Ҡайһы бер хаттарға аныҡ яуап биреүҙе һорап, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт иттек.
“Ауыл табибы” йәшәйәсәкме?
“Быйыл улым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Районға эшкә ҡайтырға теләге ҙур. Үҙебеҙ ҙә уның тыуған яҡта төпләнеүен теләйбеҙ. Һеҙгә һорауым шул: быйыл “Ауыл табибы” программаһы эшләйәсәкме? Юҡһа, төрлө хәбәр, имеш-мимеш күп йөрөй”.
М. Миңлебаев.
Балаҡатай районы.— 2014 йылда “Ауыл табибы” программаһына ярашлы йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация ҡаралған. Ауылдарҙа медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән был социаль сара 2013 йылдың 25 ноябрендәге Федераль закон менән билдәләнде. Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, компенсация юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ауылға эшкә ҡайтҡан йә иһә ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына күсеп килгән һәм төбәктәге башҡарма властың вәкәләтле органы менән килешеү төҙөгән 35 йәшкә тиклемге медицина хеҙмәткәрҙәренә бирелә. Бер белгескә тәғәйенләнгән 1 миллион һум күләмендәге аҡса трансферттар иҫәбенә тигеҙ өлөштәрҙә финанс менән тәьмин ителә, йәғни Федераль фонд һәм төбәк бюджеты сығымдары Мотлаҡ медицина страховкаһы фондына күсерелә.
Программаны Мотлаҡ медицина страховкаһы бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллиард 932,5 миллион һум бүлеү ҡаралған. Был үҙ сиратында ауыл һәм ҡасабаларға өҫтәмә рәүештә 5865 врачты эшкә урынлаштырырға ярҙам итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең һорауына ярашлы, республикабыҙ өсөн федераль ҡаҙнанан 25 миллион һум аҡса бүленде. Республика бюджетынан да шул ҡәҙәре финанс бүлеү ауыл ерҙәренә өҫтәмә рәүештә 50 табипты эшкә йәлеп итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика врачтарға мохтажлыҡ кисерә, әле 900-гә яҡын белгесте эш урыны көтә.
Программаның ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, уның һөҙөмтәлелеге икеләнеү тыуҙырмай. Былтыр 275, ә элгәрге йыл 610 йәш табиптың ауыл ерендә эш башлауы — шатлыҡлы хәл. Минеңсә, медицина ярҙамын яҡшыртыу өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә, табиптарға булған ихтыяжды иҫәпкә алып, йәш белгестәргә компенсация түләүҙәрен бергәләп финанслау күләмен арттырыу мәсьәләһен ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Рәсәйҙең Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды территориаль фондтарға резервтағы 500 миллион һум күләмендәге аҡса иҫәбенә бюджет-ара трансферттар бирә ала.
Барыһын да кадрҙар хәл итә
“Ҡайһы бер курсташтарым, күнеккән эш урындарын ташлап, Татарстан дауаханаларына, поликлиникаларына эшкә китте. Баҡһаң, унда төбәккә эшкә килеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ алыу өсөн бүленгән тәүге иғәнәгә — федераль дотацияға — 500 мең һум өҫтәп бирәләр икән. Тар профилле белгестәргә лә иғтибар ҙур, уларҙың эш хаҡына өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, быныһы төбәк бюджетынан финанслана, тиҙәр. Ниңә беҙҙә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙе өҫтәмә финанслау тураһында уйламайҙар? Үҙебеҙҙә әҙерләнгән кадрҙарҙың сит тарафтарға яҡшы тормош эҙләп китеүе һис тә күңелле хәл түгел”.
А. Хәйҙәров.
Салауат ҡалаһы. — Яңыраҡ Түбәнге Новгород өлкәһендәге Сява ҡасабаһы дауаханаһынан бер юлы терапевт, инфекционист һәм педиатрҙың эштән китеүе дүрт меңдән ашыу кешене хафаға һалды. Сәбәбе — эш хаҡының аҙлығы, фатир мәсьәләһенең хәл ителмәүе. Йыш ҡына төбәктәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы тураһында күңелле отчеттар бирелһә лә, ысынбарлыҡта хәл ал да гөл түгел.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ҡайһы бер төбәктәрҙә 25-27 мең һум тәшкил итә. Ул юғары оклад иҫәбенә түгел, ә дәртләндереүсе өҫтәмәләр, арттырылған эш күләме өсөн түләнә. Шуға күрә кеше ике ставкаға эшләргә, өҫтәмә дежурлыҡ алырға, “Ашығыс ярҙам”да хеҙмәт итергә мәжбүр. Көсөргәнешле эш медицина хеҙмәттәре сифатына кире йоғонто яһай.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы аҡ халатлыларҙың окладын арттырыу мәсьәләһен бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡты. Дәртләндереү өҫтәмәләрен бүлеү тураһындағы положениены ла яңынан ҡарау мотлаҡ. Бөгөн дауалау учреждениеларында ла был мәсьәлә ғәҙел хәл ителмәй, күпселек осраҡта ул етәкселәргә йөкмәтелгән.
