Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китап донъяһының фәрештәһе
Китап донъяһының фәрештәһе
Уй йәшен тиҙлегендәй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде: йәшен дә бит секунд арауығында күренә лә юҡҡа сыға. Уй ҙа шулай, береһе артынан икенсеһе тынғылыҡ бирмәй, көнө-төнө башыңда ҡайнай...


Шул уй ярты быуаттан ашыу ваҡыт элек булған шатлыҡлы бер ваҡиғаны хәтергә төшөрҙө. Беҙҙең Ялсыҡай ауылының йәш үҫмерҙәре (беҙгә 14-15 йәш самаһы) бер машинаға тейәлеп, Федоровка районының Юлдаш ауылына һабаҡташыбыҙ Миңнисаның тыуған көнөнә елдерҙек. Ошо ике ауылдың ҡыҙҙары, егеттәре Таймаҫ урта мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ, унда Тимербайҙан, Зәк-Ишмәттән дә балалар белем ала.
Машинала ҡысҡырып йырлашып килгән йәштәрҙе Миңниса Әҙриә һәм Фәниә апайҙары менән урамда ҡаршы алырға сыҡҡайны. Таң атҡансы ауыл клубының иҙәнен дер һелкетеп бейеп сыҡтыҡ, шунан һуң бер нисә сәғәттән кемебеҙгә — машина башында силос таратырға, ә беҙгә, ҡыҙҙарға, ырҙын табағына эшкә йүгерергә...
Иҫ китмәле ваҡыт ағымы: ул бит бер нәмәне лә һанға һуҡмай, үҙ юлынан алға бара ла бара, һис ни туҡтата алмай уны. Миңниса мәктәпте тамамлағанда Рәми Ғарипов ағайҙан хат килеп төшә. “Һылыу, һиңә мотлаҡ уҡырға кәрәк, ҡәләмең бар”, — тигән шағир. Башланғыс кластарҙа белем биреп йөрөгән Миңниса, шулай итеп, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә. Беренсе курста яңы ғына әрме сафтарынан ҡайтҡан Аҫылғужа Баһуманов атлы егет менән таныша, һәм оҙаҡламай өйләнешеп тә ҡуялар. Татыу, дуҫ йәшәп, улар бишенсе курсты бөткәнсе бергә белем тауына үрләй, яңы йәшәй башлаған ғаилә ауырлыҡтарын бергә күтәрә.
Уҡып йөрөгән саҡтарында атаһы Хәмиҙулла ағай, балаларының ни хәлдә йәшәп ятыуын белешәйем әле тип, Өфөгә юллана. Студенттарҙың һин дә мин көн итеүен күреп, күңеле тыныслана, буғай. “Бер көндө атайым юҡ булды бит, ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Ахырҙа, хафаланып эҙләргә сыҡтыҡ. БДУ-ның бүлмәләрен ҡарай торғас, уны Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев менән деканатта һөйләшеп ултырғанында таптыҡ, — тип хәтерләй Миңниса. — Атайым 12 тел белә ине, шундай ҙур ғилем эйәһе менән һүҙҙәре береккән икән, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәгән шул. Атайым ауыҙ-тел ижадын да яҡшы белде. Бала саҡта бесәнгә барһаҡ, юл буйы халыҡ йырҙарын башҡарып, тарихын һөйләп аңлатыр ине. Оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләне, халыҡ менән бергә көн итте, һабантуйҙарҙа бер кемгә лә ал бирмәне, 70 йәшенә ҡәҙәр көрәшеп йөрөнө. Атайым тураһында айырым яҙырға уйлайым, бик ҡыҙыҡлы шәхес ине”.
Ғүмер үтә тора. Хәҙер Миңниса — мәғлүмәтле, мәҙәниәтле, ғилемле ханым балаларының ҡәҙерле әсәһе, ейәндәренең яратҡан өләсәһе. Улы Айбулат, ҡыҙы Гөлнәзирә, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, икеһе лә юғары белемгә эйә булып, үҙаллы тормош көтә. Әйткәндәй, Айбулат БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлап, аспирантурала уҡып, компьютерҙы үҙләштереп, үҙ ваҡытында Ҡытайҙа белемен камиллаштырып, аҙаҡ Мәскәүгә эшкә урынлашты. Ғаиләле, ике ул үҫтерә. Ә ҡыҙы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡып сыҡты, уның да ғаиләһе бар — бер ҡыҙы һәм улы үҫә. Шунан да мөһимерәк бәхеттең булыуы мөмкинме һуң ҡатын-ҡыҙ өсөн?!
