Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зиһендәрҙе таңдай нурланы
Зиһендәрҙе таңдай нурланы
“Башҡортостан” гәзитенең һәр йома һанында “Шәхес танытмаһы” тигән рубрика донъя күрә. Ундағы мәғлүмәт “Башҡорт исемдәре” китабынан (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) алына. Халҡыбыҙ өсөн был күптән кәрәк ине, сөнки китап һәр кемдең ҡулында юҡ, ә “Башҡортостан”дың йома һаны өйҙәргә аҙна һайын килә. Ғөмүмән, балаға дөрөҫ, мәғәнәле исем һайлау — ифрат ҙур, мөһим эш. Ғәзизеңә, йомғаҡтай ғына йомарламыңа яратып ҡына өндәшерлек яғымлыһы кәрәк. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында балаларына башҡорт исемен ҡушыу киң тарала башланы.


Ошо көндәрҙә “Башҡорт исемдәре” китабының авторы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу Кусимоваға 87 йәш тулған булыр ине. Әһәмиәтле хеҙмәте менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡалдырҙы ул.
Таңһылыу Хажим ҡыҙы 1927 йылдың 30 ғинуарында Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә уның үҫмер йылдары. Ошо ҡатмарлы осорҙарҙа көн күргән туғыҙ балалы ғаиләнең хәлен яҡшы аңларға була. Әсәләре Бибиәсмә апай, уңған, үткер ҡатын, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, ҡатын-ҡыҙ ҡоролтайҙарында ла ҡатнаша. Шуға күрә балалары ла әүҙем, белемгә ынтылыусан булып үҫә.
Таңһылыу Кусимова Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар әҙерләү институтынан һуң Йылайыр районында уҡыта. Унан Өфөгә килеп, К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Р. Сафин, Р. Ғарипов, У. Яруллин, Р. Рымғужин, С. Миржанова кеүек өмөтлө һабаҡташтары була уның. Күмәкләп студент кисәләре, ғилми конференциялар үткәрәләр, экспедицияларға йөрөйҙәр.
Институтты уңышлы тамамлағас, Таңһылыу Хажим ҡыҙы СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Хәрби осоусы, Баймаҡ егете Әҙһәм Исҡужинға кейәүгә сыға. Йәш ғаиләгә бер аҙ ваҡыт Башҡортостандан ситтә йәшәргә тура килә. Алтмышынсы йылдар башында иһә Өфөгә әйләнеп ҡайталар. Таңһылыу Кусимова әлеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына эшкә урынлаша. Уны тап шул ваҡыттан алып беләм.
1962/63 уҡыу йылына V класҡа балалар ҡабул ителде. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, мин дә интернатта уҡыу бәхетенә өлгәштем. Класыбыҙҙа Белорет районының Шығай ауылынан Салауат Әхмәтов исемле малай бар ине. Ул Таңһылыу Хажим ҡыҙының бер туған апаһы Хафизәнең улы булып сыҡты. Таңһылыу апай X класта тәрбиәсе булып эшләй, шулай ҙа беҙгә лә көнөнә әллә нисә тапҡыр инеп сыға. Салауатҡа шым ғына нимәлер өйрәтә, беҙҙе лә йылы һүҙҙән мәхрүм итмәй торғайны. Уның тәҡдиме менән өлкән класс уҡыусылары беҙҙе шефлыҡҡа алды, улар оялмаҫҡа, һәләттәреңде асырға, бейергә, бөхтә кейенергә өйрәтте. Нескә билле, ҡояштай яғымлы йөҙлө, нурлы ҡарашлы Таңһылыу апайҙы ныҡ яраттыҡ. Уның ҡулында тәрбиәләнгәндәр ҙур-ҙур шәхестәр булып танылды — ысын педагог ҡына шундай ҡаҙанышҡа өлгәшә. Әгәр Таңһылыу Хажим ҡыҙы мәғариф өлкәһендә ҡалһа, илгә данлыҡлы уҡытыусы булып танылыр ине.
Ул: “Халҡым өсөн йәшәйем!” — тип күкрәк һуғып йөрөмәне, шулай ҙа милләтенә хеҙмәт итеү йәһәтенән барыбыҙға ла өлгө булып ҡалды. Таңһылыу апайҙың: “Һин мин күҙаллағандан да юғарыраҡ ҡаҙанышҡа өлгәштең. Ошо бәхетеңдән Хоҙай айырмаһын!” — тигән һүҙҙәрен бер ваҡытта ла онотмайым.
Т. Кусимованың бер туған һылыуы Альбина апай Исхаҡованы кем генә белмәй! “Апайым минең өсөн әсәй ҙә, әхирәт тә булды, аҙым һайын ҡурсаланы, дәртләндерҙе”, — тип хәтерләй ул. Ғөмүмән, Таңһылыу Хажим ҡыҙы тураһындағы иҫтәлектәрҙе йыйып баҫтырһаң, ҡалын китап хасил булыр ине.
