Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урманмы, бәҙрәфме?..
“Бикбулат ауылы тирәһендәге тәбиғәттең хозурлығына
ҡарап тораһың да, был ауылда тыуып үҫкән кеше йә яҙыусы,
йә шағир, йә йырсы булмауы мөмкин түгелдер, тип уйлайһың...”

Ишбулды Вәлитов, ғалим-филолог.


Май иртәһе. Ҡояш яңы ғына ҡалҡып килә. Ергә томан төшкән. Яҙ булһа ла, ҡырауҙар булғаны юҡ әле. Тирә-яҡ шундай матур: йәм-йәшел ҡайындар менән имәндәр етәкләшеп тора, ерҙә йомшаҡ ҡына ҡурпы-балаҫ ята, төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала... Мин мәктәпкә ашығам. Юлым урман һыҙаты аша үтә, сөнки өйөбөҙ ҡасаба үҙәгенән йыраҡ ҡына, тау итәгенә һыйынған, ярында ялбыр ҡайындар үҫкән быуа янында урынлашҡан. Сауҡалыҡ биҫтәһе тип йөрөтәләр был гүзәл урынды.


Күңелем күтәренке, эстән генә яратҡан йырымды көйләп, һуңғы ҡыңғырау байрамына китеп барам...
Ҡапыл... Юлға түгелгән сүп-сар өйөмөнә төртөлөп туҡтап ҡалдым... Кемдер беҙ йөрөгән һуҡмаҡҡа ҡый түгеп киткән. Аптырап киттем. Сүп өйөмөн урап үтәйем тигәндә, күҙҙәрем ҡый өҫтөндә үҫеп ултырған ап-аҡ сәскәгә төштө.
И-и, меҫкен сәскә!.. Ер өҫтөн матурларға яралған сәскә, сүплеккә эләкһә лә, үҙ булмышына тоғро ҡалып, тирә-яҡҡа нурын сәскән була... Һуңғы һулышында ла кешеләргә матурлыҡ өләшә...
Ирекһеҙҙән класташым Рәмил һөйләгән ваҡиға иҫкә төштө.
— Сит илдән килгән туристы республикабыҙҙың иң матур, иң мөғжизәле урындарын күрһәтергә сәйәхәткә алып сыҡҡандар. Ул юлда бәҙрәф янында туҡтатыуҙарын һорай. Автобус ҡуйы урман ситенә килеп туҡтай. Туристы оҙаҡ көтәләр. Ул урмандан килеп сыҡҡан да: “Эҙләйем-эҙләйем, туалет таба алмайым, ҡайҙа ул?” – тип һораған...
Көләмәс тыңлаусы иптәштәрем “гөр-р” килеп көлөп ебәрҙе, ти. Нимәһе көлкө?!
Эйе, Рәсәйҙә бәҙрәф һәм урман бер үк нәмә икәнен ҡайҙан белһен инде сит ил кешеһе! Әммә беҙгә көлөргә түгел, иларға кәрәк бит! Үҙебеҙҙең вайымһыҙлыҡтан, мәҙәнилектең шул ҡәҙәр түбән кимәлдә булыуынан ғәрләнергә кәрәк.
Беҙҙең хозур тәбиғәтле Күгәрсен районы – туристар ояһы. “Мораҙым” тарлауығы, уның тиҫтәләгән мәмерйәләре, Эйәрлетау, Йомағужа һыу һаҡлағысы, Ҡыҙылташ, Әүлиә тауынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Яҡташ яҙыусы-шағирҙарыбыҙ Зәйнәб Биишева, Шакир Янбаев, Александр Филиппов, Рәмил Йәнбәк әҫәрҙәрендә гүзәл тыуған яғыбыҙға дан йырлана. Һоҡланғыс тәбиғәтебеҙ рәссам булмаған кешене лә ҡулына бумала алырға, шағир булмаған кешене лә ҡәләм тоторға мәжбүр итә, таш йөрәктәрҙе, битарафлыҡ биләгән күңелдәрҙе лә сихри матурлығы менән әсир итеү көсөнә эйә бит ул! Филология фәндәре кандидаты И. Вәлитовтың һүҙҙәрен юҡҡа ғына эпиграф итеп алманым. Ләкин... Тәбиғәт-Әсәбеҙ, Оло һәм Кесе Эйегебеҙ һыҡтап ярҙам һорағанын барыбыҙ ҙа ишетәме икән? Кеше тигән әҙәм затының вәхшилегенә сик бармы һуң?
Һыуҙар һайыға, балыҡтар, йәнлектәр кәмей, ағас-ҡыуаҡтар һирәгәйә, урмандар аяуһыҙ ҡырҡыла, тирә-яҡта бихисап сүп-сар өйөмө... Ул ҡыйҙы, бер ай түгел, йыл буйына экологик өмә үткәрһәң дә, таҙалап бөтөрлөк түгел...
Әсәйем әйтмешләй, Рәсәйҙе ике оло бәлә ҡаҡшата: коррупция һәм экология.
Тәүгеһенә көсөбөҙ етмәһә лә, икенсе бәләнән ҡотолорға беҙҙең, мәктәп уҡыусыларының, ҡулынан киләлер. Былай өмәләрҙе үткәреп торабыҙ, шишмә-йылға буйҙарын да таҙалайбыҙ, “йәшел”, “зәңгәр” патрулдәр ойошторабыҙ... Ләкин сүп-сар кәмемәй, яңылары өҫтәлә. “Йыйыштырған урында түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙалыҡ була”, — ти халыҡ. Ысынлап та, төп бәлә һәр беребеҙҙән, булмышыбыҙҙан, бошмаҫ, битараф күңелебеҙҙән килә. Район, республика, ил күләмендәге проблеманың башы үҙе ашаған табағына, эскән һыуына төкөрөргә яратҡан әҙәмдәргә ҡарата тейешле ҡаты закондар булмағанлыҡтан, тип уйлайым.
Яратҡан әҙибем, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Мәңгелек урман”дар йырсыһы Н. Мусиндың бөтә әҫәрҙәре тәбиғәткә ҡарата ғына түгел, ә бер-беребеҙгә лә миһырбанлы, изгелекле булырға саҡыра. Ер-һыуҙарыбыҙ ғына түгел, күңелдәребеҙҙең һайығыуы тураһында иҫкәртә ул. Әхлаҡһыҙлыҡ, тәрбиәһеҙлек, тирә-яҡҡа, матурлыҡ донъяһына битарафлыҡтың хакимлыҡ итеүенә минең дә йөрәгем әрней.
Тәбиғәт – беҙҙең йортобоҙ, һулар һауабыҙ, эсәр һыуыбыҙ. Ул беҙҙе ашата, йылыта, йәшәтә.
Урман – байлыҡ ул, ә ҡыйлыҡ түгел.

Азалия ТАЖЕТДИНОВА,
Мораҡ башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы.


Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә