәр алып барылыуы — евразиясылыҡ процесының туҡтап ҡалмағанлығына бер дәлил. В. Путин, элекке Рәсәйҙе күҙ уңында тотоп, "ундағы бер генә этностың да, хатта иң бәләкәйенең дә юғалғаны юҡ, улар үҙаллылығын һаҡлап ҡалды, һәр береһенә мәҙәниәт беришлеге хас", тине. Совет осоронда иң бәләкәй этностарҙың телдәре һаҡланыуы, милли әҙәбиәте, нәшриәте булыуы — быға дәлил. Билдәле: Евразия концепцияһының асылы шуға ҡайтып ҡала ла. "Үҙ-үҙеңде танып бел", "Үҙең булып ҡал" тигән девиздар евразиясыларҙың идея байрағы булды, сөнки теләгән бер этнос, ҙурмы ул, бәләкәйме, тарихын белмәй, танымай тороп, үҙенсәлеген һаҡлай, үҙе булып ҡала алмай. Ә был — уларҙың үткәнен, хәҙергеһен һәм киләсәген бер бөтөн иткән яҙмыш юлы, көндәлек тормош талабы. Шунһыҙ "Евроүҙәк" психологияһы ҡыҫымына ҡаршы тороу, уның йоғонтоһонан һаҡланып ҡалыу мөмкин түгел. Ғәмәлдә евразиясылыҡ уға ҡаршы формалашҡан идея-әхлаҡи, ижтимағи-сәйәси ҡараш сифатында донъяға сыҡты. "Евроүҙәк" концепцияһы Европаны берҙән-бер мәҙәниәт үҙәге итеп танытыу маҡсатын ҡуйһа, евразиясылыҡ бындай үҙәктәрҙең күплеген яҡлауға, һәр береһенең үҙ тарихы барлығын дәлилләүгә нигеҙләнгәйне. "Евроүҙәк" психологияһы өсөн ил тарихын бары Көнбайышҡа бәйле ҡарауға өҫтөнлөк бирелһә, евразиясылар уны Рәсәй сиктәрендәге урыҫ булмаған халыҡтарҙың үткәне менән тығыҙ берлектә, Евразия тарихы рәүешендә ҡарауҙы мотлаҡ һананы. Улар тарих ғилемендә тәү башлап Рәсәйҙең Көнсығыш менән бәйләнешен бихисап мәғлүмәт нигеҙендә асып бирҙе.
Шуныһы мөһим: евразиясылар Рәсәйҙең Көнсығыш менән тығыҙ бәйлелеген уның күп милләтле һәм конфессиялы дәүләт булыуын күҙ уңында тотоп нигеҙләне. Ғәмәлдә конфессия-ара мөнәсәбәттәр был йәһәттән ышаныслы һәм төплө дәлил хеҙмәтен үтәне. Айырым алғанда, Ислам менән Православие сиркәүе араһындағы мөнәсәбәттәр тәүге урынға ҡуйылды. Хатта Сыңғыҙхан хаҡындағы китап авторы Э. Хара-Даван, Православие сиркәүе монголдар хакимлыҡ иткән осорҙа иркен һулыш алып ҡалды, тип раҫлай. Уныңса, Урыҫ дәүләтенең монгол империяһы составында өс быуатҡа яҡын һуҙылған дәүере ике яҡҡа ла йоғонто яһаған, эҙһеҙ үтмәгән. Монголдар Ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр әле, мәжүси булыуға ҡарамаҫтан, православие руханиҙары уларҙа үҙҙәренә ҡурсалау таба һәм хөрмәт менән файҙалана. Э. Хара-Даван, хандар урыҫ митрополитына биргән Алтын ярлыҡтар сиркәүҙе кенәз власынан бойондороҡһоҙ итте, тип яҙа. Суд, килем митрополит ҡулында була. Менгу — Тимер хан — 1270 йылда сығарған указда Урыҫ дәүләтендә берәүҙең дә сиркәүҙәрҙе яманларға, митрополитты һәм уға буйһонғандарҙы хәйерселеккә төшөрөргә тейеш түгеллеге хаҡында әйтелә. Батый хандың ҡустыһы Берке хан Ростовтағы митрополит Кириллдың сиркәүенә Ростов ерендә йыйылған бер йыллыҡ оброкты (һалым) биргән. 1312 йылда Үзбәк хан, Урҙала үлем ҡурҡынысы менән янап, Исламды дәүләт дине итеп индергән ваҡытта урыҫ кенәзлектәренә ҡағылмаған.
