Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Артылғанда ғилем үрҙәренә
Ҡатламдарҙың нефтте биреүсәнлеген арттырыу өсөн өр-яңы ысулдар һәм технологиялар ҡулланыу республикала ғына түгел, тотош Союзда мөһим мәсьәләгә әйләнә. Ошо проблемаларҙы тәрәндән өйрәнеү маҡсатында йәш геолог ныҡлап фән менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Бөтә Союз газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында (ВНИИГАЗ) профессор В.М. Сенюков етәкселегендә аспирантурала уҡыған йылдарҙа (1966 —1969) ул МДУ-ның биология факультеты профессорҙарының лекцияларын тыңлай, микробиология лабораторияларының эше менән таныша, йәғни биология фәненең төрлө тармаҡтары буйынса үҙаллы белем алыуға өлгәшә. Был иһә уға илдә беренсе булып нефть промыслаларында ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн төрлө фәндәрҙең ҡаҙаныштарын ҡулланыу ысулын эшләүгә алып килә. Башҡортостандың Арлан ятҡылығында ҡатламдарҙы биологик эшкәртеү буйынса үткәрелгән ҙур күләмдәге экспериментҡа таянып, ул ошо алымды һәм технологияны теоретик планда нигеҙләй. Шул темаға арналған кандидатлыҡ диссертацияһы ҙур яңылыҡ тип ҡабул ителә, ул ваҡыттағы СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә был йүнәлештәге ғилми тикшеренеү эштәрен әүҙемләштереүгә этәргес бирә.
Әммә шуныһы ла бар: фәндә ғәҙәттәге сиктәргә һыймаған яңылыҡ күп ваҡыт көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға осрай. Э. Юлбарисовтың кандидатлыҡ диссертацияһы менән дә шундай хәл килеп сыға.
— Биш йыл буйы эшемде яҡлауға ҡуя алмай йөрөнөм. Өфөлә яҡын да ебәрмәнеләр, — тип хәтерләй Эрнст Мирсаяф улы. — Ленинградҡа, Мәскәүгә, Һамарға барҙым. Йөрөй торғас, Э.М. Хәлимов, М.М. Саттаров кеүек нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәт итеүсе атаҡлы белгестәрҙән баһаламалар алып, тағы ла Һамарға барғайным, К.Б. Аширов тигән профессор: "Һин беҙҙе уҙып киткәнһең дә баһа", — тип ғәжәп итте. Улар ҙа шул проблема менән шөғөлләнә ине. Үҙеңдән ситтә бигүк көнләшеп бармайҙар бит ул. Ә Мәскәү инде ул һиңә Өфө түгел. Унда ярыш майҙаны иркен. Һәләтең бар икән, әйҙә уҙ, алға сыҡ, кешенең аяғын тышаулап ҡуйыу тигән бер ниндәй нәмә юҡ. Һәр хәлдә, совет осоронда шулай була торғайны. Шулай итеп, диссертацияма “йәшел юл” асылды. 1976 йылда, ниһайәт, баш ҡалаға барып, академик И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап ҡайттым.
Фәндә лә, ижадта ла үҙ-үҙеңде раҫлар өсөн көтөлмәгән боролоштар яһарға, яуызлыҡ, көнсөллөк алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, баш бирмәҫкә кәрәктер ул. Быларҙы ни өсөн яҙам һуң әле? Сөнки ауыр яҙмыштар беҙҙән алда һәм беҙҙең дәүерҙә булған да бөткән, тип уйламайым. Беҙҙең арттан килеүселәр ҙә был хаҡта белһендәр, бирешмәһендәр, үҙ алдарына оло маҡсаттар ҡуйып, гел алға ынтылып йәшәһендәр, тип әйткем килә.
Шуныһы раҫ: фәндә һәм производстволағы эшмәкәрлегендә бер тапҡыр билдәләнгән йүнәлештән бер генә аҙым да ситкә тайпылмай геолог Эрнст Юлбарисов. Был йүнәлеш нефть сығарыу эшендә геология, биология, экологияға бәйле комплекслы методты һәм технологияны ҡулланып, айырыуса иҫке ятҡылыҡтарҙа ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу йәһәтенән илдә киң танылыу таба. Был иһә миллиондарса тонна өҫтәмә “ҡара алтын” сығарыу мөмкинлеген бирә. Әгәр ҙә Башҡортостанда һуңғы утыҙ-ҡырҡ йылда нефть сығарыу шаҡтай тотороҡло кимәлдә булған икән, бында геология-минералогия фәндәре кандидаты Эрнст Юлбарисовтың да өлөшө бар, йәғни ул нигеҙләгән һәм ғәмәлгә индергән ысулды һәм технологияны ҡулланыуҙың әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ҡайҙа ғына эшләмәһен — производствола йәки ғилми-тикшеренеү учреждениеларындамы — Эрнст Мирсаяф улы ғүмере буйы геология фәнендәге ошо йүнәлеште артабан үҫтереү, камиллаштырыу эше менән шөғөлләнә. 1978 йылда уны, "Башнефть" производство берекмәһе аппаратында нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең өлкән геологы булып эшләп йөрөгән еренән, Ангола Халыҡ Республикаһына илдең Нефть министрлығының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау буйынса баш инженер-консультант вазифаһына тәҡдим итәләр. Алыҫтағы Африка илендә ике йыл эшләү дәүерендә донъяның ҙур нефть компанияларының нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы, уларҙы эшкәртеү һәм эксплуатациялау өлкәһендәге ғилми һәм ғәмәли тәжрибәһен өйрәнеү ҙә уның фәндәге ҡараш даирәһен тағы ла киңәйтеп ебәрә.