Курсташым Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы ғүмер буйы тиерлек Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала эшләне, 27 йыл ғүмерен бағышланы яратҡан һөнәренә. Ябай хеҙмәткәрҙән бүлек мөдиренә тиклем үрләтелде. Эшләгән йылдарҙа уны Милли китапхананың хәле борсой: фондтар өлөшләтә генә тикшерелә, татыу иҫәбен белеүсе юҡ. “Шуға күрә ошо мәсьәләгә иғтибарымды йүнәлттем. Ваҡытыңды ла, көсөңдө лә йәлләмәй, китаптарҙы “дауалау”, йәғни төпләтеп алыу, ә бик ныҡ иҫкеләрен иҫәптән сығарыу кәрәк ине. Унда башҡарылған эштәрҙе барлап та бөтөрлөк түгел. Иҫке, туҙған китаптарҙы “Нур” ойошмаһының цехына төпләтергә йөрөттөк, йөк ташыусы ла үҙебеҙ булдыҡ, шул шарттарҙа ла күп китаптарҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ. Ҙур китапханаларға барғанда, үҙебеҙҙең тарихҡа ҡағылышлы һирәк осраған баҫмаларҙың күсермәләрен Мәскәүҙән ҡайтарта алдым”.
Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙын депозитар, йәғни ҡағылғыһыҙ фонд секторы мөдире итеп ҡуялар. Депозитарийҙар селтәре өсөн китаптар исемлеге нәшерләнеп таратыла, шул исемлек буйынса СССР-ҙағы китапханаларға барып эләгеп, әҙ ҡулланылған китаптар исемлеккә индерелгән, Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тарихына ҡағылышлы китаптарҙы үҙебеҙгә ҡайтартҡан. Ошо һәм башҡа хеҙмәттәре өсөн 1989 йылда Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙына “СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы” билдәһе һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшыралар.
Тынғыһыҙ хеҙмәткәр ана шулай ал-ял белмәй көс түгә. 1991 йылда Альбина Ғайсина менән халыҡтар әҙәбиәте бүлегенә нигеҙ һалалар. Улар Башҡортостан халыҡтарына арналған бик күп мәғлүмәт йыйып өлгөрә, Альбина уны хатта тырышып библиографик күрһәткес итеп нәшерләгән.
— Үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫә башлау менән, Әхмәтзәки Вәлиди китаптарын эҙләргә тотондом һәм уларҙың күсермәләрен алдырттым, китап-ара абонемент аша ла ҡайһы берҙәрен юлланыҡ, — тип һөйләй Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы.
Шул ваҡыттарҙа китапханаға “Милли” статусын юллау һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемен бирҙертеү идеяһы менән яна башлай. Түккән көс бушҡа ятып ҡалмай, 1992 йылда маҡсатҡа өлгәшелә.
Китапхана эше буйынса Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы Төркиәгә, илебеҙҙең бөтә ҙур китапханаларына командировкаға йөрөй. “Сит илдәгеләрҙең эше беҙҙең күҙҙе асты, — ти ул. — Иң ғәжәбе шул булды: китапхананың һирәк осраған һәм ҡулъяҙмалар фондында ғына кеше күп, башҡа бүлектәр буш. Баҡһаң, китаптар тотош текстары менән компьютерға күсерелгәс, улар уны интернет аша алдырып өйҙә генә уҡый икән. Икенсе ғәжәп хәл: улар бөтә төр мәғлүмәтте йыя, хатта шырпы ҡабындағы яҙмалар ҙа һаҡлана.
Мәғлүмәткә ҡытлыҡты тойоп, Баһуманова китапхананан яңы ғына асылған “Ватандаш” журналына эшкә күсә. 1996 — 2003 йылдарҙа журналды йөкмәтке, жанр яғынан байытыуҙа, уҡымлыраҡ итеүҙә Миңнисаның да өлөшө ҙур. Төрлө һөнәр кешеләре менән осрашыу, баҫманы фотодокументтар менән байытыу бик ентекле эшләүҙе талап итә. Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләрендә үткәрелгән ҡоролтайҙарҙа ҡатнаша, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының байтаҡ йыйындарында була.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙына өйҙә генә ятырға тура килмәй, уны йәнә лә китапханаға эшкә саҡыралар, яңы асылған инновация бүлеге мөдире урынбаҫары итеп ҡуялар. Эшмәкәрлеккә яңылыҡ индереү, тармаҡтағы өлгөлө хеҙмәттәрҙе пропагандалау була бурыстары. Был осорҙа китапхананың икенсе корпусында Америка, Франция, Германия кеүек илдәрҙең Свердловскиҙағы илселәрен ҡабул итәләр. Былар барыһы ла китапхананың эшен яҡшыртыу маҡсатында башҡарыла. Һанай китһәң, бик күп хеҙмәт башҡарыла Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы һәм уның бергә тир түккән иптәштәре тарафынан. Бөтәһе тураһында ошо ҡыҫҡа мәҡәләлә генә яҙып бөтөрлөк тә түгел. “Шул сама эште ҡайһы ваҡытта ғына башҡарып өлгөрә алды икән?” — тип ғәжәпләнергә һәм һоҡланырға ғына ҡала.