Кадрҙар мәсьәләһен тулыһынса хәл иткәнгә ҡәҙәр эште бер нисә йүнәлештә ойоштороу отошло булыр ине. Минеңсә, беҙ әлегә урта медицина персоналын тулыһынса файҙаланмайбыҙ. Нигеҙҙә, улар врач ярҙамсыһы булараҡ эшләй, әммә, Көнбайыштағы кеүек, табиптарҙың күп кенә функцияларын үтәй алырҙар ине. Бының өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата квалификация талаптарын яңынан ҡарарға, уларҙы яҙыу-һыҙыу эштәренән арындырырға кәрәк.
Табип һәм фельдшерҙар бригадаларының мобиллеген тәьмин итеүсе ысулдарҙы ла ғәмәлгә индереү яҡшы буласаҡ. ФАП-тар ҡаралмаған бәләкәй ауылдарҙағы халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе үҙәк дауаханалар кимәлендә хәл итергә мөмкин. Киҫкен, көсөргәнешле хәлдәрҙә мобиль табип бригадаларын ойоштороу урындағы власть етәкселәре иңенә ята. Быларҙың бөтәһе лә ваҡытлыса, әммә бөгөн хәлде яҡшыртыуҙы ошондай аныҡ сараларҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр.
Төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә өҫтәмә мөмкинлек эҙләп табырына ышанысым ҙур. Ысынлап та, хат авторының һорауы урынлы. Татарстанға эшкә килеүсе 200 врачҡа йыл һайын төбәк башлығы ҡарары менән 500 мең һум аҡса бирелә. Тар профилле белгестәрҙең эш хаҡына төбәк бюджетынан өҫтәмә түләү ҡушыла.
Бөтә төбәктәрҙең дә бындай уҡ кимәлдә финанс мөмкинлеге булмаҫ, әммә, халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүҙең өҫтөнлөклө икәнен күҙ уңында тотҡанда, һис шикһеҙ, юлдары табыласаҡ. Бөгөн төбәктәр “Ауыл табибы” программаһына йыл да уртаса 25 миллион һум аҡса бүлә. Бындай “тиҙлек” менән барғанда программаны 18 йыл буйы “үтәйәсәкбеҙ”. Халыҡтың шунса ваҡыт көтөргә түҙемлеге етмәҫ.
Шуға күрә йәш белгестәрҙең тормош һәм эш шарттарын яҡшыртыуға урындарҙа иғтибар арттырылырға тейеш.
Тармаҡҡа һуңғы йылдарҙа, бығаса күҙәтелмәгәнсә, бик ҙур күләмдә аҡса һалынды. Уның һөҙөмтәһе бармы, сирҙе иртә диагностикалау халыҡтың үлемен кәметеүгә һиҙелерлек өлөш индерә алдымы? Был средстволарҙы файҙалы һәм дөрөҫ тотона белдекме? Миллион һумдарға алынған ҡиммәтле аппаратуралар эшһеҙ тормаймы? Бөтә ошо мәсьәләләргә асыҡ яуап булғанда һәм етешһеҙлектәр үҙ ваҡытында төҙәтелгәндә генә тармаҡтағы хәл ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтә алабыҙ.
Етемдәрҙең хоҡуғы тергеҙелә
“Ни өсөн “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы яңы Закон етемдәрҙе юғары уҡыу йортона конкурстан тыш инеү хоҡуғынан мәхрүм итте?”
А. Фәйзуллина.
Өфө ҡалаһы. — Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең юғары уҡыу йорттарына льготалы шарттарҙа ҡабул ителеү хоҡуғын ҡайтарыу буйынса закон проекты әҙерләнә. Законға яңы төҙәтмәләр индереп, социаль ғәҙеллекте тергеҙәсәкбеҙ. Ысынлап та, етемдәрҙең уҡырға барыу мөмкинлеге ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙыҡы менән тиң түгел. Уларҙың йыш ҡына белем кимәле лә түбәнерәк, әҙерлек курстарына, репетиторҙар менән шөғөлләнеүгә аҡсаһы ла юҡ. Әммә бындай ҡаршылыҡтар етемдәрҙең юғары белем алыуға хоҡуғын сикләргә тейеш түгел.
Мәғариф һәм фән министрлығының дәғүәләрен дә кире ҡағып булмай, сөнки тәүге сессиянан һуң вуздарҙа уҡыусы етем балаларҙың 40 проценты самаһы һынауҙы үтә алмай төшөп ҡала. Әммә уларҙың белем алыуға льготалы хоҡуҡтарын яҡларға тейешбеҙ, яңы закон проекты башҡаларға вузға инеүҙә ҡамасау булмаясаҡ.