"БашНИПИнефть", "Союзнефтеотдача", "КогалымНИПИнефть" — илебеҙҙең нефть сәнәғәтен үҫтереүҙә флагман ролен уйнаған ғилми-тикшеренеү һәм ғилми-производство учреждениелары. Эрнст Юлбарисов бына шул ойошмаларҙа оҙаҡ йылдар эшләп, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың микробиологик методтарын өйрәнеү эшенә етәкселек итә. Союзда ошо методтарҙы ҡулланыу буйынса иң беренсе секторҙар, лабораториялар ойоштора. 1995 йылда, тикшеренеү эштәрен дөйөмләштереп, Мәскәүҙә академик А.П. Крылов исемендәге Бөтә Союз нефть ғилми-тикшеренеү институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
"Яҡлай" тип еңел генә әйттем дә ул, ләкин был көнгә тиклем ғалимдың тау хәтлем эштәр атҡарыуы, тағы ла бихисап ҡаршылыҡ аша үтеүе тураһында әҙ генә булһа ла һөйләмәһәм, яҙыҡ булыр һымаҡ. Иң элек диссертация нисек атала — шуға иғтибар итәйек. "Нефть биреүсәнлекте арттырыуҙың биогеотехнологияһы" — бына ниндәй ғилми проблемаға арналған хеҙмәт ул. Һүҙ, әлбиттә, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге тураһында бара. "Биогеотехнология" – ошо бер генә һүҙҙә күпме мөһим төшөнсә урын алған: био — тимәк, биологик, гео — геологик һәм фәндең шул тармаҡтарының берләшмәһенән ҡоролған технология булып сыға. Тағы ла шул уҡ хәл — традицион геологик тикшеренеү түгел был. Шуның өсөн дә диссертацияны яҡлар өсөн өс төрлө фән тармағы буйынса өс белгес — техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре, биология фәндәре докторҙары билдәләнә. Яҡлаусыға иһә техник фәндәр докторы тигән ғилми дәрәжә бирелә. Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы был эште шул йылда яҡланған иң яҡшы докторлыҡ диссертацияларының береһе тип билдәләй.
Эрнст Юлбарисовтың ҙур тормош тәжрибәһе һәм нефть геологияһы өлкәһендә киң эрудицияһы уның 90-сы йылдар башында Башҡортостан Дәүләт геология комитетында эшләгән осорҙа тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен эшләүҙә ғәйәт әһәмиәтле роль уйнай. Уның республикабыҙҙа геология хеҙмәтен ойоштороуҙа, нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыуҙа донъя кимәлендәге мөһим ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыуҙағы һәм ғәмәлгә индереүҙәге, нефтсе кадрҙарҙы әҙерләүҙәге хеҙмәттәре күп кенә хөкүмәт һәм тармаҡ наградалары, шул иҫәптән "Хеҙмәт ветераны", Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең "Тау фәндәре академияһының ХV йыллығы" көмөш миҙалдары һ.б. менән билдәләнгән. Ул, бер нисә ғилми, ғилми-техник, диссертациялар советының ағзаһы булараҡ, әүҙем эш алып бара. Уға "Рәсәйҙең маҡтаулы нефтсеһе", "РФ-тың маҡтаулы ер аҫты разведкалаусыһы", "Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе", "СССР-ҙың уйлап табыусыһы" тигән исемдәр бирелә. Ғалимдың 230-ҙан ашыу ғилми хеҙмәте, биш китабы донъя күргән, 29 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты бар. Уның исеме Дыуан районындағы Аяҙ нефть ятҡылығын асыусы булараҡ та геология тарихында урын алған. Эрнст Мирсаяф улы "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексының эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Былтыр бында уны Ғилми редакция советы ағзаһы итеп һайланылар. Энциклопедияның башҡортса баҫмаһы өсөн ул 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәләне туған телгә тәржемә итте. Хәҙер ҙә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми конференцияларҙа, конгрестарҙа, симпозиумдарҙа докладтар менән сығыш яһай.
2005 йылдан бөгөнгә тиклем "Ингеохолдинг" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директорҙың кәңәшсеһе урынбаҫары булараҡ яуаплы эштәр атҡара. Рәсәй Тау фәндәре академияһының ағзаһы ла әле ул.
Эрнст Мирсаяф улы — күренекле башҡорт геологтары Юлбарисовтарҙың лайыҡлы вәкиле. Әйткәндәй, уның хәләл ефете Наилә Ғаяз ҡыҙы ла — юғары белемле геолог, Серго Орджоникидзе исемендәге Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған. Надир һәм Булат исемле ике ул үҫтергәндәр, икеһенә лә юғары белем биреп, үҙаллы тормош юлына баҫтырғандар.
Ғүмер юлының 75 тигән бейек түбәһендә тора бөгөн Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов. Тормошта үҙ алдына оло маҡсаттар ҡуйып, илебеҙ, халҡыбыҙ хаҡына фәнгә, ғилемгә ихлас хеҙмәт итеп үткән илһамлы, яҡты юл ул. Ғалим юлы, шәхес юлы, саф йөрәкле кеше юлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 15

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 17

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 16

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 18

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 22

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 21