Әммә ҡатын-ҡыҙ, хеҙмәтендә ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, иң тәүҙә ғаиләһендә йән тыныслығы табалыр, тип уйлайым. Ә бит Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы ҡәҙерле әсәй генә түгел, иренең тоғро ҡатыны, фекерҙәше, кәңәшсеһе һәм яҡын дуҫы ла була. Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов республикала киң билдәле шәхес, танылған шағир, талантлы прозаик һәм әүҙем журналист та ине. “Ине” тип әйтеүе ифрат та ауыр, ижадының сәскә атҡан ғына ваҡытында арабыҙҙан китеүе халҡыбыҙ өсөн ҙур юғалтыу булды.
Беҙҙең быуын кешеләре (был осраҡта йәштәштәремде күҙ уңында тотам) маҡсатлы йәшәй белде һәм теләгән һөнәре буйынса эшләне, ҡайһы берҙәребеҙ әлеге көндә лә ал-ял белмәй тырышыуын дауам итә. Балалыҡ дуҫым, курсташым Миңниса Баһуманова ана шундай эшсәндәр, уңғандар рәтенән. Хоҙай Тәғәлә уға бик ҙур бурыс йөкмәткән. Көнө буйы редакцияларҙа, яуаплы урындарҙа тир түккән Аҫылғужа Ишемғужа улына Миңниса ҙур ярҙамсы, уның фәрештәһе ине, тиһәм, бик дөрөҫ булыр. Ире милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында роман яҙырға тотонғас, иң ҡатмарлы өлөшөн — документаль мәғлүмәттәрҙе — Миңниса эҙләп табыша, ғөмүмән, башҡа төрлө эҙләнеүҙәрҙә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, курсташымдың яҙылаһы күп әҫәрҙәре донъя күрмәйенсә ҡалды, ә беҙ, ябай уҡыусылар, уның яңы ижад емештәре менән танышырға өлгәшмәнек. Тағы шуны ла әйтергә кәрәк: Миңниса ире үлгәндән һуң уның әҫәрҙәрен әҙерләп донъяға сығарҙы. Оло ҡаһарманлыҡ был.
Миңниса Баһуманова хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай. Төрлө илдәр буйлап балалары менән сәйәхәт итә: Мысырҙа, Хорватияла була: был турала “Башҡортостан” гәзитендә юлъяҙмалары ла сыҡты. Ғөмүмән, эшһеҙ торорға яратмай Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы. Нимә менән булһа ла мәшғүл, тик был шөғөл күңелгә ҡәнәғәтлек килтерһен, ти. “Беҙҙең башҡорт ҡәүемдәре ҡайҙа ғына йәшәмәй — ана шул мине ҡыҙыҡһындыра. Халҡымдың тарихы, уның күренекле шәхестәре менән бәйле илдәр ҙә аңымды тынғыһыҙлай. Халҡымды мәғлүмәтле, белемле, көслө рухлы итеп күреү — минең өсөн оло бәхет”, — ти ул.
Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: оло шәхес, яуаплы вазифалар биләгән тормош иптәше Аҫылғужа Ишемғужа улы тураһында иҫтәлектәр туплап тапшырған. Шиғри йыйынтығының сыҡмай ятыуына ла туғыҙ йыл үтеп киткән икән. Аллаһ бойорһа, уны ла киләсәктә ҡулыбыҙға алырбыҙ тигән өмөт бар. Ә мин балалыҡ дуҫым Миңнисаға ғүмер таңдарының аяҙ һәм яҡты булыуын, балаларының, ейәндәренең ҡыуаныстарын күреп, оҙаҡ йәшәргә яҙһын, тип теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874