Педагог һөнәре өсөн яратылһа ла, Т. Кусимова фән менән ҡыҙыҡһыныуын да дауам итә, һөҙөмтәлә ошо ынтылышы уны яңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып килә. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен тел байлығын өйрәнеүгә бағышлай ул. Башҡа ғалимдар менән берлектә ҙур-ҙур һүҙлектәр төҙөүҙә ҡатнаша. Унан тыш, башҡорт исемдәренең тамырҙары менән ҡыҙыҡһына. Башҡорт ономастикаһына тос өлөш индереп кенә ҡалмай, шәжәрәләрҙе, тарихты өйрәнеп, “Из истории личных имен башкир” тигән темаға диссертация яҙып, уны уңышлы яҡлай. Ғилми эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булып “Башҡорт исемдәре” (1976), “Башҡорт исемдәре” (1982), “Исемдәр донъяһында” (1992), “Башҡорт исемдәре” (2000, 2006) китаптары донъя күрә. Был китаптар уҡытыусыларға, ата-әсәгә, ЗАГС хеҙмәткәрҙәренә ҙур ярҙам булды.
Сибайҙа эшләгән саҡта студенттар менән мәғариф учреждениеларына практикаға йөрөй торғайныҡ. Шунда балаларҙың исемдәренә иғтибар итеп, “Исемең матур — кемдәр ҡуйған?” тигән темаға асыҡ дәрестәр үткәрә башланым, улар өсөн махсус шиғырҙар яҙҙым. Ә инде Таңһылыу Кусимованың исемдәр буйынса сыҡҡан китабын ҡулыма алғас, нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Өҫтәүенә шул осорҙа Факиһа Туғыҙбаева “Бәпес туйы” тигән поэмаһын яҙҙы. Ул да шиғри формала исемдәрҙең тарихы, мәғәнәһе, уларҙың ата-бабанан ҡалған хазина икәнлеген аңлатты. Милли байлығыбыҙ ғилми юҫыҡта өйрәнелеп, һүҙлек тә сығарылғас, халыҡтың аңында ниндәйҙер ыңғай боролош һиҙелде. Т. Кусимованың китаптары, табанан төшкән ҡоймаҡтай, күҙ асып йомғансы һатылып бөтә торғайны.
Таңһылыу Хажим ҡыҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен төҙөүҙә, уның эшмәкәрлеген киң йәйелдереүҙә лә арымай-талмай көс түкте. Хәтеремдә, 1994 йылдың сатлама һыуығында Әбйәлил районының Байым ауылына юлландыҡ. Атаҡлы бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина ла барырға ихлас риза булғайны. Программа бик тығыҙ һәм бай: “Иң яҡшы хужабикә”, “Алтын ҡул” кеүек номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләү өсөн ауылдар буйлап йөрөп, кешеләрҙең өйөн инеп ҡарау, етемдәрҙе тәрбиәгә алғандар менән күрешеү күҙ уңында тотола ине. Шулай ике көн буйы эшләгәндән һуң, кискә ауыл мәҙәниәт һарайында күргәҙмә асылды, бихисап ҡатын-ҡыҙҙы саҡырып ҙурланыҡ, грамоталар бирҙек. Киләһе көнөнә клубҡа буйҙаҡ егеттәрҙе йыйҙылар. Осрашыу дүрт сәғәттән ашыу барҙы. Таңһылыу апай улар менән бик төплө, ябай итеп әңгәмәләште, һорауҙарына яуап бирҙе — милләт яҙмышын әсәләрсә хәстәрләү ине был.
1996 йылда “Тәмле-тәмле тәмлекәс” тигән китабым сыҡҡас, беҙҙең ауыл мәктәбенә осрашыуға ҡайттыҡ. Таңһылыу Хажим ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ менән серләште, егеттәргә лә әйтер һүҙен тапты, йолалар тураһында һөйләне. Ҡурайын тотоп килгән Әҙһәм Исҡужин да, легенданан ысынбарлыҡҡа әйләнеп, малайҙарға милли ҡоралыбыҙҙа уйнарға өйрәтә башланы...
Бынан тыш, Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөгән студент ҡыҙҙар менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте араһында уҙғарылған күркәм осрашыу хәтеремдә уйылып ҡалған. Унда Таңһылыу апайға шиғыр яҙып бүләк иткәйнем:
Таң һылыуы — таңда тыуғанға ул,
Ҡараштары асыҡ, гел нурлы.
Сабырлығы хайран ҡалдырырлыҡ,
Күңел-зиһендәре моң-йырлы.
Ил инәһе — илдең түрендә ул.
Алтын ғына әйткән һүҙҙәре.
Изгелектәр эшләү менән генә
Киләсәккә баҡты күҙҙәре...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518