Өҫтәп, шуны ла әйтергә кәрәк: Л. Гумилев ошо фактта Урыҫ дәүләтенең идеология һәм көнкүреш өлкәһендә үҙаллылығын һаҡлап килгәнен күрә. Ғалимдың фекеренсә, уның Алтын Урҙаға бойондороҡло булыуы сәйәсәткә бәйле. Ул евразиясыларҙы урыҫ историографияһында йәшәп килгән татар-монгол иҙеүе концепцияһынан беренсе булып баш тартҡан урыҫ ғалимдары булды тип һанай. Улар, Көнбайыш Европаның һәм урыҫ ғалимдарының күбеһенән айырмалы рәүештә, Рәсәй-Евразия идеяһынан сығып, унда йәшәгән халыҡтар тарихының тығыҙ бәйләнгәнлеге, һөҙөмтәлә аралашып йәшәүҙең уртаҡ бай тәжрибәһе тупланғанлығын күрә. Шуның менән бергә Сыңғыҙханға милли хөрәфәттең ят булыуы һәм уның христианлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәте эҙһеҙ ҡалмай. Л. Гумилев, Сыңғыҙхандың хәрби һәм сәйәси тәжрибәһе урыҫ православиеһы менән бергә ҡушылып ХIV быуатта Мәскәү Рәсәйенә тормош бирҙе, тип яҙа Э. Хара-Давиндың алда телгә алынған китабында.
ХIV быуат башында, Алтын Урҙаның иң көслө хандарының береһе Үзбәк хан дәүерендә, Ислам дәүләт дине итеп индерелгәндән һуң да Урыҫ Православие сиркәүенә мөнәсәбәт үҙгәрмәгәнлеге хаҡында әйткәйнек инде. Л. Гумилев, Мәскәү Рәсәйе тарихының мәжүси Сыңғыҙхандың христианлыҡҡа мөнәсәбәтенән килгән тәжрибәгә бәйле булғанын күрһәтеп, унда православие сиркәүенең дә мөһим роль уйнағанын билдәләй. Һуңғыһының Исламдың Алтын Урҙала дәүләт дине итеп танылғандан һуң да абруйын һаҡлап ҡала алыуы — быға дәлил. Рәсәйҙәге бөгөнгө конфессия-ара мөнәсәбәттәр шунан башланған, тип раҫлау ҙа артыҡ булмаҫтыр. Ә был тәжрибә, алда һүҙ булған Юрматы ырыуы шәжәрәһенән белеүебеҙсә, ХIV быуат уртаһында Мәскәү Рәсәйенең Ислам диненә мөнәсәбәтендә асыҡ сағылыш таба. Шулай итеп, Исламдың үҙ ваҡытында христианлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәте башҡорт ырыуҙары Рәсәй дәүләте составына ингәндә үҙ емешен бирә. Башҡорттар шул арҡала үҙ динендә тороу, йолаларын тотоу иркендә ҡала. Аҙаҡ килеп, 225 йыл элек башҡорт ерендә тотош Рәсәй мосолмандары өсөн үҙәк хеҙмәтен үтәгән Диниә назаратының ойошторолоуы ла — шуның һөҙөмтәһелер.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр
академияһының
почетлы академигы